Ф. Туғыҙбаева "Шундай йәмле йәй".конспект урока
план-конспект урока по чтению (4 класс)

Халилова Регина Фановна

конспект урока 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл f._tugyzbaeva_shunday_ymle_yy.docx26.76 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы

Хәлилова Регина Фән ҡыҙы.

Дәрес темаһы

Ф. Туғыҙбаева “Шундай йәмле йәй”. Нимә? Нимә эшләй?

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, Нимә? Нимә эшләй? һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү, был һорауҙарҙы телмәрҙә ҡуллана белеү.

Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи:  йәй миҙгелен өйрәнеү, күҙәтеү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре:  Нимә? Нимә эшләй?  һорауына яуап биргән яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, дөйөмләштерә, күрһәтә белеү; һығымта эшләй белеү.

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралашыу, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре:   йәй миҙгеленең матурлығын күрә белеү, өйрәнеү.  

Йыһазландырыу

“Башҡорт теле” дәреслеге, башҡорт теленән эш дәфтәре, яңы һүҙҙәр.

Дәрес барышы

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

 - Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

 - Дәрестә кемдәр юҡ?

Артикуляцион күнегеү

  • Еләктәр

Ҡурай еләге

Бешкән,

Ер еләге лә

Бешкән,

Ҡайын еләге

Бешкән –

Беҙҙең баҡса килешкән! (Ф. Туғыҙбаева)

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашыу.

Уҡытыусы тәүҙә уҡый.

Хор менән уҡыйҙар.

Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнәләр.

Үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрәләр.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңлау.

Ш. : белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

  • Алдағы дәрестә ниндәй тема үттек?
  • Өйгә эш тикшерергә. Яңы һүҙҙәрҙе ҡабатлап килергә.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Дәреслектең 75- се битендәге һүрәттәрҙе ҡарайҙар.
  • Уҡыусылар, һүрәттәрҙә нимәләр күрәбеҙ?
  • Беренсе һүрәттә беҙ ҡояшлы көндө күрәбеҙ, икенсе һүрәттә болотло көн, өсөнсө һүрәттә ямғырлы көндө күрәбеҙ.
  • Уҡыусылар, бына һүрәттәрҙе ҡарап сыҡтыҡ. Әйтегеҙ әле, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
  • Эйе, беҙ  бөгөнгө дәресте йәй миҙгелен өйрәнеүгә бағышлайбыҙ.

Һүрәттәрҙе ҡарайҙар.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Р. : уҡытыусы менән берлектә дәрестең темаһын, үҙҙәренең эшмәкәрлектәренең маҡсатын билдәләргә өйрәнеү.

Т.б. : логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү.

IV. яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Ҡояшлы көн  - солнечный день

Болотло көн – облочный день

Ямғырлы көн – дождливый день

  • Дәреслектән 76- сы бит 4- се күнегеү. “Шундай йәмле йәй” шиғыры менән танышабыҙ.тасуири уҡыйҙар, тәржемә итәләр.
  • Йәй – лето

Йәйғор – радуга

Гөрләүек – ручей

Һыу таша – новоднение

  • Нимә? Нимә эшләй?  - что? Что делает?

Ҡояш көлөп тора – солнце улыбается,

Ямғыр яуа – дождь идет

Һыу инәбеҙ - купаемся

Шиғырҙы тасуири уҡыйҙар.

Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.

Дәфтәргә яҙып ҡуялар.

Тәржемә итәләр.

К. : диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр, башҡаларҙы тыңлау күнекмәһе формалаша, һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылыҡ белеүгә ынтылыш формалаша.

 

V . Ял минуты.

Сәп-сәп-сәпәкәй (сәпәкәй итеү),

Минең ҡулым бәләкәй (сүкәйеп ултырыу)

Ҡулын күтәргән була (ҡулдарҙы күтәрергә)

Сәпәкәй иткән була (сәпәкәй итеү). 

“Портфель” уйынын уйнарға мөмкин. Портфелгә төрлө уҡыу әсбәптаре һалынған.  Уларҙы алыу, атамаһын әйтеү.

Уҡытыусы артынан хор менән хәрәкәттәр эшләп ҡабатлайҙар.

Ш: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

  • Эш дәфтәренән 50- се бит 1- се күнегеү. Йәй миҙгеленә тура килгән һүҙбәйләнештәр аҫтына һыҙырға.
  •  Эш дәфтәренән 50- се бит 2- се күнегеү. Таблицаны тултырырға.

Болот - облоко

Томан – туман

Ямғыр - дождь

Ҡояш  - солнце

Ел  - ветер

  • Дәреслектән 78- се бит 3- сө күнегеү. Төҙәткесте өндәрҙе дөрөҫ әйтеп уҡырға.

 Эш дәфтәренән күнегеү эшләйҙәр. Йәй миҙгеленә тура килгән һүҙбәйләнештәр аҫтына һыҙырға.

Таблицаны тултыралар.

К. : һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр, башҡаларҙы тыңлау, һөйләмдәр төҙөй белеү күнекмәһе формалаша.

Р. : уҡыу мәсьәләһен аңлай, ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыра, ҡуйылған һорауға яуап бирергә өйрәнәләр.

VII. Дәресте йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
  • Нимәгә өйрәндегеҙ?
  • Рефлексив анализ. Баһалау.
  • Өйгә эш биреү.
  • Дәреслектән 76- сы бит 4- се күнегеү. Тасуири уҡырға.

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

Уҡыусылар дәрестә нимә эшләүҙәре, нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында яуап бирә.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙ үҫеш, баһалау һәләте үҫешә.

Еләктәр

Ҡурай еләге

Бешкән,

Ер еләге лә

Бешкән,

Ҡайын еләге

Бешкән –

Беҙҙең баҡса килешкән! (Ф. Туғыҙбаева)

Ҡояшлы көн  - солнечный день

Болотло көн – облочный день

Ямғырлы көн – дождливый день

Болот - облоко

Томан – туман

Ямғыр - дождь

Ҡояш  - солнце

Ел  - ветер


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

конспект урока по русскому языку 4 класс " Имя прилагательное", конспект урока по математике 4 класс "Деление многозначного числа на однозначное"

Конспект урока по русскому языку ( 4 класс). Автор учебника - Рамзаева. Тема урока - " Имя прилагательное". Тип урока - открытие новых знаний.   Конспект урока по математике ( 4 класс). Автор -...

Конспект урока окружающий мир на тему "Равнины и горы". В конспекте указаны этапы урока и виды деятельности учителя и учащихся.

В конспекте урока расписаны этапы урока и виды деятельности учащихся на каждом из них. Знакомство с новым материалом подводится через решение проблемной ситуации. На уроке дети работают в парах, групп...

План-конспект урока по физической культуре для 4 класса. Конспект - урока: Использование современных танцевальных фитнес программ на уроке физической культуры

Цель: Повысить интерес к занятиям физическими упражнениями, через музыкально - двигательную деятельность учащихся, содействовать поддержанию и развитию их активности.Задачи:1.Формировать двигате...

План-конспект урока по чтению (1 класс) по теме: Конспект урока литературного чтения в 1 классе ."Школа 2100"

Урок литературного чтения в 1 классе  «Школа 2100»Тема: Недолгая красота весны.( Николай Иванович Сладков «Бегство цветов» )Цель: формирование читательской компетенции учащихсяЗадачи: - форм...

Конспект интегрированного урока для 1 класса (окружающий мир - математика). Конспект урока по математике для 4 класса

Урок можно проводить как в классе так и в условиях выездной школы.Тема:  Как появилась наука геометрия.Ожидаемый результат: ученик, который умеет отличать кривую линию от прямой. Ребенок, у котор...