Яңы йыл сценарийы
классный час (8 класс) на тему

Кайбышева Альбина Хасановна

Яңы йыл - һәр кемдең яратып көтөп алған байрамы.Сәхнәләштереүҙә хәлдәр хайуандар араһында бара.Улар ҙа Яңы йылды, Ҡышбабайҙы һағынып көтәләр.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Яңы йыл сценарийы42 КБ

Предварительный просмотр:

Кайбышева Альбина Хәсән ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Уҡыусылар өсөн Яңы йыл сценарийы

Маҡсат:

  1.  Яңы йыл байрамына арналған сара аша уҡыусыларға өҫтәлмә мәғлүмәт биреү;
  2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тасуири һөйләргә, зал менән эшләргә өйрәтеү, образлы һөйләү аша уларҙың һәләттәрен асыу;
  3. Уҡыусыларҙа тыуған ил менән ғорурланыу тойғоһо, рух тәрбиәләү.

Иң тәүҙә сәхнәлә бүре ҡуянды көтөп ята. Юлбарыҫ (урман хужаһы) бер мөйөштә йоҡлай. Ҡуян килеп сыға. Ул Ҡышбабай кейемендә.

Ҡуян: Мин-ҡуян, мин – ҡуян,

Мин түгел ҡурҡаҡ ҡуян.

Тик япраҡ ҡыштырлаһа да,

Ҡасып китәм дә ҡуям.

Бүре ятҡан еренән уға аяҡ сала. Үҙе хахылдап көлә.

Бүре: Ҡылый күҙ ҡуян, ҡурҡаҡ, ниндәй япраҡ булһын ти ҡыш көнө. Тупой!

Ҡуян: (ҡурҡа-ҡурҡа) Мин ҡуян түгел, Ҡышбабай!

Бүре: Ха-ха... Ә мин – Ҡарһылыу.

Музыка башлана. Йырлайҙар.

Ҡуян: Ҡайҙарҙа булдың һин, Ҡарһылыу?

Хәлдәр нисек, матурым Ҡарһылыу?

Бүре: Һинең арттан йүгерҙем, Ҡышбабай!

Күҙ йәшемде күп түктем, Ҡышбабай!

А ну-ка, әйҙәле, бейергә төш әле!

Бүре: Юҡ, Ҡышбабай! Юҡ, Ҡышбабай!

Юҡ, Ҡышбабай! Погоди!

Ҡуян: Бала- саға бүләк көтә минән,

Һиңә лә шәп өлөш тейер минән.

Бүре: Ниһайәт, теләгем ҡабул булһын!

Иң яҡшы бүләк миңә ул бит һин!!!

Ҡуян: А ну-ка, әйҙәле, бейергә төш әле!

Бүре: Юҡ, Ҡышбабай! Юҡ, Ҡышбабай!

Юҡ, Ҡышбабай! Погоди!

(Асыуланып) Ну, Ҡышбабай, погоди!!!

Ысын Ҡышбабай инә. Төлкө, Ҡуян, бүре инә.

Ҡышбабай: Һаумыһығыҙ, хайуандар! Һеҙҙе ҡотларға тип алыҫтарҙан киләм. Көттөгөҙмө мине?

Бөтәһе лә: Көттөк, көттөк.

(Бүре барып юлбарыҫты уята)

Төлкө: Бигерәк һағынып көттөк һине, Ҡышбабай!

Ҡышбабай: Рәхмәт, хайуандар! Ә хужағыҙ Юлбарыҫ ҡайҙа? Күрмәйем.

Юлбарыҫ: (йоҡонан уянып) Рәхим ит, Ҡышбабай! Һеҙ был яҡтан килгәнһегеҙ икән, ә мин һеҙҙе теге яҡтан көтөп, ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөй инем.

Ҡышбабай: Күрҙем, күрҙем  көткәнегеҙҙе. Мин һеҙгә буш ҡул менән килмәнем. Бүләк, күстәнәстәр ҙә килтерҙем.

Бөтәһе лә: О! Күстәнәс! (бөтәһе лә бергә барып Ҡышбабайҙың тоғона ябырылалар)

Ҡышбабай (аптырап ҡарап тора): Ярар, бүләк алыр алдынан әйтегеҙ әле. Был йылда һеҙ ниндәй яҡшы эштәр эшләнегеҙ?

Ҡуян: Мин урманға килгән балаларҙы ҡыуандырҙым. Унда йүгерҙем, бында йүгерҙем. Улар мине баҫтырҙылар.

Бүре: Ә мин, балалар ҡуянды ҡурҡытмаһын тип, уны гел һаҡлап ҡына йөрөттөм. Эйеме, ҡуян?

Төлкө: Ә мин... Ә мин ошо күпереп торған ҡойроғом менән үләндәрҙе, сәскәләрҙе һыйпап массаж эшләнем.

Юлбарыҫ: Беҙ еще... Урманға ағас ҡырҡырға тип килгән кешеләрҙе ҡурҡыттыҡ.

Бөтәһе лә: Эйе! Эйе!

Ҡышбабай: Ярай,  бик шатмын. Һәр берегеҙ нимәлер эшләргә тырышҡан. (Бүләк тарата) Бына әле мин бик шәп бер гимназияла булдым. Рәми Ғарипов исемле башҡорт гимназияһы ул!

Төлкө: Шунан? (ҡойроғо менән Ҡышбабайҙы һыйпап тора)

Ҡышбабай: Был гимназияла иң яҡшы балалар уҡый икән, үҙҙәре гел башҡортса ғына һөйләшә, рухлылар, һөнәрлеләр, матур кейенәләр. Унда иң шәп етәкселәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Бигерәк  күңелем булды. Ә бына һеҙ ... талашып та алаһығыҙ икән?

Бөтәһе лә: Эйе... (ҡыйыуһыҙ ғына)

Ҡышбабай: Йәмһеҙ һүҙҙәр менән һөйләшәһегеҙ икән?..

Бөтәһе лә: Эйе... (ҡыйыуһыҙ ғына)

Ҡышбабай: Кейемдәрегеҙ, тундарығыҙ ҙа бик тәртиптә түгел икән?...

(өндәшмәйҙәр) Бына һеҙгә шундай ҡарар килтерҙем. Мә, Юлбарыҫ, һиңә тапшырам. Уҡып ишеттер!

Юлбарыҫ (ҡарарҙы уҡый):

- Бөгөндән башлап бөтә урманда тәртип урынлаштырырға!

- Өҫ-кейемдәрҙе тәртипкә килтерергә!

- Башҡорт еренең башҡорт урманында тик башҡортса һөйләшергә, йәмһеҙ һүҙҙәр ҡулланмаҫҡа!

Ҡышбабай: Һеҙ ризамы? Һеҙ әҙерме, хайуандар?

Бөтәһе: Беҙ әҙер!

Юлбарыҫ: Тик... ни, Ҡышбабай, бына Яңы йылда бөтә теләктәр ҙә тормошҡа аша тиҙәр. Минең шундай теләгем бар: зинһар өсөн, таныштырығыҙ беҙҙе һеҙ әйткән гимназия менән!

Бөтәһе: Эйе, эйе. Уның етәксеһе, уҡыусылары менән танышҡыбыҙ килә.

Ҡышбабай: Ярай, улайһа. Мин һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәргә ризамын.

Ниндәйҙер хәрәкәттәр эшләй.

Һәм бөтәһе лә залға ҡарайҙар. “О-о-о!” тип һоҡланалар.

Ҡыҙ-йәнлектәр бантик, бүре, арыҫлан бабочка тағып алалар, кейенә башлайҙар.

Ҡышбабай: Был ғына ла түгел, улар һеҙгә үҙҙәренең һөнәрҙәрен дә күрһәтәсәктәр. Ҡарап ҡына тормағыҙ, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ! Әйҙәгеҙ, гимназистар!

Музыка яңғырай.

Беренсе уҡыусы: Яңы йыл килә, дуҫтар! Теләктәр ҡабул булһын!

Икенсе уҡыусы: Донъялар имен торһон!

Өсөнсө уҡыусы: Күңел шатлыҡҡа туйһын!

Дүртенсе уҡыусы: Һәр кем бәхетле булһын!

Бишенсе уҡыусы: Гимназия гөрләп торһон!

Алтынсы уҡыусы: Рухыбыҙ ташып торһон!

(Башҡортса бейеү бейейҙәр. Хайуандар һоҡланып ҡарап тора)

Башҡортостан – гүзәл илем,

Беҙ уның киләсәге!

Йәшә, һин, тыуған илем,

Йәшә һин, гимназиям!

(Заманса бейеү)

Ҡышбабай: Афариндар, афариндар! Күңелегеҙ булдымы, хайуандар?

Бөтәһе: Эйе, эйе. Рәхмәт, гимназистар!

Ҡышбабай: Ярай, минең эшләйһе эштәрем, бараһы ерҙәрем күп, китәйем инде. Яңы йылда һеҙҙең изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Яңы уңыштар, яңы бәхеттәр һеҙгә, һау булығыҙ!

Бөтәһе: Рәхмәт, Ҡышбабай!

Беренсе уҡыусы: Эйе. Яңы йыл төнөндә бетә теләктәр ҙә тормошҡа аша тиҙәр. Ә беҙ (Юлбарыҫ: “беҙ ҙә”) бөтәбеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ!

Икенсе уҡыусы: ...гимназябыҙҙың юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға!

Өсөнсө уҡыусы: уңыштарға өлгәшергә!

Дүртенсе уҡыусы: имтихандарҙы яҡшы бирергә!

Бишенсе уҡыусы: юғары уҡыу йорттарына инергә!

Алтынсы уҡыусы: уҡытыусы, тәрбиәселәргә, етәкселәребеҙгә түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ!

Бөтәһе : Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын! Яңы йыл менән, дуҫтар!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа...

„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.

Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....

"Чаа-чылдын аалчызы -Колобок" оюн-хоглээшкиннин сценарийи

Сценарий Нового года для учащихся с 1-7 классы на тувинском языке.Главные герои персонажи из сказки "Колобок"...

Тиhэх чуораан сценарийа

Манна  Акана оскуолатыгар 2014 сыллаахха ыытыллыбыт тиhэх чуораан сценарийа киирдэ....

"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы сценарийы

Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы к...

"Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы.

quot;Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы....