Башҡортостан -тыуған илем.Байрам.
методическая разработка по теме
Башҡортостандың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сара.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bash3ortostan_merpriyatie.docx | 42.3 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан-республикам минең
Фәрүәз. Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар!
Азат. Хәйерле көн , дуҫтар!
Фәрүәз. һеҙҙе ҙур байрам- республика көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Азат. Ә хәҙер һорау. Бынан нисә йыл элек, Башҡортостан республикаһының дәүләт суверенететы тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйылды?(19)
Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты кем?
Фәрүәз . Әхәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Назаров Басир шиғыр һөйләп ишеттерә
Басир. “Үҙем Президент булһам”, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.
Президент кем ул, атай?-тип
һораны бөгөн Илһам..
нисек ,әгәр мин дә үҫкәс,
үҙем президент булһам?
Тәүге президентыбыҙ ул
беҙҙең Мортаза ағай.
аҡыллы ла, бик ҡыйыу ҙа,
белемле лә һәм ябай.
Ул да кескәй малай булған
Тыуған ере Тәүәкән.
сабый саҡтан сая, тырыш,
батыр ҙа һәм тәүәккәл
Президентлыҡ- яуаплы эш,
ергә тоғролоҡ кәрәк.
ил ағаһы- ныҡлы ҡалҡан,
Һәр саҡ халҡына терәк.
Барлыҡ милләттәр дуҫлығын
иркебеҙҙе лә яҡлай,
телебеҙҙе, илебеҙҙе,
халҡыбыҙ рухын һаҡлай.
Шундай егет булып үҫһәң,
булырһың ил ағаһы.
әлегә ҙурайып, һиңә
уҡып белем алаһы.
Азат.1993йылдың 12октябрендә Башҡортостан Республикаһының Гимны һәм Гербы ҡабул ителде. Гимн- илдең суверенлығын, уның халыҡтары берҙәмлеген һәм дуҫлығын кәүҙәләндереүсе символ.
Фәрүәз. һорау ; Башҡортостан гимнының авторы кем? .(Фәрит Идрисов)
Гимн башҡарыла. Барыһы ла баҫа.
Азат. Хәкимов Фәһим шиғыр һөйләп ишеттерегә теләй.
Фәһим.Гимн яңғырай.Фаҡиһа Туғыҙбаева.
Гимн яңғырай-
ул шундай көслө:
Үрә баҫтылар
оло һәм кесе.
Гимн яңғырай-
ул шундай көслө:
Ватанын уйлай
тыңлаған кеше.
Эстән ант бирә
һөйөргә илен,
һөйөргә халҡын
һәм туған телен.
Гимн яңғырай-
ул шундай көслө:
тыңлаһам уны
ҙур үҫәм төҫлө.
Фәрүәз.Герб- хоҡуҡи дәүләтселек билдәһе. Ул закон нигеҙендә ҡабул ителә. Ә Башҡортостан Республикаһының әлеге гербында башҡорт халҡының быуаттар буйына һаҡланған тарихи йолалары сағылдырылған.
Азат.Гербтың авторы- Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов.
Фәрүәз.Салауат Ильясов һеҙгә шиғыр һөйләп ишеттергә теләй.
Салауат.Батырлыҡҡа әйҙәй. Сафуан Әлибай.
Башҡортостан гербы бөгөн
мәктәп , бүлмәне биҙәй,-
ул ил өсөн, халыҡ өсөн
батырлыҡтарға әйҙәй.
Батыр һынын сағыулата
офоҡтан ҡалҡҡан нурҙар.
батыр халҡыбыҙ мәңгегә
азатлыҡ йырын йырлар!
Йыр .Салауат.
Азат. Ә хәҙер һорау: Беҙҙең республика халҡының һаны:
-1 миллионға яҡын
-4миллиондан ашыу
-10 миллионға яғын
Фәрүәз.Борон-борондан халҡыбыҙҙың әләме лә булған. Улар үҙгәреп торған. Тәүге башҡорт хөкүмәте тарафынан 1918 йылда ҡабул ителгән флаг зәңгәр, йәшел, аҡ һыҙатлы тура мөйөшлө туҡыманан торған.
Азат.1992йылдың 25февралендә раҫланған яңы флагыбыҙҙа ла ошо төҫтәр ҡабатлана. Тик уларҙың урынлашыуы икенсе төрлөрәк.
Фәрүәз.Флагтың авторҙары- Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина.
Азат. Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Садыков Вильнур башҡарыуында шағирә Фаҡиһа Туғыҙбаеваның Яһаным матур Флаг исемле шиғыры
Вильнур.
Байрам бөгөн, байрам бөгөн-
Республикамдың көнө.
Флаг яһаным байрамға,
миңә шундай күңелле!
Флагымда зәңгәр төҫ бар,
ә уртаһы ап-аҡтан,
йәшел төҫ тә балҡып тора-
өс төҫтө лә яратам.
“Флагыңда изге төҫтәр”,-
тип ҡыуана атайым,
ап-аҡ буйҙың уртаһына
мин ҡурай ҙа яһайым.
Яһайым да мәктәбемә
тантанаға барамын.
көтөп алдыҡ
Ватанымдың
иң- иң Бөйөк байрамын!
Фәрүәз. Һеҙҙе республикабыҙ көнө менән ҡотлап йырлай Азат Ильясов. Әпипә
(йыр Әпипә)
Азат. Рәмилә Назарова һеҙгә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның Башҡортостан флагы исемле шиғрын һөйләп ишеттерергә теләй.
Рәмилә.
Башҡортостаным Флагы
тора өс төрлө төҫтән:
күк, аҡ, йәшел, ә уртаға
ҡурай сәскәһе төшкән.
зәңгәр төҫө- ул халҡымдың
уй-ниәте, сафлығы,
аҡ төҫ- ул именлек төҫө,
хеҙмәттәшлек, паклығы.
ә йәшеле- ул азатлыҡ,
мәңгелек йәшәү төҫө.
суверенлы илдә генә
халҡым булмышы, көсө.
ҡурай сәскәһе ете таж,
нигеҙе- ете ырыу;
бар милләттәр менән бергә
бәхетле тормош ҡороу.
Азат . Беҙҙең Башҡортостан республикаһы һоҡланып туйғыһыҙ матур, бай. Ошо матур тәбиғәтле илебеҙҙә төрлө милләт кешеләре йәшәй. Улар төрлө телдәрҙә һөйләшһә лә, татыу, дуҫ йәшәй.
һорау: Башҡортостан территорияһында йәшәй:
-100 милләт;
-50 -гә яҡын милләт;
-80 дән ашыу милләт кешеһе
Фәрүәз.Башҡортостан- башҡорт иле тигән һүҙ. Халҡыбыҙ борон- борондан Урал тауҙары, йылғалары буйында йәшәгән. Ошондағы матур тәбиғәткә һоҡланып, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар ижад иткән.
АЗАТ. Ә хәҙер һорау: беҙҙең башҡорт ерендә 600ҙән ашыу йылға аға . Был йылға иң ҙуры. Ул Волга Рәсәй йылғаһы өсөн иң һылыу булған кеүек, Башҡортостан өсөн иң һылыуы. Ул ниндәй йылға? (Ағиҙел)
Һорау:Урал һүҙе нимәне аңлата?(билбау-пояс)
Фәрүәз.Тыуған яғыбыҙың матурлығын данлап йырлай Фәһим Хәкимов. Барған инем.Вәсим Әхмәтшин музыкаһы, Ғәлимйән Латипов һүҙҙәре..
(Йыр. Барған инем.)
Фәрүәз.Суверенлы республика булғас, милли мәктәптәр асылды., үҙ телебеҙҙә белем алырға мөмкинселектәр тыуҙы.
Азат.Туған телем. Ирек Кинйәбулатов.
Тел илертә, тел тилертә,
телдән көслө сара юҡ.
Тел аңлатмаҫ мөғжизә юҡ,
телдәр үтмәҫ ара юҡ.
Шундай телем- башҡорт теле-
тиңгә тиң- дәүләт теле.
Халҡым менән бергә тыуған
меңләгән йылдар элек.
Тел тамыры- ил тамыры,
телем тамыры тәрән,
гүйә нескә гөл тамыры,
уны белеү ҙә кәрәк.
Яҙмышыбыҙ- тел яҙмышы,
беләм уның хаҡында.
Әгәр телем йәшәй икән,
йәшәйәсәк халҡым да.
(Йыр. Туған тел)
Фәрүәз. Валиева Наҙгөл һөйләй. Фаҡиһа Туғыҙбаева. Башҡортостан
Наҙгөл.
Башҡортостан-
тыуған илем,
ул бит һаҡлай
туған телем,
ул бит Һаҡлай
Яҡты көнөм,
бирә миңә
аҡыл, белем.
Башҡортостан-
Тыуған ерем,
әсәйемдәй
берҙән- берем!
Азат. Ә хәҙер һорау :Башҡортостанда ғәжәп бер тау бар. Ул тау Башҡортостандың иң бейек тауы һәм был тау кешеләрҙе һауыҡтырыу көсөнә эйә. Ниндәй тау ул? (Янғантау)
Фәрүәз. Садыҡов Вильнур башҡарыуында йыр “Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай”
Фәрүәз.Башҡортостан- Беҙҙең Ватан.Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.
Тыуған илем- беҙҙең урам,
тыуған яғым- ҡуйы урман,
тыуған ерем- бешкән балан,
гөл сәскәле йәшел ялан.
Үҙ еремдә-үҙ йортобоҙ,
мине һөйгән әсәм-атам,
мәктәбебеҙ, уҡытыусым,
Башҡортостан- беҙҙең Ватан.
Һандуғастар таллыҡтарҙа,
һыуҙа йөҙгән балыҡтар ҙа,
шундай гүзәл беҙҙең Ватан,
Үҙ илемде мин яратам!
Йыр Тыуған ерем.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»
Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему: «Башҡортостан—тыуған ерем»...
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән эш программаһы
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән (тормош һабаҡтары) 3 класс өсөн эш программаһы...
"Тыуған яғым Башҡортостан"
инша...
Минең Башҡортостаным
К дню Башкортостана посвящается...
урок в 3 классе "Башҡортостан тәбиғәте"
Тема. Башҡортостан тәбиғәте.Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тек...
Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"
Был сценарий 2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығ...