Минең Башҡортостаным
классный час (4 класс) на тему

Исламгулова Марьям Кинзябаевна

К дню Башкортостана посвящается

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_bashkortostanym.docx16.39 КБ

Предварительный просмотр:

Әҙәби- музыкаль композиция  “Минең Башҡортостаным”

Маҡсат: Балаларҙың үҙҙәренең республикаһы, халҡы, теле, йырҙары, бейеүҙәре, мәҡәлдәре, Башҡортостандың атрибуттары тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, үҙ халҡы, теле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

Алып барыусы: Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар.

Алып барыусы: Бөгөн беҙ Башҡортостан республикаһының 1990 йылдың

11 октябрендә үҙаллылыҡ алған көнөнә арналған  байрамға йыйылғанбыҙ.

  • Тыуған көнөң менән, Республикам,

Татыулығы һәр бер милләттең.

Тыныс йәшәү һинән- минән тора,

 Тыныс йәшәү менән ҡиммәтһең.

  • Тыуған көнөң менән, Республикам,

Тыуған көнөң менән, милләттәш!

Бәхет кенә теләп бер-беребеҙгә,

Тупланайыҡ милләт, дуҫ-иптәш.

Алып барыусы: Тыуған ерем Башҡортостан! Һин минең күңелемә шул ҡәҙәр яҡынһың, шул ҡәҙәр изгеһең!

Алып барыусы: Беренсе тапҡыр ҡояшты, зәңгәр күк йөҙөн һиндә күрҙем, тупраҡ йылылығын һиндә тойҙом мин. Икмәктең тәмен, ҡәҙерен белергә лә һин өйрәттең, тыуған ер.

Алып барыусы: Тирә-яҡта һайраусы ҡоштар тауышы, аҡрын ғына аҡҡан йылғалар, күккә үрелеп үҫкән йәшел ағастарҙан күҙҙәр ҡамаша.

Алып барыусы: Башҡортостан- иҫ киткес матур һәм бай республика ул. Шундай гүзәл төбәктә тыуыуыма шатланам да, ғорурланам да.

  • Киң яланың, ҡуйы урмандарың

Күҙҙең яуын алып торалар.

Ожмахтарға тиң ил  Башҡортостан,

Шулай тиҙәр беҙгә ололар.

  • Мин – башҡортмон.

Башҡортостанымда

Наҙлы гөлдәй иркә үҫкәнмен.

Тыуған яҡтың алҡын шишмәһенән

Иң-иң татлы һыуҙар эскәнмен.

  • Я люблю степной простор,

Вольный мой Башкортостан.

Я люблю седины гор,

Мудрый мой Башкортостан.

  • Есть на свете много стран,

Есть на свете чудеса,

Мне милей Башкортостан,

И родные голоса.

Алып барыусы:  Башҡортостандың тарихы бик бай. Күпме фажиғә, юғалтыуҙар кисергән минең илем, әммә бирешмәгән. Һәм халҡым яңынан ҡалҡып күтәрелгән, тамыр йәйгән, тормош ағасын һындырмаған, өҙмәгән, тыуған ерен ҡәҙерләгән.

Алып барыусы: Башҡорт ере ҙур, унда башҡорттар, татарҙар, рустар, сыуаштар, удмурттар, марийҙар һәм башҡа милләт кешеләре берҙәм һәм дуҫ булып йәшәйҙәр.

  • Бөйөк Урал минең башҡортомдоң

Нәҡ үҙеләй, бөйөк мөһабәт.

Һәр милләтте арбап, әсир иткән

Башҡорт төйәгенә - мөхәббәт.

  • Ҡосағыңа алған бар милләтте

Миңә дуҫ һәм туған иткәнһең.

Башҡортостан, һин бит минең өсөн

Һауа кеүек кәрәк икәнһен!

  • Бар булмышым, бар бәхетем менән

Бурыслымын, илем үҙеңә.

Мине алда оло тормош көтә-

Фатиха бир, илем ҡыҙыңа!

  • Яҙмышыңа яҡты бөркә-бөркә

Миңә янаһы ла янаһы.

Сөнки ил яҙмышы- минең яҙмыш,

Мин бит- Башҡортостан балаһы!

Алып барыусы: Тыуған ерем! Атам-әсәм теле! Әгәр мин үҙ телемде белмәһәм, тыуған еремдән ситтә йәшәһәм, үҙемде бәхетле тип әйтә алмаҫ инем. “Теле барҙың – иле бар”, - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Тыуған ерҙе туған телһеҙ күҙ алдына килтереп булмай.

Алып барыусы: Һәр бер әсә үҙенең сабыйына “балам” тип өндәшә. Баланың беренсе әйткән һүҙе лә туған телендә яңғырай бит. Минең туған телем- башҡорт теле. Мин башҡорт телен яратып, ғорурланып һөйләшәм.

  • Гүзәл илдә тыуҙым, баҫып торам,

Баҫҡан ерем-Урал ҡайрағы.

Мосолманлыҡ, паклык һәм зәңгәр күк-

Башҡортостанымдың байрағы.

  • Зәңгәр күк - ул тыныслығы илдең

Ҡурай моңо түккән еремдә.

Герб, гимны булған минең илдең

Үҙ һүҙе бар илдәр түрендә.

  • Бар ул башҡорт, булған һәм буласаҡ-

Дуҫлыҡ һаҡлап ҡалған милләтте.

Меңәр йылдар бөлгән, һаҡлап килгән

Милләт тигән бөйөк мөлкәтте.

  • Ихлас илдә тыуҙым, күп милләтле,

Дуҫлыҡ иле бит һин, бергенәм.

Халҡым йәшәр, йәшәйәсәк, беләм,

Башҡортостан ғорур илгенәм!

Алып барыусы: Халҡыбыҙҙың киләсәге, илебеҙҙең һәм телебеҙҙең яҙмышы беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Башҡортостандың байлығын һаҡлап, яҡлап, үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә һөйләшкән халыҡ булып ҡалайыҡ.

Алып барыусы: Башҡортостандың киләсәге өмөтлө булыр, халҡыбыҙҙың рухы, теле мәңге йәшәр, тыуған яғыбыҙ сәскә атыр, тип ышанайыҡ, сөнки илде үҙ ҡулыбыҙға алырҙай ышаныслы быуын – беҙ үҫеп киләбеҙ!

Алып барыусы: Оло байрам – Башҡортостан көнөнә арналған ҙур булмаған концерт тәҡдим итәбеҙ.

( концерт номерҙары)

Алып барыусы:

Наҙлы ҡурай,

Һинең сихри моңоң

Йөрәктәрҙе арбай, елкетә,

Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла юлдаш,

Башҡорт ҡурайына ни етә.

“Тылсымлы ҡурай” Муртазина Элина  башҡара.

“Халыҡтар дуҫлығы” бейеүе

3-сө, 4-се класс уҡыусылары башҡарыуында “Вальс”.

Уҡытыусы:  Хәҙер иғтибарығыҙға 3-сө класс уҡыусылары башҡарыуында “Маҡтансыҡ әтәс”фильм-спектакль тәҡдим итәбеҙ.

Уҡытыусы: Был фильм-спектаклде ҡуйыусы  Нәйлә Чулпановнаға, ҙур ярҙам итеүсе тәрбиәселәргә, Ләйсән апайға  рәхмәтемде белдереп китмәксемен.

Ошоноң менән Республика көнөнә арналған байрам тамам. Йорт-илгә  именлек,  һеҙгә һаулыҡ, уңыштар теләп хушлашабыҙ. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостан -тыуған илем.Байрам.

Башҡортостандың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сара....

Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»

Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему:  «Башҡортостан—тыуған ерем»...

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән эш программаһы

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән (тормош һабаҡтары)  3 класс өсөн эш программаһы...

Минем туган ягым, минем мәктәбем, минем профессиональ эшчәнлегем

Кили башлангыч мәктәбендә       1992 нче   елдан эшлим. Педагогик эш стажым – 27 ел.Укытучы буларак тормыш девизым- Укучылар өчен һәр дәрес ачыш, һәр дәрес...

урок в 3 классе "Башҡортостан тәбиғәте"

Тема. Башҡортостан тәбиғәте.Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тек...

Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"

Был сценарий   2019 йыл -  Рәсәйҙә  Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының  Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығ...