Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәҙелшина Аида Урал ҡыҙының сайты
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр! Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын!
Профессия: учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: оптимальное использование современных технологий в образовательном процессе, использование ИКТ на уроках
Увлечения: путешествия, чтение книг, культурный отдых (театр, кино)
Страна: РФ
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Уфа
Место работы: МБОУ Школа № 99
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/aida-uralovnaУҡытыусы - ул артист, рәссам һәм үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан кеше.
Башҡотомдоң сая ҡыҙы булам,
Рухлымын телем менән.
Ерен, телен данға күмер,
Ғорурмын илем менән.
Тыуып-үҫкән ерем –Ҡыҙыл буйы,
Әбйәлилем – алтын бишегем.
Бик күп шәхестәргә ҡанат ҡуйған,
Ҡөҙрәтле ер, данлы төйәгем.
Ҡайҙа ғына юл тотһам да,
Бар күңелем Атайсалымда.
Ниндәй генә ерҙә таң атһа ла —
Иң гүзәл таң беҙҙең Уралда!
(А.Ғәҙелшина)
О себе
Мин, Ғәҙелшина Аида Урал ҡыҙы, үҙенең шағирҙары, йырсылары, рәссамдары менән дан тотҡан Әбйәлил районында тыуып үҫтем. Минең районым Гөлназ Ҡотоева, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Рамаҙан Өмөтбаев, Ишмөхәмәт-сәсән, Шафиҡ АминевТамъяни, Әсхәл-Әхмәт-Хужа кеүек бөйөк шәхестәрҙе үҫтергән ер. Бәләкәй сағымдан уҡ ошо яҡташтарым менән һоҡланып үҙем дә шиғыр, мәҡәләләр ижад итергә оҫтамын. «Аманат» журналы, «Йәншишмә» гәзите биттәрендә бик күп ижади эштәрем баҫылып сыҡты. «Йәншишмә» гәзитенең «Йәш хәбәрсе» таныҡлығы ла бар миндә.
Иң ҙур хыялым уҡытыусы булыу ине. Мәктәпте тамамлау менән Өфө ҡалаһындағы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультетына уҡырға индем. Студент сағымда ла республика, район, ҡала сараларында ҡатнашырға, төрлө гәзит-журналдарға, фәнни йыйынтыҡтарға яҙыштырып торорға ваҡыт таба инем. Юғары белем алғандан һуң, Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжына башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы булып урынлаштым, бер юлы 2 йыллыҡ магистратураны ла тамамланым.
Әлеге көндә Өфө ҡалаһының 99-сы мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһымын. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ихлас коллектив, оҫта директорҙар менән эшләү бәхете тейҙе. Яратам эшемде, мине уратып алған барлыҡ донъяға һөйөү менән ҡарайым.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Бәләкәйҙән китаптар уҡырға яраттым һәм әле лә был ҡыҙыҡһыныуым мине ташламай. Ш.Бабич, М.Аҡмулла, М.Өмөтбаев, Р.Ғарипов, М.Кәрим, Ф.Достоевский, М.Булгаков әҫәрҙәре миңә көс биреүсе, рухымды нығытыусы. Салауат Әбүзәрҙең, Мөнир Ҡунафиндың, Фирүзә Абдуллинаның әҫәрҙәре лә ҡулыма килеп эләкһә, бер тында уҡып сығамын.
Мой взгляд на мир
Уҡытыусы алдына йәмғиәт ҙур бурыстар ҡуя. Киләһе быуынды лайыҡлы шәхестәр итеп тәбиәләү, тимәк, тыуған илебеҙҙең кәрәкле кешеләрен үҫтереү. Был өлкәлә заман беҙҙән донъяға тик алдынғы ҡараштар талап итә.
Моё портфолио
Кешенең ғүмер юлы – күп томлы китап кеүек. Тормошомда үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәр һанап бөтөргөһөҙ күп булды. Шуларҙың иң мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫ биттәре – ул мәктәптә балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеү.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты