Тема: Ҡыш. Класс: 5
методическая разработка (5 класс)

Тагирова Ильсия Рафилевна

Тәбиғәттәге үҙгәреште күрә, ҡыш билдәләренең үҙенсәлектәрен билдәләй белергә өйрәтеү. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5_klass._kysh._na_konkurs.docx24.52 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ҡыш

Класс: 5

Маҡсаттар: 1. Тәбиғәттәге үҙгәреште күрә, ҡыш билдәләренең үҙен-сәлектәрен билдәләй белергә өйрәтеү. 2. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, тыңлау һәм уҡыу күнекмәләрен нығытыу,  һүҙ байлығын арттырыу, телмәрҙәрен йомаҡтар менән байытыу. 3. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һоҡланыу тәрбиәләү, матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

УУЭ формалаштырыу:

Шәхси эшмәкәрлек: белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Регулятив эшмәкәрлек: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

Танып белеү эшмәкәрлеге: текста кәрәкле мәғлүмәт табыу, иҫбатлау;

Коммуникатив эшмәкәрлек: әңгәмәләшеү, коллективта эшләү.

Йыһазландырыу: йомаҡтар, һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр яҙылған карточкалар( төркөмдәрҙә эш өсөн), фонетик күнегеү өсөн киҫмә хәрефтәр, ҡышҡы урманды сағылдырған  һүрәттәр , мультимедиа проекторы.,баһалау өсөн ҡар бөртөктәре.

Дәрес барышы

1. Психологик инеш. Дәрескә әҙерлекте тикшереү.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

2. Фонетик күнегеү.  (Әңгәмәләшеү рус балалары өсөн кәрәк,телмәрҙәрен нығытыу өсөн)

а) Дежур уҡыусы менән диалог:

- Бөгөн класта кем дежур?

-…

- Класта бөтәһе лә бармы? Ауырыусы уҡыусылар юҡмы?

-…

- Бөгөн көн нидәй? Тышта йылымы, әллә һалҡынмы?

-…

- Аҙнаның ниндәй көнө, ниндәй миҙгел?

-…

б) Ҡ, ш, ы хәрефтәрен ҡуйып, ижектәр уҡыу. (Слайд 2)


3. Дәрестең маҡсатын асыҡлау.

- Ә хәҙер, уҡыусылар, ошо өс хәреф ярҙамында (ҡ, ш, ы) берәй һүҙ төҙөп булырмы икән? (Таҡта алдына сығып, киҫмә хәрефтәр ярҙамында ҡыш һүҙен яҙалар, уҡыйҙар, тәржемә итәләр.)

- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

- Ҡыш.

- Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙ ҡыш миҙгеленә бағышлана. Беҙ һеҙҙең менән күреүебеҙсә әле республикабыҙға ап-аҡ тҡына ҡар бөртөктәре яуа, әйҙәгеҙ әле дәрестә тәбиғәттең иң матур миҙгелдәренең береһе – ҡыш тураһында һүҙ алып барайыҡ. “Башҡортостанда ҡыш” – слайд 1.)

4. Уҡытыусының инеш һүҙе. (Слайд 3.)

- Эйе, тәбиғәт йылды дүрт миҙгелгә бүлгән. Һәр миҙгел үҙенсә матур. Кемгәлер йәмле йәй, кемгәлер көләс яҙ, кемгәлер алтын көҙ, ә кемгәлер ҡарлы-буранлы ҡыш оҡшай. Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән ҡыш миҙгеленең билдәләренә туҡталып китәсәкбеҙ. (Төркөмләп ултырған балаларҙың парталарына ҡыш миҙгелен сағылдырған  һүрәттәр ҡуйыла.)

5. Инеш әңгәмә. (Слайд 4.)

- Башҡортостанда ҡыш ниндәй айҙан башлана?

-…

- Ул оҙаҡ дауам итәме?

-…

- Ҡыш башланғас, тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр була?

-…

- Ҡыш көнө бигерәк тә нимәләргә ауыр?

-…

- Беҙ уларға нисек ярҙам итә алабыҙ?

-…

6. Төп өлөш. (Слайд 5.)

а) Текст өҫтөндә эш: 301-се күнегеү, 123-сө бит.

  • уҡытыусының уҡыуы. (Текст нимә тураһында?)

һүҙлек эше:  ( уҡып сығырға һәм тәржемә итергә) слайд 6 , 7

ҡаты һыуыҡ,

буран,

 йәнлек,

 ярҙам,

боҙ.

  •  Тексты уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
  • сылбырлы уҡыу һәм тәржемә итеү;
  • бер уҡыусының өлгөлө уҡыуы;
  • һорауҙар буйынса әңгәмәләшеү:
  •  текстағы икенсе һөйләмдә нисә һүҙ бар? Һөйләмдәге терәк һүҙҙе табығыҙ.

-Ҡыш ҡасан башлана?

-Ағастарҙа япраҡтар бармы?         

-Ҡоштар нисек ҡыш үткәрә?

Ял минуты

Беҙ, ҡарҙар, осабыҙ, Ел тымған арала

Ян-яҡҡа китәбеҙ. Ерҙә ял итәбеҙ.

Төшәбеҙ тигәндә Дауыллап ел сыҡһа,

Ел менән осабыҙ. Беҙ тағы осабыҙ.

7. Нығытыу.

а) Төркөмдәрҙә эш. Һүҙ ояһын табыу

Һәр төркөмгә һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр яҙылған карточкалар таратып бирелә. Уҡыусылар ҡыш миҙгеленә ҡағылышлыһын ғына билдәләп сыға: ҡар яуа, хоккей уйнайбыҙ, япраҡтар ҡойола, һыуыҡ, еләк бешә, Яңы йыл, йәйге каникулдар, ҡар яуа, боҙҙар аға, сәскәләр үҫә, коньки шыуабыҙ, ҡышҡы каникулдар, ҡоштар китә, буран.

Айырып алып, тәржемә итеп бөткәс, төркөмдәр эштәре менән алмашына һәм бер береһенең эшен баһалай. (Слайд 8.)

б) Йомаҡтар ҡойоу. (Слайд 9.)

Төркөмдәргә йомаҡтар яҙылған карточкалар таратып бирелә. Уҡыусылар йомаҡтарҙың дөрөҫ яуаптарын табып, уҡтар менән тоташтырырға тейеш.

1. Бабайым килә һағынып,

Аҡ толобон ябынып. Буран

2. Үкерә лә ҡотора,

Бөтә ерҙе тултыра. Боҙ

3. Утта янмай, һыуҙа батмай.

Тышта таш була,

Өйгә инһә һыу була. Ҡыш

4. Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,

Үҙе һүрәт төшөрә. Ҡар

5. Ап-аҡ юрған таптым,

Ер өҫтөнә яптым. Һыуыҡ

 Тыңлап аңларға өәрәтеү этабы.

Уҡыусылар дикторҙың һауа торошо тураһында мәғлүмәтте тыңлай. Ниндәй мәғлүмәт ишеткәндәре тураһында әңгәмә.

Һүҙлек эше:

Болотло- облачно

Ҡар һырыу- покрываться инием

Боҙлауыҡ- гололед

Талғын ел,көсәйеүсән ел- спокойный ветер,сильный ветер

Атмосфера баҫымы- атмосферное давление


 Һүҙлек диктанты.

*Уҡытыусы һүҙҙәрҙе берлектә, ә уҡыусылар күплектә яҙа. Аҙаҡ уҡыусылар бер береһенең эшен баһалай.  (9, 10 слайд)

*Һәр төркөм берәр һөйләм уйлап таҡтаға яҙа.

6. Дәресте йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә беҙ нимәләр эшләнек? Дәрес оҡшанымы? Бигерәк тә ниндәй эш төрҙәре оҡшаны?

7. Баһалау. Ҡар бөртөктәрен һанау.

Өйгә эш:  1) яңы һүҙҙәрҙе ятларға, тексҡа ҡарата һүрәт төшөрөп килергә.

2) мин. 5 һөйләмдән торған хикәйә  яҙыу һәм һүрәт төшөрөү.

3) ҡыш тураһында һынамыштар, йомаҡтар табып яҙып килеү


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок по теме "Псевдоним" (8 класс, химия, обобщение по теме "Основные классы неорганических веществ"

Урок - виртуальное путешествие в лабораторию химика. В процессе исследования ученики определяют химические вещества, к какому классу они относятся и делают  выводы о принадлежности веществ к тому...

разработка урока русского языка по теме "Ведение дискуссии на заданную тему" 11 класс

урок русского языка по теме "Ведение дискуссии на заданную тему" (11 класс) и презентационный материал к уроку...

Разработка урока по теме «Решение задач с помощью рациональных уравнений, применяя метод подобия. ( первый урок по теме)» (8 класс)

На уроке показано, как для решения задачи можно применять подобие треугольников.Данная разработка урока содержит технологическую карту....

Конспект урока по теме Обобщение и систематизация знаний по теме «Основные классы неорганических соединений»

Урок обобщения знаний учащихся об основных классах неорганических соединений. Урок - игра. Составлена презентация к уроку....

Урок развития речи на тему: "Подготовка к сочинению-рассуждению на дискуссионную тему." 6 класс.

Урок развития речи содержит подготовку к сочинению - рассуждению на дискуссионную тему обучающихся 6 класса....