Уҡытыусы - ул артист, рәссам һәм үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан кеше
Антон Павлович Чехов
Уҡытыусы тигән исемем бар,
Мәңгелеккә тиеп һайланған.
Орлоҡ һалам кескәй күңелдәргә
Бик кәрәкле тиеп һанаған…
Наҙлы һүҙҙәр, йөрәк хисе менән
Юлдар ярам төрлө тарафҡа,
Минең өсөн оло баһа булыр
Улар мәңге илде данлаһа.
Уҡытыусы тигән исемем бар,
Яуаплылыҡ миңә өҫтәгән.
Ғорур йөрөтәм уны бөгөн дә мин
Ул бит һөнәр – илде биҙәгән!
Г.Бикбулатова
О себе
Мин, Әхмәтшина Фәриҙә Рәмил ҡыҙы, Ҡаныҡай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
1990 йылдың 31 августында матур йәйге көндә Әбйәли районының Ишҡол ауылында икенсе бала булып донъяға килгәнмен. 2008 йылда мәктәпте тамамлағас, башҡорт теленә булған һөйөүем, уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге мине Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килде. Юғары белемде БДУ-ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ алдым. 2017 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башланым.
Дөйөм педагогик стажым 6 йыл. Мин үҙ дәрестәремде ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, йөкмәткеле, юғары кимәлдә үткәрергә тырышам. Уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүҙә, ижади һәләттәрен үҫтереүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының яңы технологияларҙы өйрәнеүе һәм дәрестә уңышлы файҙаланыуы ҙур роль уйнай. Уҡыусыларым район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, республикала үткәрелгән ижади конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Төрлө инновацион технологиялар ҡулланырға тырышам, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйем. Дәрестә тел, халыҡ, ил тойғоһо төшөнсәләренең һәр кемгә ғәзиз булыуын , уҡыусыларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү эшен алып барам. Белемемде камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләйем.
Йәмғиәт эштәрендә лә ҙур теләк менән ҡатнашам. Төрлө байрамдар, кисәләр үткәреү, спорт ярыштарында ҡатнашыу – былар бөтәһе лә яратып башҡарған эштәрем.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Китапҡа һөйөү бала саҡтан уянды. Әле лә хәтерҙә, кисен йоҡларға ятҡас, утты һүндерһәләр ҙә, мин юрған аҫтында фонарь яҡтыһында китап уҡып ята торғайным. Башланғыс кластарҙа уҡ ҙур күләмле романдар уҡыным.
Китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә. Әле лә китап уҡырға яратам, яңыларын көтөп алам. Иң яратҡан авторҙарым Мостай Крим, Т. Ғиниәтуллин, Рәми Ғарипов, рус классиктары А.П. Чехов, Л.Н. Толстой
Мой взгляд на мир
МИНЕҢ ДОНЪЯҒА ҠАРАШЫМ:
ДОНЪЯҒА ҠАРАШЫМ ҺӘР ВАҠЫТ ҮҘГӘРЕП ТОРА. УЛ ЗАМАН ИНДЕРГӘН ЯҢЫЛЫҠТАРҒА, КҮҢЕЛ ТОРОШОНА, ТОРМОШ БИРГӘН ҺАБАҠТАРҒА ҺӘМ, ӘЛБИТТӘ, ЙӘШКӘ БӘЙЛЕ. БЕР НӘМӘ ЛӘ БУШҠА БИРЕЛМӘЙ. ҺЫНАУҘАРҘЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ, ШАТЛЫҠТАРҘЫ ЛА КҮТӘРӘ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК.
УҠЫТЫУСЫ АЛДЫНА ЙӘМҒИӘТ ҘУР БУРЫСТАР ҠУЯ. КИЛӘҺЕ БЫУЫНДЫ ЛАЙЫҠЛЫ ШӘХЕСТӘР ИТЕП ТӘРБИӘЛӘҮ, ТИМӘК, ТЫУҒАН ИЛЕБЕҘҘЕҢ КИЛӘСӘГЕН ТӘРБИӘЛӘҮ. БЫЛ ӨЛКӘЛӘ ЗАМАН БЕҘҘӘН ДОНЪЯҒА ТИК АЛДЫНҒЫ, ТАҘА, ИЗГЕ ҠАРАШТАР ТАЛАП ИТӘ.
Мои публикации:
Публикации моих учеников:
Добавить грамоту в портфолиоПортфолио: