Кластан тыш саралар өсөн ҡулланма материал. Һауаларға уҡ сойорғоттом" Мәргән уҡсы!
план-конспект по теме
Кластан тыш саралар өсөн "Һауаларға уҡ сойорғоттом....!"
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
haualarga_uk_soyorgottom._klastan_tysh_sara_oson_kullanma.doc | 159 КБ |
Предварительный просмотр:
“Һауаларға, уҡ сойорғоттом...”
Шәрипҡол урта дөйөм белем биреү
мәктәбенең директорҙың
тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары
Зәлифә Риян ҡыҙы Бәширова әҙерләне.
“Һауаларға, уҡ сойорғоттом...”
Һәм ул уҡ шанлы дәүерҙәр, данлыҡлы тарих, дәһшәтле йылдар аша сойорғоп үткәндәребеҙҙән бөгөнгө заманыбыҙға ялҡынлы сәләм булып, аңдарҙы ярып килеп ҡаҙалды.
Атай-олатайҙарыбыҙҙың был аманатын мәктәбебеҙҙә “Мәргән уҡсы” уҡтан атыу буйынса бәйге, байрам формаһында үткәрергә йыйылдыҡ.
Хәйерле көн, Хөрмәтле Килгән ҡунаҡтар, Ильмира Анваровна, ата – әсәләр, уҡытыусылар һәм ҡәҙерле балалар! Рөхсәт итегеҙ барығыҙҙы ла ошо байрам менән тәбрикләргә. Уҡтан атыу элек халбыҙҙа һунарға йөрөү, яуға барыу ҡоралы булһа, хәҙер беҙҙең өсөн УҠТАН АТЫУ – ул спорттың бер төрө.
2016 йыл Ғафури районының Имәндәш ауылында үткән “Мәргән уҡсы” уҡтан атыу буйынса республика милли фестивале уҙғарылды. Республикабыҙ тарихында яңы бер этник дәүер асылғандай булды.
Беренсе тапҡыр үткәрелде башҡорттоң хәрби һәм ғөмүми йәшәү рәүешенә ҡағылған милли уҡтан атыу бәйгеһе. Иң мөһиме, тәүге үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, ул халыҡ-ара кимәлде лайыҡлы күтәрҙе.
Ҡунаҡтар ҙа ҡайҙан ғына килмәгән – Швейцариянан, Ҡытайҙан, Литванан, Польшанан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән. Улар тамаша ҡылып та, ҡатнашыусы булараҡ та үҙҙәренең уҡсы тормошонан тәжрибәләре менән уртаҡлашты, бәйгеселәрҙең эштәрен баһаланы, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Динара Таскынбаева,
Омск ҡалаһынан:
– “Кованая рать” хәрби-тарихи клубында шөғөлләнәм. Беҙҙә лә уҡ атыу йолаһын тергеҙеү бара. Башҡорт тигән халыҡтың барлығын тарихтан уҡып белһәм дә, был яҡтарға тәүгә килеүем. Бында бик матур, тәбиғәт илһамландыра. Беҙгә, ҡала ерлегенән килгән кешегә, Башҡортостан ожмах кеүек күренде. Был ерҙәрҙе килеп күреүем, тарихи башҡорт ерҙәрендә бындай милли бәйгелә ҡатнашырға мөмкинселек алыуым менән бик шатмын.
Гиом Дарлес, Швецариянан килгән ҡунаҡтың сығышы (ҡыҫҡартылды)
Алишер Ходжаев,
Ҡытайҙан:
– Сығышым менән Өфөнәнмен. Ҡытайҙа йәшәйем. Байрам башҡорт милләтенең йөҙөн, асылын тулыһынса асып биреүе менән күңелемдә ҡалды, уның милли һәм рухи яҡтан көслө булыуы бик үҙенсәлекле килеп сыҡты.
Форсаттан файҙаланып уҡ тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтер инем. Ысынында башҡорт һәм ҡытай уҡтары оҡшаш булған ул. Улар төрки уҡтар төрөнөң Һундар тармағына ҡараған. Әлбиттә, был төрҙәр XIX быуатта айырылған, Ҡытайҙа оҙон, хәрби уҡ, ундай уҡтар Монголия, Бүрәт, Урта Азия халыҡтарында ҡулланылған, ә Башҡортостанда ҡыҫҡа һәм еңел эшләнгән төрки төрҙәге уҡтар ҡулланылған.
Мин үҙем бик күптән уҡ атыу менән шөғөлләнәм, уларҙың тарихын да белергә тырышам. Башҡорт халҡына ла шуны теләйем: нимәлер эшләр өсөн бер ҡасан да һуң түгел.
Эйе, килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған байрамды күреп таң ҡалды. бик ҡыуаныслы. изге теләктәр әйтелде
Бөгөнгө көндә Уҡ атыу байрамдары республикабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә уҙғарылып тора. Быйыл Учалы районында уҙғарылды........... ( Был турала Газета журналдарыбыҙ, телевидение аша ла хәбәрҙәр алып торабыҙ,,,)
УҠ атыу күңел асыу сараһы ғына түгел, ә милләтте рухи тәрбиәләү, үҫеп килгән быуында үҙ милләтенә, тыуған иленә, тарихына ҡарата һөйөү уятыу, милли йолаларҙы тергеҙеү йәһәтенән етди әмәл. Һәр хәлдә, республикала милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙаллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, уҡ-һаҙаҡтың традицион алымдарын өйрәнеү, милләт-ара уҡсыларҙы берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ҙур уңыштарға өлгәшелде, тип ышаныслы әйтергә була..
Ә бит быға тиклем һәр төбәктән мәргәндәр булған хәлдә лә, улар атай-олатайҙарыбыҙҙың уҡсы булараҡ ниндәй мәшһүр юлдар үткәнен һағынып ҡына иҫләй инек.
Тарихыбыҙға күҙ һалғанда, әле X быуаттарҙа уҡ башҡорттарҙың уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, ҡылыс менән ҡоралланған ике меңдән торған һыбайлы ғәскәре Хазар ҡағанаты армияһында ил сиген һаҡлаған, 1229 йылдарҙа Алтын Урҙаның утыҙ меңләгән ғәскәренә ҡаршы арыҫландай һуғышып, сиреүҙең ҡанаты аҫтында ҡалырға яҙһа ла, Уралын баҫып алырға бирмәгән, Ливон һуғышын, рус-поляк, Ҡырым, рус-швед, рус-төрөк һуғыштарын, Хивинск, Азов походтарын, 1812 йылғы Ватан һуғышында ат өҫтөндә уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡорттарҙың беренселәрҙән булып Парижды бәреп инеп яулап алғанын, Крәҫтиәндәр, Бөйөк Ватан һуғыштарында илбаҫарҙарҙың пулемет, танкыларына ҡаршы уҡ яуҙырған, ҡылыс менән ҡаршы һыбай сапҡан ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙы оноторлоҡмо ни?!
Ә бөгөн беҙ “Мәргән уҡсы” ярышы, байрамы менән ошо башҡорт яугирҙәренең хәтерен яңырттыҡ. Юҡ, бер беҙҙең милләт кенә уҡ-ян менән яу сапмаған, уныһы барыбыҙға ла мәғлүм.
Күсмә тормош алып барған халыҡтарҙың (кочевой образ жизни) барыһында ла иң беренсе яу һәм һунар ҡоралы Уҡ-һаҙаҡ булған. Ҡытай, япон, монгол, индеец,төрөк халҡы, башҡорттар Һәм башҡа халыҡтар Уҡ, йәйә мөһим ҡорал булып торған.
Ҡыҫҡаса ғына Уҡ һәм йәйә тураһында әйтеп китәһем килә.
19 быуатҡа тиклем башҡорттарҙа был ҡорал 2 төргә бүленгән
- Ябай йәйә – ЯН тип йөрөтөлгән. Ябай ҡош-ҡорт, йәнлеккә һунар өсөн
- Ҡатмарлыһы – ӘҘЕРНӘ. Иң ҡеүәтлеһе булған УЛ 30-40 метр атып атты үтә тишеп сығырлыҡ булған.
Ян ҡайын йәки ҡарама ағасынан әҙерләнгән
ӘҘЕРНӘ ҡайын һәм шыршы олондарынан бер – береһенә йәбештереп эшләнгән, тыш яҡтан ҡайын туҙы менән уратып ҡуйылған. НЫҠЛЫ киндер бауы бәйләнгән. Башҡорт йәйәләре әллә ни ҙур булмаған.
УҠТАРҘЫҢ төрҙәре күп була. Уларҙың араһында тупаҡай тип йөрөтөлгәне тупаҫ башаҡлы уҡтар ҡиммәтле тиреле йәнлеккә һунар өсөнтәғәйенләнгән, йыртҡыс хайуандар өсөн ромб йәки лав япрағы формаһындағы тимер башаҡлы уҡтар ҡулланылған. Уҡтың оҙонлоғо 90 см. Йыуанлығы – 1 см. Уҡ башағы тимер, --уның оҙонлоғо 9,5см, киңлеге 5,5, ә ҡалынлығы --- 2 мм булған.
Уҡ һаҙаҡ тип әйтәбеҙ. Ә нимә була һуң ул ҺАҘАҠ, уҡыусылар. Һаҙаҡ – ул махсус һауыт. Уҡтарҙы һала торған һауыт. Уны күндән теккәндәр, көмөш менән биҙәгәндәр. Һаҙаҡҡа 30-50 уҡ һыйған. Уҡ һаҙаҡ - ул ТАУЫШҺЫҘ ҠОРАЛ.тип һаналған. Уҡты атып ебәргәс УРТАСА 250 метрғаса осҡан.
Ғалимдәрҙең әйтеүе буйынса башҡорттарҙың йәйәләре генә мал һөйөгенән һәм кимерсәгенән эшләнгән.
Шулай итеп , халҡыбыҙҙың йолалары онотолмаһын. Һөйөнөскә ҡаршы йәйәнән уҡ атыу бәйгеһендә ҡатнашыусылар артҡандан арта бара. Тәүҙә унда ир-егеттәр генә көс һынашһа, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һынатмай.
Сығышымды аҙағында әйтәһем килә:
Яҡшы атҡа менеп , ҡулына алып
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән дә ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"
Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...
Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"
Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...
"Йөрәк һүҙе". Уҡытыусыға ярҙамға методик ҡулланма, Өфө, 2009, "Эшлекле династия".
Методик ҡулланма Мәләүез ҡалаһының 8-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Минзәлә Искәндәр ҡыҙы Йомаева - Әминева менән берлектә төҙөлдө. Минзәлә Искәндәр ҡыҙы үҙенең ғүмерен башҡорт теле һәм...
Һүрәтләү саралары,6,9класс
Һүрәтләү саралары,6,9класс...
Методик ҡулланма
Методик ҡулланма...
Кластан тыш саралар
Мәңге йәшәйәсәк....
Һүрәтләү саралары менән инша.
5-се класта һүрәтләү саралары менән "Ҡышҡы ҡунаҡ" темаһына инша яҙырға өйрәтеү дәресенең эшкәртмәһе....