Рабочая программа "Уйнай-уйнай өйрәнәбеҙ "
рабочая программа
Рабочая программа для 1-4 классов по внеурочному занятию для школ с башкирским обучением.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Ктп по внеурочному занятию 1-4 класс "Уйнай - уйнай өйрәнәбеҙ" | 58.05 КБ |
Предварительный просмотр:
. Башҡортостан Республикаһы
Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылы
Муниципиаль дөйөм белем биреү учреждениеһы
«Ҡаралды» «Килешелде» «Раҫланды»
Мәктәп ММБ ултырышында Директорҙың УТЭ урынбаҫары мәктәп директоры
Протокол № _________ ________ /Р.М.Йомағужина/ _____ /Н.Ғ.Иҙрисова/
«___» _______ 20___ й. «___» _______ 20___ й . Приказ № ______
«___» _______ 20___ й.
Кластан тыш эшмәкәрлек буйынса
уҡыу-уҡытыу эш программаһы
Кластан тыш эшмәкәрлек йүнәлеше: дөйөм интеллектуаль
Кластан тыш эшмәкәрлектең исеме: “Уйнай-уйнай өйрәнәм”
Ойоштороу формаһы:түңәрәк(кружок)
Класс: 1-4 класс
Дөйөм сәғәттәр һаны: 135 сәғәт
Аҙнаға сәғәттәр һаны: 1 сәғәт
Программа:төҙөүселәре Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 – се кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә программа.
Уҡытыусы: Ноғманова Гөлсара Мәғсүм ҡыҙы
2018 йыл
Аңлатма яҙыу
“Башҡорт телен өйрәнәм” түңәрәгенең уҡыу- уҡытыу программаһы “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына, “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, 2017/2018 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә,Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округы муниципаль мәғариф учреждениеһы “Мостай Кәрим исемендәге 158-се Өфө ҡала Башҡорт гимназияһынының” уҡыу планына таянып эшләнде.
Был документтарҙа милли мәктәптәрҙә туған телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнгән. Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға,уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.
Түңәрәктә яңы технологиялар ( үҫтереүсе уҡытыу, проблемалы, проектлау) һәм уйындар ҡулланыла.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика.
«Башҡорт телен өйрәнәм» түңәрәгендә башҡорт теле предметы ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:
- Предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;
- Уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;
- Яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;
- Тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;
- Орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;
- Башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;
Программаның йөкмәткеһе
Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала.
- Фонетика. «Өн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр, уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.
- Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йы, йә ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю,я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.
- Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. Һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә. та-тә. ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре.
- Һөйләм. Һорау һөйләм . Өндәү һөйләм. Хәбәр һөйләм. О-ө хәрефле һүҙҙәр. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү.
- Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем-фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.
- Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу.
- Хәрефтәрҙе айырым һәм бер-береһе менән тоташтырып таҙа яҙыу. һүҙ һәм һөйләмдәрҙе, текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау. Уҡытыусы ҡушҡанды аңларға өйрәнеү. Үҙ-ара һөйләшеү (диалог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға өйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.
- Тыуған төйәк, үҙебеҙ йәшәгән урын тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәреү.
- Шиғыр, хикәйә яҙыу күнекмәләренә өйрәтеү. Ғилми-тикшеренү эштәренә әҙерлек, проект эштәре башҡарыу.Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуға әҙерлек.
Уҡыу йылы аҙағына уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар
Шәхси үҫеш кимәле.
«Башҡорт телен өйрәнәбеҙ» түңәрәген үткәргәндә , уҡыусыны шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурыстарын ҡуя:
- телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;
- тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;
- кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;
- уҡылған әҫәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.
Метапредмет кимәле
Ойоштороу эшмәкәрлеге:
- уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;
- дәрестә эш барышын һөйләп барыу;
- дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;
- уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;
- коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.
Танып белеү эшмәкәрлеге:
- дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);
- дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;
- бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;
- уҡылған текстың йөкмәткеһен һөйләү.
Аралашыу эшмәкәрлеге:
- фекереңде телдән формалаштырыу;
- кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;
- тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;
- тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;
- уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.
Предмет үҙләштереү кимәле:
- тексты һөйләмдәр теҙмәһенән әйыра белеү;
- бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;
- тексты ентекле һөйләй белеү;
- хикәйә төҙөү;
- һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү. Дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;
- һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;
- һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;
- баҫма тексты күсереп яҙыу, диктант итеп яҙыу;
- тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.
1-се класс: бөтәһе 33 сәғәт, аҙнаһына 1 сәғәт.
Тематик планлаштырыу.
№ | Тема | Сәғәттәрһаны | Үткәреү ваҡыты | Факт сәғәт |
I | Белем,мәктәп, класс һәм һабаҡташтар , ғаилә тураһында тәүге төшөнсәләр биреү. | 7 | ||
1 | Беҙҙең ғаилә | 1 | ||
2 | “Ололар әйткәнде тыңлау | 1 | ||
3 | Дәрескә кәртәләү яһаныҡ | 1 | ||
4 | Ғаилә ағзалары | 1 | ||
5 | Туғанлыҡ атамалары | 1 | ||
6 | Өләсәйемдең һандығы | 1 | ||
7 | Өләсәй- ҡояш. | 1 | ||
II | Ғаилә хеҙмәт менән йәшәй | 5 | ||
8 | Хикәйә сәхнәләштереү | 1 | ||
9 | Хикәйә сәхнәләштереү, ҡунаҡтар саҡырыу | 1 | ||
10 | Атайымдың эш ҡоралдары | 1 | ||
11 | Һүрәт менән эшләү | 1 | ||
12 | Беҙҙең баҡса | 1 | ||
III | Беҙҙең өйөбөҙ | 6 | ||
13 | Йорт йыһаздары | 1 | ||
14 | Хөрмәт итеү тигән һүҙ бәйләнеше менән эшләү | 1 | ||
15 | Бүләккә һүрәт | 1 | ||
16 | Дәфтәрҙәге һүрәткә аңлатма биреү. | 1 | ||
17 | Өләсәйем һөйләгәне | 1 | ||
18 | Ауыҙ асып тыңлау, аңлатма биреү | 1 | ||
IV | Башҡорттарҙың хужалығы | 4 | ||
19 | Дәфтәр- дәреслектәге һүрәт менән эш | 1 | ||
20 | Йорт- малдарының аиамалары менән танышыу. | 1 | ||
21 | Ҡолонҡай хикәйәһен уҡыу. | 1 | ||
22 | Ят тауыҡ. Йорт малдарының ҡушаматтары. | 1 | ||
V | Һаҡсыллыҡ – ваҡсыллыҡ түгел | 2 | ||
23 | Балаларҙа һаҡсыллыҡ тәрбиәләү | 1 | ||
24 | Оло йөрәкле тигән һүҙбәйләнешкә һүрәт | 1 | ||
VI | Башҡорт ғаиләһенең хәле | 3 | ||
25 | Милли кейемдәрҙең атамаларын үҙләштереү | 1 | ||
26 | Милли аштар тураһында белешмә биреү | 1 | ||
27 | Алтын ҡуллы һүҙбәйләнешенә аңлатма биреү | 1 | ||
VII | Ғаиләнең ял ваҡыты | 4 | ||
28 | Телеңде йоторлоҡ аҙыҡтар | 1 | ||
29 | Хикәйә өҫтөндә эш | 1 | ||
30 | Ауыл менән ҡала тәбиғәте тураһында һөйләшеү | 1 | ||
31 | Нимә ул бәхет? Нимә ул һағыныу? | 1 | ||
VII | Балаларҙы тәбиғәткә алып сығыу | 3 | ||
32 | Ағастар, ҡоштар, бөжәктәр төрлөлөгө | 1 | ||
33 | Тәбиғәт матурлығы, уны ҡәҙерләү тураһында һөйләшеү. | 1 | ||
Бөтәһе: | 33 |
2-се класс: бөтәһе 34 сәғәт, аҙнаһына 1 сәғәт.
Тематик планлаштырыу.
№ | Тема | Сәғәттәр һаны | Үткәреү ваҡыты | Факт сәғәт |
Йәйге ялым | 1 | |||
1 | Мин аралашҡан кешеләр | 1 | ||
Туғандарым күңел нурҙарым | 1 | |||
2 | Туғанлыҡ терминдарын иҫкә төшөрөү, нығытыу | 1 | ||
Туғандар һәм дуҫтар | 2 | |||
3 | Атай әсәй яғынан туғандар | 1 | ||
4 | Туғанлыҡ тураһында мәҡәлдәр | 1 | ||
Беҙҙең заттың хөрмәтле кешеләре | 3 | |||
5 | Өлкәндәр менән балалар мөнәсәбәте | 1 | ||
6 | Ҡалабыҙҙың хөрмәтле кешеләре | 1 | ||
7 | Абруй ҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы менән осрашыу | 1 | ||
Минең атайым | 2 | |||
8 | Атай һабағы нимә ул? | 1 | ||
9 | Ир- егет булыу өсөн нимә кәрәк(мәҡәлдәр менән эш) | 1 | ||
Башҡа яҡтарҙа йәшәүсе туғандар | 3 | |||
10 | Хат яҙырға өйрәтеү. Һүҙбәйләнештәрҙе урынлы ҡулланыу. | 1 | ||
Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы | 1 | |||
11 | Ҡунаҡ ҡаршылау һәм оҙатыу йолаһы. | 1 | ||
Әсәй яғынан туғандар | ||||
12 | Ҡоҙа һәм ҡоҙасалар, улар кемдәр? | 1 | ||
13 | Туғанлыҡ атамаларын нығытыу.Уларҙы һөйләмдә урынлы ҡулланыу күнекмәләре. | 1 | ||
Минең дуҫ-иштәрем | 3 | |||
14 | Ысын дуҫ ниндәйбулырға тейеш? | 1 | ||
15 | «Йылан» хикәйһе менән танышыу. мәҡәлдәр менән эш. | 1 | ||
16 | Һабаҡташтарым | 1 | ||
Дуҫлыҡ | 2 | |||
17 | Тормоштан ваҡиғалар.Хикәйә яҙыу. | 1 | ||
18 | Тормоштан ваҡиғалар.Хикәйә яҙыу. | 1 | ||
Уйын һәм уның әһәмиәте | 1 | |||
19 | Буҙ яратҡан уйындар. | 2 | ||
Ярҙам | 2 | |||
20 | Нимә ул ярҙам? | 1 | ||
21 | Бәләкәй туғандарға, ололарға ярҙам.Мәҡәлдәр менән эш. | 1 | ||
Матурлыҡ | 1 | |||
22 | Матурлыҡ тураһында төшөнсә. | 1 | ||
Беҙҙең класс малайҙары | 1 | |||
23 | «Ярымһаҡланыу» хикәйәһен уҡыу. Беҙҙең класс малайҙарының иң һәйбәт сифаттары. | 1 | ||
Беҙҙең класс ҡыҙҙары | 1 | |||
24 | Биҙәнеү матурлыҡмы? Биҙәнгестәр нимә ул. | 1 | ||
Әсәй- әсәкәйгенәм | 2 | |||
25 | Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар ятлау. йырҙар йырлау. | 1 | ||
26 | Әсәйҙәр беҙҙә ҡунаҡта. | 1 | ||
Өләйсәйҙәр һабағы | 1 | |||
27 | Өләсәйем кәңәштәре. Киң күңелле һүҙбәйләнеше өҫтөндә эш. | 1 | ||
Борнонғо биҙәнеү ысулдары | 1 | |||
28 | Боронғо биҙәнеү ысулдарының ыңғай яҡтары, сәләмәтлеккә йоғонтоһо. | 1 | ||
Ғаилә бәйләнештәре | 2 | |||
29 | Минең шәжәрәм | 1 | ||
30 | Минең ғаиләм | 1 | ||
Кешеләр, күршеләр менән аралашыу | 2 | |||
31 | Ҡунаҡсыллыҡ тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр. | 1 | ||
32 | Башҡорт ҡунаҡсыллығы тураһында риүәйәт | 1 | ||
Экскурсиялар. | 2 | |||
33 | Ҡаланың хөрмәтле кешеләре менәносрашыу | 1 | ||
34 | Беҙ –тимур командаһы. | 1 | ||
Бөтәһе: | 34 |
3-сө класс: бөтәһе 34 сәғәт, аҙнаһына 1 сәғәт.
Тематик планлаштырыу.
№ | Тема | Сәғәттәр һаны | Үткәреү ваҡыты | Факт сәғәт |
Минең тыуған яғымдың тәбиғәте | 5 | |||
1 | Нимә ул тыуған яҡ?Тәбиғәт? | 1 | ||
2 | Ер-һыу атамаларының килеп сығышы.Яңғыҙлыҡ исемдәр | 1 | ||
3 | Тыуған тәбиғәт матурлығын күҙәтеү. Ниндәй ?һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. | 1 | ||
4 | «Тәбиғәт матурлығы» темаһына инша яҙыу | 1 | ||
5 | «Тәбиғәт матурлығы» темаһына һүрәт төшөрөү | 1 | ||
Тәбиғәттең гүзәл буяуҙары | 7 | |||
6 | Йәйге каникулдар тураһында әңгәмә(һөйләү оҫталығын тикшереү) | 1 | ||
7 | «Бесәндә» хикәйәһен тәржемә итеү | 1 | ||
8 | «Йондоҙ атамалары»реферат яҙыу | 1 | ||
9 | «Тәбиғәт серҙәре» проект эшенә әҙерлек. | 1 | ||
10 | «Ай» хикәйәһен уҡыу(һөйләү телмәрен байытыу) | 1 | ||
11 | Дәрес- уйын(тәбиғәт күренештәрен сағылдырыу, тел байлығын арттырыу) | 1 | ||
12 | «Тәбиғәттең гүзәл мәле» шиғыр яҙыу оҫталығын тикшереү | 1 | ||
Башҡорттарҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте | 2 | |||
13 | Башҡорттарҙың тәбиғәтте изгеләштереүе. | 1 | ||
14 | Боронғо ышаныуҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән легендалар.Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | 1 | ||
Ҡоштар һәм йәнлектәр менән танышыу | 3 | |||
15 | Ҡалалағы ҡоштар(күҙәткәнде һөйләү) | 1 | ||
16 | Йәнлектәр тормошо тураһындағы китаптар менән танышыу., белешмә төҙөргә өйрәнеү | 1 | ||
17 | Кеше- тәбиғәттең бер өлөшө(һөйләү телмәрен байытыу) | 1 | ||
Тыуған төйәктең билдәле урындары. Тәбиғәттәге һындар. | 5 | |||
18 | Тыуған яҡтың матурлығын һүрәткә төшөрөү(конкурс) | 1 | ||
19 | Тирә-яҡта үҫкән ағас, ҡыуаҡтарҙың атамалары (интернет селтәренән белешмә төҙөү, башҡортсаға тәржемә итеү) | 1 | ||
20 | Ырыу тамғалары ниндәй булған? | 1 | ||
21 | Һин ниндәй ырыуҙан?(“Минең ырыуым” белешмә) | 1 | ||
Символдар | 1 | |||
22 | Башҡортостан Республикаһы символдары менән танышыу. | 1 | ||
Башҡортостан минең тыуған йортом | 5 | |||
23 | Урал ғына тауҙың итәгендә… | 1 | ||
24 | Уралдың ете мөғжизәһе тураһында (реферат) | 1 | ||
25 | «Урал батыр» әкиәтен уҡыу. Уҡыу тиҙлеген баһалау. | 1 | ||
26 | «Урал батыр» әкиәтен уҡыу. Уҡыу тиҙлеген баһалау. | 1 | ||
27 | «Урал батыр» әкиәтен уҡыу, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе табыу. | 1 | ||
Тәбиғәт- кешелек донъяһының әсәһе | 5 | |||
28 | Тәбиғәт байлығын һаҡлау. | 1 | ||
29 | Урманға экскурсия | 1 | ||
30 | «Ҡыҙыл китап» ниндәй китап ул? | 1 | ||
31 | «Мин тәбиғәтте һаҡлайым» (иншаға әҙерлек) | 1 | ||
32 | «Мин тәбиғәтте һаҡлайым» (инша) | 1 | ||
Башҡорт халыҡ уйындары | 2 | |||
33 | Башҡорт халыҡ уйындары | 1 | ||
34 | Саф һауала «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйын уйнау | 1 | ||
34 |
4-се класс: бөтәһе 34 сәғәт, аҙнаһына 1 сәғәт.
Тематик планлаштырыу.
№ | Дәрес темаһы | Сәғәт һаны | План | Факт |
1 | Ни өсөн республикабыҙ “Башҡортостан” тип атала? | 2 | ||
2 | Нимә ул “республика”? | 2 | ||
3 | 11 октябрь – Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө. | 2 | ||
4 | “Урал” йыры – башҡорт халыҡ гимны. | 2 | ||
5 | Башҡортостандың Дәүләт гимны. | 2 | ||
6 | Башҡортостан Республикаһы гимны авторы Ф.Иҙрисов. | 2 | ||
Республиканың баш ҡалаһы – Өфө. (8 сәғәт) | ||||
7 | Ҡала тарихынан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар. | 1 | ||
8 | Бөгөнгө Өфө. | 1 | ||
9 | Салауат батырға һәйкәл. | 1 | ||
10 | Дуҫлыҡ монументы. | 1 | ||
11 | Башҡортостан Республикаһының Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы. | 1 | ||
12 | Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. | 1 | ||
13 | Ҡурсаҡ театры. | 1 | ||
14 | Өфөнөң иҫтәлекле урындары. Өфөлә йәшәүсе халыҡтар. Өфөлә ниҙәр етештерелә? | 1 | ||
Республика байрамдары. (2 сәғәт) | ||||
15 | Башҡортостан Республикаһының рәсми байрамдары. | 1 | ||
16 | Район һәм ауыл кимәлендә үткәрелгән байрамдар. Мәктәптә үткәрелә торған байрамдар. Класс байрамдары. | 1 | ||
Тел тураһында. (4 сәғәт) | ||||
17 | Ике ҡәҙерлә тойғо. | 1 | ||
18 | Тел – аралашыу ҡоралы. | 1 | ||
19 | Халыҡ-ара аралашыу телдәре. | 1 | ||
20 | Сит телдәрҙе өйрәнеү тураһында. | 1 | ||
Беҙ һәм башҡалар. (8 сәғәт) | ||||
21 | Дуҫлыҡ байрамы. | 1 | ||
22 | Рус халҡы көнкүреше. | 1 | ||
23 | Татар халҡы көнкүреше. | 1 | ||
24 | Мари халҡы көнкүреше. | 1 | ||
25 | Сыуаш халҡы көнкүреше. | 1 | ||
26 | Мордва халҡы көнкүреше. | 1 | ||
27 | Удмурт халҡы көнкүреше. | 1 | ||
28 | Рәсәйҙә йәшәүсе милләттәр. | 1 | ||
Халыҡтар дуҫлығы.(1 сәғәт) | ||||
29 | Вафа Әхмәҙуллин. Даян Мурзин. | 1 | ||
Сәнғәт оҫталарыбыҙ – донъя сәхнәләрендә. (4 сәғәт) | ||||
30 | Әҙәби бәйләнештәребеҙ. | 1 | ||
31 | Бәлә-ҡаза килгәндә үҙ-ара ярҙам. | 1 | ||
32 | Мин – үҙ илемдең тулы хоҡуҡлы гражданы. | 1 | ||
33-34 | Мин – үҙ илемдең тулы хоҡуҡлы гражданы. | 2 | ||
34 |
Универсаль- уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙы индергән планлаштырылған һөҙөмтәләр.
1. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:
-үҙ аллы эш итергә , белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;
-атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә , уҡыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;
- мәктәп йыһаздарына, уҡыу-әсбаптарына һаҡсыл булырға;
- Тыуған илде яратырға, ерҙе, телде һаҡларға;
- һаулыҡты нығытырға;
- ҡунаҡта, кинола йәки экскурсияла һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;
- кеше менән аралышыу этикетын үҙләштерергә.
2. Предмет буйынса белем алыу:
- һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;
- һүҙҙең өлөштәрен (тамыр һәм ялғау , яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға.
- тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға, уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;
- тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр,парлы-парһыҙ, яңғырау-һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;
-һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;
-ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙың дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;
-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә тейеш;
-һүҙ төркөмдәрен (предмет атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе ) таба белергә ;
-һөйләмдең баш киҫәктәрен айыра белергә;
-сюжетлы һүрәт , һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә.
3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштеү:
- үҙ аллы белем алырға , мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;
-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә: дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белергә һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;
-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;
-тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;
-эшләгән эштәрен дөрөҫ баһаларға һәм кәрәк икән төҙәтмәләр индерергә.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү;- толерантлыҡ;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү;
- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
-анализлай һәм синтезлай белеү;
-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;
-фекерләй белеү;
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- һөйләү һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу;
- телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;
-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
-һорауҙар бирә белеү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая рабочая программа по английскому язаку в 3 классе ( УМК -Биболетова М. З.
Рабочая программа представлена пояснительной запиской и календарно- тематическим планированием для 3 класса...
Рабочие программы по литературному чтению, окружающему миру, технологии. Рабочие программы по внеурочной деятельности. ФГОС.
Разработанно в соответствии с требованиями ФГОС...
Рабочие программы 1 класс и рабочая программа по ОРКСЭ
Рабочие программы для 1 класса по УМК "начальная школа 21 века".Если кому-то пригодятся, буду рада....
Рабочая программа по физической культура в 4 классе VIII вида, рабочая программа по физической культуре в 4 классе VII вида
Главной целью моей педагогической деятельности является сохранение и укрепление здоровья детей, воспитание у них потребности в здоровом образе жизни. При проведении уроков учитываю возрастные, п...
Рабочая программа по русскому языку 3 класс ФГОС .Учебник А.В. Полякова.Система Л.В. Занкова. Документ содержит рабочую программу и календарно-тематическое планирование
Рабочая программа по русскому языку 3 класс ФГОС .Учебник А.В. Полякова.Система Л.В. Занкова. Документ содержит рабочую программу и календарно-тематическое планирование Рабочая программа по матем...
Рабочая программа 2 класс, литературное чтение, «Начальная школа 21века» (пояснительная записка, содержание рабочей программы, календарно-тематическое планирование, требования к уровню подготовки учащихся, особенности контроля и оценки учебных достиже
Рабочая программа 2 класс, литературное чтение, «Начальная школа 21века» (пояснительная записка, содержание рабочей программы, календарно-тематическое планирование, требования к уровню подготовк...
Рабочая программа 2 класс, математика, «Начальная школа 21века» (пояснительная записка, содержание рабочей программы, календарно-тематическое планирование, требования к уровню подготовки учащихся, особенности контроля и оценки учебных достижений).
Рабочая программа 2 класс, математика, «Начальная школа 21века» (пояснительная записка, содержание рабочей программы, календарно-тематическое планирование, требования к уровню подготовки учащихс...