рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе для 1 класса по программе Сынбулатовой Ф.Ш., Давлетшиной М.С.
рабочая программа (1 класс)

Султанова Рушания Фаритовна

рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе ( алифба + башкирский язык и литература)  для 1 класса  по программе Сынбулатовой Ф.Ш., Дәүләтшиной М.С., 3 часа в неделю

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon elifba_1_kl.doc238 КБ

Предварительный просмотр:

02-13

Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районы

Тусыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбе

                                                                                                                                                 

                                                                                                                          Раҫлайым

                                                                                                                                   Мәктәп директоры

Мәктәп  методик   советы                Килешелгән                                                         Г.А.Сафина  __________                  

ултырышында ҡаралған                 Уҡытыу-тәрбиә    эше буйынса                         Бойороҡ                                                                                                                    

Протокол                                           директор урынбаҫары                                         _____2014 йыл№__

          2014 йыл  №1                                     Исмәғилева Т.Т.                                  

                                                                                              2014 йыл

Башҡорт  теле  һәм әҙәбиәтенән

 

2014-2015  уҡыу йылына 2-се класс өсөн эш программаһы

Эш программалары - “Әлифба” һәм “Башҡорт теле”нән уҡыу программалары. Дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4   кластары өсөн. Төзөүселәре Сынбулатова Ф.Ш., Вәлиева Г.Ә. Өфө,  Китап,2012.

   -  Туған тел (уҡыу программаһы). Дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4   кластары өсөн.  ( авторҙары Сынбулатова Ф.Ш., Дәүләтшина М.С., Мәүлийәрова Ә.Т. ), Өфө,  Китап,2009

Дәреслектәр:  “Башҡорт теле”. Авторҙары Сынбулатова Ф.Ш., Исламғолова Ы.Ә.  Өфө, Китап , 2011

Туған тел.   Авторҙары Дәүләтшина М.С., С.В.Атанғолова Өфө. Китап, 2009

Уҡытыусы: Р.Ф. Солтанова,

 беренсе  категориялы уҡытыусы  

                       

Аңлатмалы яҙыу

   Башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса төҙөлгән был эш  программаһы тубәндәге документтарға нигеҙләнеп эшләнде

-Рәсәй Федерацияһының башланғыс белем биреү буйынса  икенсе  быуын дәүләт стандарттары ;

   - Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән уҡытыу  программаһы ( авторҙары Сынбулатова Ф.Ш., Дәүләтшина М.С.);

 -Тыусыбай муниципаль  бюджет урта  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының 2014-2015 йылға  уҡыу планы.

     Башланғыс мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

-        туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

-        уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

-        башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһы-ныу тәрбиәләү;

-        дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

-        башҡорт телек башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

-        уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

     Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.

Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрле- ген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белем- дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлде:

1)        һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

2)        фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;

3)        уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;

4)        баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы  ята.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

тел тураһында бел ем алыу һәм системалаштырыу;

орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;

башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

телде тойомлауҙы үҫтереү.

Фонетика һәм графика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

-өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;

-өндәргә характеристика биреү:һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы

 һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);

-башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның әһәмиәтен үҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ. б.).

Башланғыс класты тамамлаусы укыусы бирелгән схема буйынса өн-хәреф

анализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөм-кинселегенә эйә булырға тейеш.

Орфоэпия

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-башҡорт теленең нормаларын үтән уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);

-белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙ аллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.

Һүҙ составы

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә

 була:

-үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

-һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы табыу.

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе соста вы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә әйә була.

Лексика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә бу

лырға тейеш:

-һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;

-һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы та

быу һәм ҡулланыу;

-сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреү өсөн антонимдар ҡулланыу;

-текстағы телмәрҙә ҡулланылған тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;

- ябай фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙә

ҡулланыу;

-һүҙҙәрҙе урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;

-аралашыу мәсьәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлал алыу.

Морфология

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә бу

лырға тейеш:

-исемдең һанын, затын, килешен, һөйләмдәге урынын билдәләү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

-сифаттарҙың төрөн, дәрәжәһен билдәләү, уларға морфо логик анализ яһау;

-ҡылымдың грамматик билдәләрен: һөйкәлешен, заманын, затын бил-

дәләү, морфологик анализ яһау;

-рәүештәрҙең грамматик билдәләрен таныу: үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөн,төрөн, дәрәжәһен белеү;

-алмаштарҙың грамматик билдәләрен таныу: һанын, затын;

-һандарҙың грамматик билдәләрен белеү: төрөн, төркөмсәләрен һ. б.    

 «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте » предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше

    Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районы Тусыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2014- 2015 йылга уҡыу планына ярашлы, беренсе класта “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметын үҙләштереүгә аҙнаға өс сәғәт  бүленә, йылына  99 сәғәт.

                Уҡыу йөкмәткеһенең  ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

        Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

шәхси үҫеш кимәле;

метапредмет кимәле;

предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты- рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында арала- шырға өйрәнеүҙе ойоштороу ға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

                     1-се класс

                     Шәхси үҫеш кимәле

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  » предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеғе:

-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-фекереңде телдән формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

Предмет үҙләштереү кимәле

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

-тексты ентекле һөйләй белеү;

-хикәйә төҙеү;

-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.

.

          Предмет үҙләштереү кимәле

-өн һәм хәрефтәр тураһында үтелгәнде системалаштырыу, һүҙгә тулы фонетик анализ яһау;

-һүҙҙәрҙең составын белеү, тамырҙаш һүҙҙәр табыу, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айырыу, һүҙ составына анализ

-башҡорт теленең орфограммалары тураһында белемдәрҙе системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙыу. Төрлө тикшереү әштәрен үтәргә өйрәнеү;

-һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын белеү. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу, уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу. Ьөйләмдең баш һәм әйәрсән киҫәктәрен табыу.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте » укыу предметының йөкмәткеһе

1-се класс

Грамотаға өйрәтеү. Әлифба

Графика. өн һәм хәреф. Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ҡ, к, п өндәренең ғ, г, б өндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә өн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. өн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе.

Һүҙ. Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, өҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ. б. дөйөм исем аҫтында туплатыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренә ҡарап, кем? нимә? ни эшләй? ниндәй? һорауҙары буйынса төркөмләү, уларҙы һөйләмдән табып, һорау ҡуйыу, телмәрҙә ҡулланыу.

Һөйләм. Телмәрҙән һөйләмде айырып  алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һөйләмдәртөҙөү. Һөйләмдең беренсе һүҙен баш хәреф менән яҙыу. Һөйләм аҙағында нөктә (йыл аҙағында - һораү һәм өндәү) билдәләре ҡуйыу.Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу.

Башҡорт теле

Фонетика. Әлифба осоронда «өн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.

Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. Һәм, менән, да-д!, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә, ғына- генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре.

Һөйләм. һорау һөйләм. өндәү һөйләм. Хәбәр һөйләм. О-ө хәрефле һүҙҙәр. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү.

Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем- фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.

Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Хәреф һәм өндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу.

Хәрефтәрҙе айырым һәм бер береһе менән тоташтырып яҙыу. Һүҙ һәм һөйләмдәрҙе, ҡыҫҡа текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау, уҡытыусы ҡушҡанды аңларға өйрәнеү. Үҙ-ара һөйләшеү (диалог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға өйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте » дәресендә  тикшереү эштәре

Диктант текстары, тикшереү эштәре  1-се кластың беренсе сирегендә 5-7 минут тирәһе, икенсе сиректә 15-20 минутта, икенсе ярты йыллыҡта диктант һәм эштәр 20-25 йәки 25-30 минутта үтәлә. Диктант текстары һәм тестар  Сынбулатова Ф.Ш. Нурыева Р.Ф. авторлығындағы  “ 1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре» башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланманан алына.

 «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте » дәрестәрендә файҙаланылған  техник саралар :

-проектор

-мультимедиа экраны

-графопроектор

Йыhазландырыу :

1.Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар. Р.Д. Салауатова. Өфө.Китап,2011.(Икенсе быуын стандарттары)

2.«Әлифба»дәреслеге.СынбулатоваФШ.Исламғолова Ы.Ә Өфө..2011

3.“Башҡорт теле”. Сынбулатова Ф.Ш. Өфө,Китап , 2011

4.“Әҙәби уҡыу”. Сынбулатова Ф.Ш., Атнағолова С.В..-Өфө, Китап, 2012

5. Сынбулатова Ф.Ш. Нурыева Р.Ф.Ғәлиуллина Г.Б.  1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланмана.-“ Өфө. Китап,2011.

Календарь- тематик план

Грамотаға өйрәтеү. Әлифба – 70  дәрес

Дәрес темаһы

Дата план

Дата фактик

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1

Белем байрамы.

Бәйләнешле

телмәр.

1.09

Мәктәп, уҡытыусы, класташтар ме- нән танышыу. Әңгәмәләшеү. Темаға ярашлы «Әлифба» дәреслегендә бирелгән сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

2

Нимә ул пред мет?

2.09

Предметты күҙәтеү, тикшереү. Һүҙҙе әйтеү һәм ишетеү.

3

Предмет һәм һүҙ. Предмет- тың атамаһын белдергән һүҙ- ҙәр.

3.09

Предмет һәм һүҙ төшөнсәһен сағыш-тырыу. Уларҙың айырмалыҡтарын табыу. Һорауҙарға яуап биреү, һорау ҡуйыу, диалогта ҡатнашыу.

4

Предметтың атамаһын бел дергән һүҙҙәр.

8.09

Һөйләмде һүҙҙәргә таркатыу. Пред мет атамаларын кү- ҙәтеү, һүҙҙәргә кем? нимә? кемдәр? нимәләр? һорауҙа рын дөрөҫ ҡуйыу. Һөйләм һыҙмаһында предметтың атамаһын белдереүсе һүҙҙе билдәләү. Төрлө предмет атамаларын төркөмләү.

5

Предметтың хәрәкәтен бел дергән һүҙҙәр.

9.09

Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙ- ҙәрҙең ацлаткан мәғәнәһен үҙләш- техюү. Уларға дөрөҫ һорау ҡуйыу. Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр менән һүҙ бәйләнештәр, һөй ләмдәр төҙөү; уларҙың һөйләмдәге урынын билдәләү, һыҙмала күрһәтеү.

6

Предметтың билдәһен бел дергән һүҙҙәр.

10.09

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе һәм үҙенсәлек- тәре. Предметҡа хас булған билдәләрҙе әйтеү, уларҙы күҙәтеү һәм сағыштырыу.

7

Һүҙбәйләнеш.

15.09.

Һүҙбәйләнештәр төҙөү. Уларҙы телмәрҙән айырып алыу. Һүрәттәр йөкмәткеһенә ярашлы һүҙбәйләнештәр төҙөү.

8

Һөйләм.

.

16.09

һөйләм тураһында төшенсә. Ьөйләмде күҙәтеү, һүҙбәйләнештәр менән сағыштырыу. Уҡытыусының һорауҙарына тулы һәм асыҡ

яуап биреү, диалогта ҡатнашыу.

9

Ярҙамсы һүҙҙәр:

ғына-генә,

ҡына-кенә

Һәм, менән, ла- лә, та-тә, ҙа-ҙә, да-дә ярҙамсы һүҙҙәре

17.09

һәм, менән, ла-лә, та-тә, ҙа-ҙә, да- д1 ярҙамсы һүҙҙәрен телмәрҙә таныу, дөрөҫ интонация менән уҡыу (баҫымһыҙ). Уларҙы һөйләмдән үҙҙәре бәйләнеп килгән һүҙҙәр менән айырып алыу, һыҙмала билдәләү.

10

Өн. Һүҙҙә нисә өн?

22.09

Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижек тәргә, ижекте өндәргә бүлеү. һүҙҙе әйтеү, тыңлау. hүҙҙән кәрәкле өндө айырып алыу. Ьүҙҙең һәр өнөн айырып әйтеү һәм һәр өндө шаҡмаҡтар ярҙамында билдәләү. hүҙҙәрҙе әйтеү, тыңлау, өндәрҙе айырып алыу һәм

сағыштырыу, һүҙ моделендә һәр өндө үҙ шаҡмағына ҡуйыу. hүҙҙәге өндәрҙе тыңлау, ишетеү, өндәрҙе әйтеү һәм һанау.

11

һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек.

23.09

һүҙҙе әйтеү, тыңлау. Уны ижектәргә бүлеү. Ьүҙҙә төрлө юл дар менән ижектәр һанын билдәләү. Өндәрҙе күҙәтеү, уларҙы айырыу ысулдарын һәм юлдарын табыу. Ьуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе әйтеүҙә үпкәнән өрөлгән һауаның хәрәкәт итеүен күҙәтеү. Куҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын аңлата белеү.

12

Нәҙек һәм ҡалын өндәр. Нәҙек, ҡалын әйтелешле һүҙҙәр.

24.09

Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле өндәрҙе сағыштырыу, айырыу. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәрҙе сағыш тырыу. Ьүҙҙәрҙәге сингармонизм законын күҙәтеү. Һүҙҙәргә анализ әшләү, өн моделей һыҙыу.

13

Һаңғырау,

яңғырау

тартынҡылар.

29.09

Тартынҡыларҙы күҙәтеү. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы са ғыштырыу һәм уларға хас айырма- лыҡтарҙы билдәләү, һығымта яһау. һүҙ моделендә уларҙы билдәләү.

14

Баҫым.

30.09

Һүҙҙәрҙә баҫымлы ижекте кеслө тауыш менән айырып әйтеү, уны билдәләү. һуҙынҡы ендәргә баҫым төшөүе, Башҡорт теленең баҫым үҙенсәлектәре.

15

һаңғырау, яң ғырау тартын ҡы өн.

1.10

Өн-хәреф анализы яһау. Ьүҙҙәрҙең моделен төҙөү. Кәрәкле өндәр булған һүҙҙәр табыу. Ьүҙҙәрҙе яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларына ярашлы төркөмләү. Парлап диалог төҙөү.

16

Һүҙҙең өн мо- деле.

6.10

Һүҙҙе әйтеү, тыңлау. һүҙҙең һәр өнөн ишетеү һәм тауыш ярҙамында әйтеү. Һүҙҙең өн моделен төҙөү, анализлау.

17

Хәреф “ өндөң тамғаһы.

7.10

Һуҙынҡы һәм тартынҡы, ҡалын һәм нәҙек өндәрҙе айырып алыу. һүҙҙәрҙең моделен төҙөү.

18

[ә] өнө. Әә хә- рефе.

8.10

Эә өн хәрефен үҙләштереү. Һүҙҙәрҙә өндөң урынын билдәләү. Нәҙек һәм ҡалын өндәрҙе сағыштырыу, һығым та яһау. Әә хәрефтәрен яҙыу. Дик тант яҙыу.

19

[а] өнө. Аа хәрефе.

13.10

Аа өн хәрефен үҙләштереү. [а] өнөн әйтеү, тыңлау. Һуҙынҡы өндәрҙең үҙенсәлектәрен аңлау.

20

Әә-Аа хәреф- тәре.

14.10

Эә-Аа хәрефтәрен дөрөҫ каллигра фия менән дәфтәргә яҙыу. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү. Диктант яҙыу.

21

[ө] өнө. Өө. хәрефе.

15.10

Өө өн-хәрефен үҙләштереү. Өндө тыңлау, ишетеү, сағыштырыу, дөрөҫ әйтеү. Өө хәрефтәрен яҙыу. Хәреф диктанты.

22

[о] өнө. Оо хә рефе.

20.10

Оо өн-хәрефен үҙләштереү. [о] өнөн әйтеү, тыңлау, ҡылыҡһырлама би- реү. Оо хәрефтәрен дөрөҫ матур кал лиграфия менән яҙырға өйрәнеү. 0-ө өндәрен һәм хәрефтәрен сағыштырыу.

23

[ү] өнө. Үү хәрефе.

21.10

Үү өн-хәрефен үҙләштереү. [ү] өнөн тыңлау, сағыш тырыу, өнгә ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Үү хә рефтәрен дөрөҫ итеп яҙыу.

24

Уу өн-хәрефе. Умарталыҡта.

22.10

Уу өн-хәрефен үҙләштереү. [у] һуҙын ҡы өнөн тыңлау, сағыштырыу, уға ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Уу хәрефтәрен яҙыу. Хәреф диктан ты.

25

Уу-Үү хәреф- тәре.

27.10

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу һәм һығымта яһау, Һүҙҙәрҙең өн моделей төҙөү. Уу, Үү хәрефтәрен дөрөҫ каллигра фия менән яҙыу. Уу, Үү хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе график һыҙманан уҡыу. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырыу.

26

[э] өнө. Ээ(е) хәрефе.

28.10

Эә өн-хәрефен үҙләштереү. [э] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Э хәрефенең һүҙ башында ғына яҙылышы тура-һында һығымта яһау. Ээ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диалог тураһында башланғыс төшөнсә алыу.

27

[ы] өнө. Ыы хәрефе.

29.10

Ыы өн-хәрефен үҙләштереү. [ы] өнөн тыңлау, сағыш- тырыу, анализ яһау, дөрөҫ әйтеү. Ыы хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. һүҙҙәргә хәрефтәр өҫтәп яҙыу.

28

[и] өнө. Ии хәрефе.

5.11

Ии өн-хәрефен үҙләштереү. [и] нәҙек һуҙынҡыһын тыңлау, сағыштырыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү һәм матур яҙыу. Нәҙек һуҙынҡыны күҙәтеү. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр уҡыу һәм күсереп яҙыу.

29

30

[м] өнө. Мм хәрефе.

10.11

Мм өн-хәрефен үҙләштереү. [м] өнөн күҙәтеү, сағыш тырыу, өн анализы эшләү. Мм хәрефтәрен яҙыу, яңы хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр яҙыу. Күсереп яҙыу. Мм хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

31

[н] өнө. Ни хәрефе.

11.11

Нн өн-хәрефен үҙләштереү. [н] өнөн тыңлау, сағыш- тырыу, өн анализы яһау. Нн хәрефтәрен яҙыу, хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Дәреслектән күсереп яҙыу. Нн хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

32

[ң] өнө, ң хәрефе.

12.11

ң өн-хәрефен үҙләштереү. [ң] өнөн тыңлау, сағышты рыу, ҡылыҡһыр лама биреү, һүҙҙәрҙә ң өн-хәрефенең урынын билдәләү. Был өндөң һүҙҙең беренсе өнө бу- лып бер ваҡытта ла килмәүе тураһында һығымта яһау. ң хәрефен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр уҡыу һәм күсереп яҙыу.

33

Лл хәрефе.

17.11

Лл өн-хәрефен үҙләштереү. [л] өнөн тыңлау, сағыш тырыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Тартынҡы өндәрҙең үҙенсәлектәрен билдәләү. Лл хәрефтәрен яҙыу, башҡа хәрефтәр менән бәйләү. Был хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр уҡыу һәм яҙыу.

34

[р] өнө. Рр хәрефе.

18.11

Рр өн-хәрефен үҙләштереү. [р] өнөн тыңлау, сағыштырыу, ҡылыҡһыр- лама биреү, дөрөҫ әйтеү. Рр хәреф- тәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Хәреф диктанты.

35

Тикшереү эше

19.11

Лл, Мм, Уу, Эә, Аа, Өө, Оо, Үү, Ыы, Ии, Ээ(е) хәреф тәрен дөрөҫ яҙыу. Был хәрефтәр менән һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу.

36

[й] өнө. Йй хәрефе.

24.11

Йй өн-хәрефен үҙләштереү. [й] өнөн тыңлау, сағыш -тырыу. Йй хәрефтәрен яҙыу. Ике-өс хәрефтән торған һүҙ- ҙәрҙән диктант яҙыу. Күсереп яҙыу.

37

[г] өнө. Гг хәрефе.

25.11

Гг өн-хәрефен үҙләштереү. [г] өнөн тыңлау, күҙәтеү, сағыштырыу. Гг хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

38

[к] өнө. Кк хәрефе.

26.11

Кк өн-хәрефен үҙләштереү. [к] өнөн тыңлау, сағыш тырыу, ҡылыҡһыр- лама биреү, дөрөҫ әйтеү. Кк хәреф тәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Яҙғанды уҡыу һәм тикшереү.

39

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе.

1.12.

Ғғ өн-хәрефен үҙләштереү. [ғ] өнөн тыңлау, сағыш тырыу. Ғғ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсе реп яҙыу.

40

[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе.

2.12

Ҡҡ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҡ] өнөн тыңлау, сағыш- тырыу, ҡылыҡ- һырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Ҡҡ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Ҡыҫҡа дик тант.

41

Ғғ, Ҡҡ хәрефтөре.

3.12

Гг, Ғғ, Ҡҡ өндәрен башҡа өндәр менән сағыштырыу. Гг, Ғғ, Ҡҡ хә рефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙыу. Уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

42

[б] өнө. Бб хәрефе.

8.12

Бб өн-хәрефен үҙләштереү. [б] өнөн тыңлау, сағышты рыу, өнгә ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Яңғырау тартынҡының әйтелешен күҙәтеү. Бб хәрефтәрен каллиграфик яҡтан дөрөҫ яҙыу.

43

Үтелгәндәрҙе

нығытыу.

9.12

Өндәргә анализ биреү. Өйрәнелгән хәрефтәр менән һүҙҙәр, һөйләмдәр, ҡыҫҡа текстар уҡыу. Күсереп һәм ишеткәнде яҙыу. Картиналар буйынса һорауҙарға яуап биреү, һорауҙар ҡуйыу, текстар төҙөү.

44

Күсереп яҙыу.

10.12

Күсереп яҙыу ҡағиҙәһен үҙләштереү. Ьүҙҙәр теҙмәһен иғтибарлы күсереп яҙырға өйрәнеү.

45

[п] өнө. Пп хәрефе.

15.12

Пп өн-хәрефен үҙләштереү. [п] өнөн тыңлау,

Сағыш тырыу, ҡылыкһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Пп хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диктант. Яҙғанды уҡыу.

46

[з] өнө. Зз хәрефе

16.12

Зз өн'хәрефен үҙләштереү. [з] өнөн тыңлау, сағыш тырыу. Зз хәрефтарен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсе реп яҙыу. Телефон аша аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү.

47

[с] өнө. Сс хәрефе.

17.12

Сс өн-хәрефен үҙләштереү. [с] өнөн тыңлау, сағышты рыу, өн анали зы яһау, дөрөҫ әйтеү. Сс хәрефтәрен яҙыу. Ижек- тәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән диктант яҙыу.

48

Телмәр үҫтереү. Ҡоштар.

22.12

Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Ҡоштарға ярҙам итеү мөмкинлеген һәм сара ларын билдәләү. Уҡыу һәм һөйләү, күсереп яҙыу.

49

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе.

23.12

Ҙҙ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҙ] өнөн тыңлау, сағышты рыу, өн анализы яһау. Ҙҙ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙ ҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

50

[ҫ] өнө, ҫ хәрефе.

24.12

ҫ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҫ] өнөн тыңлау, сағыштырыу һәм был өн- дөң һүҙҙең беренсе өнө булып бер ваҡытта ла килмәүе тураһында һы ғымта яһау. ҫ хәрефен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

51

[д] өнө. Дд хәрефе.

29.12

Дд өн-хәрефен үҙләштереү. [д] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Дд хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм кү сереп яҙыу. [д] һәм [т] өндәрен сағыштырыу, һығымта яһау.

52

[т] өнө. Тт хәрефе.

30.12

Тт өн-хәрефен үҙләштереү. [т] өнөн тыңлау, сағышты рыу, өнгә ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Ѕаңғырау тартын ҡының әйтелешен күҙәтеү. Тт хәрефтәрен яҙыу. Тт хәрефле ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр уҡыу һәм күсереп яҙыу. Диктант.

53

[уы], [үе] тартынҡы өндәре. Уу, Үү хәрефтәре.

19.01

У,ү хәрефтәренең тартынҡы өндәрҙе белдереүе, уларҙың һүҙҙәге урынын билдәләү. Был хәрефтәр менән һүҙҙәр уҡыу һәм яҙыу. У,ү хәрефле һүҙҙәрҙең моделен төҙөү.

54

[ж] өнө. Ж ж хәрефе.

20.01

Жж өн-хәрефен үҙләштереү. [ж] өнөн тыңлау, сағыштырыу, ҡылыҡ- һырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Жж хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диктант яҙыу. Шиғыр күсереп яҙыу үҙенсәлектәре.

55

[ш] өнө. Шш хәрефе.

21.01

Шш өн-хәрефен үҙләштереү. [ш] өнөн тыңлау, сағыш тырыу, өн ана лизы яһау, дөрөҫ әйтеү. Ѕаңғырау өндө күҙәтеү. Шш хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диктант.

56

[в] өнө. Вв хәрефе.

26.01

Вв өн-хәрефен үҙләштереү. [в] өнөн тыңлау, сағыш тырыу. Ьүҙ башында, һүҙ уртаһында һәм аҙағында дөрөҫ әйтеү, уҡыу. Вв хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөй ләмдәр күсереп яҙыу.

57

[ф] өнө. Фф хәрефе.

27.01

Фф өн-хәрефен үҙләштереү. [ф] өнөн тыңлау, сағыш тырыу. Фф хәреф тәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Хәреф, һүҙ, һөйләмдәрҙән диктант яҙыу.

58

Яя хәрефе.

28.01

Яя хәрефен яҙырға өйрәнеү. Яя хәрефенең ике өндө белде реуен үҙләштереү. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу, яҙма тексты уҡыу,һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

59

Ее хәрефе.

2.02

Ее хәрефенең ике өндө белдереүен үҙләштереү. Ее хәрефе булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Был хәреф менән һүҙҙәр яҙырға өйрәнеү. Ѕүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

60

Юю хәрефе.

3.02

Юю хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ике өндө белдереүен күҙәтеү. Тексты етеҙ һәм тасуири уҡыу. Текст буйынса диалог ҡороу. Ьүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

61

Ёё хәрефе.

4.02

Ёё хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ёё хәрефе булған рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Ѕүҙ ҙәрҙең өн моделен төҙөү.

62

Нәҙек, ҡалын айырыу билдә" ләре.

9.02

Ьүҙ аҙағында һәм уртаһында нәҙек һәм ҡалын (ь, ъ) айырыу билдәһе булған һүҙҙәрҙе күҙәтеү, дөрөҫ уҡыу һәм әйтеү. ь, ъ хәрефен яҙырға өйрәнеү. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе яҙырға өйрәнеү.

63

[һ] өнө. ҺҺ хө- рефе.

10.02

һ өн-хәрефен үҙләштереү. [һ] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы яһау, дөрөҫ әйтеү. Ьһ хәрефтәреи яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсе реп яҙыу. Диктант яҙыу. ҺҺ хәрефтәре менән һүҙҙәр, һөйләмдәр Һәм текстар уҡыу. Етеҙ уҡыу һәм дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Белемдәрҙе тикшереү. Хаталарҙы иҫкәртеү.

64

[х] өнө. Хх хәрефе.

11.02

Хх өн-хәрефен үҙләштереү. [х] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Текстарҙы етеҙ һәм тасуири уҡыу. Йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү. Хх хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәрҙе күсереп һәм ишеткәнде яҙыу.

65

һһ, Хх хәрефтәре.

24.02

h], [х] өндәрен сағыштырып күҙәтеү. һығымта яһау.

66

[ц] өнө. Цц хәрефе.

25.02

Цц өн-хәрефен үҙләштереү. [ц] өнөн тыңлау, сағышты рыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Цц хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.

67

[ч] өнө. Чч хәрефе.

2.03

Чч өн-хәрефен үҙләштереү. [ч] өнөн тыңлау, сағышты рыу. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Чч хәреф тәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

68

[щ] өнө. Щщ хәрефе.

3.03

Щщ өн-хәрефен үҙләштереү. [щ] өнөн тыңлау, сағышты рыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Щщ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

69

Алфавит.

4.03

Алфавит хәрефтәренең исемдәрен дөрөҫ әйтеү. Уларҙың тәртибен иҫтә ҡалдырыу.

70

Тикшереү эше.

9.03

Үтелгәндәргә йомғаҡ яһау, уҡыусыларҙың белемен, өн дәргә анализ яһауын, уҡыу һәм яҙыуын, күнек мәләрен тикшереү.

                               

Башҡорт теле  һәм әҙәбиәте

1-се класс  - 28 дәрес

1

Өн һәм хәреф.

10.03

Элифба осоронда өйрәнгәнде ҡабатлау. Өн менән хәрефтең бер үк төшөнсә булмауына, өндөң яҙыуҙағы тамғаһы - хәреф икәнлегенә иғтибар итеү һәм уны күнегеүҙәр ярҙамында нығытыу.

2

Нәҙек һәм ҡа- лын һүҙҙәр. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өн- дәр. Уларҙы тамғалау.

11.03

Башҡорт телендә калын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр булыуы тураһында белемдәрҙе системаға килтереү. Өндәрҙе бутау мәғәнә үҙгәреүенә килтереүен күҙәтеү. Ьүҙҙәрҙе сингар монизм законына ярашлы төркөмләү, уларҙың моделей төҙөү. Өндәргә анализ яһай белеү.

3

Китап – тирә-яҡты өйрәнеү

сығанағы

16.03

Уҡыу китабынын шиғырҙар уҡыу

4

Яңғырау һәм һаңғырау тар- тынҡылар.

17.03

Тартынҡы өндәрҙе төркөмләү. Улар ҙың таблицаһын тулты рыу. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙың нә ҙек һәм ҡа лын һуҙынҡылар уртаһында әйтелешен тыңлау, сағышты рыу, һығымта яһау. Төрлө осраҡтарға миҫалдар таба белеү.

5

Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, юл дан юлға күсереү.

18.03

Һүҙҙе һамаҡлап ижеккә бүлеү һәм һүҙҙәрҙәге ижектәр һанын билдәләү. Текстан бер, ике, өс ижекле һүҙҙәрҙе айырып алыу. Телмәр үҫтереү буйынса күнекмәләр алыу, уҡыусыларға таныш темаларға текстар төҙөү.

6

Әкиәтте уҡырға өйрәнеү. Шалҡан

1.04

Шалҡан әкиәте менән танышыу

7

Баш хәреф. Кешенең исем- фамилиялары яҙылышы.

6.04

Кеше исемдәрен һәм фамилияларын дөрөҫ яҙыу. Башҡортостандың билдәле шәхестәре тураһында һөй- ләшеү һәм уларҙың исем-фамилия- ларының яҙылышын иҫтә ҡалдырыу.

8

Баш хәреф.

Хайуан

-кушаматтары. Ер-һыу атама- лары.

7.04

Хайуандар тураһындағы диалогта ҡатнашыу, үҙҙәренең йорт хайуандары тураһында текст төҙөү. Хайуандарҙы төркөмләү, уларға ҡушаматтар уйлау, ҡушаматтарҙы дөрөҫ яҙыу.

9

Хайыуандар тураһында әкиәттәр

8.04

Айыу ниңә ҡойроҡһыҙ   әкиәтен уҡыу

10

һөйләм. Хәбәр һөйләм.

13.04

Ьөйләмде интонацион күҙлектән дөрөҫ әйтеү һәм уҡыу. Көйләмдең сиктәрен билдәләү, баш хәреф менән яҙыу, һөйләм аҙағында ты- ныш билдәһе ҡуйыу. Төрлө темаға йәки сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр һәм уларҙың һыҙмаһын төҙөү. Һөйләмдәрҙе тулыландырыу. Хәбәр һөйләм тураһында төшөнсә алыу, һөйләм аҙағында нөктә ҡуйып яҙыу. Ьөйләмдәрҙе дөрөҫ интона ция менән уҡыу. Хәбәр һөйләмдең һыҙмаһын төҙөү.

11

Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм

14.04

Ьорау һөйләм тураһында төшөнсә алыу, уны дөрөҫ интонация менән та- суири уҡыу күнекмәһе алыу, һөйләм аҙағында һорау билдәһе ҡуйып яҙыу. Ьорау һөйләмде һыҙмала күрһәтеү.

12

Тирмә.Әкиәт

15.04

Тирмә әкиәтен өйрәнеү

13

0-ө хәрефле һүҙҙәр.

20.04

Тамырында о-ө хәрефле һүҙҙәрҙе сағыштырыу, һығымта яһау, төр көмләү Һәм дөрөҫ яҙыу. Уларға ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушыу.

14

У-ү хәрефле һүҙҙәр.

21.04

У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтеү, са ғыштырыу, һығымта яһау, төркөм ләү. Уларҙы дөрөҫ яҙыу, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙыу, ял ғауҙарҙы дөрөҫ ҡушыу.

15

Башаҡ әкиәте

22.04

Башаҡ әкиәтен уҡыу

16

Э хәрефенең яҙылышы.

27.04

Күҙ башында э хәрефенең генә яҙылыуын, һүҙ урта  һын да [ә] өнөнөң е хәрефе менән тамғаланыуын сағышты рыу нигеҙендә үҙләштереү, һығьгмта яһау. Миҫалдар нигеҙендө иҫбатлай белеү. Һүҙҙәрҙең моделен төҙөү.

17

Й хәрефенең яҙылышы.

Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡу шымсалары.

28.04

Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары менән һүҙҙәрҙе уҡый һәм яҙа бе леү. Һүҙҙәрҙә был ҡушымсаларҙы билдәләү. Һүҙлектән һүҙҙәр табыу һәм уларҙы туплау.

18

Атай-ғаилә башлығы

29.04

Хикәяне уҡыу, анализлау

19

Ю хәрефе.

4.05

Ю хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Һүҙ моделей һәм транс- крипцияһын төҙөү. Орфографик һүҙлек менән эшләү күнекмәһе алыу*

20

Е хәрефе.

5.05

Е , Я хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау, Һүҙ моделей һәм транс- кринцияһын төҙөү. һүҙҙәрҙең яҙы лышын орфографик һүҙлек буйынса тикшереү.

21

Атай менән әсәйҙән өйрәнәбеҙ.

6.05

Хикәйәне өйрәнеү, һөйләшеү

22

Я хәрефе.

11.05

Я хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Һүҙ моделей һәм транскринцияһын төҙөү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Һүҙҙәрҙең яҙылышын орфогра фик һүҙлек буйынса тикшереү.

23

Предметтың

атамаһын

белдергән

һүҙҙәр.

12.05

Кем? нимә? кемдәр? нимәләр? һорауҙарын үҙләш   тереү, һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү. Ьүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмдәргә бүлеү. Уларҙың нимә аңлатыуын билдәләү, һорауҙар ҡуйыу.

24

Атай һәм улдар

13.05

Хикәйәне өйрәнеү, шиғырҙы укыу

25

Предметтың

билдәһен

белдергән

һүҙҙәр.

18.05

Ниндәй? һорауының мәғәнә үҙенсә- лектәрен аңлау, һорауға яуап биреү. Билдәне белдереүсе һүҙҙәрҙең үҙгәрмәүе тураһында һығымта яһау. Предметтың атамаһын белдергән

26

Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр.

19.05

Предмет хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәрҙе, уларҙың һөйләмдәге урынын күҙәтеү. Ни эшләй? ни эшләне? һорауҙарын ҡулланыу. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәргә хәрә- кәтте белдереүсе һүҙҙәр табыу.

27

Ҡояш ҡайткан.

20.05

Хикәйәне уҡыу.

28

Һәм, менән яр- ҙамсы һүҙҙәре.

Йомгаклау дэресе

25.05

һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәрен текстан табыу һәм тикшереү. Улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөү. Ярҙамсы һүҙ ҙәре булған һөйләмдәрҙең моделей төҙөү.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа с КТП родному (башкирскому) языку и литературе , 3 часа в неделю, по программе Сынбулатовой Ф.Ш.

Рабочая программа  с КТП родному (башкирскому) языку и литературе , 3 часа в неделю, по программе Сынбулатовой Ф.Ш....

Рабочая программа по родному (татарскому) языку и литературе 1 - 4 классы

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение  средняя общеобразовательная школа  №4муниципального района  Мелеузовский районРеспублики БашкортостанРассмотреноНа заседани...

Материалы для рабочей программы по родному (башкирскому) языку: планируемые результаты, содержание и календарно-тематическое планирование для 1 и 3 классов

Материалы для составления рабочей программы по родному (башкирскому) языку для 1 и 3 классов: планиуемые результаты освония учебного предмета, содержание и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по родному башкирскому языку

Рабочая программа по родному башкирскому языку 2-4 классы...

Рабочая программа по родному (башкирский) языку для 1-4 классов

                                                      ...

Рабочая программа по родному башкирскому языку 5-9 классы

Рабочая программа по родному башкирскому языку 5-9 классы...