Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 1 класса.
рабочая программа (1 класс)

Мавлетбаева Гульнара Ахмадулловна

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 1kl._rod.yaz_._i_zbi_nafikova.docx49.35 КБ

Предварительный просмотр:

Йөкмәткеһе

  1. Аңлатма яҙыу.....................................................................................................................2
  2. “Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте” предметына дөйөм характеристика………..2-5
  3. Уҡыу предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше..........................................5
  4. Уҡыу предметы йөкмәткеһенә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәре....................................6
  5. Уҡыу предметын өйрәтеү һөҙөмтәләре........................................................................6-8
  6. Туған (башҡорт) телен уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе..............................................8
  7. Календарь – тематик планбашҡорт теленән һәм әҙәби уҡыуҙан.............................8-12
  8. Уҡытыу процессының матди-техник базаһы..........................................................12-13

Аңлатма яҙыу

     Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы 1-4 кластар өсөн төҙөлгән. Был эш программаһында Федераль һәм Республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

     Программаны 1 - 4 кластар өсөн Ф.Ф. Мортазина һәм З.Ғ.Нафиҡова төҙөгән.

     Рус мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса. Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

“Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте” предметына дөйөм характеристика

     Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙан бәләкәй күләмле диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп. Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың башҡорт телендә һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә.

     Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процессында ҡулланыу төп урында тора.

     Программа кимәле: базис

     Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

 - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

 - тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция);

 - лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

    Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу маҡсаттары:

     Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

     Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

     1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

     2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

     3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

      4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

      5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

     6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

      Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.

      Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

     1. Танып белеү маҡсаты Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

      2. Үҫтереү маҡсаты Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

      Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:  

      Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар:

  логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә;

  бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;  Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;

  аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

  ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

     3. Тәрбиәүи маҡсат.

     Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

      4. Белем биреү маҡсаты

    Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.  

      Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

     Ишетеп аңлау (аудирование):

1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

       Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3) тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

 5) бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.  

       Яҙыу телмәрен үҫтереү:

1) айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2) матур яҙыу күнекмәләре;

3) байрам открыткалары яҙыу;

4) һүҙлек диктанты яҙыу.

      Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре: рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.       Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

 өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

 предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

 предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

  уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

  уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

  башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик,

 стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;  телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

  предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Уҡыу предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше

     Һәр класта башҡорт милләтенән булған балалар төркөмө булдырыла. Төркөмдәрҙә туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте аҙнаһына 1,5 сәғәт уҡытыла. Сәғәттәр һаны иҫәбенә кластан тыш уҡыу, һорауҙарға яуаптар, контроль күсереү, контроль диктант, инша, изложение яҙыу ҙа инә.

     Уҡыу предметының йөкмәткеһе Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы Кәркәй ауылы муниципаль башланғыс белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы”нда туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтен 1 класта аҙнаһына 1,5 сәғәт, йылына 96 сәғәт уҡытыу ҡаралған. Шуға ярашлы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы”нда бүленгән сәғәттәр һаны ҡыҫҡартыла, бирелгән материал тулыһынса өйрәнелә. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәре

      Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

     Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

     Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

     Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

     Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, хәләте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙ-аллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

     Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

     Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Уҡыу предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре

Шәхси һөҙөмтәләр:

      Уҡыусы түбәндәге белемдәрҙе формалаштыра:

 - уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу;

 - мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

- тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре, тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау тураһында аң-белем биреү;

     Уҡыусының түбәндәге белемдәрҙе формалаштырыу мөмкинселеге бар:

 - һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү;

 - үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

- атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

     Предмет һөҙөмтәләре:

Уҡыусы түбәндәге белемдәрҙе формалаштыра:

- Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһын аңлау - Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

 - Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу. Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү. Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү. Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

 - Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.

 - Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.

 - Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

 - Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.

- Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.

 - Тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу. Уҡыусының үҙләштереү мөмкинселеге бар. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү. Яҙма һәм баҫма текстарҙы аңлау. Таныш темаға һөйләшеү. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

 - Тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

 - Текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

 - Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

      Метапредмет һөҙөмтәләр:

Уҡыусы түбәндәге белемдәрҙе формалаштыра:

- Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.

 - Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.

- Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү.

- Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

 - Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

       Уҡыусының өйрәнеү мөмкинселеге бар:

 - Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

 - Диалог, монолог ҡора белеү.

 - Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.

- Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.

 - Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.

Башланғыс кластарҙа туған (башҡорт) телен уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе.

     Программала «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» предметының йөкмәткеһе уҡыусыларға башланғыс дөйөм белем биреү этаптарына бөйле ҡарала. Уҡыусылар тәү башлап уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен үҙләштерәләр: тыңларға, һөйләргә, уҡырға, яҙырға өйрәнәләр. Белем алыу рус телендә ойошторолғанлыҡтан, беренсе класс уҡыусылары башҡорт телен өйрәнеүҙе түбәндәге этаптар аша һәм рус теле менән бер юҫыҡта параллель рәүештә өйрәнәләр.

     Грамотаға өйрәнеү.

      Башҡорт телен өйрәнеү, рус телендәге кеүек үк түбәндәге этаптарҙы үҙ эсенә ала:

  1. Грамотаға өйрәнеү һәм телмәр үҫтереү. Телдән әҙерлек осоро.
  2. Әлифба осоро. Грамотаға өйрәнеү, уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.
  3. Әлифба аҙағы осоро. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе комплекслы үҫтереү.  

Календарь - тематик план башҡорт теленән һәм әҙәби уҡыуҙан

Тематик планлаштырыу

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Дата

Темалар

Сәғәт

һаны

план

факт

Лексик тема

Грамматик тема

1

Танышыу.

Беҙ – уҡыусы.

Предмет. Тирә-йүндәге предметтар.

Предметтарҙы тамғалау.

1

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләрҙе тоташтырыу элементтарына өйрәнеү.  Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау, рус телендәге атамалар менән сағыштырыу. Үҙең менән таныштыра белеү.

2

Беҙҙең мәктәп.

Кем ни эшләй? Предметтың атамаһын, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

1

Өлгө буйынса һүрәт элементтарын эшләү. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларга яуап биреү.

3

Беҙҙең класс

Беҙ дежур.

Һөйләмдәрҙе шартлы билдәләр ярҙамында тамғалау.

1

Һөйләм төҙөй белеү, һөйләмде һүҙҙәр йыйылмаһынан айыра белеү. Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

4

Уҡыу кәрәк-яраҡтары.

Һүҙ. Һүҙ моделе. Һүҙҙәге ижектәр. Нимә? Ҡайҙа? һорауҙары.

1

Һүҙ, ижек моделдәрен белдергән шартлы билдәләрҙе дәфтәргә төшөрөү. Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау. Картина буйынса һөйләү, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

5

Уйынсыҡтар.

Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. 3 ижекле һүҙҙәр.

1

Һүҙ менән ижекте айыра белеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеү. Рус телендә һәм башҡорт телендә һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеүҙе өйрәнеү һәм сағыштырыу. Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау.

6

Һандар.

Нисә? Күпме? һорауҙары. 1-10-ға тиклемге һандар.

1

Эш дәфтәрендә һандар бирелгән һүрәттәрҙе буяу. Башҡортса һанарға өйрәнеү. Картина буйынса һөйләү. Диалог төҙөү. «Һан + исем (берлектә)» формулаһы буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

7

Төҫтәр.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Ниндәй? һорауы.

1

Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу. Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

8

Йәшелсәләр.

Өн. Тартынҡы өндәр. Өн моделе.

1

 Емеш-еләктәр исемдәрен үҙләштереү, уларҙың кеше организмына файҙалы яҡтарын билдәләү. Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

9

Йыл миҙгелдәре.

Телмәр үҫтереү. «Һөйләшеү».

1

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу. Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

10

Аҙыҡ-түлек.

Һуҙынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын өндәр. Уларҙың моделе.

1

Рус телендәге өндәр менән сағыштырыу. Һүрәттәр буйынса һөйләү.

11

Милли аштар.

Нәҙек, ҡалын ижектәр. Уларҙың моделе, һөйләм киҫәктәре. Уларҙың моделе.

1

Һөйләм киҫәктәре булған һөйләм моделентөҙөү. Ҡалын, нәҙек ижектәрҙе айыра белеү, һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү.

12

Һауыт-һаба.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе.

1

Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү. Һөйләмдә һүҙҙәр һанын билдәләй белеү. Айырым һөйләмдәрҙе айыра белеү.

13

Ғаилә.

Баҫым, һүҙҙең өн моделе. Телмәр үҫтереү: «Беҙҙең ғаилә».

1

Ғаилә ағзалары тураһында һөйләү. Баҫым төшөнсәһе менән танышыу, башҡортса һүҙҙәрҙә баҫымдың ҡуйылышын төшөнөү һәм телмәрҙә ҡулланыу. һорау һүҙҙәренә баҫымды дөрөҫҡуйыу.

14

Кейемдәр.

Логик баҫым. Хәбәр һөйләмдәр.

1

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу. Тема буйынса уҡытыусы һөйләгәндәрҙе иҫтә ҡалдырыу һәм ҡабатлау.

15

Милли кейемдәр.

Логик баҫым.

Һорау һөйләмдәр.

1

Тема буйынса уҡытыусы һөйләгәндәрҙе иҫтә ҡалдырыу һәм ҡабатлау.

16

Йорт хайуандары.

Логик баҫым. Өндәү һөйләмдәр.

1

Өндәү һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, әҫәрҙән таба белеү. Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү. Йорт хайуандарын ҡарауҙа яуаплылыҡты аңлау.

17

Йорт ҡоштары.

Текст менән танышыу. Нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.

1

Башҡорт телендә рус теленән айырмалы рәүештә нимә? һорауының бирелеү үҙенсәлеген билдәләү. Йорт ҡоштарының исемдәрен үҙләштереү һәм уларҙы ҡарауҙа яуаплылыҡты аңлау.

18

Ҡырағай хайуандар.

Текст һәм мәғәнә яғынан бәйләнеше булмаған һөйләмдәр.

1

Тәҡдим ителгән текст буйынса һүрәттәр төшөрөү. Рус телендәге кейек атамалары менән башҡорт телендәге атамаларҙы сағыштырыу. Башҡорт телендә нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе айыра белеү.

19

Хәреф – өндөң тамғаһы. Эшкә анализ.

Ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

1

Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү.

20

Мин уҡый беләм.

Оо, Ыы өнө һәм хәрефе.

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Башҡорт һуҙынҡыларын рус телендәге һуҙынҡылар менән сағыштырыу һәм айырмаһын күрһәтеү.

21

«Шалҡан» әкиәте.

Ээ, Әә өнө һәм хәрефе.

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Мәҡәл һәм әкиәттәрҙең тормоштағы әһәмиәтен билдәләү. Хәрефтең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү.

22

Ж. Кейекбаев “ Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?”.

Өө, Үү өнө һәм хәрефе.

1

Ө, Ү өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәнеү.  Данлыҡлы рәссамдар тураһында һөйләшеү.

23

Ж. Кейекбаев

«Айыу ниңә ҡыш өңөнән сыҡмай?».

Ҡҡ, Ғғ өнө һәм хәрефе.

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Өн менән хәрефте айыра белеү. Көйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү. Башҡорт халҡының милли музыкаль инструменты тураһында белемдәрен байытыу.

24

К. Ушинский «Эш бөткәс уйнарға ярай».

Һһ, Ҙҙ өнө һәм хәрефе.

1

Өн менән хәрефте айыра белеү. Әйтелгән һүҙҙе яҙылған һүҙгә әйләндереү. Һ,Ҙ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Текст өҫтөндә эшләү күнекмәләренә өйрәнеү.

25

“Тирмә” әкиәте.

ң, ҫ өнө һәм хәрефе.

1

ң, ҫ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу.

26

Л.Толстой “ Тейен менән бүре”.

В хәрефенең өс өндө белдереүе: [в], [у], [ү].

1

В өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Өндөң һүҙҙә килеү урынына ҡарап, әйтелешен күҙәтеү. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

27

“Башаҡ”

(Украин халыҡ әкиәте).

Башҡорт өн-хәрефтәрен ҡабатлау.

1

Өндө хәрефтән айыра белеү. Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙә бер өндөң (хәрефтең) үҙгәреүе һүҙҙең лексик мәғәнәһен үҙгәртеүен күҙәтеү, сағыштырыу, билдәләү.

28

“Башаҡ”

(Украин халыҡ әкиәте).

Ике өндө белдергән Ее, Юю, Яя хәрефтәре.

1

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йа], [йу],  [йе] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға.

29

Тикшереү эше.

Йй өнө һәм хәрефе.

1

[й] өнөн дөрөҫ әйтергә, ишетергә. Уға характеристик бирергә.

30

Ф.Сынбулатова “Атай- ғаиләлә хужа”.

У-Ү өнө һәм хәрефе.

1

Һүҙҙәр, һөйләм, текстар уҡыу.

31

Ф.Сынбулатова  “Атай менән әсәйҙән өйрәнәбеҙ”

Кк, Ҡҡ өнө һәм хәрефе.

1

Парлы яңғырау – һаңғырау тартынҡыларҙы сағыштырырға, һығымта яһарға.

32

Л. Толстой “ Атай һәм улдар” .

Зз, Ҙҙ өнө һәм хәрефе.

1

33

М.Пришвин

“ Алтын болон”.

Хх, Һһ өнө һәм хәрефе.

1

Парлы яңғырау – һаңғырау тартынҡыларҙы сағыштырырға, һығымта яһарға. Гг – Кк, Ғғ – Ҡҡ, Сс – ҫ, Хх – Һһ, Нн – ң хәрефтәрен дөрөҫ тоташтырырға.

34

“Кем бай ” әкиәте.

Сс, ҫ өнө һәм хәрефе.

1

35

С. Кәрим “ Тәүге дәрес”.

Гг, Ғғ өнө һәм хәрефе.

1

36

Ф.Сынбулатова“ Ҡартатайым кәңәштәре”.

Нн, ң өнө һәм хәрефе.

1

37

Тикшереү эше.

Нәҙек, ҡалын айырыу тамғаһы (ь, ъ).

1

Нәҙек, ҡалын айырыу тамғалары булған һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә, транскрипцияла һәм хәрефтәр менән яҙырға.

38

Л. Толстой

“ Иң –иң матуры”.

Алфавит.

1

Тикшереү.

39

Е. Пермяк “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ”.

Предметтың исемен

белдереүсе һүҙҙәр.

1

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе һөйләмдәрҙән йәки текстан таба белеү һәм һорауҙар ҡуйыу.Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ уҡыу.

40

С. Кәрим “Иғтибарлы булыу –үҙе изгелек”.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәр.

1

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө миҡдарҙа килеүен төшөнөү, бер-береһе менән сағыштырыу һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

41

“Өс  ҡыҙ” әкиәте.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

1

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу.

42

В. Осеева

“ Улдар”.

Диалог.

1

Диалог төҙөү. Йөкмәткеһен һөйләү. Бер-береңдең фекерен тыңлау, аңлау, яуап биреү. Уҡылған әҫәргә үҙеңдең уй-фекереңде әйтеү.

43

Ф.Ғөбәйҙулли-

на “Минең әсәйем кем? ”

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

1

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, һүҙҙәрҙе юлдан юлға дөрөҫ күсереү ҡағиҙәһен формалаштырыу.  Текст йөкмәткеһен һөйләү күнекмәләрен үҙләштереү.

44

Н. Игеҙйәнова “ Бәхәс”.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу һәм айырмаһын күреү, телмәрҙә ҡулланыу.

45

Р.Ниғмәтуллин “Тәрбиәһеҙ өйрәк”.

Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу.

1

Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Текст буйынса уҙғарылған әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекереңде әйтә, дәлилләй белеү.

46

Б. Байымов

“Аҡ таҫмалы Зөһрә”.

Һүрәт буйынса эш.

1

Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү.

47

Ҡалалар.

Ҡала исемдәре башҡорт һәм рус телдәрендә.

1

Башҡортостан ҡалалары тураһында белемдәрен байытыу, картанан таба белеү. Үҙ белгәндәрен аудиторияға башҡорт телендә еткереү.

48

Тикшереү эше.

Диктант

1

Уҡыу йылында үтелгән грамматик темаларҙы системаға килтереү. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.  Предметты, предметтың билдәһен, эш-хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Дөрөҫ итеп һөйләм төҙөй белеү. Рус телендәге һөйлөмдәрҙә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе менән башҡорт телендәге һөйлөмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу, айырыу.

49 -50

Ҡабатлау,

йомғаҡлау.

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2

Уҡыу процессының матди – техник базаһы

      Уҡытыусы өсөн:

 1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 кластары өсөн) Төҙөүселәре: Тикеев Д. С., Толомбаев Х. А., Вилданов Ә. Х., Дәүләтшина М. С., Хөснөтдинова Ф. Ә., Хажин В. И., Ижевск - 2008.

 2. Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 -се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Авт.: Толомбаев Х.А., Набиуллина М. М., Өфө – 2006

5. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. М. Ғ. Усманова., З. М. Ғәбитова. Өфө – 2009

 6. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы. Авт.:В. Ш. Сынбулатова, Р. Ф. Нурыева, Г. Б. Ғәлиуллина

7. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. Авт.: Усманова М. Ғ., Өфө – 2007

8. Башкирско – русский и русско-башкирский учебный словарь с грамматическим приложением. Авт.: Саяхова Л., Усманова М., Санкт-Петербург – 2007

 9. Башҡортса – русса темалар буйынса һүҙлек. Авт.: Усманова М. Ғ., Уфа - 2005 10. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу. М. И. Баһауетдинова., Г. Н. Йәғәфәрова. Өфө - 2009

          Уҡыусылар өсөн:

 1. Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 -се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Авт.: Толомбаев Х.А., Набиуллина М. М., Өфө – 2006

3. Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 -се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Авт.: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М. С. Өфө – 2011

5. Башкирско – русский и русско-башкирский учебный словарь с грамматическим приложением. Авт.: Саяхова Л., Усманова М., Санкт-Петербург – 2007

 6. Башҡортса – русса темалар буйынса һүҙлек. Авт.: Усманова М. Ғ., Уфа - 2005


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочие программы для 3класса по русскому языку, математике, литературному чтению, окружающему миру, изобразительному искусству, технологии

Рабочие программы по русскому языку, математике,литературному чтению, окружающему миру, технологии, изобразительному искусству для 3класса...

Рабочая программа по учебному предмету «РУССКИЙ ЯЗЫК (обучение грамоте: чтение + письмо)» для обучающихся 1 класса Сроки реализации программы: 2014 – 2015 учебный год (образовательная система "Гармония")

Рабочая программа составлена на основе авторской  программы М.С.Соловейчик, Н.С. Кузьменко «Русский язык», с учётом Федерального государственного образовательного стандарта начального общег...

Рабочая программа по предмету литературное чтение на родном башкирском языке

Рабочая программа по предмету литературное чтение на родном башкирском языке 2-4 класс...

Рабочая программа по литературному чтению на родном (башкирском) языке для 1-4 классов

Рабочая программа по литературному чтению на родном (башкирском) языке для 1-4 классов ...

ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ПРОГРАММА по учебным предметам «Родной (башкирский) язык» и «Литературное чтение на родном (башкирском) языке» для 2-4 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения

Данная программа по родному (башкирскому) языку разработана в соответствии с Федеральным законом от 29.12.2012 года № 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» и варианта учебного пла...

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 2 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 3 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....