Дәрес конспекты. Ноғман Мусин “Атайымдың ос һәнәге”. 6 класс.
план-конспект урока

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

,

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл nogman_musin.docx19.54 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ноғман Мусин “Атайымдың ос һәнәге”.

Маҡсат. 1/Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижад юлы менән танышы

2/ Туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

3/ Эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү.

Йыһазландырыу.  Дәреслек, Ноғман Мусинға плакат, карточкалар, презентация,  кәбән һүрәте.

Дөрес барышы.

I.Ойоштороу мәле.

А)Артикуляцион күнегеүҙәр.

  • Һе-һе-һе-һе
  • Һа-һа-һа-һа
  • Һү-һү-һү-һү
  • Һә-һә-һә-һә

Б)Фонетик -орфоэпик күнегеүҙәр.

Ижекләп уҡыу.

 Ҡайырылып әсәй бесән саба,

Шулай саба ине элек тә.

Мин ташыған булам ҡосаҡлап та,

Һәнәк остарына элеп тә.

II. Уҡытыусы һүҙе.

Ноғман Мусин.    Ноғман Сөләймән улы Мусин  1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Армияла хеҙмәт иткән, тыуған ауылында дүрт йыл мәктәптә уҡытҡан. Оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналы, “Башҡортостан” газетаһы редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә,Яҙыусылар союзы идараһында эшләгән.

    2001 йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелде.

Уны урман йырсыһы тип тә йөрөтәләр. Бөгөн уҡыясаҡ әҫәрҙе иғтибар менән тыңлағыҙ һәм ул нимә тураһында икәнлеген дәрес аҙағында әйтерһегеҙ.

-Һеҙҙең бесән йыйғанығыҙ йәки уны йыйғанды күргәнегеҙ бармы?

III. Һүҙлек эше. 

  • Һәнәк – вилы
  • Ос һәнәге – вилы тройчатки
  • Ҡомартҡы - реликвия,памятник.
  • Һелкәүес - широкое, продолговатое - корыто для просеивания зерна
  • Кәбән- стог
  • Күбә - куча сена
  • Эҫкерт - скирда

IV.Төп өлөш.

-Мин өҙөктө уҡыйым,ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.Таныш булмаған һүҙҙәрҙе билдәләй барығыҙ.Өҙөктө уҡый башлау.

Сылбыр менән уҡыу.

Динамик уҡыу.

Разведкалы уҡыу.

Ял минуты.

Күрһәт әле, үҫкәнем ,нисек бесән сабалар?

Бына шулай, бына шулай, шулай бесән сабалар.

Күрһәт әле, үҫкәнем, нисек бесән йыялар?

Бына шулай, бына шулай, шулай бесән йыялар.

Күрһәт әле, үҫкәнем, нисек кәбән ҡоялар?

Бына шулай, бына шулай, шулай кәбән ҡоялар.

V.Грамматик тема өҫтөндә эш.

Башҡорт телендә лә рус телендәге кеүек һүҙҙәр төрлө формалар менән яһала: тамыр,ҡушма,яһалма,парлы .

Тамыр.

  • Бесән
  • Атай
  • Әсәй
  • Ҡорал
  • Һәнәк
  • Килен

Ҡушма.

  • Ашъяулыҡ
  • Көнбайыш
  • Йәноҙаҡ
  • Кинйәбай

Яһалма.

  • Бесәнсе
  • Күбәсе
  • Шатлыҡ
  • Ашанты

Парлы.

  • Үлә-бата
  • Хәбәр-хәтер
  • Ут-һыу

VI.Хәҙер парҙар менән эшләп алайыҡ.

А)Карточкалар менән эш.

Текстан төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табып яҙырға.

  1. , тор,улым,тор.
  2. Һаумы,  килен.
  3. Әсәйем йәйеп ашарға ултыртып йөрөй.
  4. йүгереп ҡайттым.

Б)Карточкалар менән эш.

Һүҙҙәргә яһаусы ялғауҙар өҫтәп яҙығыҙ.

Бесән…

Кәбән…

Дуҫ…

Шат…

Уҡыу…

Йыр…

Йомғаҡлау.

  • Әҫәр нимә тураһында ине?
  • Эйе,беҙҙең гүзәл тәбиғәтебеҙ тураһында.

Быйыл  Башҡортостанда “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы”.Һеҙ уның эмблемаһын таҡтала күрәһегеҙ. Беҙ ҙә тәбиғәтте яҡлайыҡ,һаҡлайыҡ.Уның дуҫтары булайыҡ.

Рәхимле бул күркәм сәхрәгә,

Хуш еҫтәрен бөрккән сәскәгә,

Рәхимле бул шишмә-ағасҡа,

Һыуын һәм емешен алғас та.

(Ҡайсын Кулиев)

Уҡыусылар һеҙ бөгөн бик күп эш эшләнегеҙ.Ниндәй күп кәбән ҡойҙоғоҙ.Хәҙер шул кәбәндәрегеҙҙе таҡтаға йәбештерегеҙ.

Башҡорт халыҡ мәҡәле әйткәндәй,эшләһәң эш ҡарышмай ул.

VII. Өй эше.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект урока по информатики. "Истинное и ложное" 2 класс

Познакомить с истинными и ложными высказываниями, оперировать словами ИСТИНА и ЛОЖЬ Развивать словесно – логическую память, абстрактное мышление, устойчивое внимание, устную связную речь; мелкую му...

Конспект урока по русскому языку во 2-3 классе-комплекте. Тема урока: Речевой этикет (2 класс). Употребление в речи имен прилагательных. (3 класс)

Конспект урока по русскому языку во 2-3 классе-комплекте 2 класс3 классТема урока: Речевой этикет.Тема урока: Употребление в речи имен прилагательных. Цели урока:...

План-конспект урока в малокомплектной школе по математике 2 класс "Решение задач на нахождение суммы" и по истории в 4 классе "Рождение русского флота. Великая Северная экспедиция Витуса Беринга".

Урок во 2 и 4 классах. На уроке математики учащиеся знакомятся с решением задач на нахождение суммы, а в 4 классе расширяют знания о Петре I, знакомятся с географическими открытиями, сделанными В. Бер...

Конспект урока по модулю Основы светской этики.4 класс. Тема "Добро и зло" - учитель начальных классов МБОУ СОШ №4 Рахимова Фарзана Фаритовна

цели.Образовательная- познакомить с основными этическими понятиями: добро и зло;развивающая – развитие умения анализировать, активно воспринимать и осмысливать информацию;воспитательная – воспитывать ...

Конспект урока по математике с использованием метода «Перевернутый класс» Тема: «Площадь прямоугольника» (3 класс)

Урок математики представлен с использованием метода «перевернутый класс». Перед уроком ребята дома самостоятельно изучают тему: "Площадь прямоугольника", выполняют карточки ...

Конспект урока № 1 по физической культуре в 3 классе 2 четверть, "Подвижные игры", 3 класс

Тема урока: «Подвижные игры»Цель урока: Развитие физических качеств посредством подвижных игрПланируемые результаты:Предметные:Знать правила подвижных игр;Знать правила техники безопасност...