Һүрәтләү саралары менән инша.
план-конспект урока (5 класс)
5-се класта һүрәтләү саралары менән "Ҡышҡы ҡунаҡ" темаһына инша яҙырға өйрәтеү дәресенең эшкәртмәһе.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
insha_5-se_klass.docx | 28.34 КБ |
Предварительный просмотр:
Дәрестең темаһы: “Ҡышҡы ҡунаҡ” темаһына һүрәтләү саралары менән инша.
Маҡсаты: уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, сағыштырыу йәнләндереү элементтарын иҫкә төшөрөү, ҡыҙылтүштәр тураһында яңы мәғлүмәттәр биреү, ҡышын ҡоштарға ярҙам итергә кәрәклеген аңлатыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырышыу.
Йыһазлау: һүҙлектәр, ҡоштар һүрәте, таблицалар, карточкалар.
Дәрес барышы.
- Ойоштороу моменты.
Тышта ниндәй миҙгел?
Ҡыш башҡа миҙгелдәрҙән нимә менән айырыла?
Ҡыш кигәненә һеҙ ҡыуанаһығыҙмы? Ни өсөн?
Ҡыш килгәненә шатланмаған берәй йән эйәһе бармы икән? Ни өсөн улар шатланмайҙар?
- Әйҙәгеҙ хәҙер дәрестә беҙ һеҙҙең менән ошо темаға инша яҙырға әҙерләнәйек.
Иншаның нисә төп өлөшө булырға тейеш? (эйе,3)
Беҙ буласаҡ иншабыҙға план төҙөйөк.
Беренсе өлөштө нисек атарбыҙ? (Ҡыш килде).
- Йомаҡты тыңлайыҡ.
Бәләкәс кенә бер ҡошсоҡ
Гел киреһенсә эшләй:
Йәйгеһен бер ҙә күренмәй,
Ҡышҡыһын беҙҙә йәшәй. Был нимә?
Пусть я птичка-невиличка,
У меня, друзья, привычка:
Как начнутся холода,
Прямо с севера сюда.
Ниндәй ҡош беҙгә һыуыҡтар төшкәс килә икән? (ҡыҙылтүштәр)
Ҡыҙылтүш ниндәй ҡош ул? (һүрәттәр менән эш)
Башы ҡара, ҡанаты, ҡойроғо ҡара, арҡаһы зәңгәрһыу һоро, суҡышы ҡара, ҡыҫҡа, ҡалын.
Нимәһе менән ул башҡа ҡоштарҙан айырылып тора? (ҡыҙыл түше менән)
Был ҡошто нимәләр менән сағыштырырға була икән?
Һымаҡ
кеүек как сағыштырыу - сравнение
шикелле
Ҡыҙыл алма, ҡыҙыл йомғаҡ, балан, миләш һ.б.
Нимә ашай икән был ҡош?
Ағас орлоҡтары, бөрөләре, миләш.
VI. Һүрәт буйынса эш.
Ата ҡыҙылтүш менән инә ҡыҙылтүште айырмаларын билдәләү ( у самочки бледный окрас).
V. Карточкалар менән эш.
Был ҡош матурмы? тигән һорау менән карточкалар таратыла. Уҡыусылар яуап яҙып бирергә тейеш.
Эйе. Эйе, матур. Бик матур, ҡыҙыл түшле,
Юҡ ҡыш килеүен хәбәр итеүсе,
ап-аҡ ҡарҙа ҡып-ҡыҙыл алма кеүек
Был өлөштө нисек атарбыҙ? (Ҡыҙыл түшле һылыуҡай)
Был ҡош һеҙгә оҡшанымы?
Беҙ һәр саҡ нимәне иҫтә тоторға тейешбеҙ?
- ҡоштарҙы һаҡларға кәрәк,
- ашатырға кәрәк,
- уларҙың матурлығы, йырҙары менән һоҡланырға,
- тағараҡтар, оялар эшләп ҡуйырға,
- йомортҡаларына теймәҫкә тейешбеҙ.
Иншабыҙҙың өсөнсө өлөшөн нисек атарбыҙ? (Ҡоштарҙы онотмағыҙ!).
VI. Һөйләмдә һүҙ тәртибен һәм бәйләүестәрҙең дөрөҫ яҙылышын ҡабатлап китеү.
А. Прилетели красивые птицы с севера.
Матур ҡоштар төньяҡтан осоп килделәр.
Б. После осени - көҙҙән һуң
На снегу – ҡар өҫтөндә (в башкирском языке нет предлогов, а послеслоги)
V. Нимә тураһында белдек бөгөн дәрестә?
VI. Баһалау.
VII. Өйгә эш. “Ҡышҡы ҡунаҡ” темаһына инша яҙып килергә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Милләтем - киләчәгем! Инша.
Татар халкы күп михнәтләр кичергән. Әмма халкымның бүгенгесе бик куанычлы, киләчәге өметле. Без киләчәк буынга гореф-гадәтләребезне, милли йолаларыбызны тапшырырга тиеш....
Инша "Туган телем – татар теле."
Туган тел турында инша...
Инша "Туган авыл" (на татарском языке)
Туган авыл дип әйтүгә, минем күз алдыма мәһабәт агачлар, яшел урамнар, матур өйләр килә. Әйе, туган авылым Иштуган нәкъ...
"Мин - табигать баласы" инша
4В сыйныфы укучысы Гайфуллина Алисәнең "Мин - табигать баласы" исемле иншасы...
Һүрәтләү саралары,6,9класс
Һүрәтләү саралары,6,9класс...
Кластан тыш саралар өсөн ҡулланма материал. Һауаларға уҡ сойорғоттом" Мәргән уҡсы!
Кластан тыш саралар өсөн "Һауаларға уҡ сойорғоттом....!"...
Кластан тыш саралар
Мәңге йәшәйәсәк....