Асыҡ сара Туған тел.
классный час
Предварительный просмотр:
Асыҡ сара “Туған телем – рухи моңом”.
1.Ҡурай моңо. Интерактив таҡтала “Ер рухы” картинаһы.
Алып барыусы:
Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер,тел, иман.
Ерең барҙа – дәүләтең бар,
Шуға инан.
Телең барҙа – милләтең бар,
Мәртәбә ул.
Телен һатҡан – илен һатыр
Иртәгә ул.
Иман барҙа ҡояш – ҡояш,
Әҙәм –әҙәм.
Иман – рух ул, ә түгелдер
Бары әҙәп.
Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән.
Гүйә – бетеү.
Күҙ ҡараңдай һаҡла уны,
Юҡһа – бөтөү...
Х.Назар.
2.Бер – бер артлы башҡарыусылар сыға. Ҡумыҙ сиртеүе ишетелә һәр башҡарыусы алдынан.
А) С.Юлаев “Тыуған илем”
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым , урманым,
Күккә ашҡан Уралым, -
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Б)М.Аҡмулла “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.
Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай ,һинең төшөң һис өн булмай.
В) З.Биишева “Башҡорт теле”.
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы- гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.
Күгәрп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй,йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле – минең телем!
Г)Р.Ғарипов “Туған тел”.
Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам.
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым телем һине лә.
Г)М.Кәрим “Һағыныу”.
Аҡ томанлы Аҡманайҙы,
Аҡ ҡайынлы Сағылымды
Был юлыһы бигерәк тә,
Бигерәк тә һағынылды.
...Елдәр бында ят көйҙәрҙе
Уйнаһа ла төн ҡылында,
Туған өндәр етә миңә
Барыбер үҙ тулҡынында.
Мин уларҙы сүпләп алам
Меңәр ауаз араһынан,
Бер ҡарашты айырамын
Йөҙәр мең күҙ ҡарашынан.
Инәм теле – иман телем,
Әгәр һине һағынмаһам,
Көн дә һиңә табынмаһам,
Телдәремдән яҙыр инем.
е) Алып барыусы:
- Беҙҙең күҙ алдында –“халҡым, ерем,телем” тип янған, уның киләсәген уйлап эш башҡарған ир-уҙамандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар.Был шәхестәр милләтебеҙгә көс-ҡеүәт, йорт-еребеҙгә ҡот-ырыҫ өҫтәй. Улар- халыҡтың йәне, аҡылы һәм рухы. Улар- замандың ғорурлығы,даны һәм милләттең танытмаһы.
“Ер рухы” – ер көсө, милләт көсө.
Ҡумыҙ сиртеүе аҫтында башҡарыусылар сыға.
3.Алып барыусы: Тел, тел тибеҙ, тел нимә ул?
Балалар сыға:
а. Тел – кешеләрҙең аралашыуы өсөн иң әһәмиәтле сара.
б.Донъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар.
в. Туған тел – ул ата-әсәнең теле, донъяла тәү ишеткән һүҙең, асылған телең, рухи моңоң.
г.Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы.
д. Телдән дә көслө нәмә юҡ.
е. Халыҡтың үлемһеҙлеге – уның телендә. Иң ҙур байлығын –телен биргән халҡыбыҙ алдында һәр беребеҙҙең бурысы бар.
4.Йыр “ Телем, ерем”
5.Уҡыусы сығышы: М.Күсмәева “Ерем, телем, халҡым” шиғыры.
6.Алып барыусы:
Тел яҙмышы хаҡында уйланмаған, борсолмаған әҙип бик һирәктер.Тел яҙыусының ҡоралы булған өсөн генә түгел, әлбиттә. Тел һәм әҙип бер бөтөндө тәшкил итә.
Әҙип, әҙибә, әҙәбиәт... “Әҙәбиәт” әҙәп һүҙенән алынған. Ә әҙәп бер кемде лә насарлыҡҡа, аҙғынлыҡҡа өндәмәй.Әҙәплелеккә тик ыңғай энергетикалы әҙәбиәт кенә өйрәтә ала.Шуға ла быйылғы йыл Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла “Әҙәбиәт йылы” тип иғлан ителде.
Әҙип һүҙе – ҡылыстан үткер, бөйөк һәм бейек.
(слайд – эмблема “Әҙәбиәт йылы”)
7.А.б. Һәр төбәк үҙ арҙаҡлы кешеләре менән данлы. Беҙҙең ҡалала китап һөйөүсе,ҡәләм тибрә- теүселәрҙе берләштергән “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе, Б.Рафиҡов, С.Ко миссаров исемендәге премиялар лауреаты Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы Күсмәева бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Мәрйәм Тимерхановна, түргә үтегеҙ әле.
(Слайд – фото)
8.А.б.- Мәрйәм Тимерхановна, бер нисә һорауға яуап бирегеҙ әле.
- Әҙәбиәт һеҙҙең өсөн нимә ул?
- Иң тәүге әҫәрегеҙҙе ҡасан ижад иттегеҙ, нимә тураһында ине?
- Ә мөхәббәткә арнап нисә йәшегеҙҙә яҙҙығыҙ, сер булмаһа?
- Иң яратҡан китабығыҙ йә иһә әҫәрегеҙ?
- Иң яратҡан миҙгелегеҙ?
- Иң яратҡан фәнегеҙ?
- Хәҙерге йәштәр һеҙгә оҡшаймы? Уларҙан берәй нәмәгә өйрәнергә буламы?
- Һеҙҙе борсоған мәсьәләләр?
- Һеҙ бәхетлеме? Бәхет төшөнсәһен нисегерәк асыр инегеҙ?
- Тормошоғоҙҙағы иң иҫтәлекле ваҡиға?
-Үҙегеҙ яҙған яратҡан әҫәрегеҙ?
-Рәхмәт, Мәрйәм Тимерхановна! Тамашасыларҙы һөйөндөрөп, шиғырҙарыҙҙы уҡыһағыҙсы.
9. А.б. Моңло ижад, нурлы ижад, йырлы ижад...Мәрйәм Тимерхан ҡыҙының шиғырҙарына композиторҙар көйҙәр ижад итә, һәм был йырҙар шағирәнең сихри донъяһын тағы ла байыта, нурландыра.
Йыр . М.Күсмәева һүҙҙәренә.
10.М.Күсмәева шиғыры.Бер уҡыусы һөйләй.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сара апа - татар сандугачы
Бөек композиторыбыз Сара Садыйкованың тормыш юлы,иҗаты белән таныштыру....
Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"
Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...
Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"
Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...
Путешествие в столицу Золотой Орды Сарай-Бату.,
Старый Сарай(Сарай - Бату,Старый,Сарай-аль-Махруса-Дворец Богохранимый")-средневековый город столица Золотой Орды.Распологается прмерно в 80 км. современного города Астрахани,в районе села Селитренное...
Сара Садыкова
Сценарий внеклассного мероприятия....
Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"
Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...
Ололар көнөнә арналған байрам сараһы
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы...