Ололар көнө (сценарий)
материал на тему

Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы

Ололар көнө байрамын үткәреү сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ololar_kono_bayramyn_utkreu_stsenariyy.docx15.76 КБ

Предварительный просмотр:

Ололар көнө байрамын үткәреү сценарийы

Үткәреү маҡсаты:  ололарға  хөрмәт күрһәтеү,  балаларҙа өлкәндәргә ҡарата  иғтибарлыҡ  тәрбиәләү

Сара барышы:

Алып барыусы:

Һаумыһығыҙ, һа умы әле,                                       Яйы килһә, ихлас итеп

Шундай йылы һүҙ икән.                                           Иркенләп  һөйләшергә

Һәр күңелде иретерлек,                                         берәү әйтә танышына:

Һәр кемгә лә үҙ икән                                                 “Туған, хәйерле иртә!”

Кемдәр уны уйлап тапҡан                                       йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

Матурлап өндәшергә                                                көнө буйына етә.

Хәйерле көн, хөрмәтле ветерандар! Бөгөн  һеҙ ҡасандыр үҙегеҙ эшләп киткән, әле ейән-ейәнсәрҙәре геҙ  уҡып киткән мәктәпкә килгәнһегеҙ . был бик ҡыуаныслы.  Һеҙ  тормошта иң абруйлы, иң кәрәкле кешеләрһегеҙ.. күп ваҡыт беҙ  һеҙҙең ярҙамға мохтажбыҙ. Шуға күр! Бөгөн бер-берегеҙ, балалар менән осрашып, фекер алышып, тәрбиә эшенә ыңғай өлөш индерерһегеҙ , тип уйлайым.

Һүҙҙе мәктәп директорына  бирәбеҙ.

Ә хәҙер, ололар, һеҙҙең менән әңгәмәләшеп алайыҡ.

1.һеҙҙең  тормошоғоҙҙағы  иң иҫтә ҡалған, иң бәхетле минуттарығыҙ.

2. йәш сағығыҙҙағы хыялығыҙ тормошҡа аштымы? Нимә хаҡында хыялландығыҙ?

3. иң яратҡан шөғөлөгөҙ нимә?

Баланың яҙмышы, бәхетле ғаилә тәрбиәһенән  генә тора , тиһәк, бик ңк дөрөҫ булмаҫ. Хәҙер заман шауҡымы ла балаға ҙур йоғонто яһай.  Бала яҡшы ғәҙәткә ҡарағанда ясандарын  тиҙерәк отоп ала. Матур ғаиләлә үҫкән  бала  енәйәт  юлына  баҫа, ата-әсәһен  рәнйетә, кешелектән сыға. Бындай балалар үҫеүгә кем  ғәйепле? Йәмғиәтме, ғаиләме? Әллә мәктәпме? Ошо проблемалар хаҡында уйлашайыҡ, фекер алышайыҡ.

Һәр кемдең уй-ниәттәре ғаиләһе менән бәйле. Ғаиләлә ата-әсәһенең  йөрәк йылыһын тойоп, олатай-оләсәһенең  аҡылын зиһененә һеңдереп үҫкән кеше йәмғиәттә үҙ урынын таба, башҡаларға ҡарата ла мәрхәмәтлерәк, иғтибарлыраҡ була.  Күренекле  шәхес, яҙыусы Л.Толстой: “Бөтә бәхетле ғаиләләр   бер-береһенә оҡшаш, ә бәхетһеҙҙәре – һәр береһе үҙенсә бәхетһеҙ.. Бәхетһеҙ  ғаиләләр барлыҡҡа килеүенең  сәбәбе нимәлә?

Хөрмәтле ололар, кәңәштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ә хәҙер балаларҙың  һөнәрҙәрен ҡарап, ҡыуанышып ултырығыҙ

Концерт  номерҙары

  1. Беҙҙең  өсөн һеҙ – һәр  саҡ уҡытыусы

       Өйрәтеүсе тормош юлына

       Хөрмәтебеҙ һеҙгә сағылалыр

       Айзиләнең ошо йырынан  

(Искәндәрова Айзилә “Уҡытыусыма”  йыры)

  1. Бейерҙәр, бейерҙәр

Күңелегеҙҙе күрерҙәр

Алеся  ҡуйған  бейеүҙәрҙе ҡарап

Һеҙҙең дәрттәр үҫерҙәр

(3-сө класс уҡыусылары бейеүе)

  1. Тораһың да сал сәсеңде һыйпап,

Ҡартайылған инде, тиәһең.

Килә минең шул саҡ сал сәсеңдең

Һәр береһенә башым эйәһем.

  1. Айҙар ғынайым да, вайҙар ғынайым

Алтынсылар сығышын ҡарап,

Ҡыуанышып ҡуяйыҡ

(6-сы класс ҡыҙҙары бейеүе)

  1. Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ

Күкшел тауҙар  һөйә юлдарҙы

Араларҙы йылдар яҡынайта

Ҡыҫҡа итә оҙон юлдарҙы

(Исхаҡова Эльвира “Атай йорто” йыры)

  1. Эх, замана ҡыҙҙары!

Үҫеп килә буйҙары!

Бейеп, йырлап йөрөһәләр,

Матур булыр уйҙары

(3-сө кластарҙың  латино-американ бейеүе)

  1. Уныһы ла ярамай,

Быныһы ла ярамай

Беҙҙең Наҙгөл йырлап –йырлай

Бер нимәгә ҡарамай

(Шаһисолтанова Наҙгөл  “Ярамай”  йыры)

  1. Рәхмәтлебеҙ һеҙгә ғүмер буйы

Баш эйәбеҙ һеҙгә һәр ваҡыт.

Ун беренселәрҙең йыр-бүләге

Ваҡыттарҙы торһон  туҡтатып

(Йыр “Рәхмәтемде ҡабул итегеҙ)

Беҙ бәхетле  тибеҙ  үҙебеҙҙе

Һеҙ булғанда беҙҙең арала

Һеҙ бит терәк беҙгә, таяныс  та,

Һеҙҙең менән  яҡты донъялар!

Хөрмәтле инәйҙәр,  артабанғы тормошоғоҙҙа  ауырлыҡ  кисермәй, бәхетле ҡартлыҡ, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Ә хәҙер сәй табынына рәхим итегеҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"

интересный тематический сценарий последнего звонка....

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»    Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»  Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...

разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"

Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...

Ололар көнөнә арналған байрам сараһы

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы...

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы

Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе. 1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә,...

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы

Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе.1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ...