Материалы для рабочей программы по родной (башкирской) литературе: планируемые результаты, содержание и календарно-тематическое планирование для 1 и 3 классов
рабочая программа (3 класс) по теме

Газизова Лилия Шамсутдиновна

Материалы по составлению рабочей программы для 1 и 3 классов по родной (башкирской)литературе: планируемые результаты, содержание и календарно-тематическое планирование

Скачать:


Предварительный просмотр:

“Ту4ан  ашҡорт)әҙәбиәте” предметынан эш программаһына марериалдар

 “Уҡыу йылы  аҙағына “Ту4ан  ашҡорт)әҙәбиәте” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

“Ту4ан  ашҡорт)әҙәбиәте”  предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

  • Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына  һөйөү һәм хөрмәт;
  • төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән  хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
  • әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
  • хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
  • башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
  • матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
  • нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
  • ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
  • текст авторы менән диалог ҡороуға  ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
  • үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
  • мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

“Ту4ан  ашҡорт) әҙәбиәте”  предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  • дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү;
  • уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
  • ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
  • уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  • текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
  • уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
  • телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
  • мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
  • һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
  • анализлай һәм синтезлай белеү;
  • сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;
  • фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

  • һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
  • телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү.
  • үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
  • башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
  • дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү;
  • һорауҙар бирә белеү.

“Ту4ан  ашҡорт)әҙәбиәте”  курсынан предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:

  • әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш  булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
  • уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
  • уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
  • аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып  уҡыу;
  • текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
  • таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
  • тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
  • текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
  • текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
  • тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
  • геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;
  • телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
  • уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
  • уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
  • асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
  • проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
  • нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
  • уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.

Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу

Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере  менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.

Оҫталыҡты үҫтереү:

  • Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;
  • Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;
  • Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);
  • Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;
  • Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;
  • Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
  • Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;
  • Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;
  • Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.

Өйрәтеү:

  • Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;
  • Текстың төрлө өлөштәрен  һайлап һөйләү;
  • Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;
  • Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;
  • Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.
  • Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү.
    Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.

Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.

Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:

  • Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын  формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;
  • Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;
  • Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;
  • Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.

       Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала,баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге,әҫәрҙәге тема менән таныштыра.

     Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән,баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.

       Кластан тыш уҡыу.

         Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә.Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес 19тере1 сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу,китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.

    Уҡытыусы  ярҙамында балалар республикала  сыҡҡан"Йәншишмә"гәзите,"Аҡбуҙат","Аманат "журналдары менән танышып,даими уҡып баралар.

     .Һүҙҙәр менән эш.

             Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә,аныҡ һәм тасуири уҡырға.һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ байлығын арттырыу,һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр,һөйләм,бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

             Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу,уныү телен үҙләштереү,аңлата белеү,телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалыэшләү талап ителә.

           Тел күнекмәләре араһында  һүҙлек эше,һөйләмдәр,ябай хикәйәләр төҙөү,уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң,ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар,һөйләмдәр аңлатыла,һүҙлек эше үткәрелә.Әҫәрҙе өлөшләп,һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу,йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү,әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүлек эше иғтибар үҙәгендә тора

      Уҡыу техникаһы.

       Тексты дөрөҫ,аңлы,тасуири итеп,тулы һүҙҙәр менән ҡысҡырып минутына 65-70 һүҙ уҡыу.Эстән уҡығанда минутына 85-90 һүҙ уҡыу. У ҡығанда мәғәнә яғынан әһәмиәтле һүҙгә баҫым яһау, һөйләмдәрҙе һәм текстың  бүленештәрен береһен икенсеһенән айырып уҡыу ҡаралған.

 Уҡыу йылы аҙағына 3-сө класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар.

 Уҡыусы:

  • тексты аңлап , тасуири уҡый,
  • тексты эстән уҡый,
  •   уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп асылын, мәғәнәһен билдәләй,
  •  Әҫәрҙең исемен, авторын атай,
  •  Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек интонация һайлай,
  •  темп һәм тонды дөрөҫ билдәләп , логик баҫым , пауза ҡуйып , тейешле тауыш менән уҡый,
  •  уҡылған әҫәрҙе мәғнәүи яҡтан өлөштәргә бүлеп, планын төҙөй,
  •  Әҫәҙе ентекле итеп, хәл –ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләй,
  • Әҫәрҙе ҡыҫҡаса һөйләй,

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшә

“Ту4ан  ашҡорт)әҙәбиәте”  предметыны8 й0км2тке3е

                                               1-се класта  

1-се класс өсөн "Әҙәби уҡыу" дәреслегендә уҡыу материалы  5 бүлектә бирелә.

1-се бүлек "Мин уҡый беләм" (1 сәғәт) тип атала.Был бүлектә уҡыусылар өйрәнелгән хәрефтәрҙән торған ҡыҫҡа текстарҙы һалмаҡлап уҡыйҙар.Уҡырға өйрәнеү-ҙур ҡаҙаныш, уҡый белеү-кыҙыҡлы шөғөл икәнен төшөнәләр.Китап уҡыуға теләк тәрбиәләнә. Китап уҡыуға ылыҡтырылалар.

2-се бүлек -"Әкиәт уҡырға яратам"( 6 сәғәт).

Әкиәт тураһында төшөнсә биреү.Әкиәттәрҙең күбеһендә ҡулланылған тылсымлы предметтарға иғтибар иттереү.Был предметтарҙың иң сетерекле мәлдә - көтөлмәгәндә хасил булыуҙары, геройҙы иң ауыр ситуацияларҙа ла ҡотҡарып алып ҡалыусы тылсымлы көскә эйә булыуҙарын һәм улар булышлығында әкиәттә изгелектең яуызлыҡты еңеүен күрһәтеү.

Әкиәтте тасуири уҡырға,тыңларға һәм һөйләргә өйрәтеү.Балалар яратып ҡабул иткән әкиәттәрҙе сәхнәләштереү.

3-сө бүлек-"Атай-ғаилә башлығы"( 5 сәғәт) ,4-се бүлек -"Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр"( 4 сәғәт).

Был бүлектәрҙә шиғыр, әкиәт, хикәйәләр баланы уратып алған яҡын кешеләре: атай, әсәй,ҡартатай, ҡартәсәй, олатай, өләсәй, ағай, ҡусты,  апай, һеңлеләре тураһында.Текстар ярҙамында етеҙ һәм аңлы  уҡыу күнекмәләре бирә башлайбыҙ.Ошондай текстарҙың балаға тәрбиәүи йоғонтоһо ла көслө.Улар ярҙамында туғанлыҡ хистәрен тағы ла тәрәнерәк тойорға.туғандарына иғтибарлы, яғымлы, ярҙамсыл булырға өйрәтә..мәҙәниле шәхестең төп күрһәткесе,тәрбиәлелектең төп эстәлеге -туғандарыңа булған юғары мәҙәнилек.Ошоларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып, ентекле тәрбиәүи эш алып барылырға тейеш.

5- се бүлек " Матурлыҡ донъяһына сәйәхәт" ( 4 сәғәт) етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен үҫтереү,хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, уның идея- тематикаһын асыҡлау, йөкмәткеһен тексҡа яҡын итеп һөйләп өйрәнеү һәм тасуири уҡыу кеүек күнекмәләрҙе формалаштырыуға ҡоролған булырға тейеш.

Баланы үҙен уратып алған тәбиғәткә иғтибарлы, күҙәтеүсән булырға,матурлыҡты тоя белергә һәм ундағы күренештәрҙе тасуирлап һөйләргә өйрәтеү.

Уҡыу техникаһы

Һалмаҡлап, ижекләп ( оҙон һүҙҙәрҙе ) һәм тулы һүҙҙәр менән  дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу.

Текст һәм бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш

Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереүҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә.Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балағамәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла.бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте,тәбиғәт күренештәрен.хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте.йәғни тормошто китап.гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.

Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: 1 -се класта туған тел дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу),уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү,йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр.Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла.Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола.Бала тормош тәжрибәһенән сығып.теге йәки был хәл-ваҡиғаға,күренешкә,кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә.Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша.Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа.Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.

Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен,уй-фекерҙәрен,кисерештәрен үҙ йөрәге,күңеле аша үткәреп,хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора.Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.

                                               

                                                3-сө класта

1. Әҙәби уҡыу дәреслеге менән танышыу.(1сәғ.)

Маҡсаттар:  педагогик маҡсат – уҡыусыларҙы дәреслектең йөкмәткеһе, шартлы тамғалар системаһы менән таныштырыу. Әҙәби уҡыу дәреслегенең төҙөлөшөн белеү, шартлы тамғалар системаһын дөрөҫ ҡулланыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә дәреслектең йөкмәткеһендә кәрәкле бүлекте һәм әҫәрҙе эҙләп таба белеү, бүлектең йөкмәткеһен исеменә ҡарап күҙаллау, дәреслектең төҙөлөшө һәм биҙәлеше тураһында бәйләнешле телмәр төҙөү.

1.Белем байрамы.(1сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат –уҡыусыларҙа үҙҙәре уҡыған мәктәптең тарихы, күренекле кешеләре менән танышыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, халыҡ ижадынан уҡыу, белем тураһындағы мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәләрен билдәләргә өйрәнеү.

Сафуан Әлибай. Өсөнсөгә күскәнбеҙ.

Һүҙлек: ҡотлайбыҙ –тәбрикләйбеҙ, ҙурлайбыҙ – маҡтайбыҙ – хуплайбыҙ.

Мостай Кәрим. Уҡытыусыма.

Һүҙлек: наҙлап –иркәләп – һөйөп – яратып, иҫемдә - хәтеремдә – күңелемдә.

  1. Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар. (7 сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – тасуири уҡыу күнекмәһен, һүҙ байлығын  үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, уҡылған әҫәрҙәрҙең төп йөкмәткеһен һөйләргә һәм авторҙарын билдәләргә, мәҙәниәтле итеп бәхәс ҡорорға  өйрәнеү.

  1. Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә. (8 сәғ..)

Маҡсаттар:педагогик маҡсат – әҙәбиәт ғилеменән цитата, йәнләндереү, һүрәтләү саралары менән таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис  әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү;  уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә  төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын сағыштырып уҡып, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡларға  өйрәнеү, әҫәрҙәрҙең исемен, авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.

  1. Әҙәптең төбө – ғәҙәт (17сәғ.)

 Маҡсаттар:педагогик маҡсат –ваҡиғаларға, геройҙарҙың ҡылыҡтарына шәхси баһа биреү, әҫәр тексын файҙаланып үҙеңдең фекереңде раҫлау  өсөн шарттар тыуҙырыу, әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә план ярҙамында  тексты һөйләргә, әҫәрҙең йөкмәткеһен,  төп фекерен   билдәләргә өйрәнеү, проблемаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү.

  1. Тәңкә – тәңкә ҡарҙар яуа  (8 сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү,  әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау, уҡылған әҫәрҙе автор, герой һәм уҡыусы күҙлегенән анализларға өйрәнеү.

Йортом, илем, халҡым, киләсәгем ( 10 сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – Рәсәйгә, Башҡортостанға һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә, күренекле шәхестәренә  ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү, уҡылған әҫәрҙәрҙең авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.

  1. Әкиәт уҡырға яратам ( 11 сәғ..)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – әкиәттәрҙең төҙөлөшөн, башҡа жанрҙарҙан айырмаһын, һөйләү үҙенсәлектәрен асыҡлау, текстың  йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әкиәттәрҙе тасуири уҡыу, фәлсәфәүи асылын төшөнөү,  өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән һөйләү, сәхнәләштереү оҫталығына эйә булыу. (өҫтәргә)

  1. Илде иңләп йәмле яҙ килә (  7 сәғ..)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты - ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләргә өйрәнеү.

 

1-се класта «Ту4ан (баш7орт ) 262би2те» д2рест2рен календар-тематик планлаштырыу

Д2рес тема3ы

!тк2ре1 ва7ыты

И9к2рм2л2р

Планлаштырыл4ан

Фактик

1

Д.Талхина. Китап

Р.Нигмәти.Теләк.

13.02

2

Шалҡан.

27.02

3

Жәлил Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?

06.03

4

Тирмә

13.03

5

Константин Ушинский. “Эш бөткәс, уйнарға ярай.”

20.03

6

Башаҡ.”Украин халыҡ әкиәте.”

03.04

7

“Тирмәәкиәтен сәхнәләштереү.

06.04

8

Атай-4аил2л2 хужа.

10.04

9

Фәниә Сынбулатова  “Минең иң яҡын кешеләрем.”

13.04

10

Фәниә Сынбулатова “Атай  менән әсәйҙән өйрәнәбеҙ”

17.04

11

Кәтибә Кинйәбулатова “Мин бер малай “ Л.Толстой  “Атай һәм улдар”

20.04

12

?адир «либаев. ”Эш 7арышмай. Ми8леяр Дилм0х2м2тов. “А4айым. “

24.04

13

Рәшит Солтангәрәев. “Ҡояш ҡайтҡан”

27.04

14

Д.Талхина  “Өйрәнәм” Фәниә Сынбулатова  “Ихтыяр көсө”

01.05

15

Салауат Кәрим. “Тәүге дәрес”. Фәниә Сынбулатова “?артатайым к282шт2ре”.

04.05

16

Роза Ғәббәсова. “Әсәйем ҡояш кеүек” Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. “Әсәйем”

08.05

17

Розалия Солтангәрәева. “Йоҡла,  балам күҙ  нурым” Х.Мөхәмәтхәйҙәров “ Бишек йыры”

11.05

18

Өс ҡыҙ.(Әкиәт)  Нәҡи Иҫәнбәт. “Иң матур һүҙ

15.05

19

Фәниә Сынбулатова  “Олатайым  менән өләсәйем.”  Фәүзиә Юлдашбаева  “Өләсәйем”

18.05

20

Фәрзәнә Гөбәйҙуллина. Минең әсәйем кем? В.Осеева Улдар Һәҙиә Әфтәхова.Йәмле өй.

22.05

Баш7орт телен2н тематик планлаштырыу

3-с0 класс

Д2рес тема3ы

!тк2ре1 ва7ыты

И9к2рм2л2р

Планлаштырыл4ан

Фактик

1

С.Әлибай Өсөнсөгә күскәнбеҙ.

М.Кәрим Уҡытыусыма

05.09

Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар

2

С.Шәрипов Йәй бит был,йәй!

08.09

3

Н.Мусин Бүленгән – бөлөр

12.09

4

Ф.Туғыҙбаева Сәскә телен белеүсе Сәлим

15.09

5

Ф.Фәтҡуллина  Кем ғәйепле?

19.09

6

Х.Хәйретдинов  Баҫыу һаҡсылары

22.09

7

Р.Байбулатов  Һарыбай

26.09

8

Ж.Кейекбаев Һунарсы мажаралары

29.09

“Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә…”

9

Көҙ тураында ши4ыр5ар у7ыу. Б2йл2нешле телм2р 19тере1.

03.10

10

Д.Талхина Дуҫтаркөҙҡаршылай

06.10

11

Ф.РәхимғоловаСәйәхәт

10.10

12

Р.Низамов Шыршыбикә

13.10

13

А.Игебаев Ишетәм

17.10

14

Ғ.ҒәлиевҠоштарҙың йыйылышы

20.10

15

А.Игебаев Йомарт уңыш

24.10

16

Йом4а7лау д2ресе. М.Кәрим “Япраҡ менән ҡырмыҫҡа”

27.10

Әҙәптең төбө – матур ғәҙәт

17

Ололар кәңәше

Мәктәптәиптәштәрең менән аралашыу ҡағиҙәләре

07.11

18

Р.Ханнанов Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

10.11

19

Р.Ханнанов Тартай теленән табыр

14.11

20

Р.Ханнанов Кешегә баҙ ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң

17.11

21

Р.Ҡотошов Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

21.11

22

Кластан тыш уҡыу

Ф.Юлдашбаева “Яҡшылыҡ менән яманлыҡ”

24.11

23

К.Мәргән Дуҫтар һәм дошмандар

28.11

24

Ҡ.Даян Өҙөлгән сәкәләр

01.12

25

Р.Солтангәрәев Кем алданды

05.12

26

А.Гирфанов  31Ҡайын

08.12

27

Кластан тыш уҡыу

З.Ғиләжева Кеше бул!

12.12

28

Б.Байым Лайыҡлы бүләк

15.12

29

Н.Игеҙйәнова Аҡтырнаҡ

19.12

30

И.Ғимранов Берлектә – ҙур  байлыҡ

22.12

31

Й.Ильясова Сәтләүек ҡыҙ

26.12

32

Г.Скребицкий Дуҫлыҡ һуҡмағы

29.12

33

Тикшереүэше “Әҙәптең төбө–матурғәҙәт” б1леген йом4а7лау.

16.01

«Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа...»

34

Н.Нәжми  Ҡыш

19.01

35

М.Садиҡова  Һунарға барғанда

23.01

36

Р.Хәйри  Йәйәүле буран

26.01

37

С.Сурина  Биҙәктәрҙе кем яһаған

30.01

38

Ш.Биҡҡол  Урман ситендә

02.02

39

С.Сурина Ни өсөн айыу ҡыш көнө йоҡлай?

06.02

40

Г.Шафикова Ҡыш ниңә ҡырыҫ холоҡло?

09.02

41

?ыш ” тема3ын йом4а7лау.

13.02

Йортом, илем, халҡым, киләсәгем…

42

Н.Нәжми  Ватан

16.02

43

Р.Ханнанов Изге аманат

20.02

44

Ғ.Хөсәйенов Тыуған ил ҡайҙан башлана?

23.02

45

Ай Уралым, Уралым…(ҡобайыр)

27.02

46

Ғ.Хөсәйенов Башҡортостан

02.03

47

Ү.Сирбаев Самат олатай ҡайындары

06.03

48

Р.Бикбаев Баш ҡалабыҙ – Өфө

09.03

49

Б.Рафиҡов Ҡурай

13.03

50

Б.Рафиҡов Салауаттың тыуған көнө нисә1? С.ЮлаевМин үлмәнем башҡорттарым

16.03

51

“Йортом, илем. хал7ым, кил2с2гемтема3ын йом4а7лау

20.03

Илде иңләпяҙкилә

52

Р.Ғарипов Яҙғыйыр С.Разетдинов Илде иңләпяҙкилә

23.03

53

Р.Сәғәҙиев Яҙ ҡайҙан килде

03.04

54

С.Әлибай Яҙ башыҒ.Ғүмәр Тамсылар

06.04

55

Ә.Хәмәтдинова Тамсы менән Тамсыҡай

10.04

56

Кластан тыш уҡыу А.Котик

“Кескәй партизан”

13.04

57

Еңеү йырҙары

17.04

58

БөйөкЕңеүгә-73йыл.

20.04

Әки2т у7ыр4а яратам

59

В.Исхаҡов Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы

24.04

60

А.Шәйәхмәтова Икмәк көсө

27.04

61

Ҡошҡа әйләнгән әбей

01.05

62

Үгәй ҡыҙ Гөлбикә

04.05

63

Васыят

08.05

64

А.Йәғәфәрова Урал иле

11.05

65

Урал батыр

15.05

67

Алпамыша батыр

18.05

68

Бойҙай бөртөгө

22.05

69

Юлдыбай һунарсы

25.05

70

Халы7 ижады.

28.05


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по русскому языку по теме: Пояснительная записка к календарно - тематическому планированию по русскому языку(автор Канакина В.П.) и обучение грамоте ( автор Бунеев Р.Н., Бунеева Е.В.) по ФГОС в 1 классе

Материал содержит пояснительную записку по русскому языку УМК " Школа России" по ФГОС в 1 класс, автор КанакинаВ.П.  И обучение грамоте УМК "Школа 2100", авторы Бунеев Р.Н., Бунеева Е.В.по ФГОС...

рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе для 1 класса по программе Сынбулатовой Ф.Ш., Давлетшиной М.С.

рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе ( алифба + башкирский язык и литература)  для 1 класса  по программе Сынбулатовой Ф.Ш., Дәүләтшиной М.С., 3 часа в неделю...

Материалы для рабочей программы по родному (башкирскому) языку: планируемые результаты, содержание и календарно-тематическое планирование для 1 и 3 классов

Материалы для составления рабочей программы по родному (башкирскому) языку для 1 и 3 классов: планиуемые результаты освония учебного предмета, содержание и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по родному башкирскому языку

Рабочая программа по родному башкирскому языку 2-4 классы...

Рабочая программа по родному (башкирский) языку для 1-4 классов

                                                      ...

Рабочая программа по родному башкирскому языку 5-9 классы

Рабочая программа по родному башкирскому языку 5-9 классы...