Мастер класс
методическая разработка на тему
Мастер класс по теме Ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
master_klass.docx | 25.25 КБ |
Предварительный просмотр:
Мастер-класс.
«Ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы».
Слайд 1. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар. Мин һеҙҙе оҫталыҡ дәресендә күреүемә бик шатмын. Программаның темаһы “ Ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы” тип атаным.
Слайд 2. Программаның маҡсаты: оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙы ҡабатлау дәрестәрендә ҡулланылған уйындар менән таныштырыу һәм уларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү.
Слайд 3. В. А.Сухомлинский былай тип яҙған: "Уйынһыҙ тулы ҡиммәтле үҫеш юҡ һәм була ла алмаясаҡ. Уйын — ул ғәйәт ҙур яҡты тәҙрә, уның аша баланың рухи донъяһына аң-белемдең, төшөнсәләрҙең йәнләндереүсе ағымы ҡойола. Уйын — ул белергә тырышыусанлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ усағын ҡабыҙыусы осҡон".
Уҡыусыларҙа өйрәнелә торған фән менән ҡыҙыҡһыныу, уны белеүгә һәм уҡыуға теләк тәрбиәләү — иң әһәмиәтле бурыстарҙың береһе. Был бурыстарҙы үтәүҙә уҡыу процессында мауыҡтырыу элементтарын ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Мауыҡтырыу — ул уҡытыу эшендә уҡыусыларҙа фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында төрлө методик алымдар, дидактик ысулдар ҡулланыу. Ул үҙенең билдәле бер маҡсатҡа йүнәлдерелгән булыуы менән айырылып тора. Үҙләштереүгә ауыр булған материалды күнелһеҙ итеп өйрәтеүгә ҡарағанда, уны мауыҡтырғыс һәм күңелле итеп аңлатыу маҡсатҡа ярашлыраҡ. Башҡорт телен бала өсөн сит тел булараҡ өйрәтеү процесында уйындарҙы файҙаланыу уҡыусыны белем алыуға, уҡырға дәртләндерә, унда фән менән ҡыҙыҡһыныу уята.
Шуға күрә башҡорт телен өйрәтеүҙә уҡыусыларҙа телгә ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе үҙемә максат итеп ҡуйҙым.
Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дидактик уйындар.
Слайд 4. Уйындар түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә:
1. Уҡыусылырҙың аң — белем даирәһе киңәйә.
2. Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләре үҫешә.
3. Тәрбиәүи маҡсаттарҙан үҙаллылыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләнә.
4. Үҫтереүсе маҡсаттарҙан иғтибар, хәтер, фекерләү, аралашыу, ижади һәләт үҫтереү күҙ уңында тотола.
Тема буйынса һайлап алынған дидактик уйындар башҡорт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, отошло итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшыртып, ыңғай һөҙөмтә бирә. Насарыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа уйындарҙа үҙ командаһын артта ҡалдырмаҫ өсөн ҙур теләк менән ҡатнаша, ҡушылып китә.
Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусыларҙың ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, фонетик, лексик, һәм грамматик материалды нығыталар.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.
Хөрмәтле коллегалар, әйҙәгеҙ бергә мәктәп йылдарына ҡайтайыҡ әле. Мин һеҙҙе халҡыбыҙҙың ҡанбабалар осоронан,быуаттар төпкөлөнән килгән боронғо кәсептәренәң береһе-ҡортсолоҡ иленә ҡунаҡҡа саҡырам. Сөнки беҙҙең халҡыбыҙ ҙа бал ҡорттары кеүек егәрле,эшсән.Девизыбыҙ: “Умарта һаны шарт түгел,күстәрең көслө булһын.” Ошо девизға ярашлы,бал ҡорттары ролендә умарталарға бүленеп эшләйәсәкбеҙ. 1-се умарта,2-се умарта....Ә мин үҙем-умартасы.Хәҙер һәр умарта үҙенә инә ҡорт һайлай һәм үҙ исемен уйлап таба.Ҡыҫҡаһы,эшкә тотондоҡ.Кәрәҙҙәрҙе тултыра башланыҡ.
1 –се эш .Йомаҡтар.
1-се умартаға.
Гөл-баҡса,
Гөл-баҡсала бер мунса.
Шул мунсаға һыу ташый
Нескә билле Гөлниса.
2 -се умартаға.
Йылан түгел-саға,
Ҡош түгел-оса.
3-сө умартаға. Алтындай һары, Үҙе татлы. Әйҙә ҡабып ҡал Ул булыр ( ? ) Афарин.
Бал йыйыуҙы дауам итәбеҙ.
2–се эш. Мин – шағир.
(Мин шиғырҙың юлын әйтәм,ә һеҙ дауам итеп бөтөрөп ҡуяһығыҙ.Кемдеке ҡыҙығыраҡ булыр икән?)
1-се умартаға.
Баҡсабыҙҙа умарталар
Йәй буйы ултыралар.
(Бал ҡорттары алһыҙ-ялһыҙ
Уларҙы тултыралар)
2-се умартаға.
Кәрәҙҙәре балға тулғас,
Атай баҡсанан сыҡмай.
(Төтәскесе булғанғалыр
Ҡорттары уны һис саҡмай)
3-сэ умартаға.
Үсекмәйем,бал ҡорттары
Яратмаһа ла мине.
(Атай ғына беҙҙе бер үк
Балдан өҙмәһә ине)
Бал йыйыу бик шәп бара.Былай булғас,балды мул алабыҙ икән.
3 -сө эш.Һынамыштар.
Мин башлайым,һеҙ аҙағын әйтәһегеҙ.
Бал ҡорттары кейәне асыҡ ҡалдырһа, (ҡыш йылы була)
Ҡыш көнө ағаста бәҫ булһа, (бал уңа)
Бал ҡорттары иртән иртүк осмаһалар (көндөҙ ямғыр яуасаҡ)
Умартанан туп-тура осоп сыҡһалар, ( көндәр аяҙға торасаҡ)
Бал ҡорттары әйләнеп ҡайтһа, (ямғыр яуа)
Ысыҡ күп йылды (бал уңа)
Афарин.Бөтәбеҙ ҙә умартсы.
4 -се эш.Синквейн төҙөү.Бөтә умарталарға ла бал ҡорто һүҙе бирелә.
1.Бал ҡорто
2 сифат
3 ҡылым
4 һүҙҙән торған һөйләм.
Нимә менән ассоциациялана.
5 -се эш.Һүҙ төркөмдәре.
Бал һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәр табырға. (балауыҙ, балсы, баллыҡай ) Умарта һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәр табырға(умартасы,умарталыҡ)
3) Бал ҡортона ҡылымдар табырға.(оса,йыя,геүләй)
6-сы эш.Әҙәби викторина. (Авторын әйтергә.)
Өлгөрмәҫлек ташып бал ҡорто-
Йүкәләрҙән һыҙылып бал тама!
Йүкәләрҙән һыҙылып бал тамғанда
Ҡулың барыр нисек балтаға.
(Р. Бикбаев)
“Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ” әкиәтенең авторы кем? (Ж. Кейекбаев)
А.Йәғәфәрованың бал ҡорто тураһында ниндәй әҫәре бар? (“Нәҙекәйбил”)
ж) Неологизмдар араһында ниндәй яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килде? (кәрәҙ)
з) Ниндәй бал төрҙәрен беләһегеҙ?
к) Беҙ бал ҡортоноң төҫөн көндәлек тормошта ҡайҙа күрә алабыҙ. («Билайн”)
л) Балды нимәлә һаҡлайҙар? (батман)
7 –се эш. Мәҡәлдәр. Бергәләп осабыҙ.
Бер тамсы дегет бер мискә балды боҙа.
Балың булмаһа ла, телең баллы булһын.
Бал сабата йоттора.
Бал булыуын булһа, себендәре әҙер тора.
Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.
Бала саҡ – баллы саҡ.
Балаң балаһы балдан татлы.
Баллы һүҙ баш әйләндерә.
Балын яратҡас, ҡортон да ярат.
Йомғаҡлау.Балдарҙы иҫәпләү.
1-се умартаға.
Баҡсабыҙҙа умарталар
Йәй буйы ултыралар.
----------------------------------
----------------------------------
2-се умартаға.
Кәрәҙҙәре балға тулғас,
Атай баҡсанан сыҡмай.
-----------------------------
------------------------------
3-сэ умартаға.
Үсекмәйем,бал ҡорттары
Яратмаһа ла мине.
-------------------------------
--------------------------------
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...
Мастер-класс «Сайт АНКЕТЁР и его использование в образовательном процессе» Мастер-класс «Сайт АНКЕТЁР и его использование в образовательном процессе»
Мастер-класс «Сайт АНКЕТЁР и его использование в образовательном процессе»....
Мастер - класс "Рыбки", Мастер-класс"Лесовичок из сосновых шишек"
quot;Рыбки"-Техника выполнения - срезы из веток березы.Проводился мастер - класс для педагогов технологии и дополнительного образования."Лесовичок"- работа с природным материалм....
Разработка Мастер-класса объединения детского театра мод – «GLAMOUR» Тема: «Проведение Мастер-класса по выполнению вечерней прически » .
Разработка Мастер-класса объединения детского театра мод – «GLAMOUR»Тема: «Проведение Мастер-класса по выполнению вечерней прически »Цель: Дать учащимся возможность...
мастер-класс.Согласие участника Всероссийского конкурса мастер-класса учителей родного языка и литературы "Туган тел"на обработку персональных данных.
Яруллина Гульшат Минасхатовна...
Мастер -класс "Представление участника Всероссийского конкурса мастер-класса учителя родного (татарского) языка и литературы «Туган тел» "
Яруллина Гульшат Минасхатовна имеет высшее образование, закончила Арское педагогическое училище в 1995г., Набережночелнинский государственный педагогический институт в 2003 г. Стаж р...
Авторская дополнительная программа мастер-класса «Педагог-мастер» для учителей технологии – слушателей курсов повышения квалификации. Тема мастер-класса: «Социальная направленность практической деятельности учащихся»
Изучение данного курса предусматривает ролевую игру с использованием современных технологий креативного решения проблем, изготовление изделий, предложенных учителем на мастер-классе, ...