Мостай Кәрим - әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы!
материал на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Мостай Кәрим- әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы!
Маҡсат:
- Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлына күҙәтеү яһау;
- Телмәр үҫтереү;
- Шәхестең ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: әҙәби китаптарҙан күргәҙмә, проектор.
Кисә барышы
Талғын ғына ҡурай моңо аҫтында Мостай Кәримдең «Ҡоштар осорам » шиғыры яттан һөйләнә.
1-се а.б. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле студенттар, уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар!
2-се а.б. Һәр бер урман үҙ ағасы, һәр тау үҙ ҡаяһы, һәр болон, ялан үҙ сәскәһе менән күркәм булған кеүек һәр милләт тә үҙенең таланты менән күркәм.
1-се а.б. Шундай шәхестәрҙең береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бөтәбеҙҙең дә яратҡан шағирыбыҙ, күренекле прозаик, драматург Мостай Кәрим.
2-се а.б. 20 октябрь көнө әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримгә 95 йәш тулған булыр ине.
Бөгөнгө кисәбеҙ халыҡтың йөрәге һәм үҙе булып йәшәгән әҙиптең данлы тормош юлы һәм уның ижады гәүһәрҙәрен тағын бер тапҡып күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итер.
1-се а.б. Әй, ғүмерҙең сая, ҡабатланмаҫ миҙгелдәре....
Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ тормош юлы, үҙ ҡарашы бар был донъяла.
(Сәхнәгә бәләкәй Кендек сыға)
2-се а.б. Дим буйының гүзәл төбәге – Шишмә районының Келәш ауылында бер малай тыуа, уға изге ниәттәр юрап, Мостафа тип исем ҡушалар.
(Мостай Кәримдең «Бөтәһе лә йәнде бында» , «Шулай башлана йәшәү» шиғырҙарын һөйләйҙәр.)
1-се а.б. Шуҡ һәи зирәк Мостафаның бала саҡ хәтирәләре күңел һандығында мәңгелеккә урын алалар һәм, тормоштоң яҡты нурҙарына үрелеп, һәр саҡ йәнәш атлайҙар.
Кендек Минең оло инәйемде «Кендек әбейе», ә үҙемде «Кендек бабайы» тип йөрөтәләр. Мин бәләкәймен әле. Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә буйым саҡ-саҡ етә. Ул кеҫәнән тәмле-томло нәмәләр һис ваҡытта ла өҙөлмәй.Торғаны менән хазина инде ул кеҫә, бөтмәҫ – төкәнмәҫ хазина!
(Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ»повесынан өҙөк )
2-се а.б. Ғәзиз тыуған яғының гүзәл тәбиғәте, инәһенең изгелекле кәңәш- теләктәре Мостай күңеленә мәңгелеккә һалына. Ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә күрһә лә йәнтөйәгебкҙҙең гәлсәр шишмәләренән илһам алып йәшәй.
(Мостай Кәримдең «Һаумы, тиҙәр гөлдәр» шиғыры)
Үҫмер Кендек Яҙмыш менән бәхәсләшеп беҙ үҫә барҙыҡ. Буйға еттек. Һабаҡ алырға ла ваҡыт етте. Һөйөклө Оло инәйем мине мөғәллимәгә алып барып тапшырҙы. Ғазаплы һәм серле лә мәктәп йылдары, белем һуҡмаҡтары минең йөрәгемдә уҡытыусыма ҡарата йыр булып яралды.
( Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Уҡытыусыма” йыры)
Үҫмер Кендек. Яҙмыш миңә был тормоштоң төрлө яҡтарын «ауыҙ иттерҙе». Шуларҙың береһе шанлы һуғыш йылдары.
(Мостай Кәримдең «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр» шиғыры )
1-се а.б. Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем яу юлдарын үтә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында уға ғәзиз халҡы, ижад рухы һәм мөхәббәте оло терәк, таяныс була.
2-се а.б. Мостай Кәрим һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.
1-се а.б. Һуғыштан ҡайтҡас, Мостай Кәрим әҙәби ижад эшенә ныҡлап тотона, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша.
2-се а.б. Мостай Кәрим поэзияһы – башҡорт сәсәндәренең ҡобайырҙарына, йырҙарына, дастандарына хас булғанса, тәрән мәғәнәле халыҡсан фәлсәфәгә ғәжәп бай, оло тойғоло ижад.
1-се а.б. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим поэзияһы аҫыл һүҙ гәүһәрҙәре ул. Гәүһәрҙе ҡулда әҙ-мәҙ генә әйләндергеләһәң, ул яңынан- яңы нурҙар һибеп ялтырай башлаған кеүек, М.Кәрим шиғырҙары ла уҡыған һайын яңынан – яңы сифаттарын аса, яңы нурҙар сәсә.
(Студенттар тарафынан М.Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләү)
2-се а.б. Мостай Кәрим ижадының ҡабатланмаҫ йәнә гүзәл бер иле бар: ул – драматургия.
1-се а.б. Мостай Кәрим – драматург , Мостай Кәрим- шағирҙан айырылғыһыҙ. Поэзияһының рухы һәм ялҡыны пьесаларына ла иркен күскән уның. 2- се а.б. Уның “Туй дауам итә”, “Яңғыҙ ҡайын”, “ Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндө”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей”, “Диктаторға ат бирегеҙ!” кеүек пьесалары һәр беребеҙгә таныш.
1-се а.б. Мостай Кәримдең үҙ күңелендә йөрөгән бик күп һәйбәт нәмәләр хаҡында әңгәмә рәүешендә һөйләү теләге уны прозаға алып килде.
2-се а.б. Балалар әҙәбиәтенең йәме һәм төҫө булырҙай “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” повестарын ижад итте ул, кескәйҙәр өсөн әкиәттәр, хикәйәләр яҙҙы.
1-се а. б. Уның “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесы һәр беребеҙҙең дә күңелен арбаны.
2-се а.б. Поэзия, драматургия, проза – М. Кәрим ижадының өс тағаны.
1-се а.б. Публицистика, әҙәби тәнҡит өлкәһендәге эшмәкәрлеге тормош, кешеләр, ижад хаҡында уйланған фекерҙәрен әйтеп тораһы ла юҡ.
2-се а.б. Ул һәр жанрҙың бынамын тигән һөнәрмән бер оҫтаһы, һәр әҫәре уның хужаһы менән затлы.
1-се а.б. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты, Социалистик хеҙмәт геройы, Андерсен исемендәге Халыҡ- ара Почетлы диплом менән бүләкләнеүсе оҙон һәм бай ғүмер юлы уҙған шағирыбыҙ “Уңдым” шиғырында былай тип яҙҙы.
2-се а.б. Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
1-се студент. Уңдың, шағир, тыуған көнөңдән,
Октябрҙең аяҙ таңынан,
Илем үҙаллылыҡ яҡлап алған
Көнө лә бит һинең айыңдан.
2-се студент. Дуҫтарыңдан уңдың, мөхәббәттән,
Ғәзиз телең – туған телеңдән,
Ил ағаһы итеп хөрмәтләгән
Башҡортостан – тыуған илеңдән.
3-сө студент. Эйе, уңдыҡ! Һинән уңдыҡ, шағир!
Көслө лә һуң , ай –һай, ижадың!
“Улы булып илдең, замандың,
Аҫыл һүҙең менән дан алдың!”
4 -се студент. Шиғырҙарың беҙҙең күңелдәрҙе
Һүнмәҫ бер нур булып яҡтырта,
Һәр йөрәктә изгелек һәм шәфҡәтлелек,
Кешелеклек хисе уята!
5-се студент. 95 йәшең тулды, шағир,
Әйләнеп баҡ әле артыңа,
Һинән уңған барлыҡ дуҫтарың да
Баҫып тора һинең ҡаршыңда.
6-сы студент. Тыуған көнөң менән улар
Ҡулын ҡыҫып тәбрик итәләр,
Изге теләктәрен теләй – теләй :
Бергә Һинән уңдыҡ, шағир, - тиҙәр.
1-се а.б. Ошоноң менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған кисә тамам.Һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
“Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо ”
Әҙәби кисә...
«Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.
«Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы» темаһына әҙәби – музыкаль кисәнең сценарийы....
Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)
Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...
Әҙәби – музыкаль композиция «Факиһа Туғыҙбаева-әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы».
Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның ижады, тормош юлы менән таныштырыу.Уҡыусыларҙа Факиһа Туғыҙбаева тормошона һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү...
Әҙәби – музыкаль композиция «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо»
Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уя...
Презентация «Факиһа Туғыҙбаева-әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы»
Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның ижады, тормош юлы менән таныштырыу әсән материал....
Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо - Мостай Кәрим
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән яҡындан танышыу...