Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 5-7 классов
календарно-тематическое планирование (5, 6, 7 класс)

Галеева Файсуна Фанавиевна

Рабочая программа составлена для 5-7 классов, состоит из пояснительной записки (общая характеристика учебного предмета, место предмета в учебном плане); личностные, метапредметные и предметные результаты освоения предмета; содержание учебного предмета; планируемые результаты по предмету; учебно - методическое и материально - техническое обеспечение образовательного процесса.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rabochaya_programa_5-7.docx45.05 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу.

            Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 - 7 кластар өсөн дәүләт  башҡорт теленән эш программаһы.

Дәреслек: М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2017; 6-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек  – Өфө : Китап, 2015; 7-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек  – Өфө : Китап, 2017

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө –2006.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 1 – се Ҡалтасы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  •  телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
  •  тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  • лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу
  • маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.                                                                                                                            
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

          Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләшереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникатив ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ темәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

          Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

           Мәҙәни компетенция телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлауҙы белдерә.

            Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

            Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; регулятив универсаль хәрәкәте.

Дәүләт башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны.

             Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 102 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класс - 34, 6-сы класс - 34, 7-се класс - 34сәғәт.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

            Шәхси һөҙөмтәләр:

  1. Шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә телдең ролен, уның мәктәптә белем

алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

  1. Башҡорт теленә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү;
  2. Аралашыу прцесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

  1. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге  (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнғән компакт-дискылар, интернет ресустары), төрлө типтағы һүлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткеһен һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу; һөйләү һәм яҙыу:
  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала аныҡ әйтеү;
  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог ( этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог фекер алышыу һ.б.) үҙләштереү;
  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камллаштыра белеү;
  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау;
  1. алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү;
  2. аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә ҡатнашыу.

           Предмет һөҙөмтәләре:

  1. телден, төп функциялары тураһында, баштҡорт теленең башҡорт халҡыньң милли теле, Бапгҡортостан Республикаһыныц дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең, бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
  2. гуманитар фәндәр системаһында телдең урыны;
  3. туған телдең кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
  4. тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре, аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
  5. башҡорт теленең лексикаһы фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
  6. телдең төп берәмектәрен, грамматика категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
  7. һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙъяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
  8. тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәреңдә ҡулланыу.

Уҡытыу предметының (курс)  йөкмәткеһе

          Коммуникатив компетенцияны тәьмин итеүсе йөкмәтке

1-се бүлек. Телмәр һәм аралашыу телмәре

1. Телмәр һәм аралашыу телмәре. Телмәр ситуацияһы. Һөйләү телмәре һәм яҙма телмәр. Диалогик һәм монологик телмәр. Монолог, монолог төрҙәре. Диалог, диалог төрҙәре.

2.  Һөйләү яҙма телмәрҙең төп үҙенсәлектәрен аңлау; телдән һәм яҙма телмәр өлгөләрен анализлау. Диалогик һәм монологик телмәрҙе айырыу. Монолог телмәрҙе һәм диалогты үҙләштереү. Коммуникатив маҡсатты һәм төрлө аралашыу ситуацияларында һөйләүсенең мотвын аңлау. Формаль һәм формаль булмаған шәхес-ара аралашыуҙа телмәр тәртибе нормаларын үҙләштереү.

2-се бүлек. Телмәр эшмәкәрлеге

1. Эшмәкәрлек булараҡ телмәр. Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре: уҡыу, аудирование, һөйләү, яҙыу.

2. Телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен үҙләштереү.

Текстағы төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү. Аралашыу ситуацияларына яраҡлы рәүештә тулы һәм ҡыҫҡартып уҡылған йә тыңланған текстың йөкмәткеһен биреү. Уҡыуҙың һәм аудированиеның төрлө төрҙәрен үҙләштереү. Тыңланған йәки уҡылған текстың йөкмәткеһен һөйләп биреү.

Телдән һәм яҙма монологик, шулай уҡ маҡатты, аралашыу ситуацияһын һәм сфераһын иҫәпкә алып, төрлө коммуникатив йүнәлеште телдән диалог төҙөү.

3-сө бүлек. Текст

1. текстың аңлатмаһы, текстың төп билдәләре. Тема, коммуникатив күрһәтмә, текстың төп мәғәнәһе.  текстың микротемаһы.

текстың өлөштәрен һәм һөйләмдәренең бәйләнеш саралары. Текстың коммуникатив-стилистик сараһы булараҡ абзац.

Текстың функциональ- мәғәнәүи төрө: һүрәтләү, хикәйәләү, фкүекер йөрөтөү. Текстың структураһы. Текстың планы. текста теманы үҫтереү ысулдары.

Текстың мәғлүмәти эшкәртеүҙең төп төрҙәре: план, коспект, аннотация.

2. Текстың планын төҙөү. Текстың мәғәнәүи бүлектәрен билдәләү, текста һөйләмдәрҙең бәйләнеү ысулдарын һәм сараларын билдәләү. Текста тел үҙенсәлектәрен анализлау. маҡат, тема. төп мәғәнә, адресат, ситуация һәм аралашыу шартынан сығып тел сараларын һайлау.

4-се бүлек. Телдең функциональ төрлөлөгө.

1. Телдең функциональ төрлөлөгө: һөйләү теле, функциональ стилдәр, фәнни, публицистик, рәсми; матур әҙәбиәт теле.

2. Уҡыусының тиңдәштәре алдында ҡыҫҡа ғына доклад. реферат менән сығыш яһауы.

Тел һәм лингвистик (тел) компетенцияһын тәьмин итеүсе йөкмәтке

5-се бүлек. Тел тураһында дөйөм белешмә.

1. Башҡорт теле - башҡорт халҡының милли теле; Башҡортостан Республикаһының Дәүләт теле.

Тел турыһында яҙыу.

Лингвистика - тел ғилемен өйрәнеүсе фән.

Лингвистиканың төп бүлектәре.

2. Кеше тормошонда коммуникатив белемдең мөһимлеген һәм йәмғиәт, дәүләт тормошонда башҡорт теленең ролен аңлау.

6-сы бүлек. Фонетика һәм орфоэпия.

1. Лингвистика бүлеге булараҡ фонетика.

Телдең берәмеге булараҡ өн. Һуҙынҡы өндәрҙең системаһы. Тартынҡы өндәрҙең системаһы. Телмәр ағымында өндәрҙең үҙгәреше. Фонетик транскрипцияның элементтары. Ижек. Баҫым.

Лингвистика булараҡ орфоэпия. Норматив әйтелеш һәм баҫымдың төп ҡағиҙәләре.

2. Һүҙҙә өн функцияһының мәғәнәүи айырмалығын төшөнөү. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ һуҙынкыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу. Һүҙҙәрҙең әйтелеш һәм яҙылыш үҙенсәлектәрен транскрипция элементтары ярҙамында аңлатыу. Һүҙҙәргә фонетик анализ яһау.

7-се бүлек. Графика.

1. Лингвистика бүлеге булараҡ фонетика. Яҙыуҙың үҫеше тураһында элементар белешмә. Башҡорт алфавитының составы, хәрефтәрҙең исеме. Өн һәм хәрефтәрҙең нисбәте. Яҙыуҙа ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы билдәләү. Баш һәм юл хәрефтәре.

2. Һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштырыу.

8-се бүлек. Морфемика һәм һүҙъяһалыш.

1. Лингвистика разделы булараҡ морфемика. Телдең минималь мәғәнәүи берәмеге булараҡ морфема.

Тамыр, суффикстар морфеманың төрҙәре. Аффикстың төрҙәре: һүҙ яһаусы, форма яһаусы һәм үҙгәртеүсе. Һүҙҙең нигеҙе һәм нигеҙҙә булмаусы морфемалар. Форма яһаусы морфема һәм үҙгәртеүсе. Һүҙҙең нигеҙе һәм нигеҙҙә булмаусы морфемалар. Форма яһаусы морфема булараҡ ялғауҙар.

Тамыр. тамырҙаш һүҙҙәр. тамырҙа һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙың сиратлап килеүе.

Лингвистика разделы булараҡ һүҙъяһалыш.

2. Телмәрҙең төрлө өлөшөндә һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы үҙенсәлектәре. Һүҙгә морфемик анализ яһау.

9-сы бүлек. Лексикология һәм фразеология.

1. Лингвистика бүлеге булараҡ лексикология. Телдең берәмеге булараҡ һүҙ. Фекер, хис, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һүҙҙең роле.

Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр.

Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Башҡорт теленең синоним һәм антоним һүҙлектәре.

Актив һәм пассив запас күҙлегенән башҡорт теленең лексикаһы. Киң ҡулланышлы һүҙҙәр. Диалект һүҙҙәр. Терминдар һәм профессионализмдар. Жаргон һүҙҙәр.

Лингвистика бүлеге булараҡ фразеология. Фразеологизмдар, уларҙың билдәһе һәм мәғәнәһе. Мәҡәлдәр. әйтемдәр, афоризмдар, ҡанатлы һүҙҙәр.Фразеологик һүҙлектәр.

2. Һүҙҙәргә лексик тикшереү үткөреү.

10-сы бүлек. Морфология.

Грамматиканың бүлеге булараҡ морфология.

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Исем, сифат, һан. алмаш, ҡылым, рәүеш.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, б!йл!үестәр, киҫәксәләр. Модаль һүҙҙәр: оҡшатыу һәм саҡырыу һүҙҙәре.

2. Грамматик мәғәнәһе, морфологик билдәһе һәм ситаксик роленән сығып, һүҙ төркөмдәрен таныу. Төрлө һүҙ төркөмдәре һүҙҙәренең морфологик анализ яһау.

11-се бүлек. Синтаксис.

1. Грамматиканың бүлеге булараҡ ситаксис. Синтаксистың берәмеге булараҡ һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.

Һүҙбәйләнеш. Һүҙбәйләнеш төрҙәре.

Әйтелеү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре. Һөйләмдең грамматик нигеҙе, баш эйәрсән киҫәктәр. Хәбәр төрҙәре.

Ябай һөйләмдәрҙең төрҙәре: ике составлы, бер составлы. тарҡау һәм йыйнаҡ, тулы һәм кәм һөйләмдәр.

бер составлы һөйләм төрҙәре.

Һөйләмдең тиң киҫәктәре, һөйләмдең айырымланған киҫәктәре, өндәш, инеш һүҙ һәм

инеш һөйләмдәр.

Ҡушма һөйләмдәрҙең классификацияһы.

2. Синтаксик анализ яһау.

12-се бүлек. Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация.

1. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙә системаһы булараҡ орфография. Орфограмма аңлатмаһы.

Морфема составында һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙыу. ь һәм ъ дөрөҫ яҙылышы.

Бергә, дефис аша һәм айырым яҙыу.

Баш һәм юл хәрефтәрен яҙыу.

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

Орфографик һүлектәр һәм белешмәләр.

Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙә системаһы булараҡ пунктуация.

Тыныш билдәләре һәм уларҙың функцияһы. тыныш билдәләренең төрҙәре. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре. Ябай һөләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре: теркәүесһеҙ, теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теҙмә ҡушма һөйләмдәр, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, төрлө төрҙәге бәйләнешле ҡушма һөйләмдәр.

тура телмәр һәм цитата. диологтарҙа тыныш билдәләре.

2. Яҙма телмәрҙә орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы күҙәтеү.

Дөрөҫ яҙыу өсөн орфографик һүлектәр һәм белешмәләр ҡулланыу.

Мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке

13-сө бүлек. Тел һәм мәҙәниәт.

1. Телдә халыҡ мәҙәниәте һәм халыҡ тарихының сағылышы. Башҡорт телмәр этикеты.

2. уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта башҡорт телмәр этикет ҡағиҙәләрен урынлы ҡулланыу.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

5 класс

  1. Һаумы, мәктәп! (I – IV кластарҙа үтелгәнде ҡабатлау) (3 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө. Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.

Грамматика: Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

1. Үҙем тураһында. (8 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш.

Грамматика: Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы. 

2. Йыл миҙгелдәре. (5 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

Грамматика: Һорау алмаштары. Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

3. Башҡортостанды беләһеңме? (5 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү.  

Грамматика: Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

4. Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (2 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика: Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

5. Яңы йыл менән. (1 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү.

Грамматика: Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

6. Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Өй . Магазин. (1 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү.

Грамматика:  Синоним.

7. 8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (1 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү.

Грамматика:  Антоним.

  1.  Яҙ етте. ( 1 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү.

Грамматика:  Омоним.

  1.  Яҙғы эштәр. (1 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү.

Грамматика: Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  1.  Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. (4 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиғәт менән бәйле ғөрөф – ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла (ҡуҙғалаҡ, йыуа байрамы,  «Ҡарға бутҡаһы » , Һабантуй байрамдары).  

 Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  1. класс
  1. Беҙҙең мәктәп ( 3 сәғәт)

1 сентябрь - Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү.

Грамматика: Синоним. Исем. Исемдең күплек ялғауы. Диалог. Текст. Баҫым.

  1. Башҡортостан ере буйлап  (8 сәғәт)

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу.

Грамматика Антоним. Ҡылым. Ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаһы. Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреүе.

  1.  Дуҫлыҡ  ҡәҙерен бел (5  сәғәт)
  2. Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү. Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр табыу.

Грамматика: Исем. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Сифат. Рәүеш. Антоним. Синоним.

  1. Ҡыш дауам итә  (7 сәғәт)

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу, шиғырҙар, һынамыштар ятлау, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу.

Грамматика: Исем. Исемдең килеш менән үҙгәреүе. Сифат. Сифат дәрәжәләре.

  1.  Яҙ килә, яҙ! (4 сәғәт)

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май, 9май  байрамдары.Ҡарға бутҡаһы.

Грамматика Эйёлек категорияһы. Һандар.

 Йәмле йәй килә (7 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәре. Йәйге тәбиғәт. Июнь. Июль

7 класс

      I. Яңынан мәктәпкә (4 сәғәт )

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика: 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

      II. Ауыл тормошо (3 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

III. Башкортостан буйлап сәйәхәт (4 сәғәт )

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика: Яңғыҙлыҡ исемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (3 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика: Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

     V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (4 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

VI. Сәнғәт оҫталары. (3 сәғәт )

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы  (2 сәғәт )

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IX. Борон-борон заманда... (2 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ ( 5 сәғәт)

 Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә  һәм  һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған  әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика: Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

XI. Йәмле йәй. (5 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика: 7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Уҡыусыларының әҙерлек кимәленә талаптар.

5  класс

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2.  Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

  • предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;
  • хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
  •  3-5 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  • тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3. Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

  • текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
  • хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

  • текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
  • бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

6 класс

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

  •  предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;
  • 5-6 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  •  тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

  • текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
  • хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

  •  текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
  • 7-8 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;
  • бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
  • яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.
  • Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

7 класс

Телмәр күнекмәләре:

  • -Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;
  • Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;
  • Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;
  • Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 7-8 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
  • Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;
  • Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
  • Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;
  • Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;
  • Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;
  • Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;
  • Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
  • Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;
  • рҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған

һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

 

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

− башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

− тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

− дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

− һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

− тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Уҡыу йылы  уртаһында һәм аҙағында балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

5 класс:

Һүҙ -  60 – 70

Билдә – 230 – 250

Эстән уҡыу – 95 – 110

6-сы класс:

Һүҙ - 75 – 80

Билдә – 250 – 290

Эстән уҡыу  120 - 150

7 класс:

Һүҙ - 95 – 110

Билдә – 300 – 320

Эстән уҡыу  160 - 180

Уҡыусыларының әҙерлек кимәленә талаптар.

          Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 5-7 кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәр:

5 класс:

  • Күсереп яҙыу-3
  • Һорауҙарға яуаптар
  •  6 класс:
  • Тест һорауҙарына яуаптар
  • Күсереп яҙыу-4
  •  7 класс:
  • Тест һорауҙарына яуаптар
  • Күсереп яҙыу-4

Яҙма эш төрҙәре уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

  • карточкалар менән эш;
  • тест;
  • һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
  • текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
  • һүҙлек диктанты;
  • һөйләмдәр төҙөү;
  • һүҙлек менән эш;

  Дәүләт башҡорт телен

өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.
  2. Усманова М. Г. Грамматика башкирского языка (для изучающих язык как государственный).Уфа – 2006.

Материаль-техник ҡулланмалар

− компьютер; ноутбук;

      -  проектор;

− интерактив таҡта.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2017.
  2. З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек  – Өфө : Китап, 2015;
  3. З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек  – Өфө : Китап, 2017;
  4. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр: Өфө – 2006.
  5.  М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.
  6.  Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
  7.  Башҡортса – русса синонимдар һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2005.
  8. Аҙнабаева Ф.Г., Нафикова З.Ғ. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма. Өфө – 2004.
  9.  Башҡорт теле таблицаларҙа һәм схемаларҙа. Усманова М.;.– Өфө,2006.
  10. М.Ғ.Усманова, Ф.Ф.Абдуллина. Башҡорт теле. Ҡағиҙәләр. Тестар. – Өфө: Эдвис, 2008.
  11.  Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
  12.  Күңелле минуттар. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова. – Өфө: Китап, 2003.
  13.  М.В.Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле.Морфология. - Өфө: Китап, 2005.
  14.  Толомбаев Х.А., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән тестар. - Өфө: 2005
  15. Русско-башкирский учебный словарь.Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г. - Уфа: Китап, 2001
  16. З.М.Ғәбитова. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфә: Китап, 2003
  17. З.М.Ғәбитова. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфә: Китап, 2003
  18. З.М.Ғәбитова. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7 – 8 – кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфә: Китап, 2006

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   6-сы  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   7-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғә...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку для  II - IV класса для русскоязычной школы. (Первый год обучения)...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 2-3 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт теленән эш програм...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 1-4 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 – се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,...