Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле
проект на тему

Аллабирҙина Гөлкәй Рәшит ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon referat.doc85 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

Муниципаль район Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Мораҡ ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле

(эҙләнеү – проект-эше)

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы

 Аллабирҙина Гөлкәй Рәшит

ҡыҙы

Мораҡ - 2017

                                           

          Инеш өлөш

        Беҙ, башҡорт халҡы, ер шарының иң гүзәл мөйөшө - Уралда йәшәйбеҙ.

Беҙҙең тыуған төйәгебеҙ иҫ киткес бай һәм матур. Башҡортостан үҙенең

тауҙары  менән, далалары һәм һыуҙары, урмандары, шулай уҡ ер аҫты

байлыҡтары менән дан тота. Ләкин бөтә матурлыҡтан да өҫтөн,

ҡәҙерлеләрҙән дә ҡәҙерле беҙҙең халҡыбыҙ һәм башҡорт телебеҙ. Доньяла

халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер нәмә бар . Ул – тел. Тел

халыҡтың мәңге тере тарихы ул. Башҡорт теле лә беҙгә ата – бабаларҙың

үлемһеҙ бүләге, иң изге аманаты. Беҙ телебеҙҙе күҙ ҡараһы кеүек

һаҡларға киләсәк быуындарға аманат итеп тапшырырға тейеш. Ләкин минең

бөгөн ҡайғым, хәсрәтем - әсәм теле. Башҡорт теленә хәүеф янауы. Эйе,

эйе,  ата- бабаларыбыҙ теле, инәй - әсәйҙәребеҙ теле көндән – көн

ярлылана,  йәмһеҙләнә.  Телебеҙ бөтһә,  көнөбөҙ бөтәсәк бит. Элекке

замандарҙа телебеҙгә ҡәҙер булған. Уны ололағандар, уға бик һаҡ

ҡарағандар, иғтибарлы булғандар.

Ошо эшемдә ҡуйған маҡсҡтымды мин, халҡым ҡалдырған бай мираҫыбыҙ

мәҡәл -әйтемдәрҙең  телебеҙ байлығында, бала тәрбиәләүҙә әһәмиәтлелеге

аша асып бирергә теләйем.


Төп өлөш 1 бүлек. Һүҙ башы мәҡәл.

Мәҡәл тип телдән телгә әйтелеп йөрөүсе, халыҡтың ҙур тормош тәжрибәһен

 туплаған дидактик йөкмәткеле, тамамланған ҡыҫҡа һәм образлы

һөйләмдәргә әйтәбеҙ.

Башҡорт халыҡ ижадында мәҡәлдәр бик киң урын алған, тормошта ныҡ

таралған һәм ҙур популярлыҡ менән файҙаланған жанр булып тора.

Тамамланған тәрән фекер йомғағының образлы һәм тапҡыр формала

бирелеүе мәҡәлдәрҙе бик үтемле жанрға әйләндергән. Улар халыҡ

ижадыныңда, яҙма әҙәбиәттең дә ҙурыраҡ күләмле әҫәрҙәре туҡымаларына

үтеп ингәндәр, хатта был әҫәрҙәрҙең стиль үҙенсәлектәрен билдәләүсе

критерийҙарҙың береһенә әүереләләр. Мәҡәлдәр көндәлек һөйләшеү

процестарында ла киң ҡулланылалар, күп ваҡыт бер ишетеүҙә үк

онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә урын алалар, идея һәм формалары яғынын

торған һайын камиллашып, шымарып, артабан йәшәүҙәрен, таралыуҙарын

дауам итәләр.

Мәҡәлдәрҙең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәте бик ҙур. Быны  

түбәндәге мәҡәлдәр күрһәтеп тора :   “Мәҡәл әйткән юл

өйрәткән” , “Мәҡәл - һүҙ асҡысы” ,  “Һүҙ башы мәҡәл”   . Мәҡәлдәр

ярҙамында халыҡ үҙенең тәрән аҡылын, быуаттар буйына йыйылған ҙур

тормош тәжрибәһен киләсәк быуынға тапшыра килә. Мәҡәлдәр, образлы

итеп әйткәндә, халыҡ аҡылының гүзәл ынйыларын бергә йыйыусы, туплаусы

булып тора. Уларҙы өйрәнеү, хәтерҙә ҡалдырыу, урынлы файҙалана белеү

беҙҙең телмәребеҙҙе байыта, логик фекрләүебеҙҙе үҫтерә, халыҡҡа, әҙәби

телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй. Атаҡлы рус педагогы К. Д. Ушинский

мәҡәлдәрҙең туған телде өйрәнеүҙәге ҙур әһәмиәтен билдәләп үтә һәм үҙе

Толстойҙың педагогик мираҫында ла мәҡәлдәргә ҙур урын бирелә. Был ике

педагог айырым мәҡәлдәр мәғәнәһен асыҡлап балалар өсөн бик күп

хикәйәләр яҙалар.

Тәүге мәҡәлдәр бик боронғо замандарҙа, кешеләр яҙыу тамғалары

уйлап  сығарғансы  уҡ  ижад   ителенгән  булғандар. Ләкин  бер  кем дә

уларҙың ижад ителеү ваҡытын  конкрент күрһәтә алмай, был мөмкин дә

түгел. Шулай ҙа күп кенә башҡорт мәҡәлдәренең йөкмәткеләренә ҡарап

уларҙың төҫмөрләргә була. Әйтәйек, “Өй түбәһенә ҡоҙғон ҡуны р - өйҙән

мәйет сығы р” ,  “Яңғыҙ ҡарға ҡарҡылдап ямғыр яуҙырмаҫ” мәҡәлдәре

боронғо башҡорттарҙың юҡ- барҙарға табынып йәшәгән дәүерендә ижад

ителгәне асыҡ.

Һәр бер мәҡәл конкрет тормош күренештәрен күҙәтеү,  дөйөмләштереү

һөҙөмтәһендә тыуа. Ваҡыт үтеү менән мәҡәлде тыуҙырған сығанаҡ –

ваҡиға артҡа күсә, образ булып ҡала. Ошо ваҡиғаларға ҡарата әйтелгән

тапҡыр һүҙгә образлы фекер һалына башлай, тимәк ул кинәйәле мәғәнә ала

һәм был фекер, артабан камиллашып, ваҡиғаларҙы дөйөмләштереү

юғарылығына күтәрелә, мәҡәл булып етлегә. Хәҙерге мәҡәлдәрҙәге ике

мәғәнәлелек – тура һәм күсерелгән образлы мәғәнәлелек ана шул үрҙәге

фекерҙе дөрөҫләй. “Ҡаҙанға ни һалһаң, сүмескә шул сыға” мәҡәленең тура

мәғәнәһе яп – ябай хәҡиҡәт, ә образлы йөкмәткеһе ғәжәп тәрән, уны күп

ваҡиғаларға ҡарата ҡулланып була. Тимәк,  фекер кинәйәле мәғәнә,

образлылыҡ ҡабул иткәс һәм тейешле формаға һалынғас ҡына мәҡәлгә

күсә, поэтик ижад дәрәжәһенә күтәрелә, артабан дөйөм халыҡ тарафынан

ҡулланылып йөрөтөлә башлай.


2 бүлек. Мәҡәлдәрҙең төркөмдәре.

Башҡорт мәҡәлдәренең идея – тематик йөкмәткеһе ғәжәп дәрәжәлә киң.

Улар халҡыбыҙ тормошоноң бөтә сфераларына ла ҡағыла. Мәҡәлдәрҙе был

күҙлектән ентекле байҡап сығыу мөмкин түгел. Был урында, мин, фәҡәт төп

темаларҙы ғына айырып күрһәтергә миҫалдар килтереү менән сикләнер

инем.

Ошондай мөһим темалар булып түбәндәгеләр тора:

1) Ватанға, Тыуған ил һәм халыҡҡа мөхәббәт,  уларға бәйле башҡа темалар

Үҙ илем – алтын бишек,  кеше иленең төбө тишек. Сит илдә солтан

булғансы, үҙ илеңдә олтан бул. Ир яҙмышы ил ҡулында, ил яҙмышы ир

ҡулында. Ир – егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. Алтын – көмөш яуған ерҙән,

тыуған – үҫкән ер артыҡ. Ил төкөрһә - күл була. Халыҡ теләһә - хан дөйәһен

һуйҙырыр.

2) Дуҫлыҡ, иптәшлек, туғанлыҡ темаһы.

Дуҫтың иҫкеһе,  тундың яңыһы яҡшы. Дошманды һөйөндөрмә,  дуҫыңды

көйөндөрмә. Ике ыласын талашһа, бер ҡоҙғонға ем булыр. Дуҫың дуҫ

булһын, иҫәбең дөрөҫ булһын.

3) Аҡыл, һөнәр, хеҙмәт тәрбиәһе.

Аҡыллының аты арымаҫ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Хеҙмәттә

үткән ғүмер – алтын ғүмер. Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр. Дөйәләй

алтының булғансы, төймәләй алтының булһын.

4) Уҡыу, белем алыу темаһы.

Уҡыған уҙыр, уҡымығын туҙыр. Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу.

Белемең менән меңде еңерһең.

5) Ғаилә мөнәсәбәттәре, әҙәп , тәрбиә темаһы.

Ата - әсәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер. Ғәҙәтһеҙ кеше - әҙәпһеҙ кеше.

Йәшлектә тырыш булһаң, ҡартлыҡта тыныс булырһың. Үҙеңде ҙурлама,

кешене хурлама.

Хәҙерге заман проблемаһына әйләнгән,  ғаиләләр тарҡалыуы,  ир – аттың  

бала тәрбәиләүҙә,  мал табыуҙа ситләтелгән роле мәҡәл -әйтемдәребеҙҙең

асылына бөтөнләй тап килмәй. Әйтергә кәрәк, үҙҙәренең йөкмәткеһе

йәһәтенән бындай мәҡәлдәр шаҡтай ҡаршылыҡлы. Бер яҡтан ҡарағанда,

халыҡ телендә “Яҡшы ир – ил күрке,  Яҡшы ҡатын – ир күрке”, “Ир менән

ҡатын – бер йән, бер тән”, “Ир – беләк, ҡатын - терәк” кеүек ғаилә

тормошонда, хужалыҡ эштәрендә уларҙың икеһен дә тиң күреп һүрәтләгән

мәҡәлдәр менән бер рәттән һирәкләп булһа ла, “Ир – баш, ҡатын – муйын”,

“Һыйыр тулап ат булмаҫ, ҡатын тулап баш булмаҫ” кеүек мәҡәлдәр ҙә

осрай. Мәҡәлдәрҙә ир һәм ҡатындарҙың хужалыҡ вазифалары бик асыҡ

төҫмөрләнә. Уны “Ир – тышта, ҡатын - өйҙә” тибындағы мәҡәл аша

билдәләп булыр ине, йәғни ирҙәрҙең төп вазифаһы – ғаиләне материаль

яҡтан тәьмин итең, халыҡ әйткәнсә, мал табыу, ҡатын – ҡыҙ иһә шуны

хужаларса файҙаланыу, хәстәрләү менән мәшғүл. Әгәр,  буласаҡ ир –

егеттәребеҙҙе “Эштән берәү ҙә үлмәгән”, “Ир – егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә

аҙ” тигән кеүек мәҡәлдәргә таянып тәрбиәләгәндә яҡшыраҡ булмаҫмы икән?

  Халыҡ ижадында бала тәрбиәләүгә лә ҙур урын бирелгән;  “Балалы өй –

баҙар,  балаһыҙ өй – маҙар”.  “Ғаиләлә ир баланың да, ҡыҙ баланың да үҙ

урыны бар, үҙенсә шатлығы бар”. “Улы барҙың урыны бар, ҡыҙы барҙың

ҡәҙере бар”.

Әйтеп үткәнемсә, ҡатын – ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡларға, бала бағып өй

йылыһын һаҡларға бурыслы. Быға бер ни тиклем асыҡлыҡ индереү

маҡсатында  мин,  меңәр йыл элек ижад ителгән  “Урал батыр” эпосына ла

мөрәжәғәт итмәй булдыра алманым. Кешене атай - әсәй генә түгел,  мөхит

тә тәрбиәләй. “Урал батыр” эпосы ижад ителгән осор менән беҙҙең заман

араһында тиҫтәләгән быуат ята. Эпоста халыҡ педагогикаһы, уның тәрбиәүи

ҡараштары ярылып ята. Әммә шуныһы ғәжәп: кешенең күңел

доньяһы әллә ни үҙгәреш кисермәй. Яратыу – яратмау, киң күңеллелек –

көнсөллөк, яҡшылыҡ – яуызлыҡ, ихласлыҡ – ике йөҙлөлөк,  асыҡлыҡ –

аҫтыртынлыҡ һәм башҡа бик күп тойғо– хистәрҙән торған эске донья, күңел

доньяһы шул уҡ. Иғтибар менән ентекләп өйрәнһәң,  эпостың һәр һүҙе,

кинәйә менән әйтелгән һәр фекере тәрән мәғәнәгә эйә һәм бөгөнгө көнгә

тап килә. Мәҫәлән, баланы тыйыу. Эпос ике төрлө холоҡло балаларҙың –

Шүлгән менән Уралдың бәхәсе менән башлана. Атай менән әсәй – Йәнбирҙе

менән  Йәнбикә “ҡанды һыуһын” яһаһа ла улдарын эсеүҙән тыя. Урал

атаһын тыңлай, ҡабырсаҡтағы ҡанға теймәй ә Шүлгән ҡанды тәмләп ҡарай.

Ни өсөн Урал атаһын тыңлай, ә Шүлгән тыңламай, үҙенсә эшләй?  

Күреүебеҙсә, Йәнбирҙе ҡарт уландарын ҡан эсеүҙән тыя, ләкин  ни өсөн

уларға ҡан эсергә ярамағанлығын аңлатмай. Ләкин, ҡанды эсергә ярамау

тураһында киҫәтә. “Ата һүҙен тотмаған – оролған да, бәрелгән” мәҡәле

эпостың төп йөкмәткеһен асып бирә. Тимәк , баланың доньяға

ҡарашы үҙ ҡарашы ҡалыплашҡанға тиклем үк, ун йәшкә саҡлы, фәҡәт

дөрөҫлөктө аңлатып, мәҡәл - әйтемдәр нигеҙендә дәлилләп тәрбиәләү

мөһим. Шүлгән менән Уралды тәрбиәләүҙә әсә йоғонтоһо тойолмай.

Йәнбикә фәҡәт ире менән бергә ризыҡ табыу хәстәрлеге күрә. Балалар

тулыһынса үҙаллы. Үҙаллылыҡтың төрлө һөҙөмтәләргә килтереүе көн кеүек

асыҡ. Был миҫал бер ни тиклем хәҙерге заманға ла ауаздаш булып тора, тип

әйтер инем . Сөнки, ҡатын –ҡыҙ ирҙәр менән бер рәттән мал табыусы ролен

бик яҡшы алып бара, шул уҡ ваҡытта, уның балалары интернет -

телевидение йоғонтоһонда тәрбиәләнә. Был инде үҙ сиратында, фекерләү

ҡеүәһе үҫешмәгән, үҙ теленең үҙенсәлектәрен белмәгән,  хатта үҙ телен

аңлауҙан мәхрүм булған быуынға килтерә.

Ә шулай ҙа, мәҡәл - әйтемдәребеҙҙең телмәребеҙҙән бөтөнләй төшөп

ҡалған, юйылған тип әйтмәҫ инем. Доньяһын да гөрләтеп көткән,  баларына

өлгөлө тәрбиә биргән ғаиләләребеҙ, әлбиттә, бихисап. Уларға ярҙамға,

иманым камил, олатай - өләсәйҙәр киләләр. Сөнки, әлеге ваҡытта, беҙ,

күберәк ололар ауыҙынан мәҡәл, кинәйә менән әйтелгән уй – фекрҙәрҙе

ишетәбеҙ.


3 бүлек.  Дәрестәрҙә мәҡәлдәрҙең роле

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға иғтибар артты, уны

юғарырыҡ кимәлгә күтәрергә, уҡытыусыларға ижади эшләргә

мөмкинселектәр асылды. Милләтте тергеҙеүҙә,  милли традицияларҙы

үҫтереүҙә башҡорт теле дәрестәренең роле баһалап бөткөһөҙ, милли рухты

тәрбиәләүҙә ярҙамы һиҙелерлек. Милли рух ул – үҙ халҡыңа һөйөү, үҙ

телеңде һәмуның менән бергә башҡа телдәрҙе хөрмәт итеү, халҡыңдың

ижадын, традицияларын ҡабул итеү, һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу.

Бына ошо идеяларҙы уҡыусыларға еткереү, улар өҫтөндә эшләү – мәктәп

уҡытыусыларының бурысы, һәм беҙ, тел уҡытыусылары, был ҙур

яуаплылыҡты тойоп, бөтә мөмкинселектәрҙе файҙаланып, балаларҙа әсә

теленә, тыуған еренә, халҡына һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Әҙәби

әҫәрҙәр менән бер рәттән, халыҡ ижадына, мәҡәлдәргә, әкиәттәргә,

йомаҡ – һынамыштарға ҙур иғтибар бирәбеҙ.

Халыҡтың тормош тәжрибәһен туплаған мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе

дәрестәрҙә бигерәк тә киң ҡулланабыҙ, уҡыусыларҙан уларҙы белдерегә

тырышабыҙ. “Оло һүҙен тыңламаған – оролған да бәрелгән” кеүек мәҡәлдәр

ололарға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтә. Сөнки беҙҙең халыҡта

ололарҙы хөрмәт итеү – бик борондан килгән ғәҙәт. Ул халыҡтың йөҙөн

билдәләй.

Мин үҙемдең дәрестәремдә лә мәҡәлдәрҙе ҡулланырға тырышам. Был

темаға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында, төрлө эш алымдарын башҡарам,

сөнки мәҡәлдәр менән байытылған тема, йәки әйтергә теләгән уй – фекер

уҡыусыларға нығыраҡ тәьҫир итә.

1. Уҡыусыларҙың бығаса үҙләштергән мәҡәлдәр багажын төрлө алымдар

менән тикшереп ҡарау яҡшы һөҙөмтә бирә. Улар сәмләнеп китәләр һәм был

өлкәлә белемдәре һайыраҡ булған ҡайһы бер уҡыусылар өҫтәмә материал

табып уҡыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

2. Уҡыусыларҙан үҙҙәре белгән мәҡәлдәрҙе әйттереп кенә ҡалмау, һәр

осраҡта уларҙың мәғәнәләрен нисек аңлауҙарын һәм аңларға кәрәклеген

асыҡлай.

3. Айырым, билдәләнгән темаларға , әйтәйек, тыуған илгә, халыҡҡа,  ғаилә ,

эш – хеҙмәткә һәм башҡа темаларға мәҡәлдәр әйттереү.

4. 1-се кластарҙан таныш булған мәҡәлдәргә нигеҙләнгән, “мәҡәлде әйтеп

бөтөр” кеүек уйын алымдары ҡулланып эш үткәреү. Тәүҙә уҡыусыларға

таныш бер- ике мәҡәлдең башын әйтәм, уҡыусылар уның ахырын тултырып

ҡуя.

Уҡытыусы:                                   Уҡыусылар:

Кем эшләмәй...                             шул ашамай.

Уҡыған уҙыр....                             уҡымаған туҙыр

Артабан уҡыусылар уйынды үҙ-ара дауам итә. Теләгән берәү мәҡәлдең

башын әйтә, ҡалғандар уның аҙағын әйтеп бирәләр.

Уйын алып барыусы:               Яуап биреүселәр:

Егет кешегә.......                     етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Белеме барҙың........               ҡәҙере бар.

1.  Рус халыҡ мәҡәлдәрен беләләрме?

(Белергә тейештәр, сөнки рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә улар бик күп

мәҡәлдәр менән танышалар.) Уҡыусылар “Ученье – свет, а неученье, -тьма”,

“Хочешь есть калачи, так не сиди на печи” кеүек мәҡәлдәр килтерә алалар.

1. Был мәҡәлдәр русса нисек әйтелә?

Кем эшләмәй, шул ашамай.

Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

2. Темаға ярашлы үҙҙәре мәҡәлдәр төҙөйҙәр.

“Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй” мәҡәленә оҡшатып мәҡәлдәр төҙөйҙәр.

Уҡыусылар: “Бер биттән китап булмай”, “Бер бүрәнәнән өй булмай” , “Бер

япраҡлы ағас булмай” кеүегерәк миҫалдарҙы килтерәләр.

2. Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килгән мәҡәлде тап.

 Рус мәктәптәре программаһына ярашлы, 3 класта  әкиәттәр бүлегенә

йомғаҡ яһағанда ла мәҡәлдәрҙе отошло ҡулланырға мөмкин.

Әкиәттәр исемлеге:           Мәҡәлдәр:

Йомарт ҡуян.                     Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

Аҡбулат.                            Көҙгөгә ышанма, үҙеңә ышан.

Юлдыбай.                         Ауға барһаң, зирәк бул, иптәшеңә терәк бул.

Ялҡау кәзә.                       Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ.

3. Таблицаны тултыр.

7-8 кластарҙа синтаксис ҡағиҙәләрен үткәндә, миҫалдарҙы мәҡәлдәрҙән алыу уңышлы була. Артабан мәҡәлдәрҙәге ритмға, образлы һүҙҙәр һайлауға иғтибар ителенә. Әңгәмә аҙағында, таҡтала таблица һыҙыла. Ул, уҡытыусы һөйләгәндәрҙән сығып, түбәндәгесә тултырыла.

Халыҡ мәҡәлдәренең                      Миҫалдар

төҙөлөшө                                        

Бер ябай һөйләмдән                        Аш эйәһе менән татлы.

Ике ябай һөйләмдән                       Бер йыл тартай һимерә,

                                                        Бер йыл бүҙәнә һимерә.

Ҡапма-ҡаршы ҡуйылған ике             Тундың яңыһы, дуҫтың иҫкеһе яҡшы.

өлөштән килә.

Һуҙынҡы өнәрҙең ҡабатланыуы        Алма ағасынан алыҫ төшмәй.

(аллигерация)                                   Уҡыған уҙыр, уҡымаған туҙыр.

Тартынҡылар ҡабатланыуы              Кем эшләмәй, шул ашамай.

(ассонанс)

Оҡшаш ижектәр сиратлашыуы          Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде

                                                        бүре ашар

Образлы оҡшатыуҙар                       Йыландың аяғын күрмәҫһең,    

(параллелизмдар)                            байҙың ашын күрмәҫһең.

Йомғаҡлау.

Мәҡәл үҙ аллы жанр булһа ла, телдә ул үҙ алдына ғына

йәшәмәй. Кешеләр һөйләшкән, әңгәмәләшкән саҡта үҙ фекерҙәрен

ҡеүәтләп ебәрер өсөн тапҡыр һүҙҙәр ҡулланалар. Минеңсә,  телебеҙҙең

киләсәген хәстәрләргә әле лә һуң түгел. Бының өсөн әллә ни күп кәрәкмәй.

 

 

     

 


 


Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Ситдиҡова Г.Р. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо – мәҡәлдәрҙә һәм

        әйтемдәрҙә. – Өфө: “Виртуаль”, 2002 – 80 б.

  1.  Башҡорт халыҡ ижады. I том.Өфө “Китап” 1995
  2. Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге/ И.М, Ғарипов.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994.-168 бит.
  3.  Русско-Башкирский учебный словарь. Уфа “Китап” 2001.
  4.  Ru.wikipedia.org

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной комп...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды ҡулланыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә мөһим роль уйнай. Ерле материалды ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла йәнлерәк итә....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре...

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива

laquo;Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива...