Башҡортостан тәбиғәте
план-конспект урока

Шарипова Эльмира Фидарисовна

.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon salauat_yulaev.doc64 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

 

М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы буйынса

асыҡ дәрес

Тау башҡорто тоҡомонан Салауат затлы булам”

Төҙөнө һәм үткәрҙе: Шэрипова Э.Ф

2009 йыл.

Тема: “Тау башҡорто тоҡомонан Салауат затлы булам”

(М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы буйынса дәрес өлгөһө).

Дәрестең маҡсаты: 1. “Үлмәҫбай” поэмаһын анализлау. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү һәм әҫәрҙең тел-стиль үҙенселектәрен тикшереү.

 2. Уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу.

3.  Бөйөк шағирыбыҙҙың ижады менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: М. Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, “Үлмәҫбай” поэмаһының йөкмәткеһе буйынса эшләгән һүрәттәр, магнитофон, схемалар.

Дәрестең барышы.

  1. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.
  2. Магнитофондан шиғыр тыңлау.  (М.Кәрим үҙе уҡый).

Уҡытыусы: “ Илен ҙурлағанды – иле ҙурлар” тигән башҡорт мәҡәле бар бит.

Ә М.Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронтта һаҡланы, уның өсөн янды, көйҙө, ут эсенә инде. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан йөрәге менән бергә типте. Беҙ М.Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында баш эйәбеҙ.

3. М.Кәримдең биографияһын һөйләтеү.

- Ә хәҙер М.Кәримдең ҡыҫҡаса тормош юлын һәм ижадын кем һөйләп китә ала?

4. Әҫәрҙе анализлауға күсеү.

Уҡытыусы:  Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән  “Үлмәҫбай” поэмаһының йөкмәткеһе менән танышҡайныҡ, ә бөгөн әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлаясаҡбыҙ. Поэманың бер бүлеге  буйынса малайҙарға сәхнәләштерелгән өҙөк күрһәтергә ҡушылғайны. Уларҙы дәрес барышында ҡарап үтербеҙ.

- Ә хәҙер бөгөнгө көндө, теманы яҙып ҡуйығыҙ. Әҫәрҙе анализлау өсөн һеҙгә схемалар таратып бирәм.

Таҡтаға схема эленә.

Уҡытыусы: Ә хәҙер “Үлмәҫбай” поэмаһының ҡайҙа, ҡасан ижад ителгәнен әйтә алаһығыҙмы? ( 1942 йылда госпитальдә ятҡанда ул “Үлмәҫбай” поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Поэманың һуңғы өлөшөн Украинала яҙа).

Уҡытыусы:  Поэманың башында ваҡиғаларҙың экспозицияһы бирелә: автор иң элек ваҡиғалар барған урын һәм Үлмәҫбай менән таныштыра, бында һүрәтләнгән ваҡиғалар, геройҙарҙың эштәре, ҡылыҡтары , әкиәткә оҡшаш булһа ла, унда тормошта булған реаль хәлдәр, ваҡиғалар һүрәтләнәсәге тураһында иҫкәртелә.

  • Поэмала ниндәй тема яҡтыртыла? (Башҡорт яуғирҙарының һуғыштағы батырлыҡтары темаһы). (Уҡыусылар яуап бирә һәм алдарындағы схеманы тултыра баралар).
  • “Үлмәҫбай” әҫәре әҙәби жанрҙарҙың ниндәй төрөнә ҡарай? (Был әҫәр лиро-эпик жанрға ҡарай).
  • Поэмала һүрәтләнгән ваҡиғалар кем исеменән һөйләтелә?( Үлмәҫбай)
  • Поэмала Үлмәҫбайҙың башҡа тағы ниндәй персонаждар менән осрашабыҙ? (Теребай, разведчиктар).
  • Поэманың сюжет һыҙығында ниндәй ваҡиғалар ята? (Үлмәҫбайҙың һуғышта күрһәткән өс батырлығы өс мәрәкә хәл итеп һөйләнелә).
  • 1-се бүлектә нимә тураһында һөйләнелә?( 1-се бүлектә Үлмәҫбай иптәштәренә нисек итеп “тел” алып ҡайтыуын  һөйләй: ул хәрби заданияға еңдәренә ике граната һалып алып барған һәм дошман дозорына осрау менән ҡулдарын күтәргән, йәнәһе, “пленға төшә”. Уны үҙенең талабы буйынса  офицерға илтәләр. Штабта  Үлмәҫбайҙың дошман офицеры менән ҡыҫҡа ғына “гәп һатыуы” булып ала. Ул офицерға еңдәренән ике граната күрһәтә һәм киҫәтә: әгәр ҙә ҡарыша башлаһаң, “икебеҙ ҙә - көл-күмер”, ти. Бына шулай итеп, ул  немец офицерын алып ҡайта. “Тел”де ҡулға төшөрөү ваҡиғаһын Үлмәҫбай үҙенең шаян холҡо буйынса бер “һунарға барыу” кеүегерәк иттереп һөйләй).
  • Әйҙәгеҙ, 1-се бүлектән өҙөк ҡарап үтәйек. (Малайҙар сәхнәләштерелгән өҙөктө ҡарау).
  • Был бүлектә Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары менән танышабыҙ? Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа ниндәй кеше булып килеп баҫа?( Эйе, был бүлектә Үлмәҫбайҙың ҡыйыу, теүәккәл булыуын, ҡатмарлы һуыш шарттарында урындағы хәлгә ҡарап бик мәрәкә итеп һөйләй. Ул разведкаға барыу кеүек яуаплы эшкә ауырһынмай, маҡтанмай, киреһенсә, еңел тойғо, тәүәкәллек һәм үҙ көсөнә ышаныу менән сығып китә).
  • Ә дошман менән осрашҡанда ул үҙен нисек тота? (Юғалып ҡалмай, төрлө хәйләләр ҡора. Үҙ яҙмышы ҡыл осонда торғанда ла еңеүгә ышаныс менән ҡарай).
  • Үлмәҫбай образында шағир  халыҡ характерына хас ниндәй сифаттарҙы аса? (Был бүлектә шағир халыҡтың иҫ киткес ваҡытта ла юморҙы, күңел күтәренкелеген, еңеүгә булған ышанысты юғалтмауы кеүек гүзәл сифаттарын күрһәтә. Шулай уҡ батырлыҡты, ҡыйыулыҡты, сабырлыҡты, көр күңеллекте, аҡыллылыҡты кәүҙәләндерә).
  • 1-се бүлектең иң көсөргәнешле (кульминацион)  нөктәһен билдәләп үтәйек әле.
  • 2-се бүлек нисек атала? (“Үлмәҫбай туйға бара”).
  • Был бүлектә нимә тураһында һүҙ бара? (Немецтарҙың туйына барыу. Дошмандың туйы барған йортто  шартлатыуҙы - Үлмәҫбай “туй йолаһын”  башҡарыу ти.”Үҙе  биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш” ҡарттың улдары – партизандар менән Үлмәҫбай һәм дуҫы Теребай  һатлыҡ йән староста ҡыҙының немец офицерына кейәүгә сығы туйына йүнәләләр. Улар  туйҙа мылтыҡтан атыу, һауыт-һаба шалтыратыу ғәҙәте буйынса туй барған йорттоң аҫтын өҫкә килтерәләр. Шулай итеп, “башҡорттарҙың туй йолаһын дошманға күрһәтәләр”).
  • Кульминацион нөктәһе?(Туй барған өйҙө шартлатыу).
  • 3-сө бүлек нисек атала? (“Алмалар бешкән ине”.Өсөнсө осраҡта Үлмәҫбай  дуҫы Теребай менән бергә һыу инергә килгән өс фашист “имгәген” тотоп алып ҡайта).
  • Кульминацион нөктәһе? (Өс фашисты ҡулға алыу).
  • Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың батырлыҡтары “Үлмәҫбай” поэмаһында кемдәр образында дөйөмләштерелә? (Үлмәҫбай һәм Теребай)
  • Уларҙың исемдәре тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? (Уларҙың исемдәре үк  халыҡтың үлемһеҙлек, халыҡтың мәңгелек булыуын раҫлай: Үлмәҫбай образында үҙ халҡына хас иң яҡшы традициялар менән ил һөйәрлек сифаттарының бергә ҡушылыуы күренә. Ул үҙ халҡының хәрби үткәндәре һәм бөгөнгөһө менән большевик затлы егет булыуы менән ғорурлана).
  • Уларҙың  милли герой булыу сифаттары поэмала нисек һүрәтләнә? (Был батырҙарҙың ҡыйыулыҡ һәм тапҡырлыҡ сифаттары хәйләкәрлек һәм йылдамлыҡ менән дә ҡушыла).
  • Ошо урындарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ.
  • Милли характер һыҙаттары хаҡында поэманың ниндәй урындарында әйтелә? (Башҡорт йолалары, традициялары иҫкә алына).
  • Поэмала башҡорттарҙың ниндәй йолалары иҫкә алына? (Һунарсылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ).
  • Үлмәҫбай һәм Теребай һунарға нисек йөрөйҙәр? (Ат менән)
  • Эйе, М.Кәримбыл поэмаһында һыбайлы яугир образына мөрәжәғәт итә. Ир-егеттең таянысы, ҡанаты булған, егетте еңеүгә алып барыусы ат образы уның башҡа әҫәрҙәрендә лә йыш осрай.(Бер уҡыусы “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын һөйләй).
  • М.Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдарын һүрәтләгәндә ниндәй алымдар файҙалана? (Үлмәҫбай менән Теребай тормошта осрай торған реалистик образдар. Шуның менән бергә автор был образдарҙы ижад итеүҙә фантастик элементтарҙы, әкиәттәргә хас алымдарҙы файҙалана. Автор Үлмәҫбай һәм Теребайҙы, улар менән бәйле ваҡиғаларҙы, бер яҡтан, реаль һыҙаттар менән һүрәтләһә, икенсе яҡтан, үҙ геройҙарына фантастик сифаттар ҙа бирә).
  • Поэмала ни өсөн әкиәт алымдары файҙаланылған? (Ваҡиғаларҙың көсөргәнешлеген, геройҙарҙың батырлығын күпертеп күрһәтеү өсөн)
  • Үҙе биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш ҡартты беҙ ниндәй әкиәттә осратабыҙ? (“Аҡъял батыр” әкитендә)
  • Ә рус әҙәбиәтендә “Үлмәҫбай”ға оҡшаған берәй әҫәр уҡығанығыҙ бармы? (Үлмәҫбай менән Теребай образдары шат күңелле, батыр һәм тапҡыр холоҡло рядовой һалдат булыуҙары менән рус совет әҙәбиәтендә А.Твардовскийҙың рядовой Василий Теркин образына бик яҡын торалар. Айырма тик шунда: әгәр Василий Теркин образында рус халҡы характеры асыҡ сағылыш тапһа, Үлмәҫбай менән Теребай образдарында башҡорт халҡының характер үҙенселектәре кәүҙәләндерелгән. Үлмәҫбай менән   Теребай, исемдәренең үк әйтеп тороуынса, халыҡтың батырлығын һәм үлемһеҙлеген күрһәтеүсе теремек образдар улар).
  • Әҫәрҙең стиле ниндәй стилгә яҡын тора? (Йәнле һөйләү стиленә яҡын һәм унда халыҡ телендә осрай торған бик күп һүрәтләү саралары ҡулланылған).
  • Әҫәрҙә һүрәтләнгән һүрәтләү сараларын һанап сығайыҡ.

Һүрәтләү сараларына миҫалдар килтерәйек: (дәфтәрҙә)

1-се рәт                     2-се рәт                           3-сө рәт        4- се рәт

Метафора                Сағыштырыу              Эпитет                Мәҡәлдәр    

        

  • Эштәрҙе тикшерәбеҙ.

  • Поэмала ваҡиғалар бөтәһе лә Үлмәҫбай исеменән һөйләнелә, уның телмәре аша бирелә. Үлмәҫбайҙың телмәренә ниндәй сифаттар хас? Бөтә ваҡиғаларҙы ла ул ниндәй тонда һөйләй?

 ( Юмористик тонда, сатира алымы, Теребай хаҡында һөйләгәндә ғорурланыу, һоҡланыу тоны менән һөйләй).

Йомғаҡлау. 

Уҡытыусы: “Үлмәҫбай” поэмаһында һүрәтләнгән ваҡиғалар тормошта ла булған: фашистарҙы пленға алыу, тимер юлдарҙы шартлатыу, штабҡа һөжүм итеү – барыһы ла совет һалдаттарының теүәкәллеге, батырлығы, зирәклеге һөҙөмтәһе. Ошо сифаттарға Үлмәҫбай менән Теребай ҙа эйә, сөнки улар үҙ иленең ысын патриоттары, Салауат тоҡомдары.

Шулай итеп, М.Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы әҫәрҙәре тәрән патриотизм менән һуғарылған, шуға күрә улар ҙур әһәмиәткә эйә.

  • Һеҙгә “Үлмәҫбай” поэмаһы оҡшанымы? Был поэма һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты, ниндәй тәрбиә бирҙе?
  • Малайҙар, һеҙ Үлмәҫбай менән Теребай,ҙың ниндәй сифаттарын үҙегеҙҙә күрергә теләр инегеҙ? (Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәкәллек, төшөнкөлөккә бирелмәү, ауырлыҡтарға бирешмәү).

Өйгә эш: “Үлмәҫбай” поэмаһының бүлектәренә һүрәт төшөрөп килергә.

     Уҡыусыларҙың эштәрен, яуаптарын баһалау.

М.Кәримдең

“Үлмәҫбай” поэмаһы

Яҙылған

1942, 1944 йылдарҙа

Жанры

Лиро-эпик жанр. Поэма.

Тема

Башҡорт яуғирҙарының һуғыштағы батырлыҡтары

Геройҙар

Үлмәҫбай һәм Теребай,

разведчиктар

Сюжет

Үлмәҫбай һуғышта күрһәткән өс батырлығы өс мәрәкә хәл итеп һөйләнә

Йолалар

Һунарсылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ

Әкиәт алымдары

“Үҙе биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш”

Һүрәтләү саралары


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостан -тыуған илем.Байрам.

Башҡортостандың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сара....

Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»

Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему:  «Башҡортостан—тыуған ерем»...

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән эш программаһы

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән (тормош һабаҡтары)  3 класс өсөн эш программаһы...

Минең Башҡортостаным

К дню Башкортостана посвящается...

урок в 3 классе "Башҡортостан тәбиғәте"

Тема. Башҡортостан тәбиғәте.Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тек...

Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"

Был сценарий   2019 йыл -  Рәсәйҙә  Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының  Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығ...