Әкиәттәр темаһы буйынса дәрес-ярыш
план-конспект урока (5 класс) на тему
Дәрестәрҙә информацион ағым ҙур. Шул ағымды туплау һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн компьютер технологияларын ҡулланыу отошло, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Ә шулай ҙа уны ҡулланыу төптән уйланып тәҡдим ителергә тейеш.
Алымдарҙың һәм методтарҙың бер төрлөлөгө балаларҙы ялҡыта, шуға күрә был эште йәнләндерергә тырышыу кәрәк. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген арттырыу өсөн, традицион булмаған дәрестәр, бигерәк тә бәләкәйерәк кластарҙа уйын-дәрестәр ҡулланып эшләү отошло.
Шулай итеп, информацион компьютер технологияларын урынлы ҡулланыу үҫтереүсе, белем биреүсе һәм тәрбиәүи, эстетик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға бүлышлыҡ итә, тимәк, алдынғы сифаттарға эйә булған шәхесте тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
urok-sorevnovanie_po_teme_skazki_5_klass.docx | 20.92 КБ |
Предварительный просмотр:
Әкиәттәр темаһы буйынса дәрес-ярыш
Туған әҙәбиәт
5 класс.
Шәрәфетдинова Айгөл Сабирйән ҡыҙы
Т.Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Асҡар ауылы, Әбйәлил районы
Дәрескә аннотация: Дәрестәрҙә информацион ағым ҙур. Шул ағымды туплау һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн компьютер технологияларын ҡулланыу отошло, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Ә шулай ҙа уны ҡулланыу төптән уйланып тәҡдим ителергә тейеш.
Алымдарҙың һәм методтарҙың бер төрлөлөгө балаларҙы ялҡыта, шуға күрә был эште йәнләндерергә тырышыу кәрәк. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген арттырыу өсөн, традицион булмаған дәрестәр, бигерәк тә бәләкәйерәк кластарҙа уйын-дәрестәр ҡулланып эшләү отошло.
Шулай итеп, информацион компьютер технологияларын урынлы ҡулланыу үҫтереүсе, белем биреүсе һәм тәрбиәүи, эстетик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға бүлышлыҡ итә, тимәк, алдынғы сифаттарға эйә булған шәхесте тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Маҡсат: әкиәттәр буйынса белемде системаға һалыу; уларҙың төрҙәрен, үҙенсәлеген, идея-тематик йөкмәткеләрен билдәләү;
Уҡыусыларҙың ижади фекерләүен, бәйләнешле телмәрен, үҙ-ара ярыш сәмен үҫтереү;
Халыҡ ижадына һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; берҙәмлеккә , дуҫлыҡҡа, тапҡырлыҡҡа , зирәклеккә һ.б. ыңғай сифаттарға өйрәтеү;
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, әкиәттәрҙән иллюстрациялар, китаптар (А.Йәғәфәрова, Ә.Әхмәт-Хужа әкиәттәре, халыҡ ижадынан әкиәттәр йыйынтыҡтары)
Дәрес барышы:
- Ойоштороу.
- Бөгөн дәрестә уҡыған, өйрәнгән әкиәттәрҙең йөкмәткеләрен иҫләп, уларҙы нисек үҙләштергәнебеҙҙе һынап, үҙ-ара ярышып аласаҡбыҙ. Командаларға бүленеп, төрлө ярыштар үткәрәсәкбеҙ.
- Өй эшен тикшереү.
Уҡыусыларҙың төрлө әкиәттәр буйынса эшләп алып килгән һүрәттәрен ҡарау, улар буйынса ҡыҫҡаса әңгәмә ойоштороу, йомғаҡлау.
- Төп өлөш.
Уҡытыусы дәрес маҡсатын иҫкә төшөрә. Уҡыусылар ике командаға бүленә һәм уларға ,,Зирәктәр” һәм ,, Отҡорҙар” тигән исемдәр бирелә, капитандар һайлана. Мәрәйҙәрҙе уҡытыусы үҙе билдәләп бара.
- Уҡытыусы. Нимә ул әкиәт? Ниндәй әкиәттәр өйрәндек? Уларҙың ниндәй төрҙәре була? ( Уҡыусыларҙың яуаптары; 1-се слайд күрһәтелә)
- Әкиәттәрҙән иллюстрациялар буйынса һөйләшеү. ( 2-се слайдтағы һүрәттәр күрһәтелә)
- Уҡытыусы:
- Ә хәҙер командаларға ярышырға, белемдәрҙе барларға ваҡыт етте. ( 3-сө слайд күрһәтелә)
Кемдәр уйнарға ярата,
Кемдәр тапҡыр һәм етеҙ,
Саҡырамын ярышырға
Кемдәр теләй, әйтегеҙ.
Әкиәттәр хаҡындағы ярышҡа
Шаттар, зирәктәр кәрәк.
Кемдәр ярышырға әҙер
Сығып баҫһын тиҙерәк!
4. 1-се ярыш - Командаларҙың сәләмләүе (4-се слайд)
Отҡорҙар: Күптән – күп сәләм бирәбеҙ
Зирәк дуҫтарыбыҙға
Уңыш юлдаш булһа икән
Һеҙҙең барығыҙға ла!
Зирәктәр: Отҡорҙар, тип һеҙҙе гелән
Маҡтайҙарҙыр юҡҡа.
Әйҙә, ярыша башлайыҡ.
Ваҡыт үткәрмәй бушҡа!
5. Капитандар ярышы. (5-се слайд)
(Слайдтан һорауҙар күрһәтелә)
6. Кем күберәк әкиәт белә? (6-сы слайд)
1-се командаға эш:
Батырҙар тураһындағы әкиәттәр исемлеге яҙырға.
2-се командаға эш:
Хайуандар тураһындағы әкиәттәр исемлеге яҙырға.
7. Был юлдар ниндәй әкиәттән? (7-се слайд)
1) ,, Был-алабута өшәһе. Уны әсәйем үҙенең күкрәк һөтөнә баҫып бешерҙе”,- тигән егет. (,, Ҡурай ”)
2) “Әй, ҡуҡырая, ти, әй ҡуҡырая. Маҡтап бер һүҙ әйткәнгә-бер ат, ҙур көй сығарғанға ике ат тоттора ла ебәрә, ти. Шулай тарата торғас, уның бер аты, бер һыйыры ғына тороп ҡалған.” (,,Алтын тамсы”)
3) “Ҡоҙоҡ төбө ҡоп-ҡоро, үҙе дөм ҡараңғы икән. Күҙе күргәс, ни күрә: бер ҙур бүлмәлә тора, имеш”. ( ,,Әминбәк ”)
4) ,,Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ. Тир-ул байлыҡтың шишмәһе”.
( ,,Алтын тамсы”)
8. Рәссамдәр ярышы (8-се слайд)
Һәр команданан берәр рәссам башҡорт халыҡ әкиәттәренә иллюстрация эшләй.
9. Был телеграммалар кемдәрҙән килгән? (9-сы слайд)
“Килеп етә алмайым, ҡойроғом мәкегә ҡуша туңды”
“Ҡойроҡһоҙ ҡалдым. Килергә оялам ”
“Ҡойроҡһоҙ ҡалғас, ҡышын йоҡларға ятам”
“Батманды бушатҡан өсөн яза алдым”
10. Һәр команданан берәр уҡыусы пластилиндән әкиәт геройы һылай.
(10-сы слайд)
11. (11-се слайд)
Серле һандыҡ асайыҡ,
Күстәнәс, бүләк алайыҡ!
Командаларға сиратлап йомаҡтар әйтелә. Улар был әйберҙең ҡайһы әкиәттән кем ебәреүен асыҡларға тейеш. Яуабын дөрөҫ әйткән командаға серле “бүләк” тапшырыла.
12. Булһаң зирәк, әйт тиҙерәк! (12-се слайд)
Илебеҙ халыҡтары әкиәттәре буйынса викторина:
- Башҡорт халыҡ әкиәттәре нисек башлана?
- Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә тылсым көсө итеп нимәләр һүрәтләнә?
- “Доктор Айболит”, “Муха Цокатуха”, “Тараканище”, “Мойдодыр” әкиәттәренең авторы кем?
- Ғ.Туҡай әкиәттәрен һанап сығырға.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! (13-сө слайд)
- Йомғаҡлау.
Еңеүсе команданы, иң тапҡырҙарҙы билдәләү. Баһалар ҡуйыла. Был конкурста тик ,,4”, ,,5» билдәләре генә класс журналына ҡуйыла.
- Өйгә эш.
Ниндәй ҙә булһа әкиәт яҙып ҡарарға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ачык мероприятие:“Гаҗәеп төркемнәр” интеллектуаль уен-ярыш
География фәне буенча сәләтле балаларны барлап, аларның интеллектуаль үсешләрен ачыклау....
Нәүрүз чибәре. Интеллектуаль ярыш.
Кызлар арасында Нәүрүз бәйрәменә карата интеллектуаль ярыш....
5 сыйныфның рус төркеме өчен ярыш дәрес.
Максат: 1. Татарстан темасы буенча алган белем һәм күнекмәләрнең тирәнлеген, укучыларның белем дәрәҗәсен тикшерү. 2. Укучыларның интелектуаль үсеш дәрәҗәсен үстерү. 3. Туган җиребезгә хөрмәт һәм ...
КВН. Муса Җәлил иҗатына багышланган ярыш.
Муса Җәлил иҗатына багышланган ярыш. (5-8 класслар өчен)...
Тапкырлар һәм зирәкләр ярышы.
Тема. Тапкырлар һәм зирәкләр ярышы. Максат: 1. Укучыларның алдагы сыйныфларда Татарстан темасы буенча алган...
8 нче Март халыкара хатын-кызлар көненә багышланган ”Кызлар – язгы чәчкәләр” исемле ярыш - кичә
8 нче Март халыкара хатын-кызлар көненә багышланган”Кызлар – язгы чәчкәләр” исемле ярыш - кичәМаксат: укучыларны тапкырлык, зирәклек, уңганлыкта сынап карау; сәхнәдә үз-үзләрен...
Ярыш
М.Карим...