урок в 3 классе "Башҡортостан тәбиғәте"
план-конспект урока (3 класс) на тему
Тема. Башҡортостан тәбиғәте.
Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү, диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan_tbigte.docx | 25.02 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема. Башҡортостан тәбиғәте.
Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү, диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
УУЭ:
- Шәхескә йүнәлтелгән УУЭ: яңыны белергә, белгәндәрҙе камиллаштырыу теләге уятыу.
- Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;
- танып белеү УУЭ: тормош менән бәйләү, башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу,өлгө буйынса эш итә белеү, белгәндәрҙе ҡулланып кластер төҙөү;
- коммуникатив УУЭ: Һорауҙар биреү, уларға яуап эҙләү, башҡа уҡыусыларҙы ихтирам менән тыңлай белеүгә теләк уятыу.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Предмет Башҡортостан тәбиғәте
Белеү уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлау, һорауҙарға яуап бирә белеү.
Эшләй белеү тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу
Шәхескә йүнәлтелгән яҡшы-насар сифаттарҙы айыра белеү
Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: тәбиғәткә иғтибарлы, ихтирамлы булыу, уға ярҙам итеү
Метапредмет:
Дәрес барышы
1.Ойоштороу моменты. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. (слайд 2)
Алтын ҡояш, һаумы!
Зәңгәр һауа, һаумы!
Шаян елкәй, һаумы!
Кескәй имән, һаумы!
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә -
Сәләмләйем һеҙҙе лә.
У.Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар һәм малайҙар!
Б.Һаумыһығыҙ!
Б.Ултырығыҙ!
У.Хәҙер тәҙрә аша тышҡа, тәбиғәткә күҙ һалайыҡ. Ниндәй матур, тыныс иртә. Эшләү өсөн һауаға, ҡояшҡа үрелеп көс, дәрт алайыҡ. Беҙҙе туйҙырған ергә рәхмәт әйтәйек! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башланыҡ.
У.Дәресте башлайбыҙ.
У.Ә хәҙер слайдтағы шиғырҙы ҡарайбыҙ һәм уҡыйбыҙ. Тәүҙә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтеп китәйек. (Слайд 3)
Фонетик- артикуляцион күнегеү.
Ға-ға-ға - әйҙә киттек урманға,
Шә-шә-шә - урманда еләк бешә.
Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле,
Ге-ге-ге – ниндәй тәмле еләге.
(Шиғырҙы уҡытыусы тасуири итеп уҡып күрһәтә, аңлата, рус теленә тәржемә итә. Балалар уҡытыусы артынан хор менән ҡабатлап уҡыйҙар).
2.Актуалләштереү. Уңышлы ситуация тыуҙырыу.
а)Үтелгәнде ҡабатлау. (Слайд 4)
б)Өй эшен тикшереү.
3. Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.
Электрон дәреслек “Башкирский язык для 3-го класса.” Давлетшина М.С.
Видео “Башҡортостан тәбиғәте”
У. Видео нимә тураһында? Нимә күрҙек? Әңгәмә.
Шиғырҙы уҡыу. Аудирование.
Электрон дәреслек “Башкирский язык для 3-го класса.” Давлетшина М.С. “Уралып ятҡан Уралда...”
У.Был шиғырҙа ниндәй таныш һүҙҙәр бар?
Б. Айыу, бүре, төлкө, тауҙар, күл һүҙҙәре таныш.
У.Ә айыу, бүре, төлкө, тауҙар, күл нимә ул, нимәнең өлөшө тип әйтә алабыҙ?
Б. Айыу, бүре, төлкө, тауҙар, күл – ул тәбиғәт.
Б.Тәбиғәттең өлөшө.
У.Дөрөҫ, тәбиғәттең өлөшө, тәбиғәткә ҡарай.
У.Балалар, нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн беҙ тәбиғәт тураһында шиғыр тыңланыҡ, тәбиғәт тураһында видео ҡараныҡ?
Б.Беҙ дәрестә тәбиғәт тураһында һөйләшербеҙ тип уйлайым.
У. Дөрөҫ, афарин!
У.Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә Башҡортостан тәбиғәте тураһында һөйләшәсәкбеҙ һәм шулай уҡ ниндәй? һорауына яуап булған һүҙҙәрҙе ҡабатлап үтербеҙ. (Слайд 5)
У.Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
4.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
У.Нимә һуң ул тәбиғәт? (Слайд 6)
Б. (Слайд 7)Тауҙар, урмандар, йылғалар, күлдәр, йәнлектәр, ҡоштар, үҫемлектәр, сәскәләр,
бөжәктәр, балыҡтар һәм башҡалар.
(Уҡытыусы балаларҙың яуабынан сығып таҡтаға тау, урман, йылға, күл, йәнлектәр,
ҡоштар исемдәре яҙылған карточкаларҙы элә бара).
Һүҙлек эше.
Тәбиғәткә ҡараған һүҙҙәрҙе һүҙлектәргә яҙыу.
Һүҙлек һүҙҙәрен хор менән уҡып сығыу.
У.Ә хәҙер әйҙәгеҙ бергәләшеп Башҡортостан тәбиғәте буйлап сәйәхәткә сығабыҙ.
Тәүҙә ял итеп алайыҡ (слайд 8)
“Ҡаҙҙар осто” шиғырын һөйләү.
Ҡаҙҙар осто, ҡаҙҙар осто,
Остолар ҙа төштөләр.
Ултырҙылар, ял иттеләр,
Тағы осоп киттеләр.
Остолар, остолар,
Парта артына боҫтолар.
(Уҡыусылар шиғыр юлдарын һөйләйҙәр, ҡоштар осҡан кеүек хәрәкәттәр яһайҙар, сүкәйеп ултыралар)
Беренсе тәбиғәт мөйөшө - тауҙар. (Слайд 9) Беҙгә тауҙы аша сығырға кәрәк, ә бының өсөн беренсе эш төрөн үтәйек. Тәүҙә ниндәй? һорауына яуап булған һүҙҙәрҙе иҫкә
төшөрөп үтәйек). Мәҫәлән, матур, ҙур, бәләкәй.
У.Тау ниндәй була? тигән һорауға яуап бирәйек һәм һүҙбәйләнештәр төҙөйөк.
Бейек тау, ҙур тау, текә тау һ.б.
(Һүҙбәйләнештәрҙе дәфтәргә яҙҙырыу, 1 уҡыусыны таҡтаға сығарып яҙҙырыу.)
У.Башҡортостандағы тауҙарҙы беләһегеҙме? Исемдәрен әйтегеҙ.
Б.Урал, Ирәмәл, Ирәндек, Ямантау, Янғантау һ. б. тауҙар.
У.Артабан икенсе тәбиғәт мөйөшөбөҙ – күлдәр. (Слайд 10)
У.Күл ниндәй була?
Б.Тәрән күл, түңәрәк күл, матур күл һ. б.
У.Күлде үтергә икенсе эш төрөн башҡарырға кәрәк.
Бирелгән һүҙҙәрҙә төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙырға.
Асы . ыкүл, Ҡанд . акүл, Яҡты . үл, Талҡ . ҫ
Асылыкүл – Башҡортостандағы иң ҙур күл.
У.Өсөнсө тәбиғәт мөйөшө - урман. (Слайд 11)
У.Урман эсенә инергә кәрәк. Бының өсөн тағы бер эш төрөн үтәйек.
Ребустарҙы дөрөҫ сисһәгеҙ ағастар исемдәрен уҡырһығыҙ.
Ҡаҙ’ йылға’’ л = н, Ҡарға’’ ағас с = й, Алма’ ағас.
Ҡ а й ы н. Ҡ а р а ғ а й. А л м а ғ а с.
У.Беҙҙең урмандарҙа тағы ниндәй ағастар үҫә?
Б.Шыршы, имән, уҫаҡ, саған, йүкә һ.б. ағастар.
6.Ял минуты. У. Дүртенсе тәбиғәт мөйөшө - йәнлектәр донъяһы. (Слайд 12)
У.Ниндәй йәнлектәрҙе беләһегеҙ?
Б.Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, терпе, тейен һ. б.
У.Был тәбиғәт мөйөшөн уңышлы үтеп китер өсөн карточкалар менән эш эшләп
алайыҡ. (Уҡыусылар 3 төркөмгә бүленеп ултыралар һәм уларға йәнлектәр исемдәре яҙылған карточкалар таратып бирелә.
У.1-се төркөм йорт хайуандары исемдәре яҙылған карточкаларҙы айырып йыя.
Ат, һыйыр, һарыҡ, кәзә, бесәй, эт, ҡолон, сусҡа, үгеҙ, быҙау.
У.2-се төркөм ҡырағай йәнлектәрҙе йыя.
Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, һеләүһен, арыҫлан, юлбарыҫ,
У.3-сө төркөм Башҡортостан урмандарында йәшәгән хайуандар.
Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, тейен, терпе, мышы, болан, һеләүһен.
Электрон дәреслек “Башкирский язык для 3-го класса.” Давлетшина М.С. Словарная работа. Составление словосочетаний
У.Алтынсы туҡталыш - Ял минуты. (Слайд 13)
У.Бына беҙ һеҙҙең менән сәйәхәтебеҙҙең аҙағына еттек. Башҡортостан тәбиғәте бай һәм бик матур. Был матурлыҡты һаҡларға кәрәк. (Слайд 14)
Ә нисек һаҡларға һуң?
(Слайд 15)
Б.Ағастарҙы һындырмаҫҡа.
Б.Сәскәләрҙе күпләп өҙмәҫкә.
Б.Ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа.
Б.Урманда, йылға буйҙарында сүп-сар ҡалдырмаҫҡа.
Б.Ағастар ултыртырға.
Б.Ҡыш көнө ҡоштарға, йәнлектәргә ярҙам итергә.
У.Дөрөҫ, афарин! Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең бурысы! (Слайд 16)
6.Рефлексив анализ.
У.Шулай итеп, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Яңы нимәләр
белдек?
Б.Беҙ бөгөнгө дәрестә Башҡортостан тәбиғәте тураһында һөйләштек.
У.Нимә ул тәбиғәт?
Б.Тәбиғәт – ул тауҙар, күлдәр, урман, йылғалар, ҡоштар, йәнлектәр.
7.Баһалау
8.Өйгә эш аңлатыу.
а)Тәбиғәтте һаҡлау темаһына һүрәт төшөрөргә;
б)Яңы һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә.
ИҒТИБАРЫҒЫҘ ӨСӨН ҘУР РӘХМӘТ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Тема урока: "СОГЛАСНЫЙ ГЛУХОЙ МЯГКИЙ ЗВУК [ч’]. БУКВЫ Ч, ч" 3.Тип урока: «Урок открытия нового знания» • 4. Форма организации урока: групповая • 5.Предмет - литературное чтение (обучение грамоте) • 6.Класс: 1 • 7.Автор
·Аннотация урока2.Тема урока: " СОГЛАСНЫЙ ГЛУХОЙ МЯГКИЙ ЗВУК [ч’].БУКВЫ Ч, ч"3.Тип урока: «Урок открытия нового знания»4. Форма организации урока: групповая5.Предмет - литературное чтение (обуче...
Урок окружающего мира по теме "Если хочешь быть здоров" МБОУ лицея №32 г.Орла Тип урока: обобщение изученного материала. Форма урока: урок - путешествие Программа: УМК "Перспективная начальная школа" Учебник: Окружающий мир 2-й класс, часть 2. Авторы:
Урок окружающего мира по теме "Если хочешь быть здоров"Тишина Ирина Викторовна, учитель начальных классовМБОУ лицея №32 г.ОрлаТип урока: обобщение изученного материала.Форма урока:...
Урок окружающего мира по теме "Если хочешь быть здоров" МБОУ лицея №32 г.Орла Тип урока: обобщение изученного материала. Форма урока: урок - путешествие Программа: УМК "Перспективная начальная школа" Учебник: Окружающий мир 2-й класс, часть 2. Авторы:
Урок окружающего мира по теме "Если хочешь быть здоров"Тишина Ирина Викторовна, учитель начальных классовМБОУ лицея №32 г.ОрлаТип урока: обобщение изученного материала.Форма урока:...
Разработка урока по математике « Математический теремок» Тема урока: «ЗНАКИ «ПЛЮС» (+), «МИНУС» (–), «РАВНО» (=)» Разработка урока по математике « Математический теремок» Тема урока: «ЗНАКИ «ПЛЮС» (+), «МИНУС» (–), «РАВНО» (=)»
Цели урока: познакомить учащихся со знаками «+», «–», «=»; учить детей понимать значение данных знаков, читать равенства; работать над развитием внимания, логического мышления учащихся; при...
Конспект урока «Число и цифра 8» Тип урока: урок объяснения нового материала (урок формирования первоначальных предметных навыков и УУД, овладения новыми предметными умениями) – «Введение понятия числа и цифры 8»
Конспект урока «Число и цифра 8» Тип урока: урок объяснения нового материала (урок формирования первоначальных предметных навыков и УУД, овладения новыми предметными умениями) – «Введение п...
Урок по Основам религиозных культур и светской этики 4 класс. Модуль: Основы светской этики.Тема урока: Урок ».Добро и зло " Зачетная работа. Урок скорректирован под свой класс из многих конспектов других учителей.
Технологическая карта урока Предмет _ Основы светской этики ________________________ Класс _____4____________________ Базовый учебник ___«Основы светской этики» А. Я.Данелюк____________________...
Урок «Окружающий мир» в 4 классе. Тип урока: урок-исследование. Тема урока: «Органы чувств».
Данный урок является первым в теме»Органы чувств». Учащиеся исследуют при помощи каких органов чувств они познают окружающий мир.. - методы обучения: объяснительно-иллюстративный, частично-поиск...