Сценарий "Яңы йыл кисәһе"
классный час

Мухамадуллина Наиля Мусиевна

Үҙебеҙҙе көтә ауыл, ҡалаларҙа

Йәштәре лә, ололар ҙа, балалар ҙа.

Беҙ килһәк шыршыларҙа шаулап уттар яна,

Эй, шатланып, шаулап дуҫтар ҡаршы ала.

Ф. Эйе, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу! Беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ һеҙ килгәнде түҙемһеҙлек менән көттөләр. Йыр, бейеүҙәр әҙерләнеләр.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yany_yyl_kishe.docx25.87 КБ

Предварительный просмотр:

Яңы йыл кисәһе

Сценарий.

Дәртле  көй яңғырай. Ҡапыл музыка туҡтай. Фанфары.

Сәхнәгә ике алып барыусы ҡыҙ сыға.

Ф. Хәйерле көн,  уңған уҡыусыларыбыҙ!

Н. Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!

Ф. Ғәзиз ата-әсәләребеҙ!

Н. Ҡәҙерле ҡунаҡтар!

Ф. Килде, килде инде ошо мөғжизәле, ҡыуаныслы, көтөп алынған  көн. Бөгөн беҙҙә яны  һулыш ,   яҡшы   кәйеф,   мөғжизә   байрамы – бөгөн беҙҙә  БАЛ-МАСКАРАД!!!

Аяҡ баҫабыҙ Яңы йылға
Ҙур ѳмѳттәр менән бергә.
Үткән йылыбыҙ риза булһын,
Ѳр-яңы йыл килә ергә.

Н.Алдағы йыл тыныс булһын,
Татыулыҡта гел йәшәйек.
Был донъяның, ғүмерҙәрҙең
Ҡәҙерҙәрен беҙ беләйек.

Аяҡ баҫҡан ѳр-яңы йыл
Бәхет алып килһен беҙгә.
Ф.Н..Барығыҙға тик шатлыҡтар
Теләйбеҙ, дуҫтарым, һеҙгә!

Байрамыбыҙҙы асыҡ итеп иғлан итәбеҙ!!!

Н. Ә хәҙер һүҙҙе мәктәп директоры  Гәлеев Вәли Хәбибулла улына бирәбеҙ.

(Музыка ,ҡотлау, Фанфары)

Ф. Хөрмәтле тамашасылар. Бөгөн беҙҙә байрам !!!

Уйна, йырла, көл ихлас

Бар донъя бөгөн көләс.

Моңайырға һис бер ваҡыт юҡ

Бейе, шаяр, күңел ас!!!

Н, Ф. Эйе шул, әйҙәгеҙ әле, бөтәбеҙ ҙә бергә шыршы тирәләй йырлап бейейек.

(Хоровод- Маленькая елочка)

Н. Бөгөнгө байрам программаһының беренсе конкурсы- Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршы алыу.

Ф. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу

Саналарҙа елдерә

Күп итеп ҡар өйөмдәрен

Алыҫ яҡтан китерә.

(Музыка. Ел-буран тауыштары. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу керәләр)

Ҡыш бабай. Һай,  Һаумыһығыҙ, уландарым!

Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙарым!

Иҫәнмеһегеҙ, һаумыһығыҙ,

Дуҫтарым, туғандарым!

Ҡарһылыу. Хәйерле көн, Хәйерле көн!

Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар!

Хәйерле көн, егәрлеләр!

Хәйерле көн, эштә уңғандар!

Бергә- Беҙҙән һеҙгә ҡайнар сәләм!

Уҡыусылыр. Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!

Һаумы, матур Ҡарһылыу!

Ф. Әйҙә түрҙән үтегеҙ, Ҡыш бабай һәм дә Ҡарһылыу! Барыбыҙҙың да көтөп алған ҡунағы һеҙ!

Н. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршы алырға 6-сы синыф сыға. Рәхим итегеҙ!

(Сығыштан һуң Ҡыш бабай һәр класты маҡтай)

Ф. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы 7-селәр нисек ҡаршылар икән? Һүҙ һеҙгә,етенселәр!

Н. 8-селәр ҙә ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнгәндәр. Һүҙ һеҙгә, 8-селәр!

Ф. 9-сыларҙың да Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға әйтер һүҙҙәре әҙер. Рәхим итегеҙ!

Н. Ә беҙҙең кескәйҙәребеҙ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы көтә-көтә арып бөттөләр инде. 1,3-сө кластар ниндәй сығыш әҙерләнеләр икән? Рәхим итегеҙ, 1,3-сөләр!

Ф. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы тәбрикләйҙәр 2,4-се синыф уҡыусылары! Рәхим итегеҙ!

Ҡыш бабай. Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, балалар! Мине, Ҡарһылыу  ҡыҙымды бик ныҡ шатландырҙығыҙ! Һәр бала көткән матур, йылы, яҡты Яңы йыл менән барығыҙҙы ҡотлайым! Әйҙәгеҙ, балалар, Яңы йылды уйын-йыр, бейеү менән ҡаршы алайыҡ!

Н. Фаягөл, әйт әле, балаларҙың иң яратҡаны нимә?

Ф.-Кәнфит, шоколад.

Н. –Юҡ, тағы нимә?

Ф.- Туңдырма, торт...

Н.- Түгел, түгел, тағы уйла.

Ф. (уйланып ҡына) – Уйындар түгелме?

Н. – Тап үҙе. Әйҙәгеҙ әле уйнап алайыҡ.

 (Уйын.....Наиля Абдулловна ..)

Ф. Дуҫтар, ә беҙҙең байрамыбыҙ дауам итә.  Баҫтыҡ хороводҡа!  (Ҡыщ бабай килде выжлап) ( Шыршы тирәләй әйләнеп уҡыусылар йырлайҙар, бейейҙәр.)

Н.ООО, кемде күрәм мин. Һаумы  Мәҙәниәт ханым. Ни хәлдәһең? Кәйефтәр нисек? Быйыл эшең күп булды һинең. Арыманыңмы?

М. Арымай ни, тамам хәлдән тайҙым да быйыл. Мәҙәниәт һәм театр йылы булғас ни  эшем дә күп булды. Ул концерттар тиһеңме, спектаклдәр, фестивалдәр, йыр, бейеү конкурстары....Ууууу, бик күп булды. Тик бына бер нәмә генә эсте бошороп тора әле.

Н. Нимә һуң?

М. Совет фильмдарын   йәнә лә прокатка сығарырға онотҡанмын.  Яңы йыл бит. Бигерәк ярата инде халыҡ шул фильмдарҙы. Киноиндустриям әҙерәк иғтибарһыҙ тороп ҡалған.

Ф.). Хөрмәтле Мәҙәниәт ханым. Һеҙ юҡҡа ғына борсолаһығыҙ. Бөгөнгө программала беҙҙә кино күрһәтеү ҡаралған. Хәҙер үҙегеҙ быға шаһит булырһығыҙ. Бывалый, Трус, Балбес, Емеля,,,,

М. О, минең яратҡан геройҙарым!!!

Ф.  Хәҙер, беҙҙе сығыштары менән ҡыуандырырҙар  9-сы синыфтар. (........)

Н. Ә  киләһе кинобыҙ  бик тә фәһемле........ 8-селәр сығыш яһай.(.........)

Ф. Һәм тағы ла беҙҙә ҡунаҡта  7-селәр. Бигерәк шәп әртис тә инде үҙҙәре!  7-селәрҙе ҡарап үтәйек.

Н.6-сыларҙың сығыштары матур буласаҡ тип ишеттем әле мин.  Иҫте китерерҙәр тигән өмөттәмен. Алтынсылар, һүҙ һеҙгә. (....)

К.Б.  Ҡайһылай  дәртле, оҫта һеҙ! Матур, шат  һеҙҙен  йөҙөгөҙ.  Байрамығыҙ  күнелле  уҙһын.  Көс-дәртегеҙҙе  йәлләмәгеҙ  бөгөн ,  балалар.  

Ҡарһылыу. Олатайым, ҡарасы, шыршы нисек матур биҙәлгән, ә күпме ҡунаҡтар, матур-матур кейемле малайҙар-ҡыҙҙар.

Ҡыш бабай. Ҡыҙым, беҙ нисек йырлай инек әле?

Ҡарһылыу. Ә-ә, иҫемә төштө, олатай, былай.

 Йәшел шыршы матурлана,

 Уйынсыҡтар тағылһа.

 Алтын-көмөштәй нурлана,

 Киске уттар ҡабынһа.

 Тирәһендә әйләнәбеҙ,

 Күмәкләшеп йырлайбыҙ.

 Ҡыш бабай ҙа йырлай бергә,

 Бергәләшеп уйнайбыҙ.

Ҡыш бабай. Дөрөҫ, ҡыҙым, әйҙә әле, тәүҙә шыршының уттарын ҡабыҙайыҡ, унан бергәләшеп уйнарбыҙ, йырларбыҙ.

Ҡарһылыу. Дөрөҫ, олатай, әйҙә, тылсымлы таяғыңды эшкә ҡуш. (Ҡыш бабай таяғы менән шыршыға ҡағыла, уттар тоҡана.) Йәгеҙ әле, дуҫтарым, хәҙер бергәләп йырлап, бейеп алайыҡ. Кемдең ниндәй һөнәре бар, шуларҙы күрәйек, кем ниндәй кейемдәр кейгән, шуларға баһа бирәйек. (Шыршы ҡупшы кейенгән)

 Ҡарһылыу.

Үҙебеҙҙе көтә ауыл, ҡалаларҙа

Йәштәре лә, ололар ҙа, балалар ҙа.

Беҙ килһәк шыршыларҙа шаулап уттар яна,

Эй, шатланып, шаулап дуҫтар ҡаршы ала.

Ф. Эйе, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу! Беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ һеҙ килгәнде түҙемһеҙлек менән көттөләр. Йыр, бейеүҙәр әҙерләнеләр.

Н. Сығыш яһарға 1,3-сө синыфтар сыға. Рәхим итегеҙ!

Ф. 2-се һәм 4-се синыф ҡыҙҙары һәм малайҙары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға йыр-бейеүҙәр әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ!

  Ҡыш бабай. Был мәктәптә аҡыллы,һөнәрле, зирәк, итәғәтле балалар уҡый икән.Мине бик тә ҡыуандырҙығыҙ. Рәхмәт.

Ҡарһылыу. Ҡыш бабай, балалар менән елка тирәләй йырлап-бейеп алайыҡмы әллә?

Ҡыш бабай. Хуплайым, хуплайым тәҡдимеңде, Ҡар ҡыҙым!

(Хоровод...В лесу родилась елочка)

  Ҡарһылыу. Мин балаларға уйын әҙерләнем әле. Уйнап алайыҡмы?

 (  Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уйындар уйната. (Игра-розыгрыш).

Ҡарһылыу. Ҡунаҡтар! Беҙ һеҙҙең менән ябай ғына уйын уйнайбыҙ. Мин һеҙгә һөйләмдәр әйтәм, һеҙ минең арттан ҡабатлағыҙ. Әммә мин уйлайым, һеҙ ҡабатлай алмаясаҡһығыҙ!

-Бөгөн кисә бик күңелле.

- Иртәгә 29-сы декабрь буласаҡ.

-Ә һеҙ яңылыштығыҙ. (Ҡарһылыу аңлата, 3-сө һөйләмде лә ҡабатларға кәрәк ине, тип)

Н. Ҡыш бабай, беҙ Һиңә шиғырҙар һөйләп үтәйек әле. Утырып тыңлап тор, бер аҙ ял итеп тә алырһың.

Шигырҙар һөйләү конкурсы иғлан ителә. (Кластарға һүҙ)

Кыш б. Ай-һай,бигерәк тырыш балалар. Барамығыҙ бик тә оҡшаны. Беҙгә китергә лә вакыт.

(Яй ғына Баба яга менән Шүрәле сығалар, мимикалар менән генә, бер-береһенә ымлап ҡына Ҡыш бабайҙың тоғон урлайҙар)

Ф..Кыш бабай, ә һин бер нәмә лә онотманыңмы ул?

Кыш б. Ах, минең тишек башым.Балаларга тигән бүләктәрем урманда ҡалганмы әллә? Ошонда ғына ҡуйған һымаҡ инем.....

Н. Балалар, кем урланы бүләктәрҙе?

Балалар Убырлы ҡарсыҡ һәм Шурәле.

Кыш б. Хәзер мин уларҙыы....(шыршы тирәләй таяғын һуҡҡылап йөрөй башлай, баштарын аҫка эйеп  Ш. менән Убырлы килеп инә)

Баба-Яга. Ғәфү ит, ҡыш бабай!

Шур. Беҙ бит шаярып ҡына.

Баба-Яга. Байрамдың йәмен боҙма инде...

Шүр. Туңдырма безҙе.

Кыш б. (асыуланып) Бүләктәр кайҙа?

Баба-Яга. Ашыкма, Кыш бабай, хәҙер, хәҙер

Шүр. Беҙ мигом......( сығып китәләр ҙә , залга тоҡто тотоп йүгереп инәләр)

Ҡыш бабай. Байрам булғанға ғына ғәфү итәм. Башҡаса ҡабатланмаһын!

Баба-Яга, Шүрәле. Юҡ, юҡ, ҡабатланмаясаҡ. Рәхмәт, Ҡыш бабай!

 ( Ҡыш бабай менә Ҡарһылыу  Яңы йыл күстәнәстәре тарата.)

Ҡарһылыу. Балалар!  Һиҙмәйһегеҙме? Донъя яҡтырып китте. Ниңә икән ул?

Ф, Н.Балалар. Елка уттарын ҡабыҙҙыла баһа.

Ҡыш бабай. Тимәк, ергә Яңы йыл килә!(Музыка .Яңы йыл килеп керә)( Шыршы эргәһенә Яңы йылды етәкләп.)

  Әлегә исемең һан ғына,

  Әлегә юҡ даның, дәрәжәң.

  Илемдә исемде эш бирә,

  Рәхим ит, Яңы йыл, хужа бул!

Яңы йыл. Һағынып көткән дуҫтарыма мин күп итеп шатлыҡтар, ҡыуаныстар һәм 4, 5-ле билдәләрен алып килдем. Тик ерҙә именлек кенә булһын!

Ҡыш бабай. Яңынан-яңы уныштар теләйем һинә.

Ҡаршы алдығыҙ, балалар, ҙурлап. Рәхмәт хөрмәтегеҙгә.

Бына инде һеҙҙең менән айырылышыу ваҡыттары етте. Сөнки беҙҙе башҡа ауыл-ҡалаларҙа икенсе дуҫтар-туғандар көтә. Һау булығыҙ, бәхетле булығыҙ, дуҫтар-туғандар, киләһе йылға тиклем!

Ҡарһылыу. Рәхмәт, балалар! Һеҙҙә беҙгә бик оҡшаны, байрамды ташлап китке килмәй ҙә бит, күрше Ҡанаҡай ауылында көтәләр шул. Һау булығыҙ, балалар!

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән хушлашайыҡ, балалар. Рәхмәт, Ҡыш бабай, рәхмәт, Ҡарһылыу! Хуш булығыҙ! Киләһе йылға һеҙҙе тағы көтәбеҙ!

Бергә. Һау бул, Ҡыш бабай, Һау бул, Ҡарһылыу!

 (Музыка, сығып китәләр)

Ф. Байрам дауам итә. Яңы йыл менән елка тирәләй бейеп алайыҡ әле.

(Хоровод.....)Под веселую музыку

Н. Әллә уйнап алабыҙмы? Бик күп уйындар әҙерләнек байрамға. Кемдәр ҡыйыу, отҡор, зирәк, сығығыҙ уртаға, уйнайыҡ бергәләп. (уйындар Айһылыу Юнусовна, Лилия Авхадеевна)

Ф:Заман  өнө -  беҙҙен  ҡараштарҙа

 Заман  өнө – ерҙен  төҫөндә.

Ил-көн  һәр  саҡ  аласаҡ  булһын  тиеп,

Ҡарҙар  яуа  ерҙен  өҫтөнә.

Ҡарҙар   яуа  ергә  сафлыҡ  яуа,

Сафлыҡ  килә   яны йыл  менән.

Килер  тағы тау-тау  һөйөнөстәр  

Имен  йылда иҫкән ел менән.

 Н:  Яуһын   ҡарҙар, бурап-бурап  яуһын

 Ҡар  аҡлығы – өмөт сатҡыһы

Барыр   юлдар   урау  булһалар  ҙа

Юл  яҙҙырмаҫ  өмөт  яҡтыһы.

Яҡтылыҡтар   ғына  юлдаш  булһын

Мен  ғазаптар  күргән  был  Ергә,

Ил шатлығы, ер шатлығы  менән

Балҡып  ҡына торһон  күнелдәр!

 Ф:  Ҡәҙерле   тамашасылар,  кисәбеҙҙен  тәүге  өлөшө  тамам.  Ә  хәҙер  бөтәгеҙҙе  лә  лоторея уйындарына саҡырабыҙ!

Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.

  1. Ҡыш бабайҙы эшлә! конкурсы.

Ун кешенән торған ике команда ҡатнаша. Ҡыш бабай төшөрөлгән ике һүрәт стенаға эленә. Тик һүрәттә Ҡыш бабайҙың башы һәм кәүҙәһе генә бар. Ә ике күҙе, танауы, ауыҙы, һаҡалы, ике аяғы, ике ҡулы, тоғо пластилиндан эшләнеп, тәрилкәгә һалына. Күҙе бәйләнгән ҡатнашыусы тәрилкәлә ятҡан ағзаны табып, һүрәттәге Ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. Ҡайһы команда алдан бөтә һәм кемеһенең һүрәте теүәлерәк- шул енеүсе.

2. Алтын ҡапҡа уйыны.

Ике кеше, һыңар ҡулдарын күтәреп, тотоношоп, ҡапҡа булып тора. Балалар түңәрәк яһап,музыкаға, шул ҡапҡа аҫтынан үтергә тейеш (ҡапҡа булған бер кеше-түңәрәктең эсендә, икенсеһе тышында тороп ҡала).Өҫкә күтәрелгән ҡулдар ҡапыл аҫҡа төшөрөлә, музыка туҡтатыла. Кем эләгә, шуға наказ бирелә.

3. Ҡар осороу.

Балаларға кескәй мамыҡ киҫәктәре таратып бирелә. Улар уны тартҡылап, ҡар әүәләй һәм башланыҡ-тигәс, уны аҫтан өҫкә өрөргә тейеш. Кемдең ҡары оҙағыраҡ һауала эленеп тора-шул еңеүсе.

4. Шарҙар менән бейеү.

Уртаға биш пар(биш малай, биш ҡыҙ) саҡырыла.Һәр парға шар таратып бирелә. Шарҙы ике маңлай уртаһына, артабан- арҡа араһына ҡуйып музыкаға бейергә кәрәк буласаҡ. Кем шар менән оҙағыраҡ бейей -  шул еңеүсе.

5. Уртаға быйма ултыртып, шунда ҡар (ҡағыҙ) ташлау.

Ете- һигеҙ бала ҡатнаша.Уйнатыусы балаларға аҡ ҡағыҙҙар таратып бирә. Уртаға ҙур быйма ултыртыла. Ым бирелгәс тә, балалар ҡағыҙҙы, йәғни ҡарҙы, йомарлап, быйма эсенә ташларға тейеш. Кем күберәк мәрәй йыя- шул еңеүсе.

6. Уйынсыҡты таны!

Балалар тоҡ эсенә ҡулдарын тығып, унда ниндәй уйынсыҡ ятҡанын танырға тейеш. Дөрөҫ әйтһә, шул уйынсыҡ уға эләгә.

7. Мандаринлы ожмах.

Ете- һигеҙ кешенән торған ике команда ҡатнаша. Уларға берәр мандарин бирелә. Алып барыусы уйынды башлап ебәреүгә барыһы ла мандаринды таҙартырға һәм янындағы кешене һыйларға тейеш. Беренсе кеше икенсене, икенсе өсөнсөнө һ.б. Мандаринды беренсе булып ашап бөтөүсе команда- еңеүсе.

8.Епкә эленгән бүләктәрҙе күҙ бәйләнгән килеш ҡырҡыу.

Ҡатнашыусылар һаны бүләктәрҙең күпме булыуына ҡарап билдәләнә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа...

„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.

Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....

"Чаа-чылдын аалчызы -Колобок" оюн-хоглээшкиннин сценарийи

Сценарий Нового года для учащихся с 1-7 классы на тувинском языке.Главные герои персонажи из сказки "Колобок"...

Тиhэх чуораан сценарийа

Манна  Акана оскуолатыгар 2014 сыллаахха ыытыллыбыт тиhэх чуораан сценарийа киирдэ....

"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы сценарийы

Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы к...

Яңы йыл сценарийы

Яңы йыл - һәр кемдең яратып көтөп алған байрамы.Сәхнәләштереүҙә хәлдәр хайуандар араһында бара.Улар ҙа Яңы йылды, Ҡышбабайҙы һағынып көтәләр....