Йырлайым әсәйем тураһында
план-конспект урока
Йырлайым әсәйем тураһында
(әҙәби – музыкаль композиция)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yyrlayym_syem_turahynda_zbi_muzykal_kompozitsiya.docx | 13.76 КБ |
Предварительный просмотр:
Йырлайым әсәйем тураһында
(әҙәби – музыкаль композиция)
Уҡытыусы: Ғаилә тәрбиәһендә әсә иң оло, иң изге шәхестәрҙән һанала. Сөнки әсәләр – кешелектең төп тотҡаһы. Халыҡ педагогикаһында әсә булыу иң юғары ҡиммәт, кешелек донъяһын дауам иттереүсе булараҡ ҡарала.”Әсәң алдында ус төбөндә таба ҡыҙҙырһаң да, бурысыңды ҡайтара алмаҫһың”, - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙе оло байрамдарҙың береһе - Әсә көнө менән ҡотлайым. Тыныс, имен тормошта балаларығыҙҙы шатландырып, донъяға йәм биреп йәшәгеҙ! Бөтә әсәйҙәргә арнап, “Әсәйемә йыр” тигән йырҙы ишеттергем килә.
“Әсәйемә йыр” йырын башҡарыу.
Хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, уҡыусылар һеҙгә “Әсә фатихаһы” исемле тамаша тәҡдим итәбеҙ.
“Әсә фатихаһы” – сәхнәләштереү
1 – се уҡыусы
Матурлап, таҙартып, ағартып,
Үтәләр гел шулай көндәрең.
Аҡлыҡҡа, паклыҡҡа ҡыуанып,
Елдәрҙә елберҙәй керҙәрең.
Әгәр ҙә бер әмәл тапһалар,
Керләнгән йәндәрҙе йыуырға,-
Шикләнмәй тотторор инем мин
Уларҙы тик һинең ҡулдарға,
Йыуырға, йыуырға, йыуырға.
2 –се уҡыусы: “Әсә ҡамсыһы – мамыҡтан, ата һүҙе тимерҙән” “”Әсәһенә өргән эт бүре ауыҙына төшөр”
3 – сө уҡыусы:
Әсәйеңә тиҙәр, оҡшағанһың,
Оҡшаш яғым табып йөҙөмдән.
Изгелегем минең- әсәйемдән,
Хаталарым иһә - үҙемдән.
4 – се уҡыусы:
Әсәйемдән килә йыр – моң һөйөү,
Эскерһеҙлек – уның бүләге.
Әсәйемдән – кеше хәсрәтенә
Ҡушылып һыҙлай белгән йөрәгем.
5 – се уҡыусы:
Һинең ҡулдар – мине һөйә - һөйә
Бишектәргә һалған ҡулдар ул.
Һуңғы телемдәрен миңә биреп,
Үҙе ҡоро ҡалған ҡулдар ул,
Әсәй һинең йомшаҡ ҡулдарың.
6 – сы уҡыусы:
Барлыҡ гөлдәрен болондоң
Бүләк итәм мин һиңә,-
Бик ҡәҙерле, бик һөйөклө,
Әсәкәйем, һин миңә.
7 – се уҡыусы:
Әсә күңелен – ҡояш, тиҙәр,
Ул ҡояштай яҡты гел.
Ҡайғылар туңдырған саҡта
Йылыта бит был күңел.
8 – се уҡыусы:
Әсә күңелен иркен, тиҙәр,
Илем һымаҡ иркен ул.
Ошо күңелдән башлана
Донъяла бәхеткә юл.
Йыр” Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә”
9 – сы уҡыусы:
Юҡ әсәйҙән бөйөгөрәк,
Изге, ҡәҙерле исем.
Шуға әсәйҙәр байрамы-
Байрам барыбыҙ өсөн.
Көндәр яҡты булһын өсөн
Әсәй кәрәк, әсәй кәрәк!
Аштар тәмле булһын өсөн,
Донъя йәмле булһын өсөн-
Әсәй кәрәк, әсәй кәрәк!
Гөлдәр сәскә атһын өсөн,
Бәхет, шатлыҡ артһын өсөн,
Әсәй кәрәк, әсәй кәрәк!
Иң ҡәҙерле кеше ерҙә-
Әсәй, тимәк.
Йомғаҡлау: уҡыусылар үҙҙәренең әсәйҙәренә бүләктәр биреп, ҡотлайҙар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: С.Бәҙретдинов “ Файҙалы ҡаҙылмалар “ Сифат тураһында төшөнсә.
Открытый урок для 6 класса...
Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."
Урок на тему "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...
Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС
Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...
Өфө тураһында презентация
Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышыу....
Башҡортостан тураһында шиғырҙар
Башҡортостан тураһында шиғырҙар. Был материалда Башҡортостан шағирҙарының Башҡортостан тураһында матур - матур шиғырҙары туплан...
Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.
Һандарҙы телмәрҙә актив ҡулланыу өсөн төрлө күнегеүҙәр башҡарыу....
Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.
Һандар – тормошта.Һан тураһында төшөнсә темаһы буйынса дәрес конспектына презентация....