Конспект урока.Әҙәби уҡыу.
план-конспект урока (2 класс)

Юламанова Алсу Киньябаевна

С. Әлибай, 2 класс. 

Скачать:

ВложениеРазмер
PDF icon konspekt_s.libay_.pdf1.26 МБ
PDF icon konstekt_s.libay1_.pdf1.25 МБ
PDF icon konmpek_s.libay2_.pdf1.06 МБ
PDF icon konspekt_s.libay3_.pdf549.54 КБ
Файл 2_klass_zbi_ukyu._dres.docx20.38 КБ

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Йыл уҡытыусыһы. Әҙәби уҡыу.  2класс.        

Тема:  Фәрит Иҫәнғолов.Ҡыҙҙар менән уйнарға   яраймы ?

Дәрес төрө :Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу дәресе.

Уҡыу методик комплект:УМК   «Әҙәби уҡыу», (авт. Сынбулатова  Ф. Ш., Дәңләтшина М.С. һ. б.)

Маҡсат: --кешенән көлөү, уға ҡушамат тағыу  насар ғәҙәт икәнен аңларға, кәмһетергә ярамағанын төшөндөрөү,

---үҙеңә ҡарата кире ҡараш тыуҙырыуына төшөнөргә, кешеләр менән  гармонияла  йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын   үҙләштерергә,

    Б) метапредмет өлкәһендәге үҫеш:

---әҫәрҙең   исеме  буйынса текстың йөкмәткеһен фаразларға, бер-берең менән диалог ҡорорға,

Үҙеңдең фекереңде әңгәмәсегә еткерергә, әҫәрҙең төп фекерен асыҡларға, бөтә төркөм исеменән сығыш яһарға өйрәнергә, яуаплылылыҡ тойғоһо,

 В)предмет өлкәһендәге үҫеш:

--тасуири уҡыу техникаһын камиллаштырырға, кире геройҙарҙың хаталарын асыҡларға, ҡылған эштәре нигеҙендә уға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнергә.

                                          Дәрес барышы.

  1. Психологик комфорт булдырыу.

--Алтын ҡояш , һаумы,

Зәңгәр һауа, һаумы,

Шаян елкәй, һаумы

 Беҙ йәшәйбеҙ бер  ерҙә

Сәләмләйем һеҙҙе лә.

       ----Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, бер-беребеҙгә йылмайып ҡарайыҡ  һәм ҙур теләк менән дәресте башлайыҡ.

2.Ә. хәҙер уҡыусылар ошо йырҙы иғтибар менән тыңлайыҡ  әле (йырҙы тыңлау)

--Нимә тураһында йыр?  Малай нимә эшләгән?  

-Ҡыҙҙарҙы йәберләргә яраймы? Малай дөрөҫ эшләгәнме ?

3.   Уҡыусылар, бөгөн әҙәби уҡыу дәреседә ошо хаҡта һөйләшәсәкбеҙ. Бик матур хикәйә менән танышасаҡбыҙ, һеҙгә лә оҡшар тип ышанам.

---Был хикәйәне балалар яҙыусыһы Фәрит Иҫәнғолов яҙған. Уның китаптары бик күп. Ниндәй матур китап тары бар икән .

( Презентация ҡарау)

-Уның хикәйәһе  нисек атала? Бергәләп уҡыу.»Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы?»

- Был текста ауыр һүҙҙәр  бар, һүҙлек эше: әтәсләнешкәс,

         Ғәрлек, хурланған- оятҡа ҡалған. (карточка)

  1. Тексты уҡыйым,ҡарап барығыҙ. Китаптың 30-сы бите.

--Текста кемдәр  тураһында  һүҙ бара?  ( Хәлим, Хәлимә, Тимеркәй)

--Улар өсәүләшеп урамда нимәләр эшләнеләр?  ( һайлап табып уҡыйыҡ әле)

-Хәлимә ҡайтып киткәс, малайҙар араһында ниндәй хәл тыуа ?  (малайҙар асыуланышып китәләр)

--Ниндәй малай  ул  Тимеркәй?  (текстан табып   уҡыу)

3. Үсекләшә, әйҙәгеҙ  ошо урынды   ролләп уҡыйыҡ. (автор, Хәлим,Тимеркәй)

--Уҡыусылар, Тимеркәй үсекләшкәс , Хәлим ниндәй тойғолар кисерҙе икән? Уға бик ҡыйын булдымы ?

                       Ял минуты.

Бейектә, бейектә ,

Йөҙәһен һин ҡояш.

Бар кеше йылмая

Һин яҡты нур ҡойғас.

  • Хәлим өйөнә  ҡайтҡас, нимә хаҡында уйлай?  

Төркөмдәрҙә эшләү. Өс төркөм.

1-се төркөм.

–Ниндәй һорау борсоно Хәлимде? (ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы икән, ярамаймы)

(Төркөмдә парлашып уҡып күрһәтәләр)

2-се төркөм.

-Хәлимде нимә борсой?  (ул һорауға яуап эҙләй, борсола, ә үҙенең Хәлимә менән уйнағыһы килә)

(сылбыр менән уҡып күрһәтәләр)

3-сө  төркөм.

--Хәлим ниндәй ҡарарға килә? Хәлимдең фекерен   хор менән уҡыу.

Ошо  өлөшөн бергәләп хор менән уҡып күһәтәйек.

 Тимәк,  малайҙарға ҡыҙҙар менән  уйнарға яраймы ?

-Тимеркәй һеҙгә  оҡшанымы ?  Ул ниндәй хата эшләне  ? Уға ниндәй  кәңәштәр бирер инегеҙ ?  

-Нисек уйлайһығыҙ, Тимеркәй хатаһын танырмы ? Ул холҡон үҙгәртерме икән?

--Шулай итеп, уҡыусылар, ҡыҙҙар менән  уйнарға яраймы?  Был хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтте?

--Әйҙәгеҙ, уҡыусылар дәресебеҙҙе ошо матур халыҡ мәҡәлен уҡып йомғаҡлап ҡуяйыҡ.

Текстан табып уҡыу.

     Ул—һөйөнөс,ҡыҙ-йыуаныс.

   Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ,ҡаты һүҙ әйтмә, егет түҙ.

  Дәресте йомғаҡлайыҡ.

                           Баһалау.

-Бөгөн миңә һеҙҙең менән эшләү бик тә оҡшаны, матур уҡынығыҙ, тырыштығыҙ, рәхмәт һеҙгә.

 Баһа ҡуйыу.

  Өй эшен биреү. Тексты матур итеп уҡырға, һөйләй белергә.  29-30-сы бит.

                                                                                   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

конспект урока по русскому языку 4 класс " Имя прилагательное", конспект урока по математике 4 класс "Деление многозначного числа на однозначное"

Конспект урока по русскому языку ( 4 класс). Автор учебника - Рамзаева. Тема урока - " Имя прилагательное". Тип урока - открытие новых знаний.   Конспект урока по математике ( 4 класс). Автор -...

Конспект урока окружающий мир на тему "Равнины и горы". В конспекте указаны этапы урока и виды деятельности учителя и учащихся.

В конспекте урока расписаны этапы урока и виды деятельности учащихся на каждом из них. Знакомство с новым материалом подводится через решение проблемной ситуации. На уроке дети работают в парах, групп...

План-конспект урока по физической культуре для 4 класса. Конспект - урока: Использование современных танцевальных фитнес программ на уроке физической культуры

Цель: Повысить интерес к занятиям физическими упражнениями, через музыкально - двигательную деятельность учащихся, содействовать поддержанию и развитию их активности.Задачи:1.Формировать двигате...

План-конспект урока по чтению (1 класс) по теме: Конспект урока литературного чтения в 1 классе ."Школа 2100"

Урок литературного чтения в 1 классе  «Школа 2100»Тема: Недолгая красота весны.( Николай Иванович Сладков «Бегство цветов» )Цель: формирование читательской компетенции учащихсяЗадачи: - форм...

Конспект интегрированного урока для 1 класса (окружающий мир - математика). Конспект урока по математике для 4 класса

Урок можно проводить как в классе так и в условиях выездной школы.Тема:  Как появилась наука геометрия.Ожидаемый результат: ученик, который умеет отличать кривую линию от прямой. Ребенок, у котор...