5 класс Ҡушма һүҙҙәр темаһы буйынса дәрес өлгөһө
методическая разработка
Методические разработки
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
5_klass_kushma_huzzr._fgos_-_konspekt_uroka.docx | 922.77 КБ |
Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух | 655 КБ |
Алтын тирмә уйыны | 2.79 МБ |
esh_programmahy_5-se_klass.docx | 38.98 КБ |
Предварительный просмотр:
5-се класта башҡорт теле буйынса дәрес өлгөһө.
Тема: Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән исем яһалыу. Ауыл эргәһендәге ер-һыу атамалары.
Маҡсат:
а) белем биреү: ҡушыу юлы менән яһалған исемдәр тураһында, был төр ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы буйынса төшөнсә биреү;
б ) үҫтереүсе: ҡушма һүҙҙәр төҙөү, һүрәт буйынса хикәйә төҙөү күнекмәләре үткәреү;
в) тәрбиәүи: тыуған яҡтың ер-һыу атамалары менән таныштырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Интернет , интерактив таҡта, Йөйәк ауылы эргәһендә урынлашҡан ер-һыу төшөрөлгән слайдтар, карточкалар, тест һорауҙары,
Дәрес барышы:
- Ойоштороу моменты (эшмәкәрлеккә әҙерлек)
Маҡсаты: Белем биреү:уҡыусыларҙы дөйөм эшмәкәрлеккә йәлеп итеү. Класта ыңғай эмоциональ атмосфера тыуҙырыу
- Уңыш ситуацияһын ойоштороу.
Тыуған яҡ тәбиғәте төшөрөлгән слайдтар күрһәтеү:
Инйәр йылғаһы оҙонуй шишмәһе Йөйәк йылғаһы
Һилеғорғо йылғаһы Ташйылға
Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн йылғалар төшөрөлгән слайдтар ҡараныҡ? Беҙҙең бөгөнгө тема ниндәй буласаҡ? (йылғалар тураһында) Ә һүрәттәге йылғалар ҡайҙа урынлашҡан? (ауылыбыҙ эргәһендә) Таныш булмаған йылға тураһында мәғлүмәт биреү (мәҫәлән, Ташйылға, ауылдан 6 км йыраҡлыҡта, Бирйән тауы эргәһендә, унда көртмәле үҫә)
Дөрөҫ, беҙ бөгөн үҙебеҙҙең яҡтағы ер-һыу атамалары, уларҙың исемдәренең яһалышы тураһында мәғлүмәт аласаҡбыҙ.
- Белемде актуалләштереү.
Иғтибарлап ҡарағыҙ әле, был һүрәттәрҙә ниндәйҙер яңлышлыҡ, хата киткән. Кем табыр? (Оҙонуй шишмәһе бәләкәй хәреф менән яҙылған) Ни өсөн ер-һыу атамалары ҙур хәреф менән яҙыла? Улар нимә тип атала ? (яңғыҙлыҡ исемдәр) Яңғыҙлыҡ исемдәргә тағы ла нимәләр ҡарай? (..........., географик атамалар: тау, бесәнлек атамалары һ.б.)
Өйгә эш итеп, һеҙгә ауылыбыҙ эргәһендәге ер-һыу атамаларын яҙып килергә ҡушылған ине.
Өй эшен үҙ аллы тикшереү: ер-һыу атамалары – яңғыҙлыҡ исемдәр. Эшегеҙҙә хаталар ебәрелгәнме? (хаталарҙы төҙәтеү)
Ер-һыу атамаларын уҡыу: Ҡаратау, Аҡтау, Ҡолоносҡан, Олоялан, Иҫке ауыл, Суҡҡарағай, Бирйән, Үрге ҡышлау, Арғы ҡышлау, Оҙонуй, Ҡанбикә , Маяҡ, Өкөтау, Ҡоҙғоноя, Инйәр Сәкәшле, Бирйән, Һыуыҡйылға һ.б.
- Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
Күп кимәлле эш төрө:
1-се кимәл (танып белеү эшмәкәрлеге) – атамаларҙы төрҙәре буйынса билдәләргә (схема төҙөү)
Статистик парҙар менән эш
Бесәнлек | Тау | Йылға |
Ҡоҙғоноя Маяҡ Олоялан Иҫке ауыл Суҡҡарағай Арғы ҡышлау Үрге ҡышлау | Аҡтау Ҡаратау Бирйән Өкөтау Ҡолоносҡан | Оҙонуй Инйәр Йөйәк Һыуыҡйылға Ҡаранйылға Сәкәшле Ҡанбикә Һилеғорғо |
2-се кимәл (үтелгән материалды иҫкә төшөрөү) – һүҙҙәрҙе яһалышы буйынса төркөмләргә (схема төҙөү)
Вариацион парҙар менән эш
Тамыр | Маяҡ Инйәр |
Яһалма | Сәкәшле Йөйәк |
Ҡушма | Ҡоҙғоноя Олоялан Һыуыҡйылға Ҡаранйылға Ҡанбикә Ҡаратау Аҡтау Суҡҡарағай Өкөтау Ҡолоносҡан Үрге ҡышлау Арғы ҡышлау Иҫке ауыл |
Индивидуаль эш: а) бер уҡыусы таҡтала Инйәр һүҙен килеш менән үҙгәртә, тамыр һәм ялғауҙарын билдәләй
б) предметты насар үҙләштереүселәргә карточка менән эш. Һүҙҙәрҙәге төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйырға ( Оло...лан, Өк...тау, ...нйәр һ.б.)
Тәғәйенләнгән ваҡыттан һуң билдәләнгән критерий буйынса уҡыусыларҙың эштәрен тыңлау, уҡыусыларҙың төҙәтеүе, баһалауы.
- Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
2-cе терәк-конспект буйынса уҡыусыларҙың һығымтаһы:
А) 1-се юлдағы атамалар ни өсөн тамыр һүҙҙәр тип атала?
Б) 2-се юлдағы атамалар ни өсөн яһалма һүҙҙәр тип атала?
Уҡытыусы ярҙамы. Һүҙҙәрҙең этимологияһын аңлатыу:
Сәкәшле йылғаһы.
Өфө – Белорет юлы буйлап, Сәкәшле йылғаһы аға, ул боролоп ауылға инә. Сәкәшле йылғаһы башында Лаптев яландары бар. Урман промышленнигы Лаптевты билдәле яҙыусы Ремезов “Урман ҡырыусыһы” тип атаған. Башҡорттар уның менән ерҙәрен бирмәҫ өсөн сәкәләшеп (сәкәшеп) алғандар. Йылғаның атамаһы шунан барлыҡҡа килгән.
Йөйәк йылғаһы.
Йылға исеме “Йөй” һүҙенән барлыҡҡа килгән. Башҡорт халҡы йылғаларға исемде йыш ҡына уның сифаты буйынса ҡушҡан. Йылға яҙ көнө ярҙарынан сығып, ярҙы ашап, икенсе ерҙән аға, ә элекке йырҙа үлән баҫып бөтөп ерҙә “йөй”ҙәр ҡалдыра.
Эш: Сәкәшле , Йөйәк һүҙҙәрен яһалышы буйынса билдәләү һәм һығымта сығарыу
В) 3-сө бағаналағы һүҙҙәр ни өсөн ҡушма һүҙҙәр тип атала?
(һүҙҙәр ике һүҙҙән тора, мәғәнәләре бер)
Дөрөҫ, ҡушма исемдәр, ике һәм унан да күберәк тамыр һүҙҙәрҙең ҡушылыуынан яһалып киләләр, бер генә предметты белдерәләр. Был төр ҡушма исемдәр һәр саҡ ҡушылып яҙылалар.
Һорау: ә ни өсөн схемалағы һуңғы һүҙҙәр айырым яҙылған? (Иҫке ауыл, Үрге ҡышлау, Арғы ҡышлау) (тамыр һүҙҙәр ҡушылмаған, һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән яһалған)
Беҙҙең класыбыҙҙа ла ҡушма исемдәр бар. Кемдәр улар? (Айзилә, Динислам, Таңһылыу, Гөлйемеш)
- Һөйләү телмәрен үҫтереү: төркөмләп эшләү
Слайдтағы һүрәттәргә ҡарап бәләкәй генә хикәйә төҙөү. Ҡайһы төркөмдөң хикәйәһе матурыраҡ?
Уҡыусыларҙың хикәйәләрен тыңлағандан һуң, уҡытыусы һүрәттәр буйынса аңлатма биреп китә (кәрәкле тип тапһа, ситуацияға ҡарап)
Бында Оҙонуй шишмәһе төшөрөлгән. Оҙон үҙәк эсенән ағып сыҡҡанға исеме шулай аталған, уй – үҙәк тигәнде аңлата. Шишмә янында кем баҫып тора? (ауылдашыбыҙ, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл апай Ситдыҡова) Уның шишмә менән ниндәй бәйләнеше бар? (ташландыҡ хәлгә ҡалған Оҙонуй шишмәһен (1-се һүрәттә) ул кәртәләтеп, яңыртып ҡуйған. Гүзәл апай йәш саҡта ошо шишмәгә һыуға йөрөргә яратҡан, бер ваҡыт шишмәне күреп китәйем тиһә, уның шундай насар хәлдә булыуын күргән дә йөрәге әрнегән. Халыҡ элек һыуға бында йөрөгән, һәр кем урамына ҡойо ҡаҙҙырғас, был шишмәгә һыуға йөрөүҙән туҡтаған. Гүзәл апай шишмә урынын яңыртҡандан һуң, мәктәп уҡыусылары килеп ситәнен буяғандар, утағандар, сәскә ултыртҡандар. Хәҙер барыһы ла был шишмәгә яңынан йөрөй башланы, ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡандар һауыттарын тултырып һыу алып ҡайта.
Ҡайһы төркөмдөң хикәйәһе уңышлыраҡ? (уҡыусыларҙың хикәйәләрҙе төрлө критерийҙар буйынса баһалауы: һөйләмдәрҙең эҙмә-эҙлеклелеге, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урынлашыу тәртибе, һүрәтләү сараларының ҡулланылышы һ.б. )
Уҡыусылар, ә ни өсөн шишмәләрҙе һаҡларға кәрәк? Йылға-шишмәләргә ниндәй ҡурҡыныс янай? Бөтә йылғаларҙың да һыуҙары эсергә яраҡлымы?
Ер йөҙөнөң дүрттән өс өлөшө һыуҙан тора, шуларҙың бары тик 2,3 % ғына эсергә яраҡлы. Һеҙ тирә-яҡты һаҡлауға ниндәй өлөш индерә алаһығыҙ? Гүзәл апайҙың эше тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Ял минуты
Ул, уҡыусылар, Оҙонуй шишмәһе тураһында шиғыр яҙған. Хәҙер беҙ Лилиә Ишемйәрова башҡарыуында шул йырҙы тыңлап алайыҡ. (Интернет аша композитор Бәхтиәр Байморатов ижад иткән “Ете төндә – етмеш уйым” йырын тыңлау)
- Нығытыу.
Статистик парҙар менән эш. Слайдта күрһәтелгән айырым һүҙҙәрҙән ҡушма һүҙҙәр төҙөү(ҡушыу юлы менән)
Һүҙҙәр | Һүҙҙәр | Ҡушма һүҙ |
Аҡ | һылыу | Ағиҙел |
Ҡыҙыл | шат | ҡыҙылғанат |
көн | Иҙел | көньяҡ |
Гөл | ҡанат | Гөлшат |
ҡул | ағас | ҡулъяулыҡ |
алма | әсәй | алмағас |
ай | яҡ | Айһылыу |
оло | Яулыҡ | оләсәй |
Уҡыусыларҙы тыңлау, баһалау.
Ҡушма һүҙҙәр яһалғанда, ике тамыр ҡушылғанда, ниндәй үҙгәреш барлыҡҡа килде? (ҡыҙылғанат, көньяҡ, ҡулъяулыҡ, алмағас һүҙҙәре миҫалында һығымта сығарыу һәм 246-сы күнегеүҙе яҙып башҡарыу)
- Контроль тикшереү
Уҡыусыларға тест һорауҙары таратып биреү (билдәләнгән ваҡыт эсендә йыйып алыу)
1. Ҡушыу юлы менән яһалған һүҙҙәрҙе күрһәтегеҙ:
А) аҡҡош б) алма ағасы в) бала-саға г) БДУ
2. Ҡушма һүҙҙе күрһәтегеҙ:
А) Аҡлан б) аҡтамыр в) аҡса г) Ағиҙел
3. Дөрөҫ яҙылмаған һүҙҙе күрһәт:
А)ҡыҙылтүш, б) Ҡыҙылъяр в) ҡыҙылҡанат г) Ҡыҙыл диңгеҙе
4. Дөрөҫ яҙылмаған һүҙҙе күрһәтегеҙ
А) Ҡариҙел б) дүртөйлө в) Ағиҙел г)Яңауыл
5. Ҡушма һүҙҙәрҙе күрһәтегеҙ:
А)Юлдаш б) Айһылыу, в) Гөлнур г) тимерсе
10. Баһалау.
Өйгә эш биреү: Башҡортостандағы ҡушма һүҙҙәр менән яһалған географик атамаларҙы яҙып, улар менән һөйләмдәр төҙөп килергә, 244-се күнегеү
11. Рефлексия.
Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы? Дәрестә бөгөн нимәләр белдегеҙ? Ниндәй һорауҙар ауыр булды?
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Һорау Башҡорт халыҡ ижадының жанр төрҙәрен һанап сығығыҙ Яуап Эпос, әкиәт, легенда, йыр, һанашмаҡ, риүәйәт, тиҙәйткес, мәҡәл һ.б
Һорау « Урал батыр » эпосында Урал менән Шүлгән ни өсөн ил гиҙеп сыҡып китәләр ? Яуап Тере шишмәне һәм үлемде эҙләп
Һорау Ҡайһы әкиәт геройы скрипка яһай ? Яуап Әминбәк
Һорау Ырыу тарихы һәм быуындар сылбыры тураһындағы ҡулъяҙма нисек атала ? Яуап ҡулъяҙма
Һорау Йософтоң һөйгәне кем ? Яуап Зөләйха
Һорау Аҡ яланда ҡара малай Ҡыҙыу йөрөп эҙ яһай Эҙ яһамай, һүҙ яһай Яуап Ҡәләм йәки ручка
Һорау СЕРЛЕ ҠУМТА Яуап
Һорау Мостай Кәримдең йорт-музейы ҡайҙа урынлашҡан ? Яуап Шишмә районы Келәш ауылы
Һорау Мостай Кәрим ниндәй жанрҙарҙа ижад иткән? Яуап Драматургия, поэзия, проза
Мостай Кәрим ниндәй ғаиләлә тыуған ? Яуап Урта хәлле крәҫтиән
Һорау Мостай Кәримде бала сағында кем күберәк тәрбиәләй ? Яуап Оло и нәй
Һорау М. Кәримгә халыҡ шағиры тигән ҙур исем ҡасан бирелә? Яуап 1963 йыл
Һорау Мостай Кәримдең йәшәгән йылдары ? Яуап 1919-2005
Һорау Тәңкәбикә, Диуана, Дәриүиш ниндәй әҫәр геройҙары ? Яуап « Ай тотолған төндә » трагедияһы
Һорау Һеҙ Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы ? Юҡмы ни ? Уның ике яғында ике ҙур күл . . Яуап « Өс таған »
Минең яҙғанды уҡығас әкиәт,тимә, ҡоҙа, Бына ул усаҡ янында Силғау киптереп тора. Яуап « Үлмәҫбай »
Әйҙә, улайһа, Берләшкән Миләттәр ойошмаһына яҙайыҡ. Беҙгә фәлән кешене эҙләп бирегеҙ, зинһар өсөн, үтенеп һорайбыҙ . . Яуап « Айгөл иле »
Мин хайранмын киңлегеңә Башҡортостаным, илем, Бер сигең Яйыҡ буйында Ыҡ буйында бер сигең Яуап « Ҡайын япрағы тураһында »
Ҡурҡытма, Арҡыры баш Өркөтмә Кендек! Яуап « Оҙон-оҙаҡ бала-саҡ »
Өй артындағы бүрәнә өҫтөндә Айҙар менән Ғабдулла байтаҡтан бирле һүҙһеҙ ултыралар. Малайҙарҙың кәйефе һүрән күренә . . Яуап « Өс таған”
Мин й үгереп килеп өләсәйгә һыйынам, ул минең башымдан һыйпай. - һинең һеңлең булһа, яратыр инеңме ? - Бик яратыр инем! Яуап « Беҙҙең өйҙөң йәме »
Яуап «Ай тотолған төндә »
Яуап «Айгөл иле»
Яуап М. Кәрим, З. Биишева, З. Вәлиди
Яуап « Оҙон-оҙаҡ бала-саҡ »
Яуап М. Рәхимов һәм М. Кәрим
Яуап Рауза
МЕСТО ДЛЯ ВСТАВКИ ИЗОБРАЖЕНИЯ Яуап « Ҡыҙ урлау »
Баҫҡанда себеш сыҡмай боҙолған йомортҡа Яуап серетке
СЕРЛЕ ҠУМТА Яуап
Морждың бассейны Яуап Мәке
Геркулес өсөн ашлыҡ Яуап Һоло
СЕРЛЕ ҠУМТА Яуап
Суверенитет емеше булып 1990 йылдың ғинуарында тыуған башҡорт йәштәре гәзите Яуап « Йәшлек »
Ятаҡлы мәктәп Яуап Интернат
Предварительный просмотр:
5-се класс өсөн башҡорт теленән эш программалары
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 - се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи - норматив документтар нигеҙендә төҙөлдө:
- Рәсәй Федерерацияһының “Мәғариф тураһында” Федераль законы, 29.12.2012, №273-Ф3 , ст.14, п.3 (ред. 03.02.2014 );
- Башҡортостан Республикаһының” Мәғариф тураһында” законы, 01.07.2013, ст.6, п.2.
- Башҡортостан Республикаһының “ Башҡортостан Республикаһының халыҡтары телдәре тураһында”законы, 14.07.2010, №289-з ст.3, п.1;
- Федераль дәүләт белем биреү стандарттары, 6.10.2009, бойороҡ №373, п. 19.3;
- Бишбүләк ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең төп урта белем биреү программаһы;
- Бишбүләк ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2017-2018 уҡыу йылына уҡыу планы;
- Бишбүләк ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең локаль акттары;
- 2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр;
- “ Башҡорт теле ” (5-9-сы, 5-11-се класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу рус телендә алып барылған төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) /төҙ.: З.М. Ғәбитова.-Өфө:Китап, 2015.- 52 бит.
Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.
Рус телле мәктәптәрҙә “ Башҡорт теле” предмет булараҡ айырым урын биләй. “Башҡорт телен ”дәүләт теле булараҡ уҡытыу “Башҡорт теле” һәм “Әҙәбиәт” предметтарын берләштереп өйрәнеүгә ҡоролған.
Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.
Башҡорт телен өйрәнеүҙең донъяны танып белеү маҡсаттары
- Тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыу.
- Уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереү.
Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары
- Уҡыусының дөйөм мәҙәни күрһәткесе булараҡ, уның коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү.
- Уҡыусының шәхесен социалләштереү, граждандар тиңлеген һәм толерантлыҡ тәрбиәләү.
Ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн бурыстар
- Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү, үҙ-ара аралашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү.
- Һүҙлек байлығын арттырыу.
- Төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштереү.
- Уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу.
- Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, һоҡланыу, ғорурланыу, ихтирам , үҙ-ара дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләү.
5-се класс өсөн УМК
- Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 5-се класс балалары өсөн дәреслек.( уҡыу ҡулланмаһы) / Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. – Өфө: Китап, 2014, һүрәттәре менән 148 бит.
- “ Башҡорт теле” уҡыу ҡулланмаһына методик ҡулланма: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) / М.С. Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М. Садиҡова. Өфө: Китап. – 176 бит.
- Башҡорт теле уҡыу ҡулланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) / төҙөүсеһе Ғәбитова З.М.- Өфө: Китап, 2015.
Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр
“Башҡорт теле” фәнен үзләштереүҙә ирешелергә тейеш шәхси һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:
1) патриотик хис, илгә, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының үткәненә һәм бөгөнгөһөнә хөрмәт тәрбиәләү; үҙеңдең этник сығышыңды, үҙ халҡыңдың, тыуған ереңдең тарихын, телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, кешелектең һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ нигеҙҙәрен белеү; күп милләтле Рәсәй йәмғиәтенең гуманистик, демократик һәм традицион ҡиммәттәрен үҙләштереү;
2) уҡыуға, хеҙмәткә ҡарата яуаплы мөнәсәбәт формалаштырыу;
3) хәҙерге донъяның социаль, мәҙәни, тел, рух күп төрлөлөгөн иҫәпкә алған, фәндең һәм ижтимағи тәжрибәнең хәҙерге заман үҫеш дәрәжәһенә тап килгән донъяға тулайым ҡараш формалаштырыу;
4) башҡа кешегә, уның фекеренә, донъяға ҡарашына, мәҙәниәтенә, теленә, диненә, гражданлыҡ позицияһына, донъя һәм Рәсәй халыҡтарының тарихына, мәҙәниәтенә, диненә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, телдәренә, ҡиммәттәренә аңлы, ихтирамлы һәм игелекле мөнәсәбәт формалаштырыу;
5) фәнде үҙләштергәндә ижтимағи тормоштоң формаларын һәм ролдәрен, тәртиплелек ҡағиҙәләрен, йәшәү нормаларын үҙләштереү;
6) шәхси һайлап алыу нигеҙендә әхлаҡ проблемаларын хәл итеүҙә компетентлыҡты һәм әхлаҡи аңлылыҡты үҫтереү, әхлаҡлылыҡ тойғоһо һәм әхлаҡи яктан үҙ-үҙеңде тәртипле тотоу нормаларын формалаштырыу;
7) фәндәрҙе үҙләштереү барышында, фәнни-эҙләнеү, ижади һәм башҡа эшмәкәрлек ваҡытында, шулай уҡ аралашыу процесында (уҡыусы -уҡыусы, уҡыусы-уҡытыусы һ.б) коммуникатив компетентлыҡты үҫтереү;
8) йәмғиәт һәм кеше тормошонда ғаиләнең әһәмиәтен аңлау, ғаилә ҡиммәттәрен ҡабул итеү, ғаилә ағзаларына ҡарата хөрмәтле һәм ҡайғыртыусан мөнәсәбәттә булыу;
9) донъя һәм Рәсәй халыктарының әҙәби мираҫын үҙләштереү процесында эстетик зауыҡты үҫтереү.
“Башҡорт теле” фәнен өйрәнеү барышында ирешелергә тейеш метапредмет һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:
1) белем алыу маҡсатын һәм бурыстарын үҙаллы билдәләү, танып белеү мотивтарын һәм ҡыҙыкһыныусанлыҡты үҫтереү;
2) максаттар ға ирешеү юлдарын, уҡыу һәм танып белеү бурыстарын хәл итеүҙең эффектив ысулдарын аңлы рәүештә һайлау;
3) планлаштырылған һөҙөмтәләр менән үҙ хеҙмәтеңде тиңләштерә белеү, һөҙөмтәләргә ирешеү процесында эшмәкәрлекте контролдә тотоу, тәкдим ителгән шарттарҙа һәм ҡуйылған талаптарҙа эшмәкәрлегеңдең ысулын билдәләү, үҙгәреп торған ситуацияларҙа эшмәкәрлегеңә коррекция индереү;
4) баһалау, үҙбаһалау нигеҙҙәренә эйә булыу;
5) төшөнсәләрҙе билдәләү, дөйөмләштерә, аналогиялар таба, төркөмдәргә бүлә, сәбәп-нәтижә бәйләнешен күрһәтә, логик фекерҙәр төҙөй, һығымта яһай (индуктив, дедуктив, аналогия буйынса) алыу;
6) модель һәм схемалар, билдә һәм символдарҙы төҙөү, үҙгәртеү һәм ҡуллана белеү;
7) аңлап-төшөнөп уҡыу алымына эйә булыу;
8) үҙ тиңдәштәрең һәм уҡытыусылар менән уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора, төркөмдә һәм үҙаллы эшәй, үз фекереңде формалаштыра, аргументлаштыра һәм уны яҡлай белеү.
“Башҡорт теле” фәнен өйрәнеү барышында түбәндәге предмет һөҙөмтәләре сағылдырырға тейеш:
1) уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлау;
2) 3-5 һөйләмдән торған диалогты аңлау һәм дауам итә алыу;
3) текст авторы тураһында ҡыҫҡаса күҙаллау; 3-4 сәнғәт кешеһенең тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәтле булыу;
4) башҡорт һәм башҡа халыҡтар ижады менән танышыу;
5) 3-4 мәҡәлдең русса эквиваленттарын иҫтә ҡалдырыу;
6) 3-4 шиғырҙы яттан белеү;
7) һүҙлектән, энциклопедияларҙан, интернет ресурстарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табыу;
8) изложение, инша яҙыу күнекмәләрен үҙләштереү;
9) һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен белеү;
10) хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу;
11) үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен таныу;
12) ентекле әҙерлек менән диктант яҙыу.
Уҡытыу предметының йөкмәткеһе
Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластар өсөн уҡыу планы 5 – се класта башҡорт телен аҙнаһына 1 сәғәт күләмендә уҡытыу күҙ уңында тота: барлығы 35 сәғәт. 1-се ярты йыллыҡта – 16 сәғәт, 2-се ярты йыллыҡта – 19 сәғәт.
Һаумы, мәктәп! (4 сәғәт)
Был тема (1 сентябрь – Белем көнө. Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.
Үҙем тураһында (4 сәғәт)
Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Аралашыуҙа этикет ҡағиҙәләрен һаҡлай белеү, уларҙы урынлы ҡулланыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы. Ҡылым.
Йыл миҙгелдәре (4 сәғәт)
Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары. Юҡлыҡ алмаштары.
Башҡортостанды беләһеңме? (4 сәғәт)
Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында күберәк мәғлүмәт биреү, республикабыҙ тураһында матур һәм тулы итеп һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Ҡушма исемдәр. Ҡушма һан.
Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (2 сәғәт)
Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Сифат. Исем.
Яңы йыл менән. (4 сәғәт)
Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Исемдең күплек ялғауҙары.
Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (2 сәғәт)
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.
8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (2 сәғәт)
Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним. Синоним.
Яҙ етте. ( 3 сәғәт)
Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.
Яҙғы эштәр.(3 сәғәт)
Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Исем. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. (3 сәғәт) Уҡыусыларҙы йәй миҙгеленең үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Тема буйынса һөйләү, яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. 5-се класта үтелгәндәрҙе нығытыу. . Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу.
5 – се класта түбәндәге эш төрҙәре тәҡдим ителә:
Эш төрҙәре | Һаны, күләме( һүҙ) | Сығанаҡтар, материал |
Диктант | 2, 50 – 55 | Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениеләр йыйынтығы, Дәүләт гербы, 103-сө бит Йәйғор, 132-се бит |
Изложение | 1, 50-70 | Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениеләр йыйынтығы, 110-сы бит. Ноябрь. |
Инша | 1, 0.5-1 бит | Ҡышҡы уйындар. |
5а, 5б кластары өсөн календар- тематик планлаштырыу
Бүлек атамаһы, дәрес темаһы | Сәғәт һаны | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре | План. үткәреү ваҡыты | Фактик үткәреү ваҡыты | Иҫкәрмә |
Һаумы, мәктәп! | 4 | Тема буйынса һүҙлек запасын байытыу, телмәр үҫтереү, уҡыусыларҙың үҙ фекерен әйтә белеүгә өлгәшеү. Уҡыусыларҙың УУЭ үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора. Текст йөкмәткеһен аңлай, анализлай һәм һөйләй белеү күнекмәләрен үҫтереү. | |||
1.Белем көнө. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. | 1 | 4.09 | |||
2.Ғ. Рамазанов. Йәшә, тыуған ерем! Исемдең күплек ялғауҙары. | 1 | 11.09 | |||
3.Ф. Ғәбәйҙуллина. Рәйфә мәктәпкә бара. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 1 | 18.09 | |||
4.Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 1 | 25.09 | |||
Үҙем тураһында | 4 | Тема буйынса тәҡдим ителгән текстар буйынса фекер алышыу, төркөмдәрҙә, парҙарҙа эшләү. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алырға өйрәтеү. Грамматик материал-ды телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу, диалогтар төҙөү. Уҡыусыларҙың яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. | |||
5.Үҙем тураһында. Исемдең килеш менән үҙгәреүе. | 1 | 2.10 | |||
6.Минең мәктәбем. Исемдең килеш менән үҙгәреүе | 1 | 9.10 | |||
7.Т.ү. Изложение яҙыу.Ноябрь. Сифат. | 1 | 16.10 | |||
8.Хата өҫтөндә эш. Беҙҙең ғаилә. Эйәлек алмаштары. | 1 | 23.10 | |||
Йыл миҙгелдәре. | 4 | Бирелгән һүҙҙәр йыйылмаһы менән файҙаланып, йыл миҙгелдәренең айырмаһын әйтә белеү, һәр миҙгел тураһында һөйләргә өйрәтеү. Проект эше эшләргә өйрәтеү. | |||
9.Беҙ тәбиғәт менән бергә. Һорау алмаштары. | 1 | 6.11 | |||
10.Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Күрһә-теү алмаштары. | 1 | 13.11 | |||
11.Көҙ–рәссам. Билдәләү алмаштары. | 1 | 20.11 | |||
12.Ф. Рәхимғолова. Ҡайҙан белдең? Билдәһеҙлек, юҡлыҡ алмаштары. | 1 | 27.11 | |||
Башҡортостаның-ды беләһеңме? | 4 | Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте табыу өсөн өҫтәлмә сыға-наҡтарҙы ҡулланыуҙы ойоштороу. Уҡыусы-лар дәрестең тема-һын, маҡсатын билдә-ләй белергә тейеш. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡ-лыҡ исемдәрҙе ҡабат-лау, зат алмаштары менән танышыуҙы дауам итеү. | |||
13.С. Әлибаев. Тыуған ерем. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. | 1 | 4.12 | |||
14.Контроль диктант №1.Дәүләт гербы.(30 минут). В. Э. Меостың ижады менән танышыу. | 1 | 11.12 | |||
15.Хата өҫтөндә эш. Г.Ситдикова. Рес-публикабыҙҙың тыуған көнө. Ҡуш-ма һан. | 1 | 18.12 | |||
16.Ф.Ғәбәйҙуллина. Башҡортостан фла-гы. Ҡушма исем. | 1 | 25.12 | |||
Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. | 2 | Тема буйынса матери-алдарҙы үҙләштереү, текст өҫтөндә эшләү. Үҙ аллы белем алыу маҡсатынан төрлө ижали күнекмәләр үткәреү. | |||
17.И. Ғүмәрова. Уңған ҡыҙ. Шәхси гигиена. Сифат. | 1 | 15.01 | |||
18.Дарыу үләндәре. Аҡыллы турғай. Исем. | 1 | 22.01 | |||
Яңы йыл менән! | 4 | Уҡыусылар ҡыш миҙгеле тураһында һөйләй, был миҙгел-дең үҙенсәлектәрен билдәләй, яңы йыл байрамы менән ата-әсәләрен ҡотларға, ҡотлау открыткаһын, электрон почтаға, смс хәбәрҙе башҡорт те-лендә яҙырға өйрәнә. Тема буйынса хикәйә-ләр уҡыу, һөйләргә өйрәтеү, һорауҙарға яуап биреү. | |||
19.Ф. Иҫәнғолов. Алдаҡсы йондоҙ-ҙар. Исемдең күплек ялғауҙары. | 1 | 29.01 | |||
20.З. Биишева. Ауы-рыуҙан ҡотолдо. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Иншаға әҙерлек. | 1 | 5.02 | |||
21.Т.ү. Инша яҙыу. Ҡышҡы уйындар. | 1 | 12.02 | |||
22.Хата өҫтөндә эш. М. Ғәли. Беҙҙең ел-ка. Исемдең килеш менән үҙгәреүе. | 1 | 19.02 | |||
Аҙыҡ- түлек. Кейем-һалым. Баҙар. Өй. Магазин. | 2 | Уҡыусылар менән төрлә уйындар ойош-тороу, диалог төҙөү, үҙаллы, парҙа, төркөм-дә эшләү. Синоним-дарҙы ғәмәли ҡулла-нырға өйрәтеү. | |||
23.Г. Ғәлиева. Икмәк. Исемдең күплек ялғауҙары. | 1 | 26.02 | |||
24.Ф. Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. Синонимдар. | 1 | 5.03 | |||
8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. | 2 | Ҡотлауҙар яҙыу, уларҙы иҫтә ҡалды-рыу, уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алырға өй-рәтеү, телмәр үҫтереү. Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. | |||
25.Ф.Мөхәмәтйәнов. Әсәйем. Антоним-дар. | 1 | 12.03 | |||
26.Ф. Туғыҙбаева. Тыуған көн. Сино-нимдар. | 1 | 19.03 | |||
Яҙ етте. | 3 | Яҙ темаһына һөйләм-дәр төҙөү, телмәр үҫ-тереү, яҙыу күнекмә-ләрен үҫтереү. Тәрже-мә итеү өсөн һүҙлек-тәр ҡулланыу. | |||
27.Ә. Ихсан. Яҙ. Омоним. | 1 | 2.04 | |||
28.В. Осеева. Әбей. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. | 1 | 9.04 | |||
29.Е. Кучеров. Ҡоштар ҡасан ҡайта? Омонимдар. | 1 | 16.04 | |||
Яҙғы эштәр. | 3 | Яҙғы эштәр тураһын-да һүҙлек запасын байытыу, проект эше эшләү, парҙа эшләү. | |||
30.К. Ушинский. Баҡсасы һәм уның улдары. Һан темаһын ҡабатлау. | 1 | 23.04 | |||
31.Контроль диктант №2.Йәйғор (30м).Яҙ байрамдары. | 1 | 30.04 | |||
32.Хата өҫтөндә эш. Р. Нурмөхәмәтов. “Эштән һуң “ кар-тинаһы өҫтөндә эшләү. | 1 | 7.05 | |||
Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. | 3 | Тема буйынса һөйләү, яҙыу, яҙыу күнекмәлә-рен үҫтереү. Грамма-тика буйынса матери-алды ҡабатлау маҡса-тында күнегеүҙәр эшләү. | |||
33.С. Әлибаев. Һаумы, йәй! Сифат. | 1 | 14.05 | |||
34.Май айы. Ҡылым. | 1 | 21.05 | |||
35.Һабантуй. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | 28.05 |
5-се класс өсөн контроль характерҙағы тикшереү эштәренең текстары
Контроль диктант №1
Дәүләт гербы
Дәүләт гербы -.- Башҡортостан Республикаһының дәүләт символы. Уның авторы – рәссам Фазлетдин Ислахов.Герб милли биҙәк менән уратып алынған. Түңәрәк эсендә Салауат Юлаев һәйкәле һүрәте тора.
Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта. Һәйкәлдең аҫтында – ҡурай сәскәһе, флаг төҫтәренә буялған таҫма. Уның аҡ төҫлөһөнә Башҡортостан тип яҙылған.
( Диктанттар йыйынтығы, 103-сө бит).
Контроль диктант №2
Ямғыр ҡойоп яуҙы ла туҡтаны. Тирә-яҡта шундай тыныс. Яҡында тамсы йыры ишетелә.
Зәңгәр күктә төрлө төҫтәр балҡып китте.Йәйғор күренде. Ул, йылмайып көлгәндәй, нурҙар уйната. Ҡапыл төрлө төҫтән туҡылған йәйғорт юғалды.
Ҡояш ныҡ итеп ҡыҙҙырып ебәрҙе. Шунан тағы ямғыр яуып үтте. Ямғырҙан һуң матур булып йәйғор ҡалҡты. Уны күреү менән бөтә ғаләм шатланды. ( Диктанттар йыйынтығы, 132-се бит).
Изложение
Ноябрь
Ноябрь – көҙҙөң һуңғы айы. Иртән һәм кисен бик һыуыҡ була.Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя. Ҡар төшкәнгә тиклем төндәр бик ҡараңғы була.Күлдәр боҙ менән ҡаплана. Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә.Өй тирәләренә ҡыҙылтүштәр осоп килә. Улар миләш емештәре менән туҡланалар. Ноябрь аҙағында баҫыуҙарҙы ҡар ҡаплай.
Яңы һүҙҙәр
Һуңғы - последний
Иртән – утром
Кисен – вечером
Һыуыҡ – холодно
Көслө – сильный
Төн - ночь
Күлдәр – озера
Ҡараңғы – темно
Өйрәк – утка
Көньяҡ – юг
Миләш – рябина
Баҫыу – поле
Ҡар - снег
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....
“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы
Предмет: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресеТема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.Класс: 6АҠулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интеракт...
Әкиәттәр темаһы буйынса дәрес-ярыш
Дәрестәрҙә информацион ағым ҙур. Шул ағымды туплау һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн компьютер технологияларын ҡулланыу отошло, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Ә шулай ҙа уны ҡулланыу төптән уйланып тәҡдим...
"Ҡылым" темаһы буйынса тест
"Ҡылым темаһын өйрәнә башлағанда бирелгән тесты ҡулланырҡа мөмкин....
"Ҡушма һөйләм" темаһы буйынса зачет
quot;Ҡушма һөйләм" темаһы буйынса зачет...
Дәрес темаһы Баҡорт балы. 4 класс дәүләт теле буйынса.
Дәрес темаһы Баҡорт балы. 4 класс дәүләт теле буйынса....
- Мне нравится (1)