Саҡмағош районы башҡорттары ҡоролтайынан сығыш
материал

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

Ҡоролтай

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koroltay.docx18.66 КБ

Предварительный просмотр:

Хөрмәтле президиум, хөрмәтле ҡунактар

 Туған тел, милли мәҙәниәт аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә, сөнки тамырҙарыбыҙ рухиәтебеҙҙе һуғарып тора. Йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләүҙә, айырыуса,  халыҡ тарихы, теле, мәҙәниәте ҙур йоғонто яһай.Донъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Әсә телендә кеше донъя матурлығын аңлай башлай. Уның шул телдә фекерләү культураһы, зауығы формалаша Шуның өсөн дә ЮНЕСКО тәҡдиме менән 1999 йылды 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр  көнө тип иғлан ителде.

Туған телде өйрәнеү – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән билдәләнгән хоҡуҡ ул. Туған тел – белем биреү программаһындағы уҡыу пландарының инвариатив өлөшөнә лә ингән мотлаҡ предмет.Cаҡмағош ауылы гимназияһында44 класс-комплект бар.  Шунда бөтәһе 73 башҡорт балаһы уҡый. Уларҙың бөтәһенә лә туған телде өйрәнергә шарттар тыуҙырылған.   Башҡорт телен туған тел булараҡ 239 уҡыусы өйрәнә. Туған телде, беренсенән башлап, бөтә кластарҙа ла мотлаҡ өйрәнәләр.Был ата-әсәләр ғаризаһы нигеҙендә башҡарыла. Уларҙы  3 башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы белем бирә. Улар бөтәһе лә юғары белемле, юғары квалификацион категориялы уҡытыусылар. Эш стаждары уртаса 20-25 йыл. Улар үҙҙәренең дәрестәрен  балаларҙың психологик, йәш үҙенсәлектәренә таянып  ойоштора.  Дәрестәр Федераль Дәүләт белем  биреү стандарттарына яраҡлаштырып үткәрелә. Уҡытыусылар системалы рәүештә үҙ белемдәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйҙәр. Ғабдулбасырова Г.З. “Йыл уҡытыусыһы” район этабында “Педагогик оҫталыҡ”номинацияһында еңеүсе булһа, Халикова С.М. ҡыҙы регион-ара этапта “Йәшлек ” газетаһының махсус призына лайыҡ булды.

Башҡорт телен мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ уҡытыу Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы менән тәьмин ителә. Балаларға һәм ата-әсәләргә икенсенән алып туғыҙынсы класҡа тиклем башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү тәҡдим ителде. Был Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһындағы законында билдәләнгән. Гимназияла был кластарҙа уҡыған уҡыусылар бөтәһе лә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Был дәрес тә ата-әсәләр ризалығы менән уҡытыла.  Бөгөнгө көндә башҡорт дәүләт телен 842 уҡыусы теләп өйрәнә.

Билдәле булыуынса , туған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә  дәрес менән кластан тыш саралар  бергә үрелеп барһа ғына уңышҡа ирешергә мөмкин.

Ошо хаҡиҡәттән сығып, кластан тыш сараларға ла ҙур иғтибар бирелә. Әленән әле туған телдәр аҙналығы ойошторола.  Аҙналыҡ ҡыҫаларында  олимпиадалар, конкурстар, викториналар үткәрелә. Шулай уҡ район һәм республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ.

Билдәле булыуынса, 14 декабрь- башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Шуға арнап районда“Аҡмулла вариҫтары” тигән шағирҙең әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр конкурсы үткәрелә. Гимназия ла  был сарала әүҙем ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа ғына беҙҙең уҡыусыларыбыҙ –Вәлиева Алина(2016-2017 уҡ.й)., Баһманов Айнур ( 2018-2019 уҡ.й.) –беренсе урын яуланылар. Шулай уҡ Вәлиева Алина” Һаумы, һаумы, әкиәт!”район конкурсында ла беренсе урын алып, Бөтәдонъя башкорттар ҡоролтайы тарафынан үткәрелгән ошо конкурстың дистанцион этабында  призлы 3-сө урын яуланы.

21-се февраль көндө  район мәктәптәрендә Туған телдәр көнө үткәрелә.Был сара ҡыҫаларында тасуири шиғыр уҡыусылар конкурсы ойошторола. Был уҡыу йылында  9-сы б класы уҡыусыһы Исхаҡов Радмир М.Кәримдең “Уйҙарым”шиғырын яттан һөйләп, беренсе урын, Якупов Нияз 2-се урынға лайыҡ булдылар..  Улар апрель айында Өфөлә  ЮНЕСКО тарафынан үткәреләсәк  Халыҡ-ара конкурста ҡатнашырға ла йыйыналар. Әйткәндәй, бер нисә уҡыусыбыҙ М.Кәрим ижадына бағышланған  ЮНЕСКО тарафынан үткәрелгән конкурс-фестивальда ҡатнашып, рәхмәт хатына лайыҡ булдылыр. Дәүләкән ҡалаһында үткәрелгән республика “Щербаков уҡыуҙарында” ҡатнашып,   уҡыусыларыбыҙ Нәбиев Азамат, Иҫәнҡолова Аделя 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар.

 1998 йылдан Урал батыр эпосынбашҡорт телендә яттан һөйләүселәр бәйгеһе уҙғарыла башланы. Был конкурста беҙҙең гимназия йыл һайын актив ҡатнашып,йыл да призлы урындар яулай, ә  2016-2017 уҡыу йылында республика  зона –ара этабында 2-се урын алды. 2010 йылдан   Өфөлә йәш сәсәндәр «Урал батыр» эпосын Башҡортостан, Рәсәй халыҡтары телендә һәм сит телдәрҙә һөйләүселәр конкурсы үтә. Уҙған уҡыу йылында Нуриева Алһыу был конкурста ҡатнашып, 4-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Олимпиадаларҙа ла уҡыусылар теләп ҡатнаша.  Быйылғы уҡыу йылында Гагарин кубогында ла үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡарау  мөмкинселеге тыуҙы. Аҡмулла, ИнтеллектУм олимпиадаларында ла уҡыусылар уңышлы ғына сығыш яһайҙар . Рәшитова Алина, Габдулбасыров Денис, Егорова Юлия, Камалова Айһылыу һ.б. айырым уңыштарға ирештеләр.

Халыҡтын рухи ынйыларын һаҡлау  һәм тергеҙеү, халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында Башҡорт остан мәғәриф министырлығы тарафынан мәктәптәрҙә “Башҡортостан ынйылары” конкурсы үткәрелә. Был конкурста гимназияның  “Йәшлек”фольклор төркөмө йыл да 1-2-се урындар яулай.

Уңыштарыбыҙ бар, ләкин эшләһе эштәр ҙә етерлек.

 Рәми Гарипов әйткәнсә, “Халҡым теле миңә хаҡлыҡ теле

Унан башҡа минең илем юҡ.

Илен һөймәҫ кенә-телен һөймәҫ.

Иле юҡтың ғына теле юҡ”, халыҡҡа һөйөү тыуҙырыу, илдең лайыҡлы граждандарын үҫтереү-уҡытыусының төп маҡсаты. Телгә һөйү тәрбиәләү-ошо маҡсатҡа ирешеүҙең бер сараһы. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте.

Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 5 класс. Башҡорт халыҡ әкиәте «Айыу менән бал ҡорттары»

Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һ...

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»Маҡсат:1.     Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;2.     М...

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...

Урал -Алтай: Быуаттар аша киләсәккә. Өфө - 2011. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған IV Бөтә Рәсәй Фәнни конференцияһы.

Конференция эшендә "Ғилем күңел күҙен асыр" исемле доклад менән ҡатнаштым. Был докладта йәмғиәт тормошонда уҡытыусының роле һәм тотҡан урыны тураһында һүҙ бара....

Салауат башҡорттар өсөн рух пәйғәмбәре

Салауат  башҡорттар  өсөн  рух  пәйғәмбәре (дәрес)...