Малис Харис "Хат", "Онотма мине Тыуған ил"
план-конспект урока

Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы

Мәлих Харис “Хат”,”Онотмаһын мине Тыуған ил”.

М.Харистың ижады,тормошо, шиғырҙарының йөкмәткеһе менән таныштырыу.Хат яҙыу оҫталығын үҫтереү, хаттарҙың кешелек тормошондағы әһәмиәтен асыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon mlih_haris.hat_.onotmahyn_mine_tyugan_il.doc39 КБ

Предварительный просмотр:

           Мәлих Харис “Хат”,”Онотмаһын мине Тыуған ил”.

 

Маҡсат: М.Харистың ижады,тормошо, шиғырҙарының йөкмәткеһе менән таныштырыу.Хат яҙыу оҫталығын үҫтереү, хаттарҙың кешелек тормошондағы әһәмиәтен асыу.

Ветерандарға, яугир- шағирҙарға ҡарата хөрмәт, ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:М.Харистың, яугир- шағирҙарҙың портреттары, һуғыш эпизодтарын сағылдырған һүрәттәр, презентация, өсмөйөшлө хаттар, китаптар күргәҙмәһе, магнитофон, аудиояҙмалар.

                                         Дәрес барышы

1.Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ, балалар.Хәлдәрегеҙ нисек?

Матур ғына ултырығыҙ, дәресебеҙҙе башлайбыҙ.Бөгөн беҙ “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейына сәйәхәткә барабыҙ.Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ,инде асығыҙ.Бына беҙ музейҙа.

2.Эпиграфты уҡыу:

Һуғыш бөтөп, илгә еңеү килде,

Күп атайҙар кире ҡайтманы.

Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар

Окоптарҙан яҙған хаттары.

-Уҡыусылар, был шиғыр нимә тураһында? Һуғыш тураһында нимәләр беләһегеҙ? Кемдәрҙең олатайҙары һуғышта ҡатнашҡан?

Һуғыш тураһында яҙылған ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ? Яҙыусыларҙан, шағирҙарҙан кемдәр һуғышта ҡатнашҡан икән?

3.”Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар “ стендын ҡарау.

- Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән Сәғит Мифтахов менән Хәниф Кәрим үҙҙәре теләп хәрби хеҙмәткә китте.Бер аҙ һуңыраҡ Ҡадир Даян,Әкрәм Вәли,Мөхәмәтйәров Хәй, Сәләх Кулибай,Ғәйнан Әмири, Хәниф Ҡунаҡбай, Мостай Кәрим, Мәлих Харис, Али Карнай, М.Абдуллин һ.б. күренекле яҙыусылар улар сафын тулыландырҙы.Һуғыш яландарында улар ҡәләм менән дә, штык менән дә батырҙарса көрәшә.

Ошо яугир яҙыусылар араһында М.Харис ижады айырым урын алып тора.Шулай итеп, бөгөн дәрестә уның тормошо,”Хат”, “Онотмаһын мине Тыуған ил” шиғырҙары менән танышырбыҙ.

Кем булған һуң ул Мәлих Харис? Тәүҙә исеменең ниндәй мәғәнә аңлатыуына туҡталайыҡ.

4.Пландан белешмәне уҡыу: Мәлих- ғәрәпсә һөйкөмлө, яғымлы, гүзәл; прелестный, миловидный, прекрасный тигәнде аңлата.

Харис- ғәрәпсә-һаҡлаусы, яҡлаусы, игенсе; стража, защитник, землепашец.

-Исеменән күренеүенсә, М.Харис ысын-ысындан илде һаҡлаусы, яҡлаусы булғандыр.Биографик белешмә менән танышайыҡ.

Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылда Башҡортостандың Саҡмағош районы Яңыкүл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.Бик йәшләй етем тороп ҡала, байтаҡ йылдар ауыл кулактарында көтөү көтә.Башланғыс белемде үҙҙәренең тыуған ауылында ала. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға.1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Уның “Йөрәк тауышы” тигән беренсе китабы үҙе үлгәндән һуң, 1944 йылда баҫылып сыға.

  • Шулай итеп М.Харис ниндәй районда тыуған? (картана күрһәтеү)

Шиғырға күсер алдынан һүҙлек эшенә туҡталып алайыҡ (таҡтала яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу) :

Борсолоулы уйҙар – печальные думы

Йыйырсыҡтар –морщины

Тәрәнәйгән кеүек – становятся глубже

Тын ғына хәтерлә - вспоминай про себя

Намыҫ – честь

Ғүмер бирҙе – подарил жизнь

(һөйләмдәр төҙөтөү)

  • Мин һөйләгәндә уйлап ултырығыҙ: шиғыр ни өсөн “Хат” тип атала икән?

5.Уҡытыусының шиғырҙы ятлап күрһәтеүе.

-Уҡыусылар, һеҙҙең күҙ алдына кем килеп баҫты? Ни өсөн шиғыр “Хат” тип атала?

6.Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

-Уҡығанда иғтибар иткәнһегеҙҙер, автор шиғырҙы ҡасан яҙған?

М.Харис әсәһенән нимә тип үтенә? Хәҙер үҙегеҙ шиғыр буйынса бер – берегеҙгә һорауҙар бирегеҙ.

Шиғырҙы нисә өлөшкә бүлеп була?Автор әсәһенә ниңә “борсолоулы уйҙар иптәшең” тип өндәшә? “Ул Ватанын һөйҙө ут эсендә...”- был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

Тимәк, Мәлих Харис әсәһәһенә хат яҙа. Һуғыш йылдары хаттары нисегерәк булған, кем белә?

7.Бөйөк Ватан һуғышынан яҙылған хатты күрһәтеп һөйләү.

-Үҙенең киләһе шиғырын автор ниндәй темаға бағышлаған икән? Йөкмәткеһе менән танышабыҙ, аңлашылмаған һүҙҙәрҙе ҡәләм менән билдәләп барабыҙ.

8.”Онотмаһын мине Тыуған ил” шиғырын тасуири уҡыу.

-Ниндәй һүҙҙәр аңлашылманы? Шағир таңды нисек һүрәтләй? Йәш егет менән нимә булған? “Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан...” тигәнде нисек аңлайһығыҙ? Батыр һуғышсының ниндәй теләге бар? Шул  юлдарҙы бергәләп уҡығыҙ.

  Шулай итеп, Мәлих Харистыҙ ике шиғырында ла баты һуғышсы образы күрһәтелгән.Хәҙер музейҙағы бер һүрәтте ҡарап алайыҡ.

9. А.И.Лактионовтың “Фронттан хат” картинаһы буйынса эш.

Һорауҙар: Картинала кемдәрҙе күрәһегеҙ? Хатты кем уҡый? Нисек уйлайһығыҙ, был хатта нимәләр тураһында яҙылған икән?

Тыуған ил үҙенең батырҙарын онотамы? Быйыл ниндәй иҫтәлекле байрамды билдәләнек? Белорет ҡалаһынан һуғышта кемдәр ҡатнашҡан? (яуаптар)

10.Музейҙағы “Белорет ҡалаһының .Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары” тигән стендты ҡарау.

11.Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе: Эйе, һуғыш ҡот осҡос ҡурҡыныс.Беҙ

һуғышты күрәалмайьыҙ. Ни өсөн? (уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана)

“Киске Өфө” гәзитендә ошо хаҡта яңы рубрика барлыҡҡа килде.Бына

һеҙҙең өҫтәлегеҙҙә өсмөйөшлө хаттар ята, улар буш.Һеҙ үҙегеҙҙең уй –

фекерҙәрегеҙҙе яҙып, газетаға ебәрә алаһығыҙ.Был өйгә эш булыр.

     Ә бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек? Шиғырҙар оҡшанымы?

12.Дәресте “Олатайым миҙалдары” йыры менән тамамлау.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

СФП в годовом цикле занятиями мини-футболом (из опыта работы в секции «Мини-футбол»)

Представляю примерные комплексы по СФП в секции "Мини-футбол",делюсь положительным опытом и результатами в своей работе....

Минем гаиләм- минем шәҗәрәм. Тәрбия сәгате.Моя семья-мое родословное.Классный час.

Тема : Минем гаиләм- минем шаҗәрәмМаксат: укучыларда гореф- гадәтләргә, гаилә традицияләренә,ядкарьләренә кысыксыну уяту, буыннар бәйләнеше, исем, фамилияләр, аларның килеп чыгышы, әһәмияте туры...

Минем гаиләм -минем төп терәгем

Гаилә - ул җылы учак. Учак янына аның әгъзалары җыела. Гаилә никадәр нык булса, аннан килгән җылылык та шулкадәр көчле була. Гаиләнең нигезе нык булырга тиеш. Гаилә ул – йорт кебек, ә нигезе нык ...

«Творческие работы малой формы (мини – изложения, мини – сочинения, этюды, эссе) как средства развития креативных способностей учащихся»

Педагогическая наука переживает переходный этап, связанный с обновлением как содержания, так и форм образовательного процесса....

Класс сәғәте “Минең ғаиләм-минең байлығым”.

Уҡыусыларҙы ғаилә,генеология ,нәсел ағасы һүҙҙәренең мәғәнәләренә төшөндөрөү, балаларҙы үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөргә өйрәтеү....

Презентация на тему: "Минем төбәгем, минем мәктәбем, минем казанышларым"

Туган оясыннан аерылган кошКанатына мәңге ял тапмый.Туган телен яратмаган кеше,Башкаларның телен яратмый.Үзеңнең телеңне белгәндә һәм яратканда гына, башкаларның телен аңларга һәм хөрмәтләргә була....