Башҡорт теленән эш программаһы(Рабочая программа по родному башкирскому языку для 1 класса)
рабочая программа (1 класс) на тему

Якупова Расима Равиловна

Рабочая программа предназначена для первого класса

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rodnoj_bashk-1_kl_-_rierdzryiryosdzh1.doc255.5 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа д.Дорогино

муниципального района Уфимский район Республики Башкортостан

УТВЕРЖДАЮ

Директор МОБУ СОШ д. Дорогино

 ______Т.С. Темлянцева

Приказ №____________

от«__»___________2014г.

Рабочая программа

по предмету «Родной башкирский язык»

на 2014-2015 учебный год

Класс: 1АБВ

Учитель: Якупова Р.Р.

Количество часов:

Всего: 102 часов; в неделю:3 часа.

Составитель: учитель башкирского языка Якупова Расима Равиловна

2014г.

Башҡортостан Республикаһы

 Өфө муниципаль районы

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Дорогин ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

«Раҫлайым»

Мәктәп директоры

                     ________Т.С.Темлянцева

                  Приказ №_____________

                                                                         от «____» _______2013 г.

«Туған башҡорт теле» предметы буйынса

2014-2015 уҡыу йылына

эш программаһы

Класс: 1АБВ

Уҡытыусы:Яҡупова Р.Р.

Сәғәттәр һаны:

Бөтәһе: 102 сәғәт; аҙнаһына: 3 сәғәт.

Төҙөүсеһе: башҡорт теле уҡытыусыһы  Яҡупова Рәсимә Рауил ҡыҙы

  1. Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  1-се  класы  өсөн туған (башҡорт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 99 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн  3 сәғәт ҡарала.

Төҙөүсеһе:  Яҡупова Рәсимә Рауил ҡыҙы

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2010.

Программа  кимәле : базис

Уҡытыусының тел ҙәм әҙәбиәт буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:  Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2 кластарында башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн дидактик материалдар. – Өфө: Китап, 2002.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк; Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М. “Эш дәфтәре”

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары  өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.,  Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «12-се урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  •  Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
  •  «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  •  Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Программа  һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

1 класта туған (башҡорт) телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:

1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.

2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.

  1.  Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе  күҙ уңында тота.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре,  аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙыңмаҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммунакация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәренде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; һүҙлек запасын һәм уҡыусытелмәрәнең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ғуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма буларағ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошға ашыра.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләкле булараҡ, фунциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Фунциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: коммуникати универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге. Функциональ грамоталылыҡтыңмөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уныңда тота.

Фунциональ грамоталылыҡты формалатырыу, уҡыусыларҙы телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уы ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын тәрлә белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

  1. Уҡыу предметының урыны

Базис уҡыу программаһы һәм Дорогино бюджет урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы был эш прогаммаһы йылына

102 сәғәткә иҫәпләнгән (аҙнаға 3 сәғәт).

IV. Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәнеү  һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа туған  теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте — аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте — хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте — үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте — үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

V. Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар. Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;

2.  Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу.

Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.

5. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү.

6. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

7. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.

8. Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.

2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.

3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.

4. Диалог, монолог ҡора белеү.

5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.

6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.

     

 Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  1. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.  Бының өсөн башҡорт теленән 1 класта түбәндәге күләмдә  яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

күсереп яҙыу  – 1,

һорауҙарға яуап  – 1,

диктант  – 1

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

- синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

VI. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Телдән әҙерлек курсы  (43 сәғәт)

      Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәт төҙөү, ижектә, һүҙҙә  нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрһең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү.  

Әлифба осоро (20 сәғәт)

      Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай  һәм айырыра белергә күнектереү.    

Әлифбанан һуңғы осор  (36 сәғәт)

      Балаларҙы уғырға, яҙырға, текст менән эшләргә өйрәтеү. Дәреслектә бирелгән материалды дөрөҫ итеп ижекләп, һуңға табан һүҙләп уҡырға күнектереү. Текстарҙы матур итеп, дөрөҫ, тейешле интонация менән уҡырға өйрәтеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу.

VII. Календарь –тематик планлаштырыу

Дата

планл.

үткәр.

Тема

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ҡылыҡһырлау

Иҫкәрмә

Телдән әҙерлек курсы  (43 сәғәт)Тыуған Башҡортостан. Танышыу.

 Дәреслек менән танышыу, шартлы тамғаларҙы таныу.

Уҡытыусының һөйләгәнен тыңлау, аңлау.

“Һаумыһ Был кем? Был нимә? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреүсе һүҙҙәрҙе таныу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү.ығыҙ”, “һау булығыҙ” һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлау, дөрөҫ әйтеү. Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Уҡытыусы ярҙамында дәрестең уҡыу мәсьәләһендә ҡатнашыу.

Өндәрҙе ишетеү һәм дөрөҫ әйтеү.

Өн менән хәрефтең айырмаһын аңлау.

Бирелгән өндөң хәрефен күрһәтеү, өндәрҙе айырыу.

Һүҙҙәрҙә өн һәм хәреф составын сағыштырыу.

Киҫмә хәрефтәрҙән ижектәр төҙөү.

Яҙыу өлгөләре дәфтәрендә хәреф элементтары яҙыу.Башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәнеү .  Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, ижектә, һүҙҙә  нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрҙең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү.  

уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.  Бирелгән тема буйынса диалогта ҡатнашыу.Өндәрҙе ишетеү һәм дөрөҫ әйтеү.

Өн менән хәрефтең айырмаһын аңлау.

Бирелгән өндөң хәрефен күрһәтеү, өндәрҙе айырыу. Һүҙҙәрҙә өн һәм хәреф составын сағыштырыу. Киҫмә хәрефтәрҙән ижектәр төҙөү.

Ни эшләй?

Беҙ – уҡыусылар.

Беҙ – мәктәптә. Г.Ғәлиуллина. Уҡытыусым.

Уҡыу әсбаптары. Нимә?

Ҡайҙа? Өҫтөндә, аҫтында, алдында,артында, эсендә.

Уйынсыҡтар.

Уйынсыҡтар магазины.

Беҙ һанай беләбеҙ. Нисә?

Күпме? З.Әхмәтйәнова. Нисә алма?

Ниндәй төҫ матур?

Йәшелсәләр.

Йәшелсә баҡсаһы.

Емеш-еләктәр.

Һин ниндәй емеш яратаһың?

Магазинда.

Г.Батталова. Юғалтыу.

Ҡоштар. Г.Юнысова. Ҡарғалар.

Тән өлөштәре.

Ҡулыңды йыуырға онотманыңмы?

Көн режимы.

Ғаилә.

Атай - ғаилә башлығы.

Д.Кирәева. Иң яҡты ҡояш.

Минең ғаиләм. Кроссворд.

Өҫ кейемдәре. Нимә эшләй?

Өҫ кейемдәреңде бөхтә йөрөт.

Аяҡ кейемдәре. Ф.Туғыҙбаева. Итек.

Л.Байназарова. Күлдәк тектем.

Йорт хайуандары.

Бүләк.

Йорт ҡоштары.

Күңелле һөйләшәләр.

Кейектәр.

Кем? Нимә?

Мәҡәлдәр. Йомаҡтар.

Ҡыш. Ҡышҡы уйындар.

С.Әлибай. Ҡыш бабай.

Ҡ. Даян. Тышта ҡар яуа.

Яңы йыл байрамы.

Һорауҙарға яуаптар.

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡыш.

Әлифба осоро  (26 сәғәт)Башҡорт алфавиты.

Шиғырҙы ишетеү, уҡыу, йөкмәткеһен аңлау, иҫтә ҡалдырыу.

Өндәү һөйләмгә миҫалдар килтереү,уларҙы әҫәрҙән табыу.

Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү.

Бирелгән модель буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Яҙыу өлгөләре дәфтәрендә хәреф элементтары яҙыу.

Хәрефте таныу, э өнөн башҡортса-русса дөрөҫ әйтеү. Өндәр араһындағы оҡшашлыҡты һәм айырмаларҙы сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәнеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай  һәм айырыра белеү.    

картина буйынса һөйләү;

уҡыған тексты аңлы һөйләү; шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

йәштәштәре менән төрлө ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

матур яҙыу күнекмәләре;

байрам открыткалары  яҙыу;

һүҙлек диктанты яҙыу.

  Ижектәрҙе уҡыу, һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү.

 Һүҙҙә нисә ижек булыуын асыҡлау.

Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ.

А өнө һәм хәрефе.

О өнө һәм хәрефе.

Ы өнө һәм хәрефе.

Э өнө һәм хәрефе.

Ә өнө һәм хәрефе, дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.

Ө өнө һәм хәрефе.

Ү өнө һәм хәрефе.

Ҡ өнө һәм хәрефе.

Ғ өнө һәм хәрефе.

Ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Һ өнө һәм хәрефе.

Ҙ өнө һәм хәрефе.

ң өнө һәм хәрефе.

ҫ өнө һәм хәрефе.

В өнө һәм хәрефе.

Ф. Туғыҙбаева. Бик мәрәкә!

 Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.

Тикшереү эше.

Балалар уғырға, яҙырға, текст менән эшләргә өйрәнә. Дәреслектә бирелгән материалды дөрөҫ итеп ижекләп, һуңға табан һүҙләп уҡырға күнегәләр. Текстарҙы матур итеп, дөрөҫ, тейешле интонация менән уҡырға өйрәнеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу

айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

матур яҙыу күнекмәләре;

байрам открыткалары  яҙыу;

һүҙлек диктанты яҙыу. Өндәү һөйләмгә миҫалдар килтереү,уларҙы әҫәрҙән табыу.

Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү.

Бирелгән модель буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Яҙыу өлгөләре дәфтәрендә хәреф элементтары яҙыу.

Хәрефте таныу, э өнөн башҡортса-русса дөрөҫ әйтеү.

Тема буйынса яңы һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.

Башҡортостан ҡоштарын таныу.

Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән әйтеү.

Һүҙҙәрҙе ижекләп, тотошлай уҡыу.

Гигиена ҡағиҙәләрен үтәү.

Һөйләмдең моделен төҙөү.

Йорт хайуандарын ҡырағай  йәнлектәрҙән айырыу.

Шиғырҙы уҡыу, йөкмәткеһе буйынса уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү. Әкиәтте тыңлау, аңлау.

Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Ф. Рәхимғолова. Яҙыу таныған кеше.

М. Кәрим. Яҙ етә.

С.Муллабаев. Ҡуян мәктәптә.

М. Ғафури. Туғайҙа.

Башҡортостан.

Беҙҙең герб.

Өфө. Ҡ. Даян. Матур Өфө ҡалаһы.

Г.Ғәлиева. Йүкә балы.

Ж. Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?

Ж. Кейекбаев. Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай?

Р.Абуталипова. Алдаҡсы кәзә.

Күсереп яҙыу.

Хаталар өҫтөндә эш. Ф.Рәхимғолова. Әсәйгә бүләк.

М. Кәрим. Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?

Һанашмаҡтар.

З. Биишева. Ҡарға менән төлкө. Валсыҡ.

Ф.Рәхимғолова. Яҡшы һүҙҙәр. Ағай менән ҡусты.

Ҡымыҙ.

К. Кинйәбулатова. Әсәйем, ҙур үҫкәнһең, ти.

К. Кинйәбулатова. Йомош. Ҡарар.

Ҡурай. Ҡумыҙ.

А. Игебаев. Ҡурайым.

А. Игебаев. Аҡтүш.

Р. Ғарипов. Тыуған ил һәм тыуған ер.

Әкиәт донъяһында.  Алдар.

Ҡомһоҙ эт.

Шалҡан.

Кәкүк. Башҡорт халҡының милли байрамдары.

Б. Рафиҡов. Салют.

М. Кәрим. Еңеү.

Башҡортостан күлдәре. Асылыкүл.

Башҡортостан ҡалалары. Салауат ҡалаһы. Сибай ҡалаһы.

Диктант.

Хаталар өҫтөндә эш. Хушлашыу.

 1-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау Башҡорт халҡының милли уйындары

VII.  Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге:

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. “Бүләк” дәреслегенә методик ҡулланма. /Толомбаев Х.А., Әбуталипова Р.Ә, Дәүләтшина М.С./ - Өфө, 1993.
  5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.
  6. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.
  7. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005.

Материаль-техник ҡулланмалар:

  • телевизор;
  • видеоплеер
  • магнитофон;
  • компьютер.

VIII. Төп әҙәбиәт

  1. Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө, 2010.
  2. Салихова М.Т., Шафикова  С. Х. Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы  (1-4-се  кластар өсөн) -  Өфө:   Китап, 1997.
  3. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө, 2009.
  4. Аслаева Р.Ғ. Телмәр һәм зиһен. – Өфө, 2005.
  5. Шарапов И.Ә. Йомаҡлы әлифба: Башҡорт телен өйрәнеүсе 1 класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 1996.
  6. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.
  7. Аҙнабаева Ф.Г., Тнафиҡова З.Г. Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма. – Өфө: БМКИ, 2004
  8. Сынбулактова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  2. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым. –  Өфө: Китап, 2007.
  3. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.
  4. «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат»  журналдары.
  5. Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 – се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө
  6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.
  7. Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ –  Уфа, 2005.
  8.  Туғыҙбаева Ф.Х. Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ: Мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге уҡыусы балалар өсөн уҡыу китабы. – Өфө, 2008.
  9. Раҡаева Ә.С. Уйнайыҡ уйлап ҡына. – Өфө, 2008.
  10. Ураҡсина Р. Тәмле-тәмле-тәмлекәс: Шиғырҙар, йола-уйын күренештәре. – Өфө, 1996.
  11. Юнысова Г.А. Йәйғор: Балалар өсөн шиғырҙар. – Өфө, 2003.
  12. Хисаметдинова Ф.Г. Кескәйҙәр өсөн башҡорт теле. – Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы, 2002.

РАССМОТРЕНА

на заседании ШМО

________ Р.Р. Кашапова

протокол №___

от «__»___________2014г.

СОГЛАСОВАНА

Зам.директора по УВР

__________А.А.Максютова

от «__»___________2014г.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе для 1 класса по программе Сынбулатовой Ф.Ш., Давлетшиной М.С.

рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе ( алифба + башкирский язык и литература)  для 1 класса  по программе Сынбулатовой Ф.Ш., Дәүләтшиной М.С., 3 часа в неделю...

Рабочая программа по родному (татарскому) языку 1 класс

Рабочая программа составлена к учебникам  "Татар теле"  и "Элифба"  Ф.А.Гафуровой, Л.Ш.Гайнетдиновой...

Рабочая программа по родному (чувашскому) языку. 2 класс

Иккĕмĕш класра вĕренмелли «Тăван чĕлхе» предметăн ĕç программине Раççей Федерацийĕн «Вĕренÿ çинчен» çырнă Законне,  Раççей Федерацийĕн вĕренÿ стандартне, шкул планне, пуçл...

Материалы для рабочей программы по родному (башкирскому) языку: планируемые результаты, содержание и календарно-тематическое планирование для 1 и 3 классов

Материалы для составления рабочей программы по родному (башкирскому) языку для 1 и 3 классов: планиуемые результаты освония учебного предмета, содержание и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по родному башкирскому языку

Рабочая программа по родному башкирскому языку 2-4 классы...

Рабочая программа по родному (башкирский) языку для 1-4 классов

                                                      ...

Рабочая программа по родному башкирскому языку 5-9 классы

Рабочая программа по родному башкирскому языку 5-9 классы...