"Башҡортостан - тыуған ерем" (телдән журнал)
план-конспект урока

Ахмедьянова Физалия Ильгизовна

Класс етәнсеһенә "Башҡортостан - тыуған ерем" темаһына телдән журнал

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkortostan_-_tyugan_erem.docx16.3 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан- тыуған ерем

(телдән журнал)

Маҡсат: 1. Башҡортостан тураһында белемдәрен арттырыу, йылғалары, күлдәре, мәмерйәләре, башҡорттарҙың нимә менән шөғөлләнеүе, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ тураһында белешмә биреү. 2. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. 3. Иғтибарҙы, күҙҙаллауҙы үҫтереү.

Йыһазландырыу: ребус, әкиәт, шиғырҙар, күргәҙмә материалдар.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты.

-Һаумыһығыҙ, балалар! Ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашығыҙ. Ултырығыҙ.

-Беҙҙең класс сәғәтебеҙ журнал формаһында үтер. Телдән журнал тип атала.Теманы белер өсөн ребус сисәйек.

2. Ребус сисеү. Теманы асыу. Белемдәрҙе актуалләштереү.

Буратино       шалҡан    портфель     торна    суртан

Ба                    шҡ              ор                то         стан

Башҡортостан

  • Нимә ул Башҡортостан?
  • Нимә ул тыуған ер?
  • Республикабыҙҙың баш ҡалаһы нисек атала?
  • Башҡортостандың башлығы кем?
  • Башҡортостандың флагы ниндәй төҫтәрҙән тора?

Башҡортостан тураһында һөйләү.

Башҡортостанда убалы тигеҙлек тә, ҡылғанлы дала ла, күккә олғашҡан тауҙар ҙа , ҡуйы урмандар ҙа бар.

Гүзәл Һаҡмар, етеҙ Йылайыр, мул һыулы Дим, йырлы Йүрүҙән, һалҡын Ҡариҙел, йырҙарға һалынған Ағиҙел, бихисап шишмәләр иле лә Башҡортостан.

Киң билдәле Асылыкүл, Яҡтыкүл, Йылҡысыҡҡан, Талҡаҫ кеүек күлдәр бар.

Тау йылғалары үҙәндәрендә карст мәмерйәләре күп. Улар араһында Шүлгәнташ, Ҡотоҡ-Сумған, Аҫҡын боҙло мәмерйәләре.

Файҙалы ҡаҙылмалар:  нефть, газ, һоро күмер, баҡыр, алтын, тимер, гипс, эзбисташ, кварц һ.б. бар.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бик бай.

Йомарт халыҡлы, күркәм тәбиғәтле, файҙалы ҡаҙылмаларға бай гүзәл Башҡортостаныбыҙ. Тиҫтәләгән шифаханалары, ҡымыҙы, балы, төрлө талант эйәләре менән данлы илебеҙ.

Йылҡысылыҡ традицияһы һаҡланған. Башҡорт аттары халыҡ байрамдарын , спорт бәйгеләрен биҙәй, ауыл хужалығында ла алыштырғыҙыҙ ярҙамсы булып килә. Йылҡы һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ мең ауырыуға дауа.

Йырсы ла, бейеүсе лә башҡорт халҡы.

  • Ниндәй йылғалар иҫегеҙҙә ҡалды?
  • Күлдәр?
  • Мәмерйәләр?
  • Ошо байлыҡты, матурлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн нимәләр эшләр кәрәк?

Ҡағиҙә:

  1. Йәнлектәргә мәрхәмәтле булайыҡ.
  2. Сәскәләрҙе өҙөргә ашыҡмайыҡ.
  3. Сүп-сар ҡалдырмайыҡ.
  4. Ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын  һындырмайыҡ.
  5. .......

׀V. Әкиәт “Япраҡ менән Ҡырмыҫҡа”М.Кәрим. (3-сө бит)

  • Мин һеҙгә әкиәт һөйләйем, ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.
  • Әкиәттә ниндәй миҙгел һүрәтләнгән?
  • Мин ҡайҙа ултыра инем?
  • Ҡапыл нимә осоп төштө?
  • Ул нимә тип Һөйләнә?
  • Япраҡ эргәһенә нимә килде?
  • Ул нимә эшләгән?
  • Ямғыр яуа башлағас, ҡырмыҫҡа нимә аҫтына йәшенде?
  • Ҡырмыҫҡа ҡай:а ҡайтып китте?

V. Мәҡәл. ( 4-cе бит).

Ил ҡәҙерен белмәгән – башын юғалтҡан,

Ер ҡәҙерен белмәгән – ашын юғалтҡан.

V׀. Шиғырҙар. (5-се бит)

  • Башҡортостанға арналған шиғырҙар, йырҙар бик күп. Шуларҙың бер нисәһен хәҙер һөйләп китегеҙ.

Йыр “Башҡортостан”

VΙΙ.  Йомғаҡлау.

-Дәрестә нимә менән шөғөлләндек?

- Нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды?

- Нимәләр оҡшаны?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостан -тыуған илем.Байрам.

Башҡортостандың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сара....

Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»

Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему:  «Башҡортостан—тыуған ерем»...

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән эш программаһы

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән (тормош һабаҡтары)  3 класс өсөн эш программаһы...

Минең Башҡортостаным

К дню Башкортостана посвящается...

урок в 3 классе "Башҡортостан тәбиғәте"

Тема. Башҡортостан тәбиғәте.Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тек...

Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"

Был сценарий   2019 йыл -  Рәсәйҙә  Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының  Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығ...