Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды ҡулланыу.
статья по теме
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә мөһим роль уйнай. Ерле материалды ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла йәнлерәк итә.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
statya_po_ekologicheskomu_vospitaniyu.docx | 30.04 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды файҙаланыу.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тыуған яҡты өйрәнеү өсөн күп мөмкинлектәр бар. Үҙ туған телең, әҙәбиәтең, мәҙәниәтең аша тәрбиәнең төп нигеҙҙәре һалына тиһәк тә хаталанмабыҙ. Халҡыбыҙҙың меңәр йылдарға һуҙылған тарихына күҙ һалһаҡ, тыуған яҡ, изге төйәк йәшәү урыны ғына түгел, йәшәү сығанағы, белем һәм тәрбиә өлкәһендәге төп «дәреслек» хеҙмәтен дә үтәгән.
«Башҡорт урман эргәһенән барһа – урмандар тураһында, тау буйлап барһа – тау тураһында, йылға буйлап барһа, йылға тураһында йырлай. Ағасты ул һылыу ҡыҙ менән , ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра»,-тигән Башҡортостанды өйрәнеүсе рус ғалимы Р.Г. Игнатьев. Был һүҙҙәрҙә халыҡтың үҙ тыуған төйәген идеаллаштырыуын, изгеләштереүен, рухи донъяһы менән бәйләнеүен күрәбеҙ. Ул ғына ла түгел, Башҡортостандың һәр төбәге, үҙәге, тауы, йылғаһы, туғайы, үҙәне, уйһыуы халыҡтың үткән тормошон сағылдырған легендаға, йырға, бәйеткә бәйле тарих һаҡлай. Борон-борондан өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәренән кеселәргә шундай фәһемле тарихты һөйләгәндәр, уларға тыуған ер, төбәк тураһында белем биргәндәр, шул урынға ҡарата һөйөү тәрбиәләгәндәр, һәр ерҙең үҙенә генә хас матурлығын күрергә өйрәткәндәр. Халыҡ тарихы уның ижады аша ер-һыу атамаларына, фольклор материалдарына бәйле рәүештә тәрбиә һәм белем сығанағына әүерелгән.
Мин, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, ерле материалды файҙаланып, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләргә, уның тарихына, ер-һыу атамаларының килеп сығышына иғтибар бүлергә тырышам.
Минең ҡарашҡа, бөгөнгө көндә был бик актуаль, сөнки халҡыбыҙ йәшәгән урынын, килеп сығышын, тарихи үҫеш юлын, мәҙәни дәрәжәһен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йола-ҡанундарын, тормош-көнкүрешен, дини ышаныуҙарын, географик мөхит менән тарихи бәйләнешен асыҡларға тейеш. Барлыҡ төр географик берәмектәрҙе өйрәнеү, халҡыбыҙҙың борондан ҡулланып килгән тел ынйыларын берәмтекләп барлау, телдең хужаһы булған халыҡ тарихын объектив тикшереү һәм яҙыу өсөн баһаһы булмаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә.
Беҙҙең мәктәпкә Нөгөш уҡыусыларынан тыш, Эткөсөк, Әбет, Ерек, Түбәнгеташ, Һәргәй ауылдарынан йөрөп уҡыйҙар. Атамалар тураһында һөйләшкәндә улар үҙҙәренең ауылындағы ер-һыу атамаларын миҫалға килтерәләр. Ә ни эшләп улай атала икән тигән һорау бирһәм, күбеһе белмәй. Мин уҡыусыларға теге йәки был атаманың килеп сығышын оло быуын кешеләренән һорашып, яҙып алырға ҡушам.
Ер-һыу атамалары дәрестәрҙе йәнләндерә, уҡыусыға өҫтәлмә материал бирә, Тыуған илгә, ергә һәм үҙ теленә һөйөү тәрбиәләй, тел ғилеменә ҡыҙыҡһыныу уята, балаларҙың тәбиғәткә ыңғай ҡарашын үҫтерә, телмәр мәҙәниәтен тулыландыра. Бигерәк тә башҡорт мөхитендә тыуып үҫмәгән, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен белеп етмәгән уҡыусылар өсөн топонимдар үҙенсәлекле һәм файҙалы материал булып тора. Мин үҙем Нөгөш йылғаһы бассейнының топонимдар һүҙлеген төҙөнөм.
Дәрестәрҙә башланған экологик тәрбиә, дәрестәрҙән һуң да дауам итә. Уҡыусыларҙың тәбиғәткә арнап яҙылған шиғырҙары, мәҡәләләре райондың «Көнгәк», республиканың балалар өсөн сыҡҡан «Йәншишмә» гәзиттәрендә баҫылып тора. «Башҡортостан» милли паркы ойошторған «Парктар маршы» конкурсында, мәғариф бүлеге үткәргән «Ғилем көнө»ндә», «Кейекбаев уҡыуҙары», «Ломоносов уҡыуҙары»нда уҡыусыларым тикшеренеү эштәре менән ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"
Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"...
Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)
Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"(презентация)...
Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»
Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной комп...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү
Бөгөнгө көндә һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....
«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»
ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...
Мастер - класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)
Тәнҡитле фекерләү технологияһының синквейн алымыныңдиамант төрө....
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива
laquo;Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива...