Р.Ғарипов. "Туған тел"
методическая разработка (5 класс)

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Дәрес эшкәртмәһе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon r.garipov_tugan_tel.doc47.5 КБ

Предварительный просмотр:

Архангел районы Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Р.Ғарипов. “Туған тел”

                                                                               Башҡарыусы: Баһауетдинова

                                                                                Альмира Рафаил ҡыҙы,

                                                                                Архангел районы Тирәкле

                                                                                урта дөйөм белем биреү

                                                                                 мәктәбенең башҡорт теле

                                                                                 һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                                 

2023 йыл

Тема:  Рәми Ғарипов.  “Туған тел ” шиғыры

Маҡсат: 1.Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереп, тасуири уҡырға өйрәтеү.

2. Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү; уҡыу техникаһын камиллаштырыу; һүҙлек запасын байытыу.

3.Туған телгә һөйөү, ихтирам  тәрбиәләү.

                             Йыһазландырыу: Рәми Ғариповтың төҫлө портреты, Р. Ғарипов ижадына бағышланған китаптар күргәҙмәһе, компьютер, мультимедия проекторы, аудиояҙма.

                                              Дәрес барышы:

                I. Ойоштороу мәле.

– Һаумыһығыҙ, балалар!

II. Өй эшен тикшереү.

- Үткән дәрестә беҙ Б.Бикбайҙың «Туған тел» шиғырын өйрәндек.  Был  

   шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара?

-  Ни өсөн туған телде хөрмәт итәбеҙ?

- “Тел – тере шишмә - үлмәгән, бөгөнгә еткән” тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

- Эйе, шағир телде шишмә менән сағыштыра, ә шишмә урғылып сыға ла ағып китә. Ләкин тел дә, әгәр тәрбиәләп, һаҡлап  тормаһаң, шишмә кеүек ҡорой. Туған тел – ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Туған теле барҙың  үҙ туған рухы бар.

III. Инеш һүҙ. Дәрестең темаһын асыҡлау. Маҡсат.

- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, дәресебеҙҙе бер йыр менән башлап ебәрәйек.

                                  (Ғ.Туҡайҙың “Туған тел” йыры яңғырай)

- Уҡыусылар, был йыр һеҙгә танышмы? Кем яҙған был йырҙы?

- Нимә тураһында был йыр?

- Уҡыусылар, йыр беҙҙе нимәгә өндәй?

- Афарин, уҡыусылар, бөтәһен дә дөрөҫ әйттегеҙ. Кешеләрҙе бер бөтөн итеп ойошторған, халыҡ итеп күтәргән бер хазина бар: ул тел.

 Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, изге йола - ғәҙәттәрен туплап беҙҙең көндәргә алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тел аша халҡыбыҙҙың йолаларын өйрәнәбеҙ, әҙәби ижады менән танышабыҙ, һөйләшергә өлгө алабыҙ. Шуға күрә тел тигән мөғжизәгә иғтибарлы булайыҡ, уны өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ.

           Туған телебеҙ бай, матур, яғымлы. Уны данлап күп шағирҙар шиғырҙар ижад иткән. Бөгөнгө дәрестә шуларҙың береһе менән танышып үтербеҙ.

                                  (Дәфтәргә число, тема яҙҙырыу).

        Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ Рәми Ғариповтың “Туған тел» шиғырын өйрәнәсәкбеҙ. Әҙиптең тормош һәм ижад юлына байҡау яһаясаҡбыҙ.  Уның туған телгә булған мөнәсәбәтен асыҡларбыҙ.         

IV.Яңы тема буйынса эш.

1. Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижадына байҡау.

 -Уҡыусылар, Рәми Ғарипов тураһында нимәләр беләһегеҙ? (уҡыусылар яуап бирә).

-Ә хәҙер Рәми Ғарипов менән тулыраҡ танышып китәйек әле.

                       (Презентация  «Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов»).

    - Рәми Ғарипов Салауат районыныың Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендә ябай ғаиләлә тыуған. Шағирҙың ата-әсәһенә килгәндә, уның атаһы Йәғәфәр ағай һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе булған. Үкенескә ҡаршы, ул оҙаҡ йәшәмәгән, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған. Әсәһе Гөлмәрйәм эшһөйәр, уңған, сабыр ҡатын булған.

Арҡауылда етенсе синыфты тамамлағас, 1946 йылда Рәми Ғарипов Өфөгә балалар йортона килә. Хәҙерге көндә был интернат Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназияһы исемен йөрөтә.

1950 йылда шағир Рәми Ғарипов Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға керә. 1955 йылда, уны тамамлағандан һуң, урыҫ ҡыҙы Надеждаға өйләнә. Уның менән бергә 3 бала үҫтергәндәр. Исемдәре: Азамат, Салауат, Гөлнара. Шағир үҙе тере булғанда, уның ете китабы донъя күргән. Шул китаптарҙың исемдәрен һеҙ экранда  күрәһегеҙ. Рәми Ғарипов 1977 йылда вафат була. 1988 йылда Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Шағирҙың тыуған яғында – Салауат районының Арҡауыл ауылында йорт-музей асылған, бюст ҡуйылған.

   - Уҡыусылар, 2012 йылдың февраль айында оло шәхес, әҙип Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тула.

   - Рәми Ғарипов үҙенең ижад юлын шиғыр яҙыуҙан башлай. Хәҙер инде уның “Туған тел» шиғыры менән танышырға ла ваҡыт.

2.Шиғыр өҫтөндә эш.

а) Шиғырҙың яҙмаһын тыңлау.

– Балалар, һеҙгә ошо шиғырҙағы бөтә һүҙҙәр ҙә танышмы, әллә юҡмы? (Балаларҙан яуап алына).  Әйҙәгеҙ, шуның өсөн уларҙы ҡарап, аңлатып китәйек.

б)Һүҙлек эше: кәрәҙ, ынйы (экранда).

в) Шиғырҙы үҙ аллы уҡыу.

г) Һорауҙарға яуаптар алыу.

-Шиғыр нимә тураһында?

- Беренсе строфаның мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ? Шағир туған телгә ниндәй баһа бирә?  (уҡыусылар аңлатмаһы)

- Дөрөҫ әйтә шағир, сөнки беҙҙең башҡорт теле – иң нескә, иң һығылмалы тел. Ҡобайырҙар, халыҡ йырҙары, әкиәттәре үҙе бер ынйы.

- Шағирҙың туған телен яратыуы ҡайһы юлдарҙа сағыла? (уҡыусылар табып уҡый)

- “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ” тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлатырһығыҙ?

- Эйе, Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди кеүек күренекле шәхестәребеҙҙең ҡәберҙәре сит илдәрҙә, ләкин һөргөндә лә улар илһөйәр башҡорт  булып ҡалғандар. Шуға ла халҡыбыҙ уларҙы онотмай, ғорурлана.

- Ошо шиғырҙа мәҡәл - әйтемгә тап килерҙәй юлдар бар. Ниндәй юлдарҙы әйтә алабыҙ?

- Эйе, «халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле» һәм «әсәм теле миңә - сәсән теле» тигән юлдар мәҡәл булып киткән. Был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? (уҡыусылар аңлатмаһы)

- Шулай итеп, уҡыусылар, бөйөк шағирыбыҙҙың туған телен бик яратыуын күрҙек. Ә һеҙ үҙ телегеҙҙе яратаһығыҙмы? Туған телде белеү кәрәкме? Туған телебеҙҙе онотһаҡ, үҙ телебеҙҙә һөйләшмәһәк, нимә булыр ине? Туған телде ни өсөн хөрмәт итәбеҙ?

- Уҡыусылар, тел тураһында халыҡ мәҡәлдәре лә күп. Әйҙәгеҙ әле, уларҙы иҫкә төшөрөп әйтеп китәйек. (мәҡәлдәр әйтеү, экрандағы мәҡәлдәрҙе аңлатыу, яҙып алыу).

- Күреүебеҙсә, шиғырҙағы һәм халыҡ мәҡәлдәрендәге тел тураһындағы һүҙҙәрҙең мәғәнәләре бер - береһенә бик яҡын. Тел – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Һәр кем уны һаҡларға, өйрәнергә бурыслы.

        д) Шиғырҙы тасуири уҡыу (бер-ике тасуири уҡыған уҡыусыны уҡытыу).

3. Йомғаҡлау.

- Уҡыусылар, дәресебеҙ аҙағына ла етте. Бөгөнгө дәрестә үҙегеҙ өсөн ниндәй яңы мәғлүмәт алдығыҙ?

- Беҙ тел тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Әсә теле ниндәй ул?  Был шиғыр менән Рәми Ғарипов нимә әйтергә теләй? Ни өсөн телде ҡәҙерләргә кәрәк? Һеҙҙеңсә, туған тел кәрәкме?

  Өй эше. Шиғырҙы ятларға, тел тураһында шиғыр яҙырға.

  Баһалау.

          ( Ғ.Туҡайҙың «Туған тел» йыры менән дәресте тамамлау.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

Туған тел Р. Ғарипов

Мин халҡымдын сәскә күңеленән,Бал ҡортондай ынйы йыямын....

“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы

Предмет:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресеТема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.Класс: 6АҠулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интеракт...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Рәми Ғарипов. “Сыйырсыҡ” шиғыры.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү; “Сыйырсы3”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү....

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә ...

Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына сәйәхәт

Рәми Ғарипов  тормошона һәм ижадына  сәйәхәт (дәрес-семинар)...