Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән эш программаһы
рабочая программа (3 класс) на тему

Валиахметова Фанира Камиловна

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән (тормош һабаҡтары)  3 класс өсөн эш программаһы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon рабочая программа по ИКБ148 КБ

Предварительный просмотр:

Йөкмәтке

    1.Аңлатма яҙыу..........................................................................................................................................2

    2.   Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы ……………………………………………………2

    3. Уҡыу предметының  уҡыу планында урыны…………………………………………………………3

    4. Предмет йөкмәткеһендә сағылыш тапҡан ҡиммәттәр………………………………………………..3

    5. Предмет өйрәнеүҙең шәхси, предмет,  метапредмет  һөҙөмтәләре……………………………….4

   6. Уҡыу предметының йөкмәткеһе…………………………………………………………………………5

  7. Тематик планлаштырыу     һәм уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәре………………………………………………………………………………………………………….7

  8.Белем биреү процесының  материаль- техник материалдар  менән тәьмин ителеүе.............................8

9.Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары…………………………………..9

1.Аңлатма яҙыу

“Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте “ буйынса эш программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо. Программаның нигеҙенә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланылған Программа алынды, (авторы Бураҡаева М.С.,Юлмөхәмәтов, Өфө “Китап” 2011)

        “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте “   программаһы «Мәғариф тураһындағы законға», Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарына, «Башҡортостан халыҡтары телдәре законы», «Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы» һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнелде                    

 “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте “   дәрестәренә программаға һәм базис уҡыу планына ярашлы аҙнаға 1 дәрес, йылға 34 дәрес бүленә.

  “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте “      («Тормош һабаҡтары»)курсының төп бурыстары:

     —  Башҡортостан  Республикаһында йәшәүсе  бөтөн милләт  вәкилдәре менән үҙ-ара  татыу, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыуға булышлыҡ итеү; шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙға күп һанлы милләттәр араһында йотолоп,  юғалып ҡалмау, тиндәр араһында тиң  тойоп  йәшәү  өсөн  ниндәй йүнәлештә үҫергә кәрәклеген аңлатыу;

        — тыуған төйәккә, башҡорттарҙың һәм Башҡортостан республикаһында йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең мәҙәни ҡиммәттәренә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу;

        —  халҡыбыҙҙың матди  һәм рухи  байлығы менән таныштырыу;

        — тәбиғәткә  һәм тәбиғәт  байлығына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;

        — йәш быуынды ғаилә тормошона һәм үҙаллылыҡҡа әҙерләү;

 —  мәҙәниәт,  сәнғәт,  фән  өлкәһендәге  күренекле әһелдәребеҙ менән таныштырыу. 

2.   Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы

Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын — тәрбиәле йәмғиәт,ышаныслы  бөгөнгөбөҙ,  өмөтлө  киләсәгебеҙ ул.  Шуның өсөн мәктәптәрҙә, гимназияларҙа һәм лицейҙарҙа, шулай уҡ башҡа уҡыу  йорттарыңда  ла төплө  белем биреү менән  бер  рәттән уҡыусыла   кешелеклелек   һыҙаттары,  әҙәплелек   тәрбиәләү мөҡәддәс бурыс һанала. Ә кеше үҙ халҡының быуындан-быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, шул  нигеҙҙә тәрбиә алғанда, физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхләҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле,  әҙәпле, йәмғиәттең  тулы ҡанлы ағзаһы итеп иҫәпләй  ала.  Фәҡәт  сәләмәт  рухлы  кеше генә йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниҙер эшләй, уның алға китеүенә тос

өлөш индерә ала.Ундай  тәрбиәгә  өлгәшеүҙә һәр  халыҡтың  үҙенең һыналған тәрбиә ҡанундары — халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай.

Халыҡ  педагогикаһы — кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндә үк  тыуған  ғилем.  Һәр заман үҙе  туплаған аҡыл, тәжрибә нигеҙендә үҙен алмаштырасаҡ быуынды һәйбәтерәк, зиһенлерәк,  аңлыраҡ, юғарыраҡ зауыҡлы итеп тәрбиәләргә тырышҡан, уның өсөн бөтөн  көсөн,  белемен, тәжрибәһен һалған. Шул нигеҙҙә кешелек донъяһы үҫә, камиллаша,  алғабара.

        «Тормош һабаҡтары» халыҡ  педагогикаһы нигеҙендә белем һәм тәрбиә биреүҙе системаға һалып, махсус программа буйынса алып барыла. Шул уҡ ваҡытта был предмет һәр баланың шәхси үҙенсәлеген дә,  башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген  дә күҙҙә  тотоп,  тәрбиә  мәсьәләһенә айырым иғтибар  итеү  мотлаҡ.  Үҙ  халҡы, милләте,  тарихы өсөн ғорурлана алған, халыҡтың йыр-моңо күңеленә һеңгән, тыуған ерен  ғәзиз әсәһе кеүек  күргән, халҡының  рухы, маҡсаты,уй-хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән һәм тыуған теленең ҡәҙерен белеп, уның тотош байлығына  эйә булып, шул телдә уйлаған,  хыялланған, ижад иткән,  үҙенең бөтөн булмышын халҡына бағышлаған кеше генә  шәхес була ала.

       

        Программала  ҡаралған сәғәттәр һаны  һәм бирелгән темалар мотлаҡ үтәлергә тейеш.  Уҡытыусы был  предметҡа ингән ҡайһы бер темаларҙы музыка,  рәсем, хеҙмәт, тәбиғәт дәрестәре менән бергә үткәрә ала.

Уҡыусыла  тыуған илгә, тыуған төйәккә,  үҙ еренән күтәрелгән шәхестәргә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ошо төбәк тәбиғәтен өйрәнеүгә һәм күренекле әһелдәр менән танышыуға  байтаҡ ҡына  ваҡыт бүленә,  экскурсиялар өсөн махсус сәғәттәр билдәләнә.

3. Уҡыу предметының  уҡыу планында урыны.

     Программаға һәм уҡыу планына ярашлы, өсөнсө класта Баш ҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте     предметына аҙнаға 1 сәғәт, уҡыу йылына 34 сәғәт бүленә

4.    Предмет йөкмәткеһендә сағылыш тапҡан ҡиммәттәр:

-Ғүмерҙең ҡиммәте- кеше ғүмерен иң юғары ҡиммәт итеп баһалау

-Изгелектең ҡиммәте- тирә-йүндәге кешеләргә миһырбанлы, ярҙамсыл, игелекле булыу

-Ирек, намыҫ ҡиммәте- аралашыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡороу, ҡағиҙәләренең төп нигеҙе икәнлеген төшөндөрөү

-Тәбиғәттең ҡиммәте-үҙеңде тәбиғәттең бер өлөшө итеп тойоу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү

-Ғаиләнең киммәте-әҙәби белемдең йөкмәткеһе аша ғаиләгә, туғандарға ҡарата  яҡшы мөнәсәбәт булдырыуға, ихтирам һәм яуаплыҡ, рәхмәтле булыу, яратыу тойғоларын формалаштырыуға булышлыҡ итеү

Хеҙмәттең һәм ижадтың ҡиммәте-балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай. Уҡыу предметының йөкмәткеһе аша балала маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ,яуаплылыҡ, үҙ аллыҡ, хеҙмәткә һәм айырыуса яҙыусы хеҙмәтенә, ихтирам тойғоларын үҫтереү

-Гражданлыҡ киммәте- үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү.Нәфис әҙәбиәт аша илдең, республиканың тарихына , мәҙәниәтенә, теленә, тормошона, халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу

-Патриотлыҡ ҡиммәте- Рәсәйҙе, Башҡортостанды һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙәр булыу

-Кешелектең ҡиммәте-уҡыусының үҙен Башҡортостандың, Рәсәйҙең генә гражданы итеп түгел, ә бөтөн донъяның бер өлөшө итеп тойоуы, шул донъя йәшәһен, алға китһен өсөн хеҙмәттәшлек, килешеп йәшәү, мәҙәниәттәр төрлөлөгөн ихтирам итеү.

5. Предмет өйрәнеүҙең шәхси, предмет,  метапредмет һөҙөмтәләре

Баш ҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып тора;

-Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт

-Төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү

-хислелек,  үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй белеү

-башҡа кешеләрҙең хис –тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу

-матурлыҡ тойғоһо- тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һәҡсыл ҡараш

-нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү, үҙеңдең  телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу

-ғаилә киммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары

-текст авторы менән  диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу, уҡыуға ихтыяж

-үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү

-мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар-намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып, ғәфү үтенеү.

 Уҡыу предметының дөйөм (метапредмет)һөҙөмтәләре булып, универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора

   Көйләүсе УУЭ (регулятивные УУЭ)

-дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү

-уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү

-ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү.

-уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу саралары булып тора

Танып белеү УУЭ(познавательные УУД)

-текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу

-уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу, текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн уҡыу ентекләп уҡыу

-төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү(тотош текст, иллюстрация, схема, таблица)

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү(план, схема, таблица төҙөү)

-һүҙлектәр, белешмә материал менән файҙалана белеү

-анализлай һәм синтезлай белеү

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү

-фекерләй белеү

Дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы танып-белеү УУЭ үҫтереү саралары булып тора

Коммуникатив УУЭ (коммуникативные УУД)

-телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү һәм яҙма формала бирә белеү

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү

-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдеңҡарашыңды үҙгәртә алыу

-дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү

-һорауҙар бирә белеү

       

 Икенсе класты тамамлаған уҡыусы донъяла төрлө телдә һөйләшеүсе генә түгел, ә йәшәйеше менән дә айырылып торған бик күп  милләттәр  барлығын,  Тәбиғәт-Тәңре өсөн уларҙың бөтөнөһөнөң дә тиң  булыуын, береһенең дә артыҡ та, кәм дә түгеллеген,  шулай уҡ Рәсәй  илендә йәшәүселәр Рәсәй иле, республикабыҙҙа йәшәүселәр Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы ла тиң хоҡуҡлы булыуҙарын аңлатырға. Һәр милләттең үҙ мәҙәниәтен,  телен, традицияһын, тимәк,  үҙен һаҡларға хоҡуғы барлығын белергә һәм зиһененә һеңдерергә тейеш.

6. Уҡыу предметының  йөкмәткеһе

Бүлек

Дәрес темаһы

Минең тыуған яғымдың тәбиғәте 5 сәғәт

Тыуған яҡ

Көҙгө иртә

Көҙгө урман

Ауылым

Өфө – баш ҡалам

Тәбиғәттең гүзәл буяуҙары 6 сәғәт

Бесәндә

Йондоҙҙар

Таң атыу

Көньяҡмы,төньяҡмы?

Т.Ү. Инша “Ай”

Дәрес-уйын

Башҡортттарҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте 2 сәғәт

Башҡорттарҙың тәбиғәтте изгеләштереүе, йәнләндереүе һәм әҙәпкә өйрәтеүе

Шатморат уйлана

Ҡоштар һәм йәнлектәр тормошо менән танышыу 5 сәғәт

Ҡалалағы ҡоштар тормошо

Йәнлектәр тормошонан күренештәр

Тыуған төйәктең билдәле урындары

Яратҡан уйындарым

Тәбиғәттәге һындар

Башҡортостан тауҙары

Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре

Башҡортостан -Ватаным

Башҡортостан урмандары

“Урал батыр” әкиәтенән

Башҡортостанда дауаланыу урындары

Башҡорттарҙың шифалы эсемлектәре

Тәбиғәтте һаҡлау

Тәбиғәт байлығын ишәйтеү

Тәбиғәт байлығын һаҡлау

“Һаҡлайыҡ тыуған ерҙе”. Дәрес - уйын

Ағас ултыртыуҙың файҙаһы

Тәбиғәт дошмандары

Тәбиғәт – беҙҙең тыуған йортобоҙ 4 сәғәт

Беҙ – тәбиғәт дуҫтары

Беҙ – тәбиғәт дуҫтары. Дәрес – ярыш

Тәбиғәткә экскурсия

Йомғаҡлау

7. Тематик планлаштырыу     һәм уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәре

Дәрес тәртибе

Дата

Дата

Бүлек

Дәрес темаһы

Тикшереү төрө

Өй эше

Иҫкәрмәләр

1

5.09

Минең тыуған яғымдың тәбиғәте

Тыуған яҡ

Һорау –яуап

Күҙәтеүҙәреңде яҙырға

2

12.09

Көҙгө иртә

Үҙаллы эш

Тәбиғәт һаҡлау тур. һөйләргә

3

19.09

Көҙгө урман

Һүрәт буйынса эш

Күҙәтеүҙәреңде яҙырға

4

26.09

Ауылым

Ижади эш

Өҫтәлмә материал тупларға

5

3.10

Өфө – баш ҡалам

Һүрәт буйынса эш

Уҡырға, һөйләргә

6

10.10

Тәбиғәттең гүзәл буяуҙары

Бесәндә

Һорау –яуап

Күҙәтеүҙәреңде яҙырға

7

17.10

Йондоҙҙар

Һорау –яуап

План б-са һөйләргә

8

24.10

                 Таң атыу

Һүрәт буйынса эш

Йәй тураһында һөйләргә

9

7.11

Көньяҡмы,төньяҡмы?

Практик күнегеүҙәр

Өҫтәлмә материал тупларға

10

14.11

Т.Ү. Инша “Ай”

Ижади эш

Үҙ фекреңде яҙырға

11

21.11

Дәрес-уйын

Сәхнәлештереү. Ижади эш

Уҡырға, һөйләргә

12

28.11

Башҡортттарҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте

Башҡорттарҙың тәбиғәтте изгеләштереүе, йәнләндереүе һәм әҙәпкә өйрәтеүе

Һүрәт буйынса эш

Уҡырға, һөйләргә

13

5.12

Шатморат уйлана

Һорау –яуап

План б-са һөйләргә

14

12.12

Ҡоштар һәм йәнлектәр тормошо менән танышыу

Ҡалалағы ҡоштар тормошо

Һүрәт буйынса эш

Күҙәтеүҙәреңде яҙырға

15

19.12

Йәнлектәр тормошонан күренештәр

Ижади эш

Күҙәтеүҙәреңде яҙырға

16

26.12

Тыуған төйәктең билдәле урындары

Тәбиғәттәге һындар

Хикәйәләү

Өҫтәлмә материал тупларға

17

16.01

Символ

Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы

Сәхнәлештереү.

Уҡырға, һөйләргә

18

23.01

Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы

Һүрәт буйынса эш

Үҙ фекреңде яҙырға

19

30.01

Башҡортостан тауҙары

Хикәйәләү

Өҫтәлмә материал тупларға

20

6.02

Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре

Үҙаллы эш

Өҫтәлмә материал тупларға

21

13.02

Башҡортостан – минең тыуған йортом

Башҡортостан урмандары

Һорау –яуап

Тәбиғәт һаҡлау тур. һөйләргә

22

20.02

“Урал батыр” әкиәтенән

Үҙаллы эш

Уҡырға, һөйләргә

23

27.02

Башҡортостанда дауаланыу урындары

Шифаханалар

Һорау –яуап

Өҫтәлмә материал тупларға

24

5.03

Башҡорттарҙың шифалы эсемлектәре һәм улар менән дауаланыу

Һорау –яуап

Өҫтәлмә материал тупларға

25

12.03

Тәбиғәт –Кешелек донъяһының әсәһе

Тәбиғәтте һаҡлау

Үҙаллы эш

Тәбиғәт һаҡлау тураһында һөйләргә

26

19.03

Тәбиғәт байлығын ишәйтеү

Һорау –яуап

Тәбиғәт һаҡлау тур. һөйләргә

27

9.04

Тәбиғәт байлығын һаҡлау

Хикәйәләү

План б-са һөйләргә

28

16.04

“Һаҡлайыҡ тыуған ерҙе”. Дәрес - уйын

Сәхнәлештереү.

Үҙ фекреңде яҙырға

29

23.04

Ағас ултыртыуҙың файҙаһы

Практик күнегеүҙәр

Күҙәтеүҙәреңде яҙырға

30

30.04

Тәбиғәт – беҙҙең тыуған йортобоҙ

Тәбиғәт дошмандары

Һорау –яуап

Өҫтәлмә материал тупларға

31

7.05

Беҙ – тәбиғәт дуҫтары

Ижади эш

Плакат эшләргә

32

14.05

Беҙ – тәбиғәт дуҫтары. Дәрес – ярыш

Сәхнәлештереү.

Өҫтәлмә материал тупларға

33

21.05

Тәбиғәткә экскурсия

Ижади эш

Күҙәтеүҙәреңде яҙырға

34

28.05

Йомғаҡлау

Һорау –яуап

8.Белем биреү процесының  материаль-техник материалдар менән тәьмин ителеүе.

Уҡыу-уҡытыу процесы яңы стандарттарға ярашлы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

Дәреслек: .     Тормош һабаҡтары 3 класс М.С.Бураҡаева, М.Б.Юлмөхәмәтов:Башланғыс мәктәптең 3 - сө класы өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2014.

“ Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары

Компьютер, интерактив таҡта.

Интернет - ресурстар

9. Уҡыусыларҙың Баш ҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

Телдән яуаптарҙы баһалау:

Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:

1.  “тулыһынса  аңланы”

2.  “өлөшсә аңланы”

3.  “аңламаны”

Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:

1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;

    - дөрөҫ интонация менән, тулы, эстәлекле  итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;

    - тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.

4 -се класта бәйләнешле һөйләү – 10-12 һөйләмдән  тәшкил итә.

2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;

   - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла

3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;

    - 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;

   -  уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкмәткеһен  һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.

4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;

    - паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;

    - 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.

Диалогик һөйләмде баһалау:

1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;

   - әңгәмәләшенең  һорауҙарына тулы яуап  ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла

2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;

    - 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.

3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;

    - һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр  ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;

   - 4-5  һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө ҡуйыла.

4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;

    - һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;

   - 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостан -тыуған илем.Байрам.

Башҡортостандың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сара....

Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»

Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему:  «Башҡортостан—тыуған ерем»...

Минең Башҡортостаным

К дню Башкортостана посвящается...

урок в 3 классе "Башҡортостан тәбиғәте"

Тема. Башҡортостан тәбиғәте.Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тек...

Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"

Был сценарий   2019 йыл -  Рәсәйҙә  Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының  Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығ...