Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү
проект на тему

Сайетова Гульнара Мубаракьяновна

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл proekt.docx996.75 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә

һөйләү телмәрен үҫтереү.

Педагогик проект.

     Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, унда нимә “яҙаһың, һалаһың”, шул уның йәшәйеш йөкмәткеһенең, мәғәнәһенең нигеҙен тәшкил итә, ғүмерлеккә уға йәшәү ҡанундары булып хеҙмәт итә, тормошҡа юл күрһәтеүсе маяҡ ролен үтәй. Кеше телдән, телмәрҙән башҡа белем ала алмай, уның аҡыл үҫеше лә артта ҡала. Телмәр ни тиклем үҫешкән, камиллашҡан, тыңлаусы шул тиклем тиҙерәк аңлай. Һөйләү телмәре уҡыусыға йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн генә түгел, мәктәптә уңышлы уҡыр өсөн дә кәрәк.

     Һуңғы йылдарҙа телевизор, компьютер күп иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусылар һаны бик аҙ, йәш үҫмерҙәр араһында юҡ та тиерлек. Шунлыҡтан әҙәби һөйләү телмәр кимәле түбән. Был уҡыусыларҙың ғына түгел, ә глобаль заман проблемаһы. Ошонан сығып, мин үҙемдең эшемдең проблемаһын билдәләнем:уҡыусыларҙың һөйләү телмәтен үҫтереү.

    Бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәсьәләһе – тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә актуаль һанала. Был факттар мине «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү» темаһы буйынса проект өҫтөндә эшләргә этәрҙе.

      Эшемдең нигеҙендә бөйөк педагог Амонашвилиҙың гуманистик идеялары, Ильиндың уҡытыуҙы тормош менән үрелеп алып барылыуы, Эльконин-Давыдовтың үҫтереү технологиялары, практик уҡытыусыларҙың хеҙмәте, төрлө технологиялары ята.

      Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә минең педагогик эшмәкәрлегемдең маҡсаты: уҡыусыларҙың башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеүҙә төрлө метод һәм алымдар ҡулланыу.

     Маҡсаттан сығып бурыстар билдәләнде:

  • Үҙ фекереңде әйтә алыу күнекмәләрен формалаштырыу (элементар диалог төҙөргә өйрәтеү);
  • Уҡыу процесында яңы технологиялар һәм методтар ҡулланыу.

Һөйләү телмәрен үҫтереүҙең гипотезаһы нимәлә?

  • Телмәр этикетын үҫтереү;
  • Белем кимәлен үҫтереү;
  • Туған телен, тыуған илен, халҡын яратҡан, уның үткәненә, хәҙергеһенә, киләсәгенә битараф булмаған шәхес, үҙ иленең патриотын әҙерләү, үҫтереү.

Педагогик проектта ҡатнашыусылар итеп уҡыусыларҙы,

ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы һайланым.

     Проектты тормошҡа ашырыу өс этапҡа бүленгән:

I этап – эҙерлек этабы: бөйөк педагогтарҙың, практик уҡытыусыларҙың хеҙмәтен өйрәнеү, яңы технологиялар, алымдар үҙләштереү, мәктәп уҡыусылары тураһында мәғлүмәт туплау.

II этап -  төп этап: практик эш башҡарыу.

III этап – йомғаҡлау.

I этап – эҙерлек этабында йыйылған материалдарҙан асыҡланыуы буйынса:

12-се мәктәптә 993 уҡыусы белем ала, шуларҙың:

Рус милләтенән – 450, 45,3%

Татар милләтенән – 227,  22,9%

Башҡорт милләтенән – 215,  21,7%

Башҡа милләттән – 101, 10,1% тәшкил итә.

      Башҡорт милләтенән булған 215 уҡыусы  21,7% тәшкил итә һәм туған тел булараҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтен барыһы ла өйрәнә. Әммә ошо башҡорт милләтле уҡыусыларҙы телде белеү кимәленә ҡарап шарты рәүештә өс төркөмгә бүлергә мөмкин:

1. башҡорт телен белгән һәм аралашҡан балалар;

2.башҡорт телен аңлаған, ләкин үҙ фекерен әйтә алмаған балалар.

3. башҡорт телен аңламаған, белмәгән балалар.

      II этапта I этапта өйрәнелгән материалдарға нигеҙләнеп һөйләү телмәрен үҫтереүҙә төрлө технологиялар, методтар, алымдар ҡулланыу.

      Дәресте һәр ваҡыт артикуляцион күнегеү менән башлайым, сөнки ҡала балалары башҡорт теленең спицифик өндәрен ауыр үҙләштерә.

Миҫал: ҡ-ҡыш, ң-саңғы һ.б.

      Һүҙҙәрҙе ҡабатлау, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү кеүек эштәр башҡарыла. Был йәш үҙенсәлектәрен иҫкә алыу принцибына таянып эш төрҙәре һайланыла. Дәрестән дәрескә уҡыусы телмәренең һүҙ байлығына, телмәренә иғтибар итеү кәрәк, сөнки һүҙҙәрҙе ятламайынса тел өйрәнелмәй. Был сит ил телдәрен өйрәнеү методикаһында иҫбатланған. Шулай итеп, телмәр үҫтереүҙә һүҙлектәр ҙур роль уйнай.

      Дәрестә һәр ваҡыт күргәҙмәлелек (һүрәттәр, уйынсыҡтар, сюжетлы картиналар, предметтар, аудо-видио материалдар) ҡулланам. Был алым предметты танып белеү һәләтен үҫтерә.

     Әҙер телмәр-ҡалыптары (шаблон) хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыуға булышлыҡ итә һәм киләсәктә һөйләү телмәрендә ҡулланырға була. Мәҫәлән:

  • Һинең яратҡан ашың(китабың, дәресең)?
  • Әле нисәнсе йыл(ай, дәрес)?
  • Миңә китап (дәфтәр, ҡәләм) кәрәк.

Һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу уҡыусылар өсөн ҡатмарлы эш

төрҙәренән һанала. Ялғауҙарҙы ныҡлап үҙләштермәй башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшеп булмай. Ялғауҙар һәм теркәүестәрҙе иҫтә ҡалдырырлыҡ итеп һөйләмдәр бирәм:

Ялғауҙар:                                                    Теркәүестәр:

-да, -дә                                                         да, дә

-та, -тә                                                          та, тә

-ҙа, -ҙә                                                          ҙа, ҙә

-ла, -лә                                                          ла, лә

Ағиҙел дә, Ҡариҙел дә – Башҡортостанда.

Әсәй ҙә, атай ҙа өйҙә.

Уҡыусыларҙың үҙҙәренә шундай типтағы һөйләмдәр төҙөтәм. Был коммуникатив принципҡа нигеҙләнеп эшләнә.

      Һүҙ төркөмдәрен йомғаҡлау дәрестәрендә, яҙыусының биографияһын үткәндән һуң схема төҙөү (Штейнберг тәҡдим иткән алым) уҡыусыларҙың белемен тикшереүгә, нығытыуға, хәтерҙә ҡалдырыуҙа, системаға килтереүҙе генә түгел, бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереүгә лә ярҙам итә.

Традицион методикалар менән бергә яңы технологиялар ҡулланыуҙа бик отошло.

      Мин үҙ эшемдә Л.А.Ефросининаның моделләү технологияһынан бер нисә элементтарын ҡулланам. Был алым, билдәле шартлы тамғалар ҡулланып, балаларҙы төрлө әҙәби жанрҙағы текстарҙы моделләргә өйрәтә, бәйләнешле телмәр үҫтерә. Жанр төрҙәре түбәндәгесә тамғалана:

Әҫәр темаһы түбәндәгесә төҫтәр менән билдәләнә:

Ошо тамғалар ярҙамында әҫәргә түбәндәгесә карта-схема  яһала:

Мәҫәлән:

Был хикәйәгә карта-схема:

Был карта-схема уҡыусыларҙың хәтерендә нығыраҡ ҡала, уларҙа төрлө әҙәби жанрҙағы текстарҙы танып белергә өйрәтә, башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалмай, бәйле һөйләү телмәрен үҫтереүгә лә булышлыҡ итә. Шулай уҡ әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса модель төҙөү һөйләү телмәрен үҫтереүҙә һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Һорауҙар ярҙамында төп персонажды, геройҙы билдәләү, уның атамаһын беренсе хәреф менән билдәләп, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы күрһәтеү, йомғаҡлауҙы схема рәүешендә күрһәтеү. Мәҫәлән, ошо уҡ хикәйәгә схематик план:

План-модель буйынса йөкмәткегә эҙмә-эҙлекле һорауҙар төҙөү, яуаптар биреү, уҡыусының танып белеү һәм һөйләү телмәрен үҫтерә. Бындай типта өй эше биреү уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арттыра. План-модельды яҡлау һөйләү телмәре дәрәжәһен үҫтерә.

      Ҡала мәктәптәрендә был проект нигеҙендә эшләү ыңғай һөҙөмтә бирә. Уҡыусылар дәрескә шатланып килә, телдә теләп өйрәнә. Мин был проект өҫтәндә өсөнсө йыл эшләйем. Беренсе йыл мин төрлө мәғлүмәт, матнриалдар йыйҙым һәм эксперименталь класс итеп 2009-2010 йылда 1а,б,3а,б кластарын алдым,ә 1в,г,3в,г класында традицион методтар ҡулланып уҡыттым. Ошо ваҡыт эсендә мин түбәндәге һөҙөмтәләргә өлгәштем. Диагностика ярҙамында уҡыусыларҙың өлгәшеү кимәлен диаграммала күрһәттем.

Диаграмма аша минең педагогик эшмәкәрлегемдең һөҙөмтәһе күренә. Уҡыусыларҙа төрлө мәктәп һәм ҡала күләмендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашыу теләге арта һәм төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Был педагогик проек менән мәктәп методик ойошмаһында сығыш яһаным. Проект өҫтөндә эш дауам итә. Һөҙөмтәләр аҡланыр тип ышанам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной комп...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды ҡулланыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә мөһим роль уйнай. Ерле материалды ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла йәнлерәк итә....

Презентация на мастер-класс по теме"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереү"

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән алымдар...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре...

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива

laquo;Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива...