Ни эшләй? К. Даян "Бесәй". конспект урока
план-конспект урока по чтению (2 класс)

Халилова Регина Фановна

Конспект урока 2 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ni_eshly_k._dayan_besy.docx27.59 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы

Хәлилова Регина Фән ҡыҙы.

Дәрес темаһы

Нимә эшләй? Ҡ. Даян “Бесәй” .

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү. Нимә эшләй? һорауын ҡулланырға өйрәнеү.

Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи:  йорт хайуандарын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ беҙгә мохтаж икәнен, беҙ уларҙы ҡарарға, яратырға, ярҙам итергә тейеш икәнен аңлатыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре:  нимә эшләй?  Һорауы аша эште, хәрәкәтте белдергән яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу.  

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, дөйөмләштерә, күрһәтә белеү; һығымта эшләй белеү.

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралашыу, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре:   йорт хайуандарын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ беҙгә мохтаж икәнен, беҙ уларҙы ҡарарға, яратырға, ярҙам итергә тейеш икәнен аңлатыу.

Йыһазландырыу

“Башҡорт теле” дәреслеге, башҡорт теленән эш дәфтәре, яңы һүҙҙәр.

Дәрес барышы

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

 - Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

 - Дәрестә кемдәр юҡ?

Артикуляцион күнегеү

Беҙҙең йортта биш малай,

Бишеһе лә дуҫ малай.

Уйнайбыҙ ҙа уйнайбыҙ,

Һис тә уйнап туймайбыҙ. (Гөлфиә Юнысова.)

  • Туғанлыҡ терминдарын иҫкә төшөрәләр.
  • Аҙыҡ – түлек һүҙҙәрен ҡабатлайҙар.
  • Ҙур, бәләкәй, яңы, иҫке, матур, насар һүҙҙәрен ҡабатлау.
  • Таҡта, аҡбур, өҫтәл, ишек, тәҙрә, иҙән – һүҙҙәрен ҡабатлау.
  • Һандарҙы ҡабатлайҙар. 
  • Төҫтәрҙе ҡабатлайҙар.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашыу.

Уҡытыусы тәүҙә уҡый.

Хор менән уҡыйҙар.

Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнәләр.

Үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрәләр.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңлау.

Ш. : белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

  • Алдағы дәрестә ниндәй тема үттек?
  • Эш дәфтәренән 56-сы бит 1- се күнегеү.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Әңгәмә ойоштороу (русса).
  • Уҡыусылар, дәреслектең 83 - сө битендәге 1- се күнегеүҙәге һүрәттәрҙе ҡарайҙар. Яңы һүҙҙәр менән танышалар.
  • Ҡолаҡ – ухо
  • Бүре  – волк

Ҡойроҡ – хвост

Тәпәй – лапы

Күҙ – глаза

Морон – морда

Ауыҙ – рот

Ҡанат – крылья

Суҡыш – клюв

Нимә эшләй? – что делает?

Был нимә? – это что?

Был кем? – это  кто?

  • Уҡыусылар, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
  • Эйе, беҙ бөгөн дәрестә был нимә? Һорауына яуап бирергә өйрәнәбеҙ. Хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың тән өлөштәрен өйрәнәсәкбеҙ.

Һүрәттәрҙе ҡарайҙар.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.  

Яңы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙалар.

Р. : уҡытыусы менән берлектә дәрестең темаһын, үҙҙәренең эшмәкәрлектәренең маҡсатын билдәләргә өйрәнеү.

Т.б. : логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү.

IV. яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

  •  Эш дәфтәренән 55- се битте асалар 2-се күнегеүҙе яҙып эшләйҙәр.
  • Дәреслектән 87- се бит “Бесәй” шиғыры менән танышалар. Тасуири уҡыйҙар. Тәржемә итәләр.
  • Мырлай – мурлычет

Йырлай – поет

  • Дәреслектән 83- сө бит 2- се күнегеү. Был нимә? Был кем? Һорауҙарына яуап бирергә өйрәнәләр. Рольдәргә бүлеп уҡыйҙар. Бер уҡыусы һорай, ә икенсе уҡыусы яуап бирә.

Шиғырҙы уҡытыусы  уҡый. Хор менән уҡыйҙар.  Уҡыусылар уҡый. Тәржемә итәләр.

Яңы һүҙҙәр менән танышалар.

Был нимә? Был кем? Һорауҙарына яуап бирергә өйрәнәләр. Рольдәргә бүлеп уҡыйҙар. Бер уҡыусы һорай, ә икенсе уҡыусы яуап бирә.

К. : диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр, башҡаларҙы тыңлау күнекмәһе формалаша, һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылыҡ белеүгә ынтылыш формалаша.

 

V . Ял минуты.

Сәп-сәп-сәпәкәй (сәпәкәй итеү),

Минең ҡулым бәләкәй (сүкәйеп ултырыу)

Ҡулын күтәргән була (ҡулдарҙы күтәрергә)

Сәпәкәй иткән була (сәпәкәй итеү). 

“Портфель” уйынын уйнарға мөмкин. Портфелгә төрлө уҡыу әсбәптаре һалынған.  Уларҙы алыу, атамаһын әйтеү.

Уҡытыусы артынан хор менән хәрәкәттәр эшләп ҡабатлайҙар.

Ш: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

 

  • Эш дәфтәренән 57- се бит 3- сө күнегеү. Кем? Нимә? һорауҙарына яуап бирергә өйрәнәләр.
  • Дәреслектән 88- се бит 1- се күнегеү. Һүрәттәрҙе ҡарайҙар һәм яңы һүҙҙәр менән танышалар.
  • Эш дәфтәренән 59- сы бит 2- се күнегеү. Тәржемәһен табып һүҙҙәрҙе тоташтыралар.

Мырлай – мурлычет

Йоҡлай – спит

Һикерә – прыгает

Һаҡлай – охраняет

Йәшенә – прячется

Ҡабатлай - повторяет

 Эш дәфтәрендә кем? Нимә? Һорауҙарына дөрөҫ яуап бирергә өйрәнәләр.

Яңы һүҙҙәр менән танышып. Эш дәфтәренән күнегеү эшләйҙәр.

К. : һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр, башҡаларҙы тыңлау, һөйләмдәр төҙөй белеү күнекмәһе формалаша.

Р. : уҡыу мәсьәләһен аңлай, ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыра, ҡуйылған һорауға яуап бирергә өйрәнәләр.

VII. Дәресте йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
  • Нимәгә өйрәндегеҙ?
  • Рефлексив анализ. Баһалау.
  • Өйгә эш биреү.
  • Эш дәфтәренән 56- сы бит 3- сө күнегеү. 59- сы бит 1- се күнегеү.

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

Уҡыусылар дәрестә нимә эшләүҙәре, нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында яуап бирә.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙ үҫеш, баһалау һәләте үҫешә.

        Бүре  – волк

Ҡолаҡ – ухо

Ҡойроҡ – хвост

Тәпәй – лапы

Күҙ – глаза

Морон – морда

Ауыҙ – рот

Ҡанат – крылья

Суҡыш – клюв

Нимә эшләй? – что делает?

Был нимә? – это что?

Был кем? – это  кто?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

конспект урока по русскому языку 4 класс " Имя прилагательное", конспект урока по математике 4 класс "Деление многозначного числа на однозначное"

Конспект урока по русскому языку ( 4 класс). Автор учебника - Рамзаева. Тема урока - " Имя прилагательное". Тип урока - открытие новых знаний.   Конспект урока по математике ( 4 класс). Автор -...

Конспект урока окружающий мир на тему "Равнины и горы". В конспекте указаны этапы урока и виды деятельности учителя и учащихся.

В конспекте урока расписаны этапы урока и виды деятельности учащихся на каждом из них. Знакомство с новым материалом подводится через решение проблемной ситуации. На уроке дети работают в парах, групп...

План-конспект урока по физической культуре для 4 класса. Конспект - урока: Использование современных танцевальных фитнес программ на уроке физической культуры

Цель: Повысить интерес к занятиям физическими упражнениями, через музыкально - двигательную деятельность учащихся, содействовать поддержанию и развитию их активности.Задачи:1.Формировать двигате...

План-конспект урока по чтению (1 класс) по теме: Конспект урока литературного чтения в 1 классе ."Школа 2100"

Урок литературного чтения в 1 классе  «Школа 2100»Тема: Недолгая красота весны.( Николай Иванович Сладков «Бегство цветов» )Цель: формирование читательской компетенции учащихсяЗадачи: - форм...

Конспект интегрированного урока для 1 класса (окружающий мир - математика). Конспект урока по математике для 4 класса

Урок можно проводить как в классе так и в условиях выездной школы.Тема:  Как появилась наука геометрия.Ожидаемый результат: ученик, который умеет отличать кривую линию от прямой. Ребенок, у котор...