Теле барҙың – иле бар, Иле барҙың – көнө бар. Р. Бикбаев. “Туған тел.” Күрмә диктант. Дәрес-сәйәхәт.
план-конспект урока
Башҡортостандың халыҡ шағиры хаҡында белешмә алыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
asyk_deres._21_fevral.docx | 27.98 КБ |
Предварительный просмотр:
Теле барҙың – иле бар,
Иле барҙың – көнө бар.
Р. Бикбаев. “Туған тел.” Күрмә диктант.
Дәрес-сәйәхәт.
Башҡарҙы:
Л8йл8 Иран 6ы4ы К8римова
баш6орт теле 38м 848би8те
у6ытыусы3ы
*мз8 - 2016
Маҡсат. 1. Башҡортостандың халыҡ шағиры хаҡында белешмә алыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү,
2. Халыҡ ижадына нигеҙләнеп, уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләүҙәрен, танып белеү эшмәкәрлеген, тасуири уҡыу, һөйләү һәм яҙма телмәрҙәрен үҫтереү, үҙ-ара тикшереү һәм баһалау, үҙ фекереңде аныҡ әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеү,
3. Туған телен ҡәҙерләүсе, уның киләсәген ҡайғыртыусы, илен, ерен, халҡын яҡларҙай шәхес – Башҡортостандың ышаныслы киләсәген тәрбиәләү, шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу. Р. Бикбаевҡа арналған ҡурай-схема, индивидуаль китапсыҡтар, йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәр, күрмә диктант, мультимедиа проекторы – дәрес презентацияһы.
Дәрес барышы.
- Ойоштороу.
- Психологик инеш.
Ҡыңғырау шылтыраны,
Беҙ йыйылдыҡ дәрескә.
Матур итеп ултырҙыҡ
“4”-“5”-тәрҙе алырға.
- Тик бишлеләрҙе алыу өсөн кәйефтәрегеҙ яҡшымы, балалар?
- Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.
1-се слайд – “Китап – белем шишмәһе” туҡталышы.
- Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙ бөгөн нимә эшләйәсәкбеҙ? (сәйәхәт итәсәкбеҙ)
- Тимәк, беҙҙең ниндәй дәрес буласаҡ?(дәрес-сәйәхәт)
-Сәйәхәтебеҙҙе ниндәй туҡталыштан башлайбыҙ икән?
-Мин һеҙгә ошондай китапсыҡтар таратам, бышылдап уҡығыҙ ҙа йөкмәткеһен асырһығыҙ.
Бышылдап уҡыу минуты – индивидуаль китапсыҡтар буйынса:
I төркөм-“Туған тел”, II төркөм-“Мәңгелеккә әйләнһен!”, III төркөм-“Ҡышҡы көн”.
- Интеллектуаль ҡаршылыҡ ситуацияһын тыуҙырыу.
- Һәр төркөм нимә хаҡында уҡыны?
I төркөм етәксеһе – “Туған тел хаҡында.”
- Балалар, бөгөн ниндәй көн?
- Эйе, 21 февраль – Халыҡ-ара Туған тел Көнө. Был йәһәттән мәктәбебеҙҙә ниндәй эштәр башҡарыла?
II төркөм етәксеһе – “Тәбиғәтте һаҡлау тураһында.”
- Балалар, 2013 йыл Башҡортостанда ниндәй йыл, тип иғлан ителг8йне?
- Эйе, Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов 2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау Йылы, тип белдерҙе. Һеҙ тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға ниндәй өлөш индерҙегеҙ?
III төркөм етәксеһе : “Ҡыш хаҡында уҡыныҡ”.
- Тышта ниндәй миҙгел бара? Ә февраль ниндәй ай? Ҡыш
бөткәнсе нимә эшләп ҡалырға кәрәк?
- Теманы билдәләү.
2-се слайд – “Халыҡ ижады” туҡталышы.
- Беҙҙе ниндәй туҡталыш көтә?
3-сө слайд – йомаҡ.
- Балалар, уҡып ҡарайыҡ әле, нимә икән?
- Әйҙәгеҙ, был йомаҡты сисеп, дәрестең темаһын билдәләйек.
- Нимә хаҡында һөйләшәбеҙ икән?
4-се слайд – тема.
- Эйе, балалар, бөгөнгө темабыҙ мәҡәл менән яңғырай:
Теле барҙың – иле бар,
Иле барҙың – көнө бар.
5-се слайд – “Шиғырҙар илендә” туҡталышы.
II. Маҡсат ҡуйыу.
- Артабанғы туҡталышыбыҙ ниндәй?
- Беҙ уны бөйөк халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары менән башлайбыҙ, бергәләп уҡыйыҡ:
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ.
- Был дәресебеҙҙең эпиграфы булып тора. Ошо юлдарҙан сығып әйтегеҙ әле, нимә эшләйәсәкбеҙ икән?
III. Маҡсатты хәл итеү. (таҡтала – ҡурай-схема)
- Һорауҙар.
- Балалар, ҡарағыҙ, был нимә?
- Ҡурай-схеманың уртаһында кемдең портретын күрәһегеҙ?
- Рауил Бикбаев – Башҡортостандың халыҡ шағиры. Ә кем ул шағир?
- Ул беҙгә бик күп фәһемле шиғырҙар, тәрбиәүи әҫәрҙәр яҙа.
- Халыҡ шағиры ҡайҙа тыуған? (ҡурайҙың 1-се тажын асам)
- Ә ҡасан тыуған? (2-се тажды асам)
- Ниндәй темаларға яҙа һуң? (3-7-се таждарҙы берәмләп аса барам, балалар ҡысҡырып уҡый бара.)
6-сы слайд – Һүҙлек эше.
- Экранда нимәләр бирелгән?
- Уларҙы ҡысҡырып уҡыйбыҙ.
- Хәҙер ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып бәләкәй генә һөйләмдәр төҙөйөк.
2. “Туған тел” шиғыры өҫтөндә эш.
а) Шиғырҙы тыңлау – уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.
б) Үҙ аллы уҡыу.
в) Сылбырлап уҡыу.
г) Йөкмәткеһе өҫтөндә эш:
- Шиғыр нимә тураһында?
3. Һайланма уҡыу.
- Туған телгә булған һөйөүҙе ҡайһы юлдарҙан аңлайбыҙ?
- Тыуған ил, туған тел, халыҡ, әсәй һүҙҙәрен автор ни өсөн “аҫыл һүҙҙәр” тип атай?
- Был һүҙҙәр, балалар, бер бөтөндө тәшкил итә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн?
-Эйе, улар үҙ-ара бик тығыҙ бәйләнгән. Уларҙы бер-береһенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Был бер бөтөнгә мин КИЛӘСӘК исемен бирер инем. Сөнки тема мәҡәленән күренеүенсә
Теле барҙың ғына иле бар
Иле барҙың ғына көнө бар.
- “Көнө бар” тигәнде нисек аңлайһығыҙ?
- Дөрөҫ, балалар, “йәшәй, киләсәге өмөтлө” тигәнде аңлата. Һеҙ
илебеҙ киләсәге. Башҡорт телен яратып өйрәнәһегеҙ, тырышып уҡыйһығыҙ. Тимәк, илебеҙ киләсәге өмөтлө тибеҙ.
- Был шиғыр беҙҙе нимәгә өйрәтә?
- Балалар, беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?
- Ул ҡайҙа урынлашҡан?
- Эйе, *мз8 ауылы Нефтекама 6ала3ы Башҡортостан Республикаһының бер өлөшө. *мз8л8 бик к9п милләт халҡы дуҫ йәшәй. Һәр милләт илебеҙҙең “Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында”ғы Законы нигеҙендә үҙ туған – башҡорт, урыҫ, татар телдәрен өйрәнә.
4. Ял минуты.
7-се слайд – “Музыкаль тәнәфес” туҡталышы.
- Балалар, ҡайҙа килеп еттек?
- Ҡыш хаҡындағы яратҡан йырыбыҙҙы йырлап-бейеп, ял итеп алайыҡ.
8-се слайд – “Эшсән төркөмдәр” туҡталышы.
- Өй эшен тикшереү.
I төркөм-Туған тел хаҡындағы мәҡәлдәрҙе уҡып, мәғәнәһен асыу.
II төркөм-Тел менән бәйле йомаҡтарҙы сисеү.
III төркөм – Туған телгә арналған йыр (бер генә куплетын) тыңлап, төп фекерҙе билдәләү.
- Афарин, балалар! Өй эше биремдәре беҙҙе нимәгә өндәй?
- Эйе, туған телен белеү менән һәр кем ғорурланырға тейеш. Бөгөн ниндәй көн, тинек әле?
- Күрмә диктант яҙыу. (һәр төркөмгә бер мәҡәл)
Дәфтәргә дата яҙыла.
9-сы слайд –Телгә арналған әйтемдәр.
- Таҡтала яҙылғанды эстән генә уҡығыҙ, төркөмдәргә нимәләр бирелгән?
- Ниндәй эш башҡарасаҡбыҙ?
- Балалар, әйтемдәрҙе ятлай башланыҡ.
10-сы слайд –буш.
- Дәфтәргә яҙабыҙ. Кем таҡтаға яҙырға теләй? (һәр төркөмдән берәр уҡыусы)
11-се слайд –Телгә арналған әйтемдәр.
- Парҙар менән эшләү.
- Эштәрҙе иптәштәрегеҙ менән алмашынып, уҡытыусыны уйнап алабыҙ. (Таҡталағы эштәрҙе үҙем тикшерәм. Һөҙөмтәләр буйынса төркөм етәкселәре “Уҡыу алдынғылары”н билдәләй.)
- Был әйтемдәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?
IV. Нығытыу. Йомғаҡлау.
12-се слайд – “Тел һөйөүселәр” туҡталышы.
- Бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙе ниндәй туҡталыш менән тамамлайбыҙ?
- Бөгөн ниндәй шиғыр менән таныштыҡ?
- Уның авторы кем?
- Р. Бикбаев был шиғыры менән беҙгә нимә әйтергә теләгән?
- Балалар, телебеҙҙе яҡлағыҙ, илебеҙҙе һаҡлағыҙ! Эпиграфта әйтелгәнсә, “Иле юҡтың – теле юҡ”. Ә беҙҙең илебеҙ бар. Тимәк, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк һәм үҫәсәк!
- V. Рефлексия.
- Дәрестә ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?
- Үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?
- Уларҙы киләсәктә ҡулланырһығыҙмы?
- Һеҙгә дәрес оҡшанымы?
- Нимәһе менән оҡшаны?
Уҡыусылар ҡыҙыл, һары, зәңгәр түңәрәктәр ярҙамында дәрескә баһалар ҡуялар. Ошо уҡ түңәрәктәр ярҙамында үҙҙәренең дәрестә эшләүҙәрен баһалайҙар. Төркөм етәкселәре “Тел һөйөүселәр” номинацияһында еңеүселәрҙе билдәләй һәм дипломдар менән бүләкләй.
VI. Өйгә эш.
13-сө слайд.
1. I төркөм – туған телгә арналған хикәйә (инша) төҙөргә,
2. II төркөм - “Туған тел” шиғырын тасуири уҡырға, ятларға,
3. III төркөм – тел тураһында кескәй шиғыр ижад итеп ҡарарға,
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рауил Бикбаев. Биография. Презентация
12 декабря 2013 года отмечается юбилей народного поэта Башкортостан Рауиля Бикбаева. Данных о поэте много, но очень мало фотоматериалов. Эта презентация будет полезна во всех классах при изучении жизн...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа. Рауил Бикбаев. «Зәп-зәңгәр күк, ап-аҡ ҡар». Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.
Ҡышҡы матурлыҡты күреү, тойоу, тасуирлау һәләтенә өйрәтеү....
Части тела, диктант для младших школьников
Части тела...
Физический диктант по теме "Скорость тела"
Письменный физический диктант...
Башҡорт теле. Р.Бикбаев. Уралыма.
Дәрес....
Химический диктант "Тела и вещества" 7 класс
Химический диктант "Тела и вещества" 7 класс...
Физический диктант для 7 класса: Физическое тело, вещество. Физическая величина, прибор.
Интерактивная презентация для проведения физического диктанта для 7 класса по теме: Физическое тело, вещество. Физическая величина, прибор....