Туған тел - мәңгелек хазина... Р. Бикбаев
план-конспект урока (11 класс)

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

"Тел - ижад һәм көрәш ҡоралы, иң үткер, иң ныҡлы һәм ышаныслы ҡорал. Ҡылыс һынһа ла, патрон бөтһә лә, һабан ҡыйралһа ла, һүҙ һынмай, тел тутыҡмай, фекер ҡыйратылмай" Р. Бикбай

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ostalyk_klasy._tugan_tel_-_mngelek_hazina.doc52.5 КБ

Предварительный просмотр:

Оҫталыҡ класы темаһы

                ТУҒАН ТЕЛ – МӘҢГЕЛЕК ХАЗИНА

        (Р.Бикбаевтың “Халҡыма хат” әҫәре буйынса)

       Маҡсат:1) “Халҡыма хат” әҫәренә анализ яһау һөҙөмтәһендә уның идея-тематик йөкмәткеһен асыу. 2) Туған тел хаҡында фекер алышыу нигеҙендә тыуған илгә һәм туған телгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү. 3) Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: Р.Бикбаев портреты, китаптар күргәҙмәһе, плакаттар, эпиграф, интерактив таҡта.

Оҫталыҡ класы программаһы:

1. Педагогик тәжрибә презентацияһы (презентация педагогического опыта).

Мин Нуриман районы яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы булам. 2008 йылда БДУ башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамланым. Эш стажым – 6 йыл, 2-се категориялы уҡытыусы. Уҡытыу эшемдең төп темаһы “УҠЫУСЫЛАРҘА МИЛЛИ РУХ ҺӘМ ҮҘАҢ ТӘРБИӘЛӘҮ”.

Эшемдең тәжрибәһе уҡыусыларҙың белем сифатында сағыла. Белем сифаты - 70-90%, өлгәшеү 100% тәшкил итә. Уҡыусылар район һәм республика кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа призлы урындар алып торалар.

2. Дәрес системаһы (представление системы уроков).

Предмет: башҡорт әҙәбиәте.

Класс: 11-се класс.

Дәрес темаһы: Туған тел-мәңгелек хазина.(Р.Бикбаевтың “Халҡыма хат” әҫәре буйынса).

ФОПД(формы организации познавательной деятельности учащихся): коллектив эш алымы тәҡдим ителә.

          Тема. Туған тел-мәңгелек хазина.

    (Р.Бикбаевтың “Халҡыма хат” әҫәре буйынса)

Маҡсат:

Әҫәргә анализ яһау һөҙөмтәһендә әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

Туған тел тураһында фекер алышыу нигеҙендә тыуған илгә һәм туған телгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү.

Дәрес барышы:

3. Уйын. (имитационная игра).

                           Маҡсаттарҙы бөгөн бергә ҡушһаҡ,

                           Офоғобоҙ алда киң әле.

                           Туған телдең шифа шишмәһенән

                           Килер быуын эсһен кинәнеп.

                                               Р. Бикбаев

Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем.

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим, тип мәғрифәтсе шағир М.Аҡмулла үҙенең бер шиғырында туған телен маҡтаһа,

Әй илһамлы, әй хөрмәле башҡорт теле, тип үҙ телен данлай З. Биишева ла.

Йәнгә рәхәт һалған тел, тип  Р. Ғарипов шиғыр яҙһа,

Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел, ти М. Ғафури.

   Мәшһүрләйек, дуҫтар, әсә телен, тип  Баязит Бикбай үҙ әҫәрендә мөрәжәғәт итһә,  

Башҡорт милләтенең яҙмышы, киләсәге ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылған мәлдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаев “Халҡыма хат” шиғырын яҙҙы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев сығышы менән Ырымбур яҡтарынан (Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылы). Уның шиғырҙарында һәм поэмаларында тыуып-үҫкән яҡтарының тәбиғәте йәме, халыҡтың күңел күрке, тарихы, хәҙергеһе киң сағылыш таба. Шул уҡ ваҡытта ул күп кенә әҫәрҙәрендә туған телебеҙҙең ҡороп барыуына борсола. Мәҫәлән, “Халҡыма хат” әҫәре. (әҫәрҙең яҙылыу тарихын һөйләйем). Тимәк, Р.Бикбаев ошо ҡыҙға яуап хатын шиғри формала яҙған.

Ә хәҙер үҙегеҙҙе бер нисә минутҡа яҙыусы һәм шағирҙар тип хис итегеҙ. Мин һеҙгә теге ҡыҙҙың хатынан өҙөк уҡыйым. Һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй кәңәш-теләктәрегеҙ менән ярҙам итә алаһығыҙ, уйлап ултырығыҙ.    

               Здравствуйте, Равиль Тухватович!

Боюсь показаться вам навязчивой и неинтересной, но мне надо исповедоваться перед вами. Я уверена, что вы должны меня понять. Возможно, все то, о чем я хочу написать, покажется вам несущественным, но это моя беда, и это беда очень многих людей нашей республики. Просто, может быть, не все это осознали. Вот я – башкирка, я не умею писать письмо по-башкирски. Родным считать башкирский я не перестаю, хотя уже много лет говорю, думаю на русском. Но я все равно башкирка, и никто не сможет переубедить меня.

Все началось ещё в детстве. Мои родители башкиры и оба сделали тот шаг, о котором жалеют. Но тогда было не престижно учиться родному языку. Они записали меня в русский класс. Тогда я по-русски ничего не знала. Со мной говорили всегда по-башкирски. Помню недоумение, детский ужас, когда я попала в некомфортную обстановку. Я помню своё отчаяние на уроках оттого, что я ничего не понимаю. Я отупела вдруг. Я не могла решить задачи, примеры, не могла пересказывать рассказы, на переменах я ни с кем не разговаривала. Я не хотела ходить в школу. Произошло насилие над детской душой.

Постепенно я научилась русскому: детская душа восприимчива. Школу я закончила хорошо, бойко писала сочинения, очень много читала, но только по-русски.

Башкирский я считала чем-то вроде того, что не пригодится в жизни. Это был признак отсталости, бескультурья. Я до сих пор в недоумении: почему так могло быть, это какую же политику надо было проводить, чтобы весь народ отчуждать от языка. Когда мне моя бабушка, которую я искренне люблю, упрекала меня в незнании языка, я лишь досадливо отмахивалась.

Но наконец я поняла: и поняла это я гораздо раньше, чем начала бить тревогу наша творческая интеллигенция, что я – «ничто» и что хотя я имею диплом о высшем образовании, и я знаю два иностранных языка, а своего родного я не знаю. Я не знаю ни истории народа, ни литературы, ни религии, я не знаю культуры своего народа.

Конечно, я сейчас наверстываю упущенное, часто хожу в филармонию, если не знаю значения слов, я интуитивно догадываюсь по смыслу.

Но все равно я чужая вам всем, и может быть, не смогу быть своей республике, и в этом весь ужас. Я чувствую себя ущемленной, обделенной чем-то очень большим, чем-то очень важным.

Я рассказала вам о трагедии моей жизни, немного стало легче.

Помогите мне советом.

                               А.   ( Г. Уфа, 15,06,1989.)

                                                       

Автор: “...ҡулыма килеп еткән хат күңелемдә күптән тулышып йөрөгән бер шиғырҙың яҙылыуына сәбәп булды. Уны айырым кешегә генә исемләү мөмкин түгел. Унда һөйләнелгән аяныслы хәлдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ халҡыбыҙҙың, хатта илебеҙҙәге бөтә милләттәрҙең яҙмышы өсөн уртаҡ. Шуға мин шиғри хатым менән барлыҡ халҡыма өндәшәм”,- ти.

Әҫәрҙән өҙөк уҡыусылар тарафынан уҡыла. (уҡыусыларға шиғырҙар менән карточкалар таратып бирелә).

                     

1                Туған телем минең!күпме һүҙең

          Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.

          Тамырыңды уйлап, ғорурланам.

          Бөгөнгөңдө күреп, хурланам

          Туған телкәйемдең хәлдәренән

          Бәғерҙәрем яна, теленә.

          Халҡыма мин ошо хатты яҙам,

          Оран һалам башҡорт иленә.

---------------------------------------------------------------------------------------------------

2      Башҡорт балаһы мин.

       Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын

Ҡайһы быуаттарға яҙмаған!

Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,

Күпме аҫыл йырҙарынан яҙға,

Тик моңонан, теленән яҙмаған.

-----------------------------------------------------

3      Ни күрмәгән башҡорт баштарынан-

Дусар булған шундай язаларға-

Тарих, уйлап, үҙе һиҫкәнер!

Кемдәр күргән ирек даулағанда

Кешеләрҙең телен киҫкәнен?!

Башҡорт илен тотош утҡа солғап,

Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.

Тик батшалар телен киҫкәндә лә,

Башҡортом бит телһеҙ булмаған!

----------------------------------------------------

4      Ҡулындағы ҡанлы бығауҙарын

өҙҙө халҡым, ғәҙел юл табып.

Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә

Барып етте башҡорт китабы.

Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына

Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?

Бейегәндә төньяҡ амурҙары,

Донъя сәхнәләре сайҡала.

------------------------------------------------------

5      Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,

Әсә телен белмәй үҫкәндәр...

Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән

Сабыйының телен киҫкәндәр?

Быуылдымы беҙҙә халыҡ рухы,

Намыҫыбыҙ юҡмы аҙыраҡ?

Ҡуйынында үҫкән сабыйҙарын

Тырышып-тырышып ата-әсәләре

Үҙ теленән үҙе яҙҙыра.

6      Тик ҡарайыҡ әле үҙебеҙгә,

Башҡаларҙы еңел ҡарғауы-

Туған телде сабыр балтаны бит

Беҙҙең ғәмһеҙлек тә сарланы.

Илдең иртәгәһе хәстәрҙәрен

Беҙ күрмәйсә тағы кем күрер?

Сабыйҙарҙың телен ҡайғыртмаһаҡ,

Аҡһаҡалға булыр төкөрөү.

---------------------------------------------------------

7      Туған телем өсөн кәрәк икән-

Бар бәхетем әйҙә юҡ булһын,

Туған телем өсөн кәрәк икән-

Ауыҙымдағы телем ҡырҡылһын!

Туғанынан яҙған-ярты йәтим,

Туған теленән яҙған мең йәтим,

Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!

Шиғырҙар уҡылғас.

Р. Бикбаевтың әҫәрҙәрендә әйткән фекерҙәренә таянып, беҙ ҙә әңгәмә ҡороп алайыҡ әле.

ҺОРАУҘАР:

  1.  Әҫәрҙә тел һәм тарих төшөнсәһен шағир нисек аңлатып бирә?
  2.  Тел һәм азатлыҡ өсөн көрәш шиғырҙа нисек сағыла?
  3.  Телде белмәү фажиғәһенең төп сығанағы нимәлә тип  

                                                  уйлайһығыҙ?

4.  Беҙҙең телебеҙ ҙә бөтөнләй юғалыуы ихтималмы?

5.  Үҙебеҙгә башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау, яҡлау өсөн ни  

                         эшләргә кәрәк? һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙ.

6. Тағы ниндәй шағирҙарҙың шиғырҙары иҫегеҙгә төштө?

7. Хат авторы кеүек кешеләргә кәңәштәрегеҙ.

  1. Моделгә һалыу.  (моделирование)

     Үҙ аллы эш тәҡдим итеү һәм ошо эш буйынса әңгәмә ойоштороу.

  А)- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ниндәй темаларға күберәк иғтибар итергә кәрәк?(миниатюр инша)

    - мин тәҡдим иткән һорауҙарҙан тыш, һеҙ үҙегеҙ ниндәй борсоған һорауҙар ҡуйыр инегеҙ? (2-3 һорау). Бер яуап яҙырға.

  Б) Әңгәмә.

  1. Рефлексия.

 5 минутлыҡ эссе.(Теманы йомғаҡлау нигеҙендә, дәрескә ҡарата үҙ фекерегеҙҙе яҙығыҙ).    

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рауил Бикбаев. Биография. Презентация

12 декабря 2013 года отмечается юбилей народного поэта Башкортостан Рауиля Бикбаева. Данных о поэте много, но очень мало фотоматериалов. Эта презентация будет полезна во всех классах при изучении жизн...

Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс

Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....

Рауил Бикбаев

Рауил Бикбаев ижады...

Теле барҙың – иле бар, Иле барҙың – көнө бар. Р. Бикбаев. “Туған тел.” Күрмә диктант. Дәрес-сәйәхәт.

Башҡортостандың халыҡ шағиры хаҡында белешмә алыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү...