Фольклорный праздник
материал

Хамидуллина Оля Магдановна

Фольклор 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл folklor.docx24.96 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош  районы

муниципаль район  хакимиәте Туҙлыҡыуыш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениниеһы

   

 “Балаҫ йыуыу ” йолаһы .

                             

                           Эҙләнеү эшен атҡарҙы: Сәлихова Ынйы Рәмзил ҡыҙы

                              Етәксеһе: Хәмиҙуллина Оля Мәғдән ҡыҙы  

Йөкмәткеһе:

1.Инеш                                                                                            

2. Төп өлөш                                                                                                    

3.   Һыу- йәшәү сығанағы.

4.Йомғаҡлау.                                                                                  

5. Ҡулланылған әҙәбиәт.                                                              

6. Ҡушымта.

                                                                                     

                                        Инеш

     

Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге

        Борон беҙҙең ата-бабалар: «Һәр кеше үҙенең ете быуынын,шунан ары ауылының,халҡының тарихын белергә тейеш»,- тигән һәм үҙ балаларынан ошо ҡағиҙәне  үтәүҙе талап иткән. Беҙҙең район- күп милләтле .Һуңғы  йылдарҙа үҙ тамырҙарын барларға теләүселәр күп,ләкин ер-һыу атамаларын һаҡлап бармау бөгөнгө көндә эҙләнеүселәр өсөн ауырлыҡ тыуҙыра. 

        Атамалар- халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул.

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты

1.Ғалимдарҙың һыуға арналған мәҡәләләрен тикшереп,ауылыбыҙҙың оло хөрмәткә эйә булған Мостафин Мөххәммәт Ибраһим улынын батырлыҡтарын тикшереү.Уларҙы барлау

2.Хәрби – патриотик рух тәрбиәһен  арттырыу;

3.Иптәштәремдә тарихты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

1. Мостафин Мөххәммәт Ибраһим улынын тормош юлын,Тыуған ергә бәйле ер- һыу атамаларының тарихын өйрәнеү;

2. Үҙ еребеҙҙең матурлығын данлау.

Эҙләнеү эшенең методтары.

-тарихты  тикшереү.

-ололар менән осрашыу.

-әҙәбиәт  менән танышыу.

Тикшеренеү объекты

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының балалары менән әңгәмә.

Темаға ярашлы әҙәбиәт ,ағай-энеләр  менән әңгәмә.

Эҙләнеү предметы

Ветеранға бәйле материаллдар туплау.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

 Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.

                     

        Төп өлөш

1.Һыу- йәшәү сығанағы.

2.Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын тормош юлы менән таныштырыу.

3.Сәхнәләштереү.

3.Фотоһүрәттәр.

                         Ҡатнашалар:

Салихова Ынйы– төп герой, сценарийҙың төҙөүсеһе;

Мифтахова Айһылыу – Өләсәй;

Ахьяров  ....– егеттәр араһында йырсы;

Ғарифуллин Самат-гармунсы;

Йәләева Аделина,Тухтаева Лилия- ҡыҙҙар араһында иң йәштәре;

Йыраҡта ҡыҙҙар йырлаған тауыш ишетелә.

        АЙ БЫЛБЫЛЫМ.

1.Ай былбылым, ай былбылым,

Агиҙелдең ҡамышы;

Таң алдынан сут-сут килә

Һандуғастар тауышы.

2.Ай былбылым, ай былбылым,

Агиҙелдә таң ата;

Таңдар ата,өҙ(ө)лә үҙәк

Йырлата ла илата.

3.Ай былбылым, ай  былбылым,

Ҡунып һайрай талдарға;

 Һинең хаҡта серҙәремде

Сисәм һандуғастарға.

Ҡыҙҙар инәләр. Балаҫ күтәреп .

Лилия:Йырлы –моңло тыуған ер-

Батыр тыуған үҫкән ер

Иманлы ер ошо бит,

Илһамлы ер ошо бит,

Тарихлы ер ошо бит,

Тамырлы ер ошо бит.

Эй,туғандар,рәхим ит!

Теҙелешеп ултырып ҡыҙҙар балаҫ йыуа. Ошо ваҡытта Өләсәй инә.Иҫәнләшеп хәл һораша.

Өләсәй: -Ҡыҙҙар йылға кисеүендә нишләп йөрөйһөгөҙ?

Ҡыҙҙар: Беҙ балаҫ йыуып алайыҡ тип төшкән булған инек.Әҙерәк уйнап та алырбыҙ тинек.

Өләсәй: Эй,беҙҙә йәш саҡтарҙа һеҙҙең кеүек һыу буйында кер ,балаҫ йыуып,туйғансы уйнап ҡайта торған инек.Йылдар үтте...аллаға  шокер илебеҙ тыныс.(илап ала)Һуғыштар булмаһын инде балаҡайҙарым.Бына нисә йылдар үтһә лә,ул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрһәк,йәндәрем эллэ нимә эшлэй.Беҙҙең ауылдан ғына күпме ир-аттар,ҡатын-ҡыҙҙар һуғышҡа китте.Күптәре кире ҡайтманы.

  Малай-Урал буйын буйлаған-

Ат өҫтөндә уйнаған

Ҡыҙҙың иң һылыуын һайлаған

Тыуған ерен һаҡлаған

Ир намыҫын һатмаған

Батыры бар был илдең

Ҡыҙ: Өләсәй ,беҙҙең ауылда ла батырҙарыбыҙ бар бит,бына  ауылдашыбыҙ  Мөхәммәт бабайҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан .Уның тураһында һөйләгеҙ эле.

 Өләсәй: Эйе,балалар, ул ил батыры-Тыуған ерен яуыз дошмандарҙан һаҡлаған. Һуғыштан ҡайтҡас Тасҡаҡлы ауылында балалар йорто директоры,25 йыл Киров колхозының рәисе булып эшләне.Эшләгән дәүерендә  мәҙәниәт һарайы,магазин,батырҙарға һәйкәле эшләтте.«Эш һөйгәнде-ил һөйгән» ,ти халыҡ.Ысыплап та ,ауылдың бик үрнәкле,тырыш кешесе булды. Тормош иптәше итеп иң һылыу ҡыҙҙы һайлап,бергәләп аҡыллы ,тәрбиәле биш бала үҫтерҙеләр,ауылдашыбыҙ Мостафин Мөхәммәт Ибраһим улы.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ике йыл элек вафат булды.

 Миннән һеҙгә аманат: балалар хәҙер тыныс тормошта йәшәйбеҙ, һеҙ тырышып уҡығыҙ,илебеҙгә тәрбиәле,уҡымышлы балалар булып үҫегеҙ.

Балалар-Ярар, өләсәй, аманатыңды үтәрбеҙ.

Ҡыҙ: Эй,ҡыҙҙар эшебеҙҙе бөтөрәйек тә,йырлап бейеп,уйнап алайыҡ.

Ҡыҙ- Ал балаҫым бул-бул,

Гөл балаҫым бул-бул

Ерҙә бәхет мул-мул,

Байрам ҡото шул-шул

 Ҡыҙҙар: - Өләсәй, һин ошонда ултырып тор.Беҙ уйнап,йырлап ,бейеп алабыҙ.

Яулыҡ һалыш уйыны.Кем ҡала ,шуға яза.

Шиғыр һөйләй.

Тәмле һыу, тәмле һауа,
Көмөш ямғырҙар яуа.
Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ,
Урманы өҫкә ауа.
Күбәләк сәскәләр ҙә,
Еләкле сәхрәләр ҙә
Ем-ем, ем-ем йырлайҙар,
Ҡыуаныс сәсәләр.
Был минең тыуған ерем,
Был минең тыуған илем.
Бәхетле мин ошонда,
Ҙураям, алам белем. 

Яулыҡ һалыш уйыны.Кем ҡала ,шуға яза.

Бейей.

Өләсәй биҙрә сиртә башлай, ә ҡыҙҙар – ҡалаҡ һуғалар,гармунда бейеү көйө)

Ҡыҙ: Уйна әле, уйна әле,        

Уйнағаның юҡ әле.

Уйнағаның булмаһа ла,

 Оҫта уйнайһың әле.

Ҡыҙ:Изге теләктәр теләнек ,

Уйнаныҡ та йырланыҡ та

Матур шиғырҙар һөйләнек

Турһайышып торманыҡ.

Өләсәй – Балалар,әйҙәгеҙ , әйҙәгеҙҙә , ҡайтайыҡ.

Йырлап сығып китәләр

Ай былбылым, ай былбылым,

Агиҙелдең ҡамышы;

Таң алдынан сут-сут килә

Һандуғастар тауышы.

Ҡулланылған әҙәбиәт
Башkорт халыk ижады. Т. I. — Уфа, 1995. 
Кудряшов П.М. Предрассудки и суеверия Башкирцев // Башкирия в русской литературе. Т. 1. — Уфа, 1989.
Нагаева Л.И. Башкирские народные праздники, обряды и обычаи. — Уфа, 1999. 
Сулейманов Р.С. Жемчужины народного творчества Урала. — Уфа, 1995.
Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. — Уфа, 2005.
Хисамитдинова Ф.F. Башkорттарҙың им-том китабы. — Уфа, 2006..


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

фольклорный праздник "Как на масленой неделе"

дети знакомятся с обычаями и традициями русского народа при встрече весны и проводов зимы...

Фольклорный праздник "Посиделки".

Это заключительный урок литературы в 5 классе по теме "Фольклор"....

Сценарий фольклорного праздника «Образ птицы в весенних праздниках»

Сценарий фольклорного праздника по программе «Русские традиции и обряды» в начальной школе.Тема: Весенние обряды и обычаи твоего края.    Цель: приобщить к старинным календарным традици...

Сценарий фольклорного праздника "Календарь народных праздников. Святки"

Сенарий фолклорного праздника из цикла "Русскикие народные праздники, обряды и традиции"...

сценарий праздника "фольклорный праздник при свечах"

сценарий  праздника "фольклорный праздник при свечах"...

сценарий фольклорного праздника "Медвежий праздник" в МБОУ СОШ № 10 Майкопского района.

Благодаря фольклорному материалу мы расширяем кругозор обучающихся о малых народностях нашей великой страны, обогощаем внутренний мир ребенка путем возрождения народных традиций....

Внеклассное мероприятие – фольклорный праздник. Тема «Русский народный праздник «Красная горка»

Технологию организации и проведения праздника можно рассматривать как специальную план-программу, составленную с целью получения определённых педагогических и творческих результатов, соответственно он...