Дәрес өлгөһө. Тема: Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ” поэмаһында экология пр
план-конспект урока (11 класс)

Шарафутдинова Дамира Миннисламовна

Предварительный просмотр:

Тема: Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ” поэмаһында  

                               экология проблемаһы

Маҡсат: хәҙерге заманда күптәрҙе борсоған, хәүефләндергән иҡтисади,  

            экологик мәсьәләләрҙе асыҡлау; уҡыусыларҙа тыуған тәбиғәттең

            матурлығын, байлығын һаҡлау, уға һөйөү тәрбиәләү; дәрестә

            күтәрелгән проблемаларға ҡарата үҙ фекерҙәрен асыҡ

            сағылдырырға өйрәтеү.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре: поэманың йөкмәткеһен үҙләштереү; идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау; шағирҙың Башҡортостанды тасуирлау өсөн ҡулланған образдар системаһын билдәләү; тел-стиль сараларын асыҡлау;тасуири уҡырға өйрәнеү; уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү; коллектив диалогта ҡатнашыу.

Дәрес төрө: Дәрес-сәйәхәт.

Йыһаз: мультимедиа проекторы, уҡыусылар төшөргән фотоһүрәттәр, карточкалар, ҡурай моңдары яҙылған диск, компьютер, Р.Бикбаевтың “Һыуһаным- һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы, Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмалары.

                                                               Төйәгемә күҙ ташлаһам,

                                                                Хәүефтәрем ҡуҙғала,

                                                                Зифа ҡамышын һарғайтып,

                                                                Һыуҙар кәмей йылғала,

                                                                Эсер һыуҙар ҙа ҡороһа,

                                                                Донъябыҙҙан ни ҡала?

                                                                                               А.Игебаев.

Дәрес барышы

   I.   О.м.                                                                                      

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар һәм ҡәҙерле ҡунаҡтар. Бөгөн беҙҙә районыбыҙ-

ҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡунаҡта. Әйҙәгеҙ, беҙ уларҙы

дәрес - сәйәхәткә алып китәйек.

   II. Инеш әңгәмә. Тема, маҡсат менән таныштырыу (тема,эпиграф мультимедиа проекторҙа күрһәтелә).

  • Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә хәҙерге заманда күптәрҙе борсоған,

хәүефләндергән иҡтисади, экологик мәсьәләләрҙе асыҡларбыҙ; тыуған тәбиғәттең матурлығын, байлығын һаҡлау кәрәклеге хаҡында әңгәмәләшербеҙ.  Бының өсөн экология, экологик проблема төшөнсәһен  асыҡлап үтәйек.Һеҙ уны нисек аңлайһығыҙ?

  • Тәбиғәтте һаҡлау, тирә-йүнде бысратмау, таҙартыу.
  • Ә хәҙер фәнгә күҙ һалайыҡ.(мм.п-ҙан ҡарау һәм уҡыу) “Башҡорт теленең

һүҙлеге” түбәндәгесә аңлатма бирә: “Биологияның тереклек һәм үҫемлектәр менән тирә-яҡ мөхит араһындағы бәйләнеште өйрәнә торған бүлеге”.

  • Экологияның тамыры “эко”- “өй” һүҙенән алынғанын да онотмайыҡ.

Артабан уның мәғәнәһе кеше- йәмғиәт-тәбиғәт төшөнсәләренең үҙ-ара мөнәсәбәте менән киңәйә барған. Р.Бикбаевтың поэмаһы ана шуларҙы үҙ эсенә ала ла инде. Иленә ҡарап-халҡы, йәмғиәтенә ҡарап тәбиғәте сағылдырыла.

  • Ни өсөн экологик проблема бөгөнгө көндә лә актуаль булып тора? Һеҙ

нисек уйлайһығыҙ?

  • Сөнки әле лә урмандар киҫелә, һыуҙар бысрана, йылғалар ҡорой,

шунлыҡтан йәнлектәр юҡҡа сыға, ҡоштар ҡырыла, үҫемлектәр юғала, төрлө ауырыуҙар тарала.

    Экологик темаға төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе ҡарау.  Цитаталарҙы уҡыу. Был беҙҙең тормош девизыбыҙ булһын. Ошо һүҙҙәрҙе дәфтәребеҙгә теркәп ҡуяйыҡ.

    Эпиграфты уҡыу.

  • Эйе, кеше лә, тәбиғәт тә һыуһыҙ йәшәй алмай. Шуға күрә һыуҙы

ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәк. Башҡортостанда йылғалар бик күп: Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Һаҡмар, Әй, Яйыҡ, Нөгөш, Ашҡаҙар, Һеләүек һ.б. Ә күлдәре күҙҙәрҙе ҡамаштыра, бик тә матур. Шулай уҡ Башҡортостаныбыҙ тауҙарға, урмандарға ла бай.

      Илдең иҡтисади үҫешен булдырыу төрлө производство объекттарын төҙөүгә бәйләнгән. Әммә беҙҙең илдә завод-фабрикалар төҙөү беренсе планға ҡуйылды, ә тәбиғәтте һәм кеше һаулығын һаҡлау бөтөнләй онотолдо тип әйтерлек, һөҙөмтәлә тәбиғәт байлығы юҡҡа сыға барҙы: тауҙар емерелде, урмандар ҡырылды, йылғалар ағыуланды, һауа һөрөмләнде, кешеләр һаулығына ҙур зыян килде.

Бөтә илде химия баҫып алды. Башҡортостанда ҙур-ҙур ҡалалар үҫеп сыҡты. Әммә шул ҡалаларҙа тупланған нефть- химия гиганттары үҙҙәренең зарарлы матдаләре менән халыҡты әле лә тонсоҡтороуын дауам итә. Был ҙур фажиғә. Ана шулар хаҡында әсенеп яҙа шағир үҙенең “Һыуһаным- һыуҙар бирегеҙ” поэмаһында.Бөгөнгө көн проблемаһын күтәреп сыға.

  • Хәҙер Ағиҙел йылғаһын картанан ҡарап үтәйек.

    Илфир муьтимедиа проекторҙағы картанан йылғаны күрһәтә, географик белешмә бирә (картала Ағиҙел йылғаһы икенсе төҫ менән бирелә).

  • Сәфәребеҙгә юлланыр алдынан Ағиҙелдең үткәненә бағайыҡ. Йылғаның

матурлығы, һыуының таҙалығы, балыҡтарға, йәнлектәргә бай булыуы борон-борондан йырҙарҙа, легендаларҙа һәм ҡобайырҙарҙа данланған. Беҙҙең яратҡан шағирҙарыбыҙ ҙа Ағиҙелгә арнап бик күп әҫәрҙәр ижад итте. Шуларҙың береһен тыңлап үтәйек.

    Бер уҡыусы ҡурай моңо аҫтында яттан поэманан өҙөк һөйләй.   Был ваҡытта мм.п. Урал һәм Фадеевтың “Йәмле Ағиҙел буйҙары” картинаһы күрһәтелә, аҫтына Р.Ниғмәти поэмаһынан өҙөк яҙыла:

Ағиҙелкәй!

                     Һинең буйҙарыңда

Нисә быуын ғүмер кисергән,

Үҙең кеүек тәрән,

                             үҙеңдәй киң

Күпме йыр бар һинең исемгә!

  • Был поэманың авторы кем? (мм.п. Р.Ниғмәтигә арналған презентация

күрһәтелә).

  • Был поэманы нисәнсе йылда яҙған?(1938 йылда)
  • Был ваҡытта халыҡтың Ағиҙелгә мөнәсәбәте нисек, һыуы ниндәй булған?
  • Тимәк , был ваҡытта Ағиҙел көмөштәй саф һыулы, кешенең азат, иреле

тормошҡа сығыуына, илдәге үҙгәрештәргә, үҫештәргә ҡыуаныусы булып күҙ алдына баҫа.Ул һәр саҡ кешегә ярҙам итеүсе лә.

   

  • Әйҙәгеҙ, хәҙер Р.Бикбаев менән оҙон юлға, сәфәргә сығайыҡ. (мм.п.

Р.Бикбаевҡа арналған презентация күрһәтелә).

  • “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы нисәнсе йылдарҙа яҙыла? (1987-

1988 йылдарҙа)

  • Был ике поэма  араһында ярты быуат ғүмер ята. Заманалар үтә тора, Ағиҙел

ошо сафлығы менән беҙҙең көндәргә килеп етә алғанмы? Ошо һорауға яуапты поэманан эҙләйек. Шағир менән сәфәребеҙҙе башлап ебәрәйек.

  • Эльза ҡурай моңо аҫтында поэманан өҙөктө яттан һөйләй.  

 (Уралҡайым! Үҙәнеңә төшәм,…

……………………………………..

Аҡ сәфәргә әйҙә, Ағиҙел. - тигән урынға тиклем).

 

    Ә был ваҡытта мм.п.: Ирәмәл картинаһы күрһәтелә, аҫтына поэманан өҙөк яҙыла:

Был төйәктә һәр бер тау ҡуйыны

Ил һуғарыр изге ер мәллә?

Бар яҡтарға һуҙылып һыуҙар аға,

Ҡайҙа ҡараһам да, Ирәмәл.

  • Шулай тип әйтә шағир Ирәмәлдән иртәгәгә баҡҡанда, Иҙел башынан илен

байҡағанда. Шулай итеп, Иҙел башынан, Ирәмәл итәктәренән кескәй шишмәләрҙән һыу алған, йырғанаҡтан йылғаға әйләнгән Ағиҙел буйлап оҙон сәфәр башланып китә.

     Бергә оҙон юлға сыҡҡас, сәфәр башлығы шағир һүҙҙәрен, күҙәтеүҙәрен тыңлап, Ағиҙел буйы йәмдәренә һәм байлыҡтарына бергәләп ҡыуанырбыҙ, тәбиғәтен, урман-туғайҙарын самаһыҙ тәләф итеп, ҡырып-емереп бөткән яҡтарын күреп хәүефләнербеҙ, йөрәктәребеҙ әрнер әле .

Сәфәр башы: Ағиҙел менән шағир сәфәргә сыға- тип мм.п-ға яҙыла.

  • Шағир ҡыуанып, шатланып килгәндә нимәгә осрай?

    Белорет тураһындағы урындарҙы табып уҡыйҙар.

1-се туҡталыш: Белорет ҡалаһы (һәр туҡталыш мм.п. күһәтелә бара).

Ағыуланған завод быуаһында сәсәй-сәсәй быуылалар, үткенселәр балыҡ шартлата, бала-саға ҡырсын таш менән уйнай.

  • Һәм юлын дауам итеп ҡайһы районға барып сыға, был районында Ағиҙел ниндәй афәттәргә шаһит була?   Бөрйән районыны, “Шүлгән” ҡурсаулығы, ҡарағай урманы күрһәтелә. Аҫтына шиғыр юлдары яҙыла:

Ҡарағайҙар,

Солоҡ ҡына тотор ҡарағайҙар!

Улар менән бергә ерегеп үҫкән

Халыҡтың да

Ай-вайына ҡарамайҙар,

Ҡарағайҙы ҡыра ағайҙар,

Әйтерһең дә ҡырағайҙар!

  • Шағирҙың урманға мөрәжәғәтенә иғтибар итәйек. (Урман!... тип башланған урынды табып уҡыйҙар).

 2-се туҡталыш:Бөрйән районы.

Ҡарағай урманы юҡҡа сыға, солоҡсолоҡ онотолған, һал ағыҙыр өсөн йылғаларҙы төҙәйтәләр, шаршыларҙы киптерәләр.                      

  • Был вәхшилекте кем ойоштора һуң?
  • Артабанғы сәфәребеҙҙең киләһе нөктәһе ҡайҙа булыр тип уйлайһығыҙ?

   Шүлгән мәмерйәһе күрһәтелә, өҙөк яҙыла:

Шүлгән! Иң боронғо храм булып,

Нурың менән индең йөрәккә.

Эрмитаждар, Луврҙар бит тыуған

Һинең ташыңдағы һүрәттән.

3-сө туҡталыш: Шүлгән мәмерйәһе.

Шүлгән һүрәттәре емерелгән, сувенер тип, ватып алынып бөткән.

  • Шүлгән мәмерйәһенә башҡорт бөгөн үҙе хужа түгел . Мәмерйәбеҙ

Мәскәү ҡулында.

  • Был туҡталышында автор ниндәй мөһим проблема тураһында фекер

йөрөтә, кемдәр хаҡында уйлана?    М.Аҡмулла, Ш.Бабич, Д.Юлтый портреттары күрһәтелә. Аҫтына шиғыр юлдары яҙыла:  

               Аҡмулланың аҡ йөҙөнә

              Ҡара яғылды,

               Бер сабылған башы Бабичтың

               Яңынан сабылды,

               Таңға юл ярыусы Юлтыйҙар

               Төрмәгә ябылды.

               Бөркөттәрҙең ҡанатына

               Герҙәр аҫылды.

               Йәннәт булыр ил ҡуйынына

               Гүрҙәр асылды…

               Меңдәр аҫылды, меңдәр атылды…    

  • Сәйәхәт эстафетаһын Шүлгәндән һуң Иштуған ҡабул итә. Лирик геройҙы

айырыуса ниндәй проблема борсой?  

4-се туҡталыш: Иштуған һыуһаҡлағысы.

Ауылдар, зыяраттар һыу аҫтында ҡала. Тарих онотола.

  • 50 йыл элек беҙҙең районда ла Иштуған һыуһаҡлағысынан да ҡеүәтлерәк

һыуһаҡлағыс төҙөлә. Йәгеҙ әле иҫкә төшөрөп китәйек. (Павловка һыу һаҡлағысы).

Әлбиттә, беҙҙең райондағы ауылдар күсерелмәй. Ә бына Ҡариҙел районында бик күп ауылдар юҡҡа сыға, тарихын юғалта. Һәм Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөүҙә лә ошо хәлдәр ҡабатлана түгелме? Ошо урындарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ.

  • Шағир үҙенең юлын дауам итә һәм сәфәренең артабанғы туҡталышы

ҡайҙа була?(Шаһтау)

Торатау күрһәтелә,өҙөк яҙыла:

Елкендерә тағы бейеклектәр,

Күңелемдә тағы тыуа таң.

Иркен түбәң түшәлеп тә ятҡан

Хәтфә үлән икән, Торатау.

Йөрәктау күрһәтелә, өҙөк яҙыла:

Торатауҙар ғына

Иҫләй күккә ашҡан саҡтарын.

Тағы шартлау.

Ҡора заман, Шаһтау,

Тамырыңа хатта ауҙарын.

Был йылдарҙың ҡоластары хәтәр:

Ниндәй даръяларҙы һемереп бөттө,

Ниндәй ҡаяларҙы ауҙарҙы,

Кимереп бөттө ниндәй тауҙарҙы!

  • Ерҙә кешеләрҙең китеүе-ул тәбиғәт һәм тормош законы, ә тауҙарҙың

юғалыуы сәбәбе нимәлә икән?

5-се туҡталыш: (Стәрлетамаҡ шихандары тураһында белгәндәрен һорау, өҫтәмә белешмә биреү).

Шаһтауҙың нигеҙе емерелә, тау шиңә.

  • Ошоға оҡшаш хәл-ваҡиғалар беҙҙең яҡта ла күҙәтеләме?
  • Эйе, Кәрәкә тауы аҫыл таштарға бай булмаһа ла, унан юл төҙөү өсөн

күпләп ҡом алына. Был иһә шишмә һыуҙарының юлдарын быуа.

Йәнәлде йылғаһының һайыуығыуына килтерә (мм.п. Кәрәкә тауындағы ҡом соҡоро фотоһүрәте күрһәтелә).

  • Юлыбыҙҙы ары дауам итәйек. Шағир менән Торатау түбәһенә менеп

ҡарайыҡ. Һәм ҡайҙан килә был ағыулы һөрөмдөң болот-томандары? Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы завод мөрйәләре күрһәтелә, өҙөк яҙыла:

Хәүеф-һорауҙарҙың өнөн тыҡтыҡ:

-Бындай ҡеүәт Европала юҡтыр!

Барыһы һәйбәт! Һис бер бәлә юҡ!

Стәрленән төтөн, йылға булып,

Туғайыңа һылаша, Һеләүек!

Баллы йүкәләргә ағыу һибеп,

Алыҫ армыттарға ҡағыла.

Сал Уралдың сабыр йөҙкәйенә

Ағыу яуа, һөрөм яғыла.

6-сы туҡталыш: Стәрле ҡалаһы.

Һөрөм аша ҡала күренмәй, ә алыҫта үле даръя ялтырап ята. Күк һөрөмлө, һыуы ыулы. Стәрленән ағыу яуа, һөрөм яғыла.

  • Был сәфәрҙә нисәмә ҡат баҫты

           Күҙ алдыма Рәшит Ниғмәти.

           Урал менән Ағиҙелде данлап,

           Бындай һүҙҙе тағы кем әйтер?

  • Был юлдарҙы Р.Бикбаевтың үҙ әҫәрендә иҫкә төшөрөүе лә һис осраҡлы

түгел. Ул өлкән шағир тасуирлаған Ағиҙел, уның заманы менән хәҙер һүрәтләр Ағиҙелде, бөгөнгө заманды сағыштырып ҡарай. Һәм ниндәй үҙгәрештәр күрә?

  • Эйе, оло халыҡ шағиры Ағиҙел тураһында ғорурланып йырлаһа, ә

Р.Бикбаев бөгөн уның  фажиғәле яҙмышын күреп әсенә.

  • Ағиҙел, Шаһтау, Стәрле яҙмыштарының ошо хәлгә төшөүендә  кем

ғәйепле? Был һорауға яуапты беҙ әҫәрҙең алдағы бүлектәренән табырбыҙ.

  • Ул-беҙҙең ғәмһеҙлек (ошо урынды әҫәрҙән табып уҡыйҙар).
  • Әлбиттә, тәбиғәт, автор һымаҡ, ҡысҡырып яуап бирә алмай. Әммә уның

яуабын һәм хөкөмөн һәр кем тоя: көнкүрештә, эштә, һаулыҡтың торошонда. Тәбиғәт законын боҙған кешене ул бер ваҡытта ла ғәфү итмәй.

  • Лирик герой сәфәре Өфөгә килеп еткән. Ул, Ағиҙел тулҡынына ятып,

Өфөнө күҙәтә. Әйҙәгеҙ беҙ ҙә Ағиҙел төбөнә иғтибар менән ҡарайыҡ, нимәләр күрербеҙ икән?

Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле янындағы күренеше, Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер күрһәтелә, өҙөк яҙыла:

Өфөм, Өфөм!

Һәр биҙәгеңде

Ниндәй оҫта ҡулдар уйған ырып?

Ағиҙелең, Ҡариҙелең, Димең-

Һыуһылыуҡай кеүек һылыу һыу.

Өфөм, Өфөм! Иҫ китерлек кистә

Йүкәләрҙең балы һығылһын.

7-се туҡталыш: Өфө ҡалаһы.

Ҡара мазут, бысраҡ, ағыулы ләм йылғаның төбөн ҡаплап ята. Ҡариҙел һәм Дим кеүек  йылғалар ҙа саф көйө килеп етә алмайҙар.

  • Элекке көмөштәй саф йылғалар Ҡариҙел , Дим һәм Ағиҙелдең

һөйләшеүенә лә ҡолаҡ һалайыҡ әле.

  • Бына сәйәхәтебеҙҙең һуңғы туҡталышынла килеп еттек. Ағиҙел

тамағында ниндәй ҙур  төҙөлөш тураһында һүҙ бара һәм шағиргә был ниңә кире тәьҫир яһай.

8-се туҡталыш: Ағиҙел ҡалаһы.

Тамырлана Башҡрт АЭС-ы. Был АЭС Чернобелдән ҡеүәтлерәк буласаҡ.

(Силәбе өлкәһендәге Ҡыштым аварияһын һөйләп үтеү).

  • Сәфәребеҙгә сығыр алдынан ҡуйған һорауыбыҙға кире әйләнеп

ҡайтайыҡ. Ярты быуат элек булған сафлығы беҙҙең көндәргә килеп етә алғанмы?

  • Бөгөнгө көндә тәбиғәтте һаҡлау буйынса ниҙәр эшләнә һуң?
  • заводтарҙа зарарлы цехтар ябыла
  • һыуҙы һәм һауаны таҙартҡыс ҡоролмалар төҙөлә
  • экология закондарын боҙоусыларға штраф һалына.
  • Ә беҙ үҙебеҙ ниҙәр эшләй алабыҙ?
  • Шишмә, инештәрҙе, кескәй йылғаларҙы таҙарта алабыҙ.
  • Экологик субботниктарҙа ҡатнаша алабыҙ һ.б.
  • Поэманың төрөн билдәләйек.
  • Лиро-эпик поэма.
  • Ә бына әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим был поэманы лирик-трагик

поэма тип атай. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ.

  • Сөнки был поэмала Ағиҙел йылғаһының фажиғәле яҙмышы көслө

трагизм менән һуғарылған.

  • Р.Бикбаев поэмаһында халыҡ ижады алымдарын уңышлы файҙалана,

уларҙы шиғыр туҡымаһына тәбиғи үреп ебәрә. Поэманан ошо алымды табып уҡып күрһәтегеҙ.

  • Ҡобайыр алымы.
  • Р.Бикбаевтың поэмаһы һүрәтләү сараларына ла бик бай.

Эпитет, метафора, метонимия, йәнләндереү, сағыштырыу, фразиологик берәмектәрҙе табып уҡып күрһәтәләр.

   III. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. 

   Шағир өсөн “Ағиҙелдең көнө-илдең көнө. Ағиҙелдең йөҙө-ил йөҙө”

үлсәмендә. Ер-һыуҙарың ниндәй, ил-йорттарың да шундай. Шуның өсөн тыуған тәбиғәтебеҙҙең ҡәҙерен беләйек, уны һаҡлайыҡ. Ул беҙҙе туйындырыусы ла, кейендереүсе лә. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә ниндәй хәлдә бүләк итеп ҡалдырған, беҙ уны шул килеш килер быуындарға тапшырырға тейешбеҙ.

   IV.Өйгә эш: Тыуған еребеҙҙе, эсер һыуҙарыбыҙҙы һаҡлауға өндәгән мөрәжәғәт йә шиғыр яҙып килергә.

   V. Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема.”Яхшы сүз җанны эретә”.

Гаилә әгъзаларына карата хөрмәт хисе балада кечкенәдән тәрбияләнергә тиеш. Гаиләдә бер-береңә назлы итеп, ирәләп, матур итеп әйтелә торган бик күп сүзләр бар. Матур сүзләр кулланып сөйләшкәндә, ...

Урок української літератури в 11-а класі. Тема: " Ідейно–художній аналіз роману І. Багряного “Тигролови”

Урок изучения нового материала. Творчество И.Багряного. Идейно-художественный анализ романа писателя "Тигроловы"...

Урок української літератури в 11-а класі. Тема: " Ідейно–художній аналіз роману І. Багряного “Тигролови”

Урок изучения нового материала. Творчество И.Багряного. Идейно-художественный анализ романа писателя "Тигроловы"...

Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында илһөйәрлек тойғоһоноң сағылышы.

Маҡсат: 1) Поэманың йөкмәткеһе менән танышыу, анализлау. Проект төҙөү, йыйынтыҡ сығарыу.2) Бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙ позицияңды яҡлап сығыш яһау оҫталығын арттырыу.3)Тыуған илгә,...

М.Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһында илһөйәрлектең сағылышы

Эш т9р29ре бирелг9н у3ыу материалыУ3ыу материалын 72л9штере7буйынса ет9кселекМа3сат:1)Халы3  ша1иры Мостай К9римде4 тормош юлы 89м ижады мен9н 3ы63аса таныштырыу. 2) “7лм96бай” п...

Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ

Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ...