Кластан тыш саралар
методическая разработка (8 класс)


Предварительный просмотр:

Мәңге йәшәйәсәк!

(Туған телгә арналған кисә үткәреу өсөн)

Маҡсат: Уҡыусыларҙа туған телгә мөхәббәт һәм уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, илебеҙ тарихы, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырыу, ҡыҙьгкһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: Сәсәндәрҙең, һәм яҙыусыларҙың портреттары һәм китап-тары, халыҡ ижады әҫәрҙәренә уҡыусылар эшләгән һүрәттәр; халыҡ ижады әҫәрҙәренә һәм сәсәндәргә арнап сығарылған стена газетаһы, альбом һәм плакаттар; «Урал» йырының фонояҙмаһы.

      Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

      Һығылма бил тал-сыбыҡтай нәфис тә һин,

       Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин.

      Эй  илһамлы,   эй  хөрмәтле  башҡорт  теле.

                                                                      3.  Б и и ш е в а.

     

       Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле, .

       Унан башҡа минең  илем  юҡ;

       Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

         Иле юҡтың ғына теле юҡ!

                                                           Р. Ғ а р и п о в.

               Ниндәй гүзәл халыҡ йыры,

                 Күпме көс, тәрәнлек бар!

                   Беҙҙе бөтә ғүмер буйы

                   Оҙатып килә улар!

                                                     Б. Б и к б а й.

 

   Сарала  ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусылар ҙа башҡорт милли кейемендә.          Класс байрамса, матур итеп биҙәлгән.

        К и с ә б а р ы ш ы:

   Фонояҙманан «Урал» йырын тыңлау

            А л ы п б а р ы у с ы:  Аля     

        Ҡәҙерле уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар! Бына әле генә яңгыраған йырҙы бетәгеҙҙең  дә ишеткәне барҙыр, тип уйлайьм. Был йөрәктәргә үтеп инерҙәй моңло йыр — «Урал» йыры. Быуаттар төпкөлөнән килгән был үлемһеҙ гүзәл йырҙы халыҡ үҙе ижад иткән. «Урал» йырын башҡорттарҙың милли гимны тип йөрөтәләр.

     

 

Алып барыусы:       Настя

Беҙҙең Башҡортостан — күп милләтле республика. Рустар, татарҙар һәм сыуаштар республикабыҙ халҡының иң күп өлөшөн, ә төп, ерле халыҡ — башҡорттар дүрттән бер өлөшөн генә тәшкил итә. Был бик аҙ, әлбиттә. Тор-ғонлоҡ йылдарында йөҙәрләгән башҡорт мәктәбе русса уҡытыуға күсте. Һөҙөмтәлә меңәрләгән башҡорт балаһы үҙ телендә һөйләшә лә, яҙа ла, уҡый ҙа белмәй. Хатта ҡайһы бер кешеләр үҙ телен белә тороп та, һөйләшергә оялалар.

Алып барыусы:    Аля

Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа башҡорт теленә иғти-бар арта төштө. Күп кенә мәктәптәрҙә яңынан башҡорт теле дәрестәре уҡы-тыла башланы. Газета һәм журнал биттәрендә лә тел мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостан телевидениеһы буйынса ла башҡорт телен өйрәтеү дәрестәре алып барыла. Башҡортостандың үҙ киностудияһы бул-дырылды.

Ләкин туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу есөн беҙгә күп кенә көс һалырға тура киләсәк.

Алып барыусы:  Д.  Настя

Беҙ гимныбыҙ дәрәжәһенә күтәрелгән «Урал» йыры тураһында һөйләй башлағайныҡ. «Урал» йыры бөгөнгө көндә башҡорт халҡына оран кеүек яңғыраны.

Йыр XVI быуатта сығарылған, һәм ул  Уралды бығаса тарҡау йәшәгән ырыуҙарҙы берләштереүсе уртаҡ Ватан  итеп һүрәтләй.

Урал буйҡайҙары армыт-армыт,

Бар ергә лә әсә булған ул.

Сылтырап акҡан шишмә буйҙарына

Ырыуҙарын туплап йыйган ул,—

тип әйтелә унда. Бына ошо йыр-оранды ишетеп, ырыу башҡорттары беҙҙең йыйынға ҡунаҡ булып килгән. Шуныһы икеләтә ҡыуаныслы — беҙҙең йыйынга Салауат Юлаев, XIX быуаттан хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла ла килеп еткән. Шулай уҡ был кисәлә Зәйнәб Биишева менән дә осрашыу шатлығы көтә. «Ваҡыт араһы — ара түгел, йөрәктәр бит бер үк уй менән тибә, бында йыйылған кешеләрҙе бер үк маҡсат, бер үк теләк берләш-терә»,— тине күпте күргән аҡһаҡалдарыбыҙ.

Алып  барыусы:   Аля

Мин хәҙер һеҙҙе хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ менән таныштырып үтәм.

Беҙҙең кисәгә башҡорт халҡының милли  геройы, ғорурлығы, Емельян     Пугачевтың ярҙамсыһы булған Салауат Юлаев та килгән. Ул  һәр кемдең

 күңелендә халыҡты азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәүсе батыр , сәсән булараҡ

 та билдәле. Уның күп кенә шиғырҙары , йырҙары беҙҙең көнгәсә килеп

еткән. Хәҙер һүҙҙе Салауаттың үҙенә бирәбеҙ.

(Башҡорт милли кейемендә С.Юлаев үҙенең шиғырын һөйләй.)

Сафин Ильфир

ТЫУҒАН ИЛЕМ

Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым, —

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

Күгәреп күккә үрелгән

 Ҡарлы башын Уралдың,

Күҙҙең яуын алырҙай

Матурлығын ҡырҙарҙың

Мәңге маҡтар инем мин,

 Мәңге данлар инем мин.

Тыуған-үҫкән илемдән

Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,

Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,

Төшөмдә һеҙҙе гел  күрәм,

Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Һөйгән һылыу Уралым!

Тыуған яҡтан ел иҫһә,

Ул миңә хәбәр килтерә;

Тыуған -үҫкән еремдән,

Өҙөлөп  һөйгән  илемдән,

 — Минең тыуған ҡырҙарҙан,

Балдай татлы һыуҙарҙан,

Яландарҙан, урмандан,

Күккә ашҡан Уралдан

Миңә хәбәр  килтерә.

        Аля:

Рәхмәт Салауат ағай . Һеҙҙең шиғырҙарығыҙ беҙҙең күңелдәрҙә мәңге

 Һаҡланыр.

Алып барыусы:  Д.Настя.

Ә был мөләйем йөҙлө, башына ап-аҡ сәллә ураған, ап-аҡ һаҡаллы ил ағаһын күбегеҙ танығандыр инде. Кемдәр танымай — таныштырып үтәм. Был ил ағаһы Мифтахетдин Аҡмулла була. Уның тыуыуына декабрҙа 176  йыл тулды . Үткән йылда уның юбилейына арналған саралар беҙҙең мәктәптә лә уҙғарылды. Әйҙәгеҙ әле, хәҙер һүҙҙе Аҡмулланың үҙенә бирәйек.

Аҡму л л а:    А.Вячеслав

   Танышайыҡ, мин — Аҡмулла,

   Күңелем аҡ, пак мулла.

    Ерҙә бик аҙ йәшәһәм дә, .

   Күпте күргән хаҡ мулла.

        Бар кешегә яҡшылык,

       Сафлыҡ илткән кешемен.

        Бынан бер быуат элек

       Йәшәгәйнем был ерҙә

        Уйламаным яңынан

        Терелермен, тип, ғүмер ҙә.

Башҡорт теле бөтөп бара

 Тигән һүҙҙе ишетеп,

  Түҙмәнем, килдем был ергә,

  Дошмандарға үс итеп.

   Үлеләрҙе терелтерлек

    Ниндәй һүҙ был ҡот осҡос.

    Башҡорт халҡы бөтөп бара—

    Ниндәй һүҙ был ҡот осҡос. ...

     Укыһын тип башҡортом,

      Көнөн-төнөн янғайным.

      Халҡым бәхете есөн

       Бар көсөмдө һалгайным.

        Илгиҙәр булдым һәр саҡ,

         Ғүмерем үтте юлда.

         Ятһам да мин, торһам да,

         Китаптар булды ҡулда.

          Берәй төрлө ярҙамым

           Бәлки тейеп тә ҡуйыр.

           Һуңғы башҡортто был ерҙән

            Кемдәр, әйтегеҙ; юйыр?

            Бындай хәл булыр тиеп,

           Уйламаным һис ваҡыт.

           Имеш, башҡорт бөтөп бара,

           Килеп индем шаҡ ҡатып.

А л ы п б а р ы у с ы:  Аля

    Рәхмәт, Аҡмулла бабай. Һеҙҙең һүзҙәрегеҙгә тулыһынса ҡушылам. Тик    улай ук ныҡ борсолмағыҙ, беҙҙең эштәр хәҙер яҡшыраҡ йүнәлеш алды. Беҙҙең

мәктәптә лә башҡорт теле уҡытыла башланы.Бергәләп тотонһаҡ, беҙ, һис шикһеҙ, башҡорт телен һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.  Ә хәҙер кисәбеҙҙе дауам итәбеҙ.

      1-се у ҡ ы у с ы: Настя

     Шуныһы күңелде ҡыра: беҙзең арабыҙҙа халыҡ ижады әҫәрҙәрен

      йүнләп белмәүсе кешеләр ҙә осрай әле. А. М. Горький.ҙа бит:

     «Халыҡ ижадын белмәй тороп, хеҙмәтсән халыҡтың ысын тарихын белеп     булмай»,— тигән. Халҡыбыҙҙың тарихын белмәгәс — телен дә йүнләп белмәйбеҙ тигән һүҙ. Халҡыбыҙҙың теле лә, ижад иткән әҫәрҙәре лә иҫ киткес матур һәм бай. Ошо кисәнән һуң беҙҙең арабыҙҙа туған телебеҙгә, халҡыбыҙҙың ижадына битараф кешеләр кәмер, тип ышанабыҙ.

   

 2-с е у ҡ ы у с ы:     Алина

      «Халыҡ — ҙур ул, дәртле ул, моңло ул, әҙип ул, шағир ул».

       Халыҡтың әҙәби ижадҡа һәләтен Ғ. Туҡай бына шулай юғары

       баһалаған, Эйе, халыҡ әҙип ул. Әҙәби әҫәрҙең ул бик күп төрҙәрен ижад    иткән.  V класта беҙ әкиәт, йыр, мәҡәл һәм йомаҡ менән таныштык. Уларҙан  тыш ҡобайыр, бәйет, сеңләү,көләмәс һымаҡ жанрҙар ҙа бар. Халыҡ тарафынан тыуҙырылған әҫәрҙәр барыһы бергә халыҡ ижады йәки фольклор тип атала.

3-с ө у ҡ ы у с ы:     Настя

   Күренекле яҙыусы, драматург һәм шағир, Баязит Бикбай:

            Ниндәй гүзәл халыҡ йыры,

             Күпме көс, тәрәнлек бар!

             Беҙҙе бөтә ғүмер буйы

               Оҙатып килә улар! —

тип яҙған. Эйе, ысынлап та, гүзәл халыҡ йырҙары беҙҙе бөтә ғүмеребеҙ буйына оҙатып киләләр.

4-с е у ҡ ы у с ы:     Алина

 Халыҡ үҙенең Тыуған илде яратыу тойғоһон мәҡәлдәрҙә сағылдырған. Мәҫәлән: «Алтьш-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы», «Кеше илендә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул», «Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын».

 Алып барыусы:  Д.Настя

   Халыҡ ижады әҫәрҙәре кешеләрҙе йәшәргә өйрәтә, намыҫлы һәм теремек булырға саҡыра, матурлыҡты аңларға һәм донъяның ҡәҙерен белергә өндәй, яҡшылыҡтан үрнәк, яманлыҡтан ғибрәт алырға кәрәклеген төшөндөрә.

Алып барыусы:  Аля

  Халыҡ ижады әҫәрҙәре боронғо ваҡыттарҙа халыҡ араһында йәшәгән тел оҫталары, сәсәндәр тарафынан телдән телгә быуындан быуынға күсеп

        Һәр быуындың сәсәндәре тарафынан шымартылып һәм  камиллаштырылып, беҙҙең көндөргәсә килеп еткән. Шуға күрә фольклор әҫәрҙәренең авторҙары билдәле булмай.

А л ы п  б а р ы у с ы:   Д.Настя

   Халҡыбыҙ бейеүгә лә оҫта булған .Быуаттар буйына һаҡланып килгән боронғо бейеүҙәребеҙҙе ҡарап  һоҡланмай  мөмкин түгел.

( 7 класс уҡыусыһы Кузнецова Анастасия башҡорт бейеүен башҡара)

А л ы п б а р ы у с ы:  Аля

Башҡорт халҡының бөгөнгө көнгәсә һаҡланып килгән йолалары бар.

Хәҙер һеҙгә йола поэзияһы өлгөләрен күрһәтеп   китәсәкбеҙ.

Ҡолаҡ һыҙлағанда әйтелә торган һүҙҙәр.

(Бәләкәй генә интермедия күрһәтелә.)

Уртаға башына мамыҡ шәл  ябынған, ҡолаҡтарын ҡулдары менән ҡаплаган бер ҡыҙ йүгереп килеп сыға. бер туҡтауһыҙ һөйләнә:

   Алиса: -«Әләй, ҡолағым ауырта, ҡолағым ауырта, ҡолағым ауырта!»

(Икенсе яҡтан бер әбей килеп сыға.)

  • Таня: Ни   булды,   ҡыҙым,   ни   булды?
  • Алиса: Ҡолағым ауырта, сыҙап булмай.

  •  Таня:   Хәҙер, балаҡайым, хәҙер.
             Йүгереп сығып китә, бер сеүәтә тотоп килеп сыға, ҡыҙ янына килә:
  •  Таня: Ултыр, ҡыҙым, бынау ултырғысҡа
                  Хәҙер мин һине дауалайым. Ҡымшанмайынса ғына ултыр.

     

           Әбей арбау һүҙҙәрен әйтә:

   -Таня:      Тат-татран, тат-татран,

                    Тарттырмамдыр мин һиңә.

                   һары ала айыуым бар,

                 Ҡаптырмамдыр мин һиңә.

                 Татран күс, татран күс!

                  Ҡайын күрһә, ҡайным, ти,

                  Ҡабыҡ күрһә, өйөм, ти,

                 Татран күс, татран күс!

(Ауырыу тирәләй төрлө хәрәкәттәр эшләп йөрөй. Һүҙҙәрен әйтеп бөткәндән

Һуң һорай:)

  • Таня:    Йә,   ҡыҙым,   ҡолағыңдың   ауыртыуы бөттөмө инде?
  •  Алиса:    Эйе, инәй. Ауыртыуы ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды ла    ҡуйҙы.

 А л ы п б а р ы у с ы:  Д.Настя

         Беҙҙең кисәгә, ваҡыт һынауҙарын һәм оҙон юлдар үтеп, башҡорт

      халҡының талантлы ҡыҙы Зәйнәб апа Биишева  ла килеп еткән.

      Зәйнәб апайҙың аяныслы ла, шул уҡ ваҡытта беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә

      үрнәк булырлыҡ тормошо — тотош  роман яҙырльгк. Яҙыусы ғүмер

      буйына халҡым, илем тип йәшәгән, матур әҫәрҙәр ижад иткән.

    Бөгөнгө көндә уның 3 китаптан торған трилогияһын уҡымаған бер генә

      башҡорт кешеһе лә юҡтыр. 2 ғинуарҙа уның тыуыуына 100 йыл тулды.

       Хәҙер һүҙҙе Зәйнәб Биишеваның үҙенә бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ, Зәйнәб апай!

     Зәйнәб Биишева:  Архипова Л.

              Мин Зәйнәб... Бик күп ғазап сигеп,

             Килеп еттем һеҙгә, тугандар.

            Йылдар аша килдем... Юлдарымды

            Ҡыйып үтте ҡара йыландар.

             Үткәндәрем — йәмһеҙ төш һымаҡ,

              Аҡты ҡара тиеп таптылар.

             Тик нахаҡҡа мине рәнйеттеләр,

              Бик күптәрҙе аҫты, аттылар.

              Миллион ҡорбандарҙың береһе мин,

              Тик үпкәм юҡ туған халҡыма.

             «Йөрәгемде бирәм халҡыма!»—

              Тоғро булып ҡалдым антыма.

              Күҙ йәшемде бер кем күрмәне.

             

             Саф һөйөүем миңә көс бирҙе,

             Дошмандарым шуны белмәне.

           Ул һөйөүем — Тыуған илде һөйөү,

            Бар нәмәнән булды юғары.

            Шул һөйөүем миңә көс биргәнгә,

             Иҙә алманы һуғыш  йылдары.

         

           А л ы п б а р ы у с ы:   Аля

          Рәхмәт, Зәйнәб апай. Һинең изгелекле рухың алдында баш эйәбеҙ.

             һинең үлемһеҙ  әҫәрҙәрең — халҡыбыҙҙың иң яратып уҡылған әҫәрҙәре;

              Һинең  исемең  йөрәктәребеҙҙең түрендә һаҡлана. Үҙең үлһәң дә, рухың,

              йөрәк ҡаның менән яҙған әҫәрҙәрең мәңге йәшәр!

2-се алып барыусы:  Д.Настя

 Башҡорт халҡының иң төпкөл  ауылынан сығып,сынығып үҫеп, тормош      ҡаҙанының нәҡ уртаһында ҡайнап йәшәп, үҙенән алда ижад юлында барған Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый, Һәҙиә Дәүләтшина традицияларын тоғро дауам итеп ,үҫтереп һәм яңыртып, Зәйнәб Биишева ижады ысын мәғәнәһендә йөрәк яныуы, халыҡтың иң хаҡ уй-хыялдарын сағылдырыу дәрәжәһенә күтәрелде.

 

1-се алып барыусы:  Аля

Бөгөн Зәйнәб Биишева ижады- тауҙай хеҙмәт һәм шуға торошло оло хөрмәткә лайыҡлы ҡаһарманлыҡ. Ул-ғүмер буйы тынғыһыҙ эш һәм көрәштә үткән донъя.Үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, “изге әсә лә ул,гүзәл эшсе лә ул “. Зәйнәб апаның яҙыусы һәм кеше булараҡ,бар тәбиғәте,булмышындағы бер мөһим һыҙаты хаҡында ла әйтергә кәрәк:ул үҙеңдең йәшәү,тормош һәм кө-

рәш прициптарыңа бер ваҡытта ла хыянат итмәү, ғүмер буйы иманыңа тоғро булып ҡалыу.

2-се алып барыусы:  Д. Настя

Башҡорт теле

Башҡорт теле! Ниндәй ғорур,

Һәр бер һүҙе ҡәҙерле!

Йотолманы, киҫелмәне,

 Еңеп сыҡты ҡәберҙе.

Һуттар алып милләтемдән,

 Ҡоттар алып халҡымдан,

 Сая телем нисә быуат

Осар ҡоштай талпына.

Илен, телөн һаҡлап бабам

Аҙ ҡоймаған ҡандарын.

Үҙ телемдә эфир аша

Каршылайым таңдарым.

Өйрәнәйек башҡорт телен,        

Әсәйҙәрҙәй күрәйек.        |

Ғәзиз һүҙҙәр гөлләмәһен        
Йөрәктәргә үрәйек!

1-се алып барыусы:   Аля

            Бөгөнгө кисәлә беҙ йырланыҡ та ,бейенек тә .

            Башҡорт теле мәңге йәшәйәсәк! Телебеҙ менән бергә матур

            йолаларыбыҙҙа ҙа йәшәйәсәк,күңелдәргә дәрт ,илһам бирәсәк!

2-се алып барыусы:  Д.Настя

            Бөгөнгө  кисәбеҙ  5 класс уҡыусыһы Осипова Алина башҡарыуындағы

“    Туған тел” йыры менән тамамлана.


 



Предварительный просмотр:

                   

              Зәйнәп  Биишева.

           

    “Ғүмере һәм ижады”

   

   (Яҙыусының 110 йыллығына бағышланған кисә)

       

1-се алып барыусы;    Шағирә,әҙибә…Был һүҙҙәрҙе бөгөн беҙ көн дә

        ҡабатлайбыҙ, уларға телебеҙ,зиһенебеҙ өйрәнеп бөткән. Ошо һүҙҙәр-

        ҙе әйткәндә,уларҙы халҡыбыҙҙың тормошона алып килгән,уның та-

        рихи яҙмышында оло ваҡиғаға әйләндергән шәхестәр тураһында, мил-

        ләтебеҙҙең интеллектуаль,эстетик үҫешендә өр-яңы сифат тыуҙыр-

        ған аҫыл шәхестәр тураһында күбебеҙ уйлап та ҡарамай тиерлек.

2-се алып барыусы;  Беренсе булып туйға,байрамға килеүе генә еңел ул.

         Ә беренсе булып сиҙәм аҡтарып бураҙна һалыу, беренсе булып шыр-

          лыҡтар аша,ҡарурмандар аша юл ярып үтеү- ай-һай, ни тиклем ауыр

          хеҙмәт. Уның өсөн күпме көс һәм ҡыйыулыҡ кәрәк,күпме тир түгәргә

          кәрәк. Ижад эшендә бигерәк тә.

1-се алып барыусы; …Һәр бер урман үҙ ағасы, һәр тау үҙ ҡаяһы, һәр болон,

         ялан  үҙ сәскәһе менән күркәм булған кеүек,һәр бер милләт тә үҙенең

         талантлы,арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары менән күркәм.

2-се алып барыусы; Зәйнәб Биишева—башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан берен-

         се булып шиғыр китаптарын  донъға сығарған,беренсе булып драма

         әҫәрҙәре яҙған,киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле романдарҙан торган

         беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән ҙур һүҙ оҫтаһы.

                   

1-се алып барыусы; Шаулы ,даулы,ярһыу заманда, ижад ғазаптарында,

         юғалтыу һағыштарында, табыш шатлыҡтарында, халыҡ  ихтирамы ме-

         нән бергә нахаҡҡа ҡыйырһытылыуҙарҙа үтә уның 60 йыллыҡ ижад

         ғүмере.

                Уҡыусы:    Уҙған юлым оҙон,бөгөл-бөгөл,

                                    Бөгөл һайын кәртә,һикәлтә,

                                    Упҡыны ла,ҡапҡаны ла һанһыҙ,

                                    Ҡоҙғоно ла көттө тирәктә.

                                    Көн- кояштан бигерәк, ҡар-бурандар,

                                       Ыжғыр юлдар булды юлдашым.

                                    Йән өшөткөс ҡырыҫ ҡара төндән

                                    Башланған бит оло юл башым…

         -тип яҙа шағирә етмеш йыллыҡ ғүмер юлын бер әйләнеп байҡағанда.

2-се алып барыусы:  Яҙыусының оло ижадҡа сығыу юлы алыҫ 30-сы йылда

           донъя күргән тәуге хикәйәһенән башлана.

                   Ер ҡуйынынан һиҙҙермәй генә өҫкә тишеп сыҡҡан күҙле шишмә ни-

           сек  әкренләп-әкренләп, бара-бара йылғаға, унан мул һыулы оло даръяға      

          әүерелә, Зәйнәп апай Биишеваның да ижады шулай йылдан-йыл кеүәтлә-

           нә,  уҡымлы була барҙы, меңәрләгән уҡыусылары күңеленә яңынан-яңы                      юлдар    яҙҙы. Һуңыраҡ «Дуҫ булайыҡ», “Көнһылыу” , “Гөльямал”,  “Сәйер  

     кеше”,”Уйҙар,уйҙар…”  һымаҡ үткер, даусыл рухлы, заманы өсөн бик                                

      ваҡытлы мөһим повестар яҙҙы.

1-се алып барыусы; Зәйнәп апа ижадындағы “Мөхәббәт һәм нәфрәт” , “Нәҙер” ,

       “Тылсымлы ҡурай” кеүек  драматургия әҫәрҙәре.  Был  әҫәрҙәр  һәм  Зәй-

         нәп Биишеваның тағы ла бик күп проза әҫәрҙәре халҡыбыҙҙың быуаттар                            буйына тупланған аҡыл һәм күңел хазинаһына,ҡатлам-ҡатлам  шиғри тел, йыр-   моңона  нигеҙләнеп ,үҙҙәре лә халыҡсан яңғыраш ала.

             

              Йәшәү бәхете-күңел сафлыҡта

              Йәшәү бәхете-дуҫлыҡ ,хаҡлыҡта.

              Йәшәү бәхете- илең,халҡың өсөн

              Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.

2-се алып барыусы:  Зәйнәб Биишеваның бала сағы беренсе империалистик

          Һуғыштың тонсоҡторғос ҡара һөрөмө аҫтында уҙа.

 

1-се алып барыусы: Ә инде йәшлек йылдары тап икенсе  донъя һуғышы йылда-

          рына тура килә.Ирҙәр ил һаҡлау өсөн сафҡа баҫа,ә яңы ғына көн күреп

          йәшәй башлаған йәш  әсәләр – итәк тулы бала-сағаны ас-яланғас итмәй

          аҫырырға, фронтты бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейешле төп

          көстәрҙең береһе булып ҡалалар. Бөйөк  Ватан һуғышында беҙҙең ар-

          мияның ҡаҡшамаҫ көсөн, терәген тәшкил иткән төп эш әсәләр,балалар

          елкәһенә төшә. Фронт һәм тылдың шундай ҡаҡшамаҫ берҙәмлеге беҙҙең

          илебеҙҙең еңелмәҫлеген тәьмин итә,Бөйөк еңеү көнөнә алып килә.

2-се алып барыусы:  “һуғыш - донъяла кеше башына төшкән иң ауыр ҡайғыларҙың береһе ул. Әле бына утыҙ йылдан һуң да, шул һуғыш ваҡытында баштан кискәндәр иҫкә төшһә, йөрәк ҡалтырап китә”--тип иҫкә ала Зәйнәп апа.

                   Әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә,

                   Үкенесем ерҙә ҡалманы.

                    Тик,шулай ҙа,донъя, гүҙәл донъя,

                    Һине һөйөп танһыҡ ҡанманы.

       

1-се алып барыусы: Зәйнәп апаның ижады нисек кенә күп яҡлы,төрлө

             жанрлы булмаһын ,уның иң киң билдәле ижад ҡаҙанышы булып

             әлбиттә,  «Яҡтыға» трилогияһы тора.

            “Кәмһетелгәндәр”,“Оло эйек буйында”,”Емеш”,романдары- Зәйнәп

              апайҙың уларға тиклемге бөтә ижадында туплана,нығый,баҙыҡ-

              лана килгән яҙыусы оҫталығының яңы бейеклеккә күтәрелеүе,

              оло ижад ҡаһарманлығы, улай ғына ла түгел,милли әҙәбиәтебеҙ-

              ҙең алтын бағаналары.

2-се алып барыусы: Башҡорт халҡының иң төпкөл ыуылынан сығып,сы-

         нығып үҫеп, тормош ҡаҙанының нәҡ уртаһында ҡайнап йәшәп, үҙе-

         нән алда ижад юлында барған Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада

         Бабич, Дауыт Юлтый, Һәҙиә Дәүләтшина традицияларын тоғро да-

          уам итеп ,үҫтереп һәм яңыртып, Зәйнәб Биишева ижады ысын мә-

          ғәнәһендә йөрәк яныуы, халыҡтың иң хаҡ уй-хыялдарын сағылды-

          рыу дәрәжәһенә күтәрелде.

 

1-се алып барыусы:Бөгөн Зәйнәб Биишева ижады- тауҙай хеҙмәт һәм

          шуға торошло оло хөрмәткә лайыҡлы ҡаһарманлыҡ. Ул-ғүмер бу-

          йы тынғыһыҙ эш һәм көрәштә үткән донъя.Үҙ һүҙҙәре менән әйт-

          кәндә, “изге әсә лә ул,гүзәл эшсе лә ул “. Зәйнәб апаның яҙыусы

          һәм кеше булараҡ,бар тәбиғәте,булмышындағы бер мөһим һыҙа-

          ты хаҡында ла әйтергә кәрәк:ул үҙеңдең йәшәү,тормош һәм кө-

               рәш прициптарыңа бер ваҡытта ла хыянат итмәү, ғүмер буйы има-

           ныңа тоғро булып ҡалыу.

2-се алып барыусы: Зәйнәб апай үҙенең “Үтеп барам “тигән  шиғырында

   Уҡыусы:

             

              Мин белмәйем: ҡәнәғәтме Ерем?

              Ҡәнәғәтме халҡым,дуҫтарым?

              Тик ышанам, бушҡа йәшәне, тип,

              Әйтә алмаҫ хатта дошманым!

            Мин рухымдың аҫыл хазинаһын,

            Илем,һиңә биреп ҡалдырҙым.

            Беләгемде тик бер һинең өсөн,

            Һинең өсөн генә талдырҙым-

                                               тип яҙа.

        Йөрәк тетрәндерерлек был шиғри уйланыуға,илең, халҡың алдындағы

     яуап тотоуға беҙ ,һеҙҙең яратҡан бөтә уҡыусыларығыҙ бөгөн бер та-

     уыштан: «Ҡәнәғәт,Ерең, Зәйнәб апай, халҡың, дуҫтарың да ҡәнәғәт»

     тип әйтәбеҙ!

1-се алып барыусы: Оло рәхмәт һеҙгә,ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусы-

         һы! Халҡың ҙурлай икән- бынан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме?!

2-се алып барыусы:  Ҡәҙерле дуҫтар ! Бөгөнгө кисәбеҙ Ҡәҙим Аралба-

         евтың  Зәйнәб апай Биишеваға бағышланған “Бәхет ҡошо” тигән  

        шиғыры менән тамамлана.

 

БӘХЕТ ҠОШО

Бәхет ҡошон аулап-яулап тотманың һин,

Малик булам, тип, ау-мәкер ҡорманың һин,

Куршең тапҡан һәр табышҡа, һәр алтынға,

Көнләшеп тә, ымһынып та торманың һин.

Бәхет ҡошо ҡунды эшсән ҡулдарыңа,

Ҡаурыйҙарын ҡойҙо ғумер юлдарыңа...

Бәхет ҡошо — һин  ул үҙең,

Йөрәк моңоң

Ҡушылғанға халҡың, илең моңдарына.

            Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. “Зәйнәб Биишева. Ғүмере һәм ижады.” Ҡ. Аралбаев., Т. Әминев., Өфө,

      Китап, 1998.

 



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

Һүрәтләү саралары,6,9класс

Һүрәтләү саралары,6,9класс...

Кластан тыш саралар өсөн ҡулланма материал. Һауаларға уҡ сойорғоттом" Мәргән уҡсы!

Кластан тыш саралар өсөн "Һауаларға уҡ сойорғоттом....!"...

Һүрәтләү саралары менән инша.

5-се класта һүрәтләү саралары менән "Ҡышҡы ҡунаҡ" темаһына инша яҙырға өйрәтеү дәресенең эшкәртмәһе....