Внеклассное мероприятие
методическая разработка (5 класс)

  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәҙелшина Аида Урал ҡыҙының сайты

Внеклассное мероприятие

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл klastar_tysh_sara.docx23.73 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республиҡаһы Өфө ҡалаһы

ҡала округының 99-сы мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Туған телдән кластан тыш сара

«Башҡорт халҡының йола байрамдары»

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәҙелшина Аида Урал ҡыҙы ҡыҙы төҙөнө

2020 – 2021 уҡыу йылы

Класс: 6

Тема: Башҡорт халҡының йола байрамдары.

Маҡсат: 1. Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу.

2. Уҡыусыларҙың танып-белеү активлыгын,логик фекерен,иғтибарын һәм телмәрен үстереү.

3. Туған илгә, телгә һәм йолаларға һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: проектор, интерактитв таҡта, карточкалар.

Дәрес барышы:

Ойоштороу барышы.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, уҡытыусылар. Бер беребеҙгә күҙ ҡараштарыбыҙ менән яҡшы уйҙар, теләктәр ебәрәйек. Һеҙҙең ниндәй теләктәреғеҙ бар?

( сәләмәтлек, яҡшылык, бәхет, яҡшы билдәләр).

  • Халҡымдың йолалары – алтындарҙан – алтын ҡомартҡы. Шул йолаларҙың нигеҙендә башҡорт халҡының сәсәнлеге, йомартлығы, ҡунаҡсыллығы ята. Фольклор – ул ауыҙ – тел ижады, халыҡ сәнғәте. Шул ынйылай ижадтың бәләкәй генә бер киҫәге менән таныштырып китәбеҙ.

Әллә нисәмә быуатлыҡ тарихи булған халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Шуныһы ҡыуаныслы, улар иҫкермәй, киреһенсә, тулылана бара. Йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Кеше йола менән яҡты донъяға тыуған , йола менән мәңгелек донъяға оҙатылған.
Борон замандан беҙҙең көндәргә килеп еткән байрамдар бар. Һәр береһенең үҙ ваҡыты, үҙ тәртибе булған, ләкин улар барыһы ла халыҡты берләштергән, уларҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләгән. Был байрамдар тирә –яҡ мөхиткә, кешеләргә, ҡош- ҡортҡа ололау уята.

-Тимәк , бөгөнгө дәрестең темаһын нисек тип атайбыҙ? (Башҡорт халыҡ йола байрамдары)

II .Төп өлөш

-Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән  журнал төҙөп ҡарарбыҙ. Унда йолалар тураһында мәғлүмәттәр урын аласаҡ.

1-се бит.

Йолалар башҡорт халҡының тормошонда – тип атайыҡ.

Билдәле булыуынса, ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Кешенең һәр аҙымы, хатта ниәт- маҡсаттары ла элек- электән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Уларҙы бөтә кеше үтәргә тейеш булған. Ана шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу тиҙәр.

Йола атҡарғанда көйләнә, һөйләнә торған телмәр өлгөләре, ғәҙәттә йола фольклоры тип йөрөтәләр. Йола атҡарыу йыш ҡына театраль күренеште хәтерләтә.

Башҡорт халыҡ йолаларын ике төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:

  • тәбиғәт – ыҙан йолалары (һабантуй, Науруз байрамы, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Ҡаҙ өмәһе һәм башҡалар)
  • Ғаилә- көнкүреш йолалары (бала тыуыу, бала бағыу, туй йолалары, мәйетте ерләү) .

Халыҡ йолалары мифологик ҡараштарға, төрлө имләүҙәргә, ырым- ышаныуҙарға, юрауҙарға нигеҙләнә.

-Уҡыусылар һеҙ үҙҙегеҙ ниндәй халыҡ йолаларын белһегеҙ?

(Уҡыусылар һөйләй).

2-се бит

Тәбиғәт – ыҙан йолалары

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, тәбиғәт-ыҙан йолаларына нимәләр инә?

(Уҡыусылар һанап китәләр: Сөмбөлә байрамы, Ҡаҙ өмәһе,Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе)

-Афарин! Башҡорт үҙен тәбиғәттән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған. Халҡыбыҙ тормошон һәр ваҡыт тәбиәғәт ҡосағында үткәрергә яратҡан. Йәйләүҙәре, яҙлауҙары, көҙгө йорттары, туҡланған, дауаланған үләндәре, шифала үҫемлектәре, көнкүрештә файҙаланған башҡа төрлө әйберҙәре, һәр саҡ илһам биреп торор шишмәләре, ҡош һайрауҙары, күңелдәрен наҙлаған сәскәләр….

Шуға күрә лә башҡорт халҡында тәбиғәткә бағышланған билдәле бер миҙгелдә генә үткәрелә торған йолалар ҙа булған. Мәҫәлән, Яңы йыл тыуыуын Науруз байрамы менән, яҙ килеүен Ҡарға бутҡаһы , унан Кәкүк сәйе менән билдәләһәләр, яҙғы эштәр бөткәс, май сәйе, һабантуй байрамдары үткәрелгән. Йәйләүҙәргә сыҡҡан осорҙарҙа- йыйындар, көҙөн- Сөмбөлә байрамы, ҡар ятҡас- Һуғым байрамы, Ҡаҙ өмәһе, көн ҡыҫҡарыуҙан туҡтаған осорҙа Нардуған байрамы уҙғарылған.

-Һеҙ барығыҙҙа беләһегеҙ, Кәкүк сәйе байрамында төрлө уйындар ҙа уйнағандар. Ә һеҙ ниндәй халыҡ уйындарын беләһегеҙ?

(Уҡыусылар һанап китәләр)

-Әйҙәшеҙ беҙҙә һеҙҙең менән уйнап алайыҡ!

3-сө бит

Ял минуты

"Аҡ тирәк, күк тирәк!

   Уйнаусылар ике төркөмгә бүленеп, етәкләшеп ике яҡҡа баҫалар. Беренсе төркөм башлай: -         Аҡ тирәк – ти. Икенсе яҡ:

-         Күк тирәк – ти.

-         Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

-         Беҙгә Айгөл кәрәк!

(Ҡайһы баланың исемен әйтергә теләйҙәр шуны саҡыралар) Айгөл ҡаршы яҡҡа йүгереп, бөтә көсө менән ҡулдар сылбырын өҙөргә тейеш. Өҙһә, бер уйнаусыны үҙенең төркөмөнә алып китә. Ҡулдарын ысҡындыра алмаһа, Камилә был төркөмдә ҡала. Ә хәҙер икенсе төркөм башлай. Уйын шулай дауам итә. Ҡайһы төркөмдә уйнаусылар күп була, шул еңеүсе була. Ошо уҡ уйынды Борай районында ла балалар яратып уйнағандар, тик улар был уйынды “Ал тирәк, гөл тирәк” тип атап йөрөткәндәр. Уйын барышы шул уҡ.

"Һәпәләк” уйыны

Уйнаусылар түңәрәккә баҫалар, ә берәү уртала күҙен бәйләп ҡала. Ҡыҙ ҡалһа, егеттәр "кә-күк” тип тауыш бирә. Әгәр ҙә малай ҡалһа, ҡыҙҙар сулпыларын сыңлаталар. Малай уларҙы тоторға тейеш. Кем тотола, шул ҡала.

4-се бит

Ҡарға бутҡаһы

  • Уҡыусылар, ҡоштар менән бәйле тағы ла ниндәй йола бар?
  • Эйе, дөрөҫ, Ҡарға бутҡаһы.Оло инәйҙәр баларға әкиәттәр һөйләгәндәр, төрлө- төрлө һынамыштар,шаяртҡыстар, теләктәр өйрәткәндәр. Артып ҡалған бутҡаны ҡарғаларға һалып ҡалдырғандар. Байрамға сыҡҡан ваҡытты балаларҙы тирә- яҡҡа сүп-сар ташламаҫҡа, кәрәк- кәрәкмәгәнгә сәскәләрҙе өҙмәҫкә, ағастарҙы һындырмаҫҡа кәрәклеген аңлатҡандар. Кеше тормошо тәбиғәт торошо менән бәйле икәнен аңлатҡандар. Ваҡытында ямғыр яуыуы, ҡояшлы көн булыуы кеше тормошонда ҙур роль уйнаған.
  • Әйҙегеҙ, беҙ ҙә һеҙҙең менән теләктәрҙе уҡып китәйек.

(Уҡыусылар теләктәрҙе уҡыйҙар)

1-се бала: Һалҡын ағай,кит, кит

Ҡояш апай сыҡ, сыҡ.

Һөтлө һыйыр яланда, яланда,

Майлы бутҡа ҡаҙанда, ҡаҙанда,

Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа,

Ҡояш апай сыҡ, сыҡ.

2-се бала: Ямғыр яу, яу, яу,

Иген үҫһен тау тау, тау,

Беҙ йәшәрбеҙ һау, һау!

3-сө бала: Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,

Һәммәгеҙҙән һорайым:

Яуындар яуһын,яуһын,

Аллам рәхмәтен һалһын,

Икенсе йылға ошо ерҙә

Йыйылайыҡ тағы бергә.

4-се бала:Ҡояш апай сыҡ, сыҡ,

Майлы бутҡа бирермен.

Ялтыр ҡашыҡ бирермен.

Ялтыр ҡашыҡ баҙарҙа,

Майлы бутҡа ҡаҙанда.

5-се бит

Йомғаҡлау

-Бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында барҙы. Алған белемдәр тормошта кәрәк буласаҡмы?

-Булған материалдарҙан журнал сығарып булыр инеме? Тағы ла нимәләр яҙып булыр ине?

- Ысынлап та, милләтебеҙҙең йолаларға бай булыуы бик күп сығанаҡтар аша билдәле. Хәҙерге көндә лә ошо байрамдарҙың, уйындарҙың юғалып ҡалмауы мөһим. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте һис шикһеҙ.Әйләнә- тирәне, ололарҙы, кеселәрҙе, ҡош- ҡортто, үҫемлектәрҙе һаҡлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар ошо байрамдар, уйындар аша тәрбиәләнгән дә инде.Тәбиғәтте башҡорттар үҙ йорто тип һанаған. Сүп ташламаған, быяла ватыҡтарын теләһә ҡайҙа ырғытмаған, шишмәләрҙе, йылғаларҙы, ҡоҙоҡтарҙы таҙа тотҡан. Уларға йәшәү сығанағы тип ҡараған. Халыҡ ижады, йолалары менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫә. Мин үҙемдең ғилми- эҙләнеү эшемдә халыҡ йолаларының нисек үткәрелеүе, ундағы уйналаған уйындарҙың нисек уйналыуын өйрәнеүгә бағышланым. Мин үҙем өсөн бик күп асыштар эшләнем. Ошо асыштарым тураһында башҡаларға ла еткергем килә.

Өлкән быуын кешеләре үҙҙәренең йолаларын, уйындарын, һөнәрен киләсәк быуынға ҡалдырырға тырышҡан. Беҙ ҙә уларҙан ошо йолаларҙы, уйындарҙы өйрәнеп ҡалһаҡ нисек һәйбәт булыр ине. Балалар ошо йолаларҙа уйналған уйындар аша зиһенле, сәләмәт,етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм булып, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в страну иностранных слов"

Цель данного мероприятия в занимательной форме  показать разные уровни функционирования русского языка: как одного из мировых языков, как языка народов, населяющих Россию, как государственн...

Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в страну иностранных слов"

Цель данного мероприятия в занимательной форме  показать разные уровни функционирования русского языка: как одного из мировых языков, как языка народов, населяющих Россию, как государственн...

Методическая разработка уроков и внеклассного мероприятия «Проектная деятельность учащихся на уроках развития речи и внеклассном мероприятии по теме «Русские народные промыслы»

Проектная деятельность – один из лучших способов для совмещения современных информационных технологий, личностно-ориентированного обучения и самостоятельной работы учащихся. Главное – продумать ...

Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту. Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту.

Аннотацияк учебно-методическим  разработкам внеклассных мероприятий  по физической культуре с использованием нестандартного оборудования. 1....

Методическая разработка внеклассного мероприятия по математике «Что такое коррупция». (8-9 классы) Внеклассное мероприятие по математике «Что такое коррупция»

Данная методическая разработка внеклассного мероприятия   «Что такое коррупция?»  составлена и применялась как внеклассное мероприятие по дисциплине “Математика»   для обучающ...

Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник).

-соединить спортивно-оздоровительную работу с патриотическим воспитанием   школьников   -развивать у детей мотивацию к занятию спортом   - формирование спортивных к...