Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ
учебно-методический материал

Гайсина Гульнара Сулеймановна

Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hyuhanymhyuzar_biregez.docx44.18 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Рауил Бикбаевтың «Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ » поэмаһында инверсия күренеше

                                                Инеш

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижады төрлө тематикаға ҡоролған.Замандың  социаль мәсьәләләрен күтәрә, әҙәп-әхлаҡ, тыуған яҡ, тәбиғәт йәме, рухи донъя, халыҡ күрке темаларын тасуирлай, фәлсәфә ҡора. Уның әҫәрҙәрендә геройҙар бәхәсләшә, бер-береһенә кәңәш бирә, ризаһыҙлыҡ белдерә. Ошоларҙы халыҡҡа төрлө стилистик алымдар аша еткерә шағир. Һүрәтләү сараларынан сағыштырыу, метафора, эпитет, айырыуса йәнләндереүҙе киң ҡуллана. Фонетик сараларҙан синоним, омоним, антонимдарға ла мөрәжәғәт итә, өндәш һүҙҙәр, ҡабатлауҙар ҙа осрай.

                                               Төп өлөш

      Р.Бикбаев әҫәрҙәрендә, айырып әйткәндә, «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ! « поэмаһында, инверсия күренешенә иғтибар итмәү мөмкин түгелдер. Был поэма Ағиҙелдең башланған еренән ҡойған тамағына тиклем сәйәхәт рәүешендә яҙылған. Сәйәхәт барышында автор төрлө күренештәргә осрай,уйлана; йылға-тауҙарҙы йәнләндереп, үҙ-ара аралаштыра. Халыҡ ижадынан йыр, ҡобайыр, әйтеш, әйтемдәрҙе уңышлы файҙаланып, экологияға бәйле мәсьәләләрҙе күтәреп сыға.

    Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге ғәҙәти булмаған тәртибенә нигеҙләнгән фигураларҙың береһе- инверсия. Латин теленән invercio- әйләндереү, урын алмаштырыу, үҙгәртеү мәғәнәһен белдерә, һөйләмдә һүҙҙәрҙең тәртибен боҙоу, үҙгәртеүгә ҡоролған стилистик фигура. Прозала юғары стиль булдырыу сараһы булараҡ билдәле.Был алымды ҡулланып, шағир әҫәрҙә әйтергә теләгән фекерен образлыраҡ,һығылмалыраҡ итеп биреүгә өлгәшә, билдәле бер фразаға стилистик төҫмөр биреү, теге йәки был һүҙгә логик һәминтонацион баҫым яһау мөмкинлеге ала.Инверсия шиғри ритм тыуҙыра, эш-хәрәкәттең ҡапыл һәм дәррәү башланып китеүен дә белдерә. Миҫалдарҙа быларҙың барыһы ла асыҡ күренә. Мәҫәлән:

             ...Елкендерә тағы бейеклектәр,

                 Күңелемдә тағы тыуа таң....

тигән юлдарҙа рифманы һаҡлар өсөн инверсия күренешен ҡуллана, артабан

                  Иркен түбәң түшәлеп тә ятҡан

                         Хәтфә үлән икән, Торатау...

Юлдары килә, таң- тау ижектәре рифмалаша.

                     ...Күрҙе донъя:

                     Юғарыға илем

                   Һаҙлыҡтарҙан һурылып ашҡынды....

Бьыл юлдарҙа, күренеүенсә, автор тәүге һүҙҙәргә баҫым биреп, айырып күрһәтеү өсөн эйәнең алдына хәбәрҙе ҡуйған.

                     Көн яҡтыһын йотор ниндәй пәрҙә

                     Өҫтәреңә һинең ҡапланған?

                      Беҙ түгелме иң ҙур гиганттарҙы

                     Төҙөйбеҙ тип бында маҡтанған?....

  Бында ла ҡапланған-маҡтанған һүҙҙәре рифмиканы һаҡлап торалар.

                  ...Таҙа туҙан...

                   ...Ябырыла тағы ел менән....

                   ... ауылы ла, ҡалаһы ла бөгөн

                    Ҡутарылып ҡорола бер төптән.

                     «Завод насар», тиеп ҡысҡырырға

                      Башымамы минең тай типкән?..

Әгәр...»Завод насар», тиеп ҡысҡырырға

Минең башыма тай типкәнме?-булһа, ритм да, рифма ла булмаҫ ине, шиғырҙың яңғырашы бөтөнләй үҙгәрер ине.

                                               

                                           Йомғаҡлау

      Шулай итеп, Р.Бикбаев поэмала инверсия алымын айырым һүҙҙәргә уҡыусының иғтибарын йәлеп итеү, билдәле бер рифма, яңғырашлы ритм булдырыу өсөн ҡуллана.

                                           Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка.-Уфа, 2002.

2.Зәйнуллина Г.Д. Урыҫ-башҡорт тел ғилеме терминдары һүҙлеге.-Өфө, БДУ, 2002.

3.Хөсәйенов Ғ.Б., Байымов Р.Н. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте( урта мәктәптең 11-cе класы өсөн дәреслек).Өфө:»Китап», 1988. 145-158-се бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Исследование. Портреты Анны Ахматовой на границе живописи и поэзии

Исследование. Портреты Анны Ахматовой на границе живописи и поэзии....

Персональная запись Игнатьевой Анны (руководитель Глухова Светлана Анатольевна) на Международной детской Доске почёта

  Воспитанница МБОУ  ДОД "Янтиковская детская школа искусств" – Игнатьева Анна (руководитель Глухова Светлана Анатольевна) за свои победы на конкурсах разного уровня решением к...

Беседы по истории хореографии. Анна Павлова

Работа о творчестве выдающейся русской балерины А. Павловой...

Анна Ахматова.

Презентация знакомит с жизнью и творчеством Анны Ахматовой....

Урок по творчеству Анны Андреевной Ахматовой.

Дается характеристика первых сборников поэта, введется рассказ о детстве и юности А. Ахматовой...

Çĕре –Анне, ĕçĕ – Аттемĕр тейĕр» Ухсай Яккăвĕн «Атте-анне» поэмине пĕтĕмĕшле тишкермелли урок

Урок тĕсĕлирика  хайлавне вуласа тишкермелли урок  - хутăш урок.Урок тĕллевĕсем:Сапăрлăх тĕллевĕ:ачасене паллă поэтăмăр пултарулăхĕпе кăсăкланма мухтанма, ăна тĕслĕх вырăнне хумаллине вĕрент...