Р.Бикбаев" Уралыма" шиғыры
план-конспект урока (8 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Рауил Бикбаевтың "Уралыма " шиғырын өйрәнеү.
(VIII класс)
Маҡсат. 1. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижады, шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу.
2.Урал тәбиғәтенең матурлығын күрһәтеү,Тыуған илдең үткәнен белеү, киләсәге тураһында хәстәрлек күреү уны һаҡлау кәрәклеген аңлатыу.
3.Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу,һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.
Йыһаҙландырыу. Р.Бикбаевтың портреты,китаптары;мультимедиа;башҡорт халыҡ йыры "Урал" яҙылған диск;Урал тәбиғәтенә арналған репродукциялар,Башҡортостан картаһы,компьютер;Башҡортостан тәбиғәтенә арналған слайдтар.
Дәреслек.Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле:Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап,2008.
Дәрес барышы
I.Ойоштороу мәле (психологик ыңғай хәл тыуҙырыу).
Уҡытыусы.
Һаумыһығыҙ, һаумы әле,
Ниндәй йылы һүҙ икән!
Күңелдәрҙе иретерлек,
Һәр кемгә лә үҙ икән.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!
Уҡыусылар.
Һаумы,ҡояш,
Һаумы,ҙәңгәр һауа!
Һаумыһығыҙ,уҡытыусым,
Һаумыһығыҙ,дуҫтарым!
II. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ әле.
1. Башҡорт телендәге өндәрҙе ҡабатлау: ә,ө,ҡ,ғ,ҙ,һ,ҫ,ү,ң.
2. Ижектәрҙе дөрөҫ әйтәйек: -мә, -нә, -тә, -кө, -рө, -ҫа, -ға, -ҡа, -ҙа.
3. Телтөҙәткес:дә-дә-дә- һөйләшәм башҡорт телендә,
дә-дә-дә- уҡыйым башҡорт телендә,
да-да-да- беҙ йәшәйбеҙ Башҡортостанда!
III. Ойоштороу мәле.
1. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
( Экранда Башҡортостан тураһында видеофильм күрһәтелә, башҡорт халыҡ йыры"Урал "яңғырай. Уҡыусылар йырҙың исемен әйтә.)
Күгәреп ятҡан Урал тауы-
Атай-олатайҙарҙың төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған
Шунда ята батырҙар һөйәге.
Шиғыр оҡшанымы? Был шиғыр нимә тураһында?( Урал тауҙары ,тыуған ер, ҡорбан булған батырҙар тураһында.) Эйе, ысынлап та, тыуған ер,тыуған ил,туған тел, Урал тауҙары айырылғыһыҙ төшөнсә. Башҡортар халының "Урал" йыры Тыуған илгә,уның бөйөк үткәненә, Уралға арналған. Башҡортостандың ғорурлығы-Урал тауы!
Бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләр өсөн беҙгә кроссворд та сисергә кәрәк булыр. Кроссвордты сискәндә үткән дәрестә һәм Башҡортостан тураһында белгәндәрегеҙҙе иҫләгеҙ.
Р | |||||||||||
А | |||||||||||
У | |||||||||||
И | |||||||||||
Л | |||||||||||
Б | |||||||||||
И | |||||||||||
К | |||||||||||
Б | |||||||||||
А | |||||||||||
Е | |||||||||||
В |
1.Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.
2.Ағиҙел башланған тау, Башҡортостандың иң бейек түбәһе.
3.Башҡорт халыҡ йыры.
4.Белем шишмәһе.
5.Башҡортостандың иң ҙур күле.
6.Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы.
7. Башҡортостандағы иң оҙон йылға.
8. З.Биишева тыуған район.
9.Башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарының ҡыллы музыка ҡоралы. 10.Башҡорт халҡының милли батыры.
11.Республикалағы йәштәр гәзите.
12.Тыуған ил.
Тимәк, бөгөнгө дәрескә ниндәй уҡыу мәсьәләһе ҡуйырбыҙ?(Р.Бикбаевтың биография һәм ижады менән танышасаҡбыҙ. Шағирҙың "Уралыма" әҫәре менән нимәләр әйтергә теләгәнен, Уралдың үткәнен нисек һүрәтләүен күрербеҙ. Уның күңеле ни өсөн тыныс булыуын аңларбыҙ.Компьютерҙа шағирҙың портреты күрһәтелә.)
IV. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Эште планлаштырыу.
1)Р.Бикбаевтың тормош юлын өйрәнеү.( Алдан әҙерләнгән уҡыусыларға һүҙ бирелә. Экранда фотолар күрһәтелә бара.)
2)һүҙлек эше: һын-стан,фигура; ҡын- ножны; килмешәк - переселенец; баҡһам - посмотрю; иңдәрендә - на плечах.
3)яңы һүҙҙәрҙең үҙләштәтерелеүен тикшереп, уҡыусыларҙың бер-береһенә баһа ҡуйыуы;
4)уҡытыусының шиғырҙы өлгөлө уҡыуы;
5)уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.
VI)Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.
Һорауҙарға яуаптар:
Автор был әҫәрҙә ниндәй проблемалар күтәрә?(Шиғырҙа тыуған ерҙе һаҡлау, Ватанға һөйөү тәрбиәләү,тыныслыҡ темалары яҡтыртыла.)
Уралдың үткәнен автор нисек һүрәтләй?(1,2-се куплетты яңынан уҡып үҙ һүҙҙәре менән һөйләйҙәр.) Авторға нимә йәшәү көсө бирә?( 3-сө куплетта яуап табалар.) Уның күңеле ни өсөн тыныс?(4-се куплет).Һеҙ Урал тураһында тағы нимәләр өҫтәп әйтер инегеҙ?(Боронғо башҡорттар өсөн Тыуған ил һәм Урал төшөнсәһе айырылғыһыҙ булған. Башҡорттарҙың иң изге уйҙары, йырҙары, легендалары Уралға арналған. Беҙҙең илебеҙҙең тәбиғәте бик бай һәм ғәжәп матур ул. Башҡортостандағы ҡуйы урмандарға, аллы-гөллө сәскәләргә, йәм-йәшел үләндәргә, бейек тауҙарға һоҡланып туймаҫһың. Урмандарында кейектәр, һайрар ҡоштар,ағастар, емеш-еләктәр,үҫемлектәр донъяһы ла бик күп төрлө. Ҡаҙылма байлыҡтарға ла бай Башҡортостан. Беҙҙең илебеҙ тәбиғәте бик һоҡланғыс!
Уҡыусылар тексты ҡысҡырып сылбырлап уҡый.
Шиғырҙы йомғаҡлау. Шағир илебеҙҙең үткәне менән ғорурлана: күпме дошман беҙҙең илде баҫып алырға теләгән, ләкин булдыра алмаған; шағир Тыуған иленең бөгөнгөһөн ярата, уның менән һоҡлана һәм киләсәге тыныс булырына ышана. Был хис-тойғолар шиғырҙың ҡайһы юлдарында күренә? Автор Уралды нимәгә оҡшата? Ни өсөн уны ҡандан ҡынға кергән ҡылыс менән сағыштыра?(Ҡандан ҡынға кергән ҡылыс-ул тыныс һәм бәхетле тормош тигәнде аңлата.Тыныс тормош беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Беҙ тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә тейешбеҙ.Дуҫ булырға ,тыныслыҡты һаҡлауҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслыбыҙ.
Башҡорттар борон замандарҙан уҡ дуҫ йәшәгән. Ауыр ваҡыттарҙа бер-береһенә ярҙам итеп,ҡыйынлыҡтарҙы бергә еңгәндәр. Был традициялар бөгөнгө көнгә ҡәҙәр һаҡланып килгән. Бына Башҡортостан менән күрше республика Татарстандың дуҫлығы йылдан-йыл нығый, улар араһында килешеүҙәр төҙөлә, аралар яҡыная. Улар беҙгә ҡунаҡҡа килә,беҙ уларға барабыҙ.
Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын, ти башҡорт мәҡәле. Башҡортостан башҡа бик күп туғандаш республикалар менән дә дуҫлыҡ килешеүҙәре төҙөй.
Тыуған яғым, Башҡортостан менән, мин сикһеҙ ғорурланам! Уның бай тарихы ,өмөттәр тулы бөгөнгөһө, яҡты киләсәге хаҡында уйлайым да, үҙ илемдә йәшәү ниндәй ҙур бәхет тим.)
Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр.
Алфавиттағы хәрефтәрҙең тәртибе буйынса мәҡәлде дөрөҫ итеп уҡығыҙ.
20,37,27,5,1,18 12,16,8,17 - 1,16,20,37,18 2,12,34,8,14.
Мәҡәлде аңлатыу. Ни өсөн Тыуған ил алтын бишек менән сағыштырыла? Тағы ла ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?( Илдең итәге киң. Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар.)
Дәфтәрҙә эш.
Үтелгәнде ҡабатлау өсөн 284-се күнегеүҙе эшләү.
VII)Рефлексия.
Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшаныма? Нимәләр оҡшаны? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Нимәләргә өйрәндегеҙ? Улар һеҙгә киләсәктә кәрәк буласаҡмы?( Уҡыусылар дәрескә баһа ҡуя,үҙ эштәре менән ҡәнәғәт булыу-булмауын әйтә,яуаптарын дәлилләй. Баланың эшмәкәрлеге баһалана.)
VIII)Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
-Уҡыусылар, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың Тыуған илен, туған телен, халҡын ысын күңелдән яратыуы көндәлек эшмәкәрлегендә һәм шиғырҙарында сағыла. Быйыл, 2013 йылдың 12 декабрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевҡа 75 йәш тула.
Мин дә һеҙҙең Тыуған илегеҙҙе яратыуығыҙҙы,аҡыллы булыуығыҙҙы теләйем. Илен,телен яратҡан кеше генә ысын шәхес була ала.
IX) Өйгә эш.Ҡыҙҙар " Бейек Урал тауҙары" исемле презентация төҙөй; ә малайҙар ошо уҡ темаға кескәй инша яҙа йә проект төҙөй.