Башкирский язык, 4 класс 2 четверть Что такое местоимение? ( вводный урок )
учебно-методический материал по чтению (4 класс) по теме

Уразаева Газиза Адигамовна

2 четверть  4 класс открытый урок по башкирскому языку

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема: Алмаш. Зат алмаштары.

Маҡсат: уҡыусыларға алмаш тураһында төшөнсә биреү, уның һорауҙары һәм мәғәнәләре менән таныштырыу; зат алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, телмәрҙәрен үҫтереү; сана, саңғы шыуғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡулланыуҙы тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: "Уйнат, уйлат баланы" китабы, һүҙ төркөмдәре яҙылған ҡапсыҡтар, " Ромашка" уйыны өсөн таждарына һәм уртаһына һүҙҙәр яҙылған сәскәләр

Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле.

-   Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, улар менән дә иҫәнләшеп алайыҡ.

-   Бер - берегеҙгә ҡарап сәләмләгеҙ, матур итеп йылмайығыҙ ҙа, дәресте башлайыҡ!

2.  Матур яҙыу минуты.

-   Таҡталағы шығырҙы матур итеп күсереп алығыҙ.

Аҡ та була, күк тә була,

Төрлө була күбәләк.

Сәскә атҡан кеүек була

Улар осһа бергәләп.

3. Үтелгәнде нығытыу.

- Беҙ һеҙҙең менән һүҙ төркөмдәре тураһында һөйләшәбеҙ.

-   Донъяляғы барлыҡ һүҙҙәрҙе ҡапсыҡтарға бүлеп һалғандар тигәйнек.

-   Беренсе ҡапсыҡта ниндәй һүҙ төркөмө әле?(исем) Икенсеһендә? (ҡылым)  Өсөнсөһөндә? (сифат) Дүртенсеһендә? (рәүеш)

4. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

-   Бөгөн беҙ һеҙҙең менән 5 - се ҡапсыҡтағы һүҙ төркөмө менән танышасаҡбыҙ. Ул - алмаш тип атала. ( Уҡытыусы таҡтаға ҡапсыҡ элә)

-   Ни өсөн был һүҙ төркөмө улай аталыуын һеҙ үҙегеҙ аңлатып ҡарарһығыҙ. Бының өсөн мин һеҙгә башта бер текст уҡып ишеттерәм. Был текст "Найылдама" тип атала, һеҙ "Найылдама" тигән һүҙ ишеткәнегеҙ бармы? (Юҡ)

-   Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ ҙа, ни өсөн был һөйләшеү улай аталғанын әйтерһегеҙ.

( Уҡытыусы текст уҡый. "Уйнат, уйлат баланы", 130 бит)

- Иректең өләсәһе ни өсөн уның һөйләүенә риза булмай? Был  һүҙҙәрҙе ниндәй һүҙҙәр менән алыштырырға кәрәк? Ә ни өсөн беҙ уларҙы алмаштырҙыҡ? (Балалар аңлата.)

-   Дөрөҫ, уҡыусылар, был һүҙҙәр алмаш була.

5. Яңы тема өҫтөндә эш.

1) Дәреслек буйынса эш.

163 - сө күнегеү, 135 бит

-   Тесты уҡығыҙ. Ҡайһы һүҙ бында йыш ҡабатланған?

-   Ҡабатланған һүҙҙәр урынына алмаштар ҡуйып яҙығыҙ. Ниндәй һүҙ төркөмөн алыштырҙығыҙ?

( Уҡыусылар үҙ аллы күнегеүҙе башҡара)

2) Уҡыусыларҙың үҙ аллы ҡағиҙә әйтеп ҡарауы.

-   Ниндәй һүҙ төркөмө алмаш тип атала? Үҙегеҙ ҡағиҙә әйтеп ҡарағыҙ.

3) Дәреслектән ҡағиҙә уҡыу.

4)  Нығытыу өсөн күнегеүҙәр.

159-сы күнегеү, 134 бит

-   Таҡталағы һөйләмде иғтибар менән уҡығыҙ. Унда ҡайһы һүҙ - һөйләүсене, ҡайһыһы - тыңлаусыны, ҡайһыһы һөйләшеүҙә ҡатнашмаған кешене белдерә?

-   Башҡорт телендә нисә зат була әле? (1 -се, 2 - се, 3 -сө) Бына былар барыһы ла - зат алмаштары тип атала. Был алмаштарҙың затын билдәләгеҙ.

- Был һөйләмде күсереп алығыҙ ҙа, алмаштарҙың өҫтөнә затын яҙығыҙ.

-   Афарин, уҡыусылар! Ә хәҙер белемдәребеҙҙе нығытыр өсөн тағы бер эш эшләп алайыҡ.

6. " Ромашка" уйыны.

-   Сәскәнең уртаһына алмаштар яҙылған. Улар башҡарған эштәрҙе табығыҙ. ( һәр уҡыусы үҙ эшен уҡый)

7. Өйгә эште тикшереү.

-   һеҙгә өйгә эшкә шығырҙы яттан яҙырға әҙерләнергә кәрәк ине. Яҙғас, шиғырҙан алмаштар табып, аҫтарына берәр һыҙыҡ һыҙығыҙ.

-   Бер - берегеҙҙең эшен тикшерегеҙ, баһа ҡуйығыҙ.

8. Йомғаҡлау.

-   Бөгөн дәрестә ниндәй һүҙ төркөмө менән таныштыҡ?

-   Алмаш тураһында нимәләр белдегеҙ?

-   Ул һөйләмдә ниндәй роль уйнай?

9. Баһалау.

10. Өйгә эш биреү.

1) 162 - се күнегеү, 135 бит. Нөктәләр урынына алмаштарҙың кәрәклеһен ҡуйып яҙығыҙ.

2) 161 - се күнегеү,135 бит


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Вводный урок по русскому языку в 1 классе. Закомство с учебником "Русский язык(первые уроки)" Школа 2100 "

На вводном уроке русского языка ребята знакомятся с новым учебником"Русския язык", с правилами работы с учебником, символами, знаками при работе....

Конспект урока по русскому языку на тему: " Вводный урок по курсу русского языка" 1 класс

Конспект урока по русскому языку на тему: " Вводный урок по курсу русского языка" 1 класс...

ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ПРОГРАММА по учебным предметам «Родной (башкирский) язык» и «Литературное чтение на родном (башкирском) языке» для 2-4 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения

Данная программа по родному (башкирскому) языку разработана в соответствии с Федеральным законом от 29.12.2012 года № 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» и варианта учебного пла...

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 1 класса.

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 2 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 3 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....