Олимпиадаға әҙерлек.
олимпиадные задания

Альфия Тимерьяновна Гайфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ғәйфуллина

Олимпиадаға әҙерлек

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 7 класс23.85 КБ
Файл 8 класс24.37 КБ
Файл 9 класс28.93 КБ
Файл 10 класс23.05 КБ
Файл 11 класс22.2 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

7 класс

Һүҙьяһалыш, орфография

Һүҙ тамыр менән ялғауҙан тора. Бала- лар, урман-дар, сәскә-ләр.

Ялғауҙар ике төрлө була: яһаусы- яңы мәғәнәле һүҙ яһай (урман- сы, бесән- лек, урман- лыҡ.Ҡайһы бер яһаусы ялғауҙар һүҙгә яңы биҙәк тә өҫтәй: мал- ҡай, бала- ҡай, ҡолон-саҡ, ал- һыу.,үҙгәртеүсе- мәғәнәһен үҙгәртмәйсә, форма ғына үҙгәртә: төш-тә, бала-ны, бала- лар, китап- тар- ҙы.

Һүҙҙәр 3 төрлө була:тамыр, яһалма,ҡушма һүҙҙәр.

Тамыр: ел, йыр, ауыл, ағас

Яһалма: ауыл-даш, йыр- сы, ағас-лыҡ, ел-пеү- ес.

Ҡушма: аҡҡош, ашъяулыҡ, терегөмөш. Ҡушма һүҙҙәр ҡушыу (бишбармаҡ, өсаяҡ, Ағиҙел, аҡтамыр)- бергә яҙыла;парлау (туған-тыумаса, аҙыҡ- түлек, этә- төртә)-һыҙыҡса аша яҙыла;ҡабатлау(эре- эре, көлә- көлә)-һыҙыҡса аша яҙыла; бәйләү (Башҡортостан Республикаһы, Сибай драма театры..)- айырым яҙыла;һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу (РУНО, БР,БДУ)- бергә яҙыла

Морфология- һүҙҙең грамматик мәғәнәһен өйрәнә. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре-исем, ҡылым, алмаш, сифат,рәүеш,һан.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүес, оҡшатыу һүҙҙәре, ымлыҡтар, мөнәсәбәт һүҙҙәр.

Исем-төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамалары. Исем берлектә(өй, ағас, бала), күплектә( өйҙәр, ағастар, балалар)үҙгәрә.. Яңғыҙлыҡ исемдәр- Айһылыу, Мәскәү.., уртаҡлыҡ исемдәр- ай, урман, парта, ручка. Исем килеш менән үҙгәрә: төп- кем? Нимә?(өй, урман) Эйәлек- кемдең? Нимәнең?(өйҙөң, урмандың) Төбәү- кемгә? Нимәгә?(өйгә,урманға), төшөм- кемде? Нимәне?(өйҙө, урманды), урын- ваҡыт- кемдә? Нимәлә?(өйҙә, урманда),сығанаҡ- кемдән? Нимәнән?(өйҙән, урмандан). Исемдең эйәлек заты- әсәйем, әсәйең, әсәйегеҙ, әсәһе. Исемдең хәбәрлек заты- апаймын, апайбыҙ, апайһығыҙ.

Сифат- предметтың билдәһен белдерә.Ул тамыр( аҡ, бәләкәй, ҙур), яһалма (аң-лы, белем-ле, сереү- серек, ете- етеле, тарих- тарихсы), ҡушма-( аҡлы- ҡаралы, тәмле- татлы, һылыу- һылыу).Дәрәжәләре: төп (аҡ, ҡыҙыл, йәшел), артыҡлыҡ (ап- аҡ, ҡып- ҡыҙыл, йәм- йәшел), аҙһытыу( аҡһыл, йәшкелт, ҡыҙғылт),сағыштырыу(ағыраҡ, ҡыҙылыраҡ, йәшелерәк).

Ҡылым-заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен, трошон, һәләтен, күренешен белдерә.Үҙгәрә заманда:хәҙерге заман(бара, ҡайта, эшләй), үткән(барған, ҡайтҡан, эшләгән), киләсәк(барыр, ҡайтыр, эшләр). Ҡылым һөйкәлештәре:бойороҡ(әйт, әйтһен, әйтмәгеҙ, әйтһендәр), хәбәр(әйтәм, әйтәсәк, әйтер ине), шарт (әйтһәм, әйтһәң, әйтһә), теләк (әйтәйек, әйтмәксе булам). Ҡылым төркөмсәләре(затһыҙ ҡылымдар): Исем ҡылым (башлау, эшләү, төрөү, уҡыу), Сифат ҡылым( барыр, әйткән, йырлаған,уыясаҡ, барыусы, әйтер, күрәсәк, күрер), Уртаҡ ҡылым (барырға, уҡырға, килергә, килмәҫкә, уҡымаҫҡа), Хәл ҡылым( барып, килеп, булғас, булмағас, булғансы, ҡайтҡансы).Ҡылым йүнәлештәре:төп (яҙа, ашай, йоҡлай), ҡайтым( йыуын, йыуынды, эшләнде, кейен- кейенде), төшөм( һалынған, эшләнгән, барылған) йөкмәтеү( ҡарат, эшләт, эшләттер, яҙҙыр, яңыр, ашыр), уртаҡлыҡ ( алышырға, эшләшергә, тотошорға)

Һан-предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдерә. Бүленә: ябай һандар(бер ике, биш, ун),ҡушма һандар ( ике мең, биш йөҙ, алтмыш ике). Һан төркөмсәләре: төп(ике йорт, биш алма), рәт һандары( беренсе, өсөнсө, алтынсы), бүлем һандары( берешәр, икешәр, алтышар), сама һандары( алты-етеләгән, биш- алты, йөҙҙәрсә) йыйыу һандары( берәү, икәү, өсәү), үлсәү һандары( алтылы калуш, унлы лампа,) кәсер һандары( дүрт бөтө икенән бер, бер бөтөн ундан биш).Нумератив һүҙҙәр- үҙенсәлекле үлсәү берәмеге- бер ҡосаҡ, бер көтөү, өйөм, төргәк, йотом, тамсы, баш, килограмм.. Дөрөҫ яҙылышы: биш – алты, өс- дүрт, 1 ғинуар, 1999 йыл, 1- се , 6- шар, 30-40- лап, 1676-1678-тйылдар, 1995/1996 йылдар, “Москвич- 412”.

Алмаш-исемде, һанды, рәүеште телмәрҙә алмаштырып йөрөүсе һүҙ төркөмө. Төркөмсәләре:зат(мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар), эйәлек(минең, һинең, уларҙың, беҙҙең..)күрһәтеү (был, ошо, теге, ул, анау) һорау( кем, нисә, күпме, ҡасан..), билдәләү ( һәр кем, һәр нимәә, бөтә, бөтәһе лә),билдәһеҙлек( әллә, әлллә кем, әллә ҡасан, теләһә ниндәй), юҡлыҡ( һис, һис кем, һис ни, бер кем дә).

Рәүеш- эш-хәрәкәттең билдәһен белдереүсе һүҙ.Төркөмсәләре:төп(йәйәү, алмаш, аҡсалата,шәп, яй, әкрен), ваҡыт( кисә, бая, иртәгә, тиҙҙән), урын( алыҫ, яҡын, аҙаҡ, яҙын), оҡшашлыҡ( уларса, йәштәрсә, беҙҙеңсә), күләм-дәрәжә( бер аҙ,әҙ-мәҙ, бөтөнләй, яртылаш), сәбәп- маҡсат( бушҡа, юҡҡа, юрый, әрәмгә). Дәрәжәләре: сағыштырыу(шәберәк, әкренерәк), артыҡлыҡ(бик шәп, үтә шәп, ғәжәп матур)

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре

Теркәүес- һөйләм киҫктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма итеп теркәүсе ярҙамсы һүҙ. Ябай(әммә, ләкин, йәғни, шуға, тимәк), ҡушма (әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн) теркәүестәр була.Теҙеү (да-дә, та-тә, ла-лә-йыйыу теркәүесе, ә, тик, шулай ҙа, фәҡәт- ҡаршы ҡуйыу, йә, йәки, йәиһә, әллә- бүлеү, хатта, бәлки- аныҡлау) һәм эйәртеү(сөнки, шулай булғас, шуның һөҙөмтәһендә) теркәүестәре була.

Бәйләүес- эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙгә, эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй. 3 төркөмгә бүленә:исемдәрҙең төп килештә, алмаштарҙың эйәлек килештә тороуын талап итеүсе( менән, өсөн, кеүек, айҡанлы, буйынса), төбәү килештә килгән исемдәр менән ҡулланылыусы(күрә, хәтле, саҡлы, ҡарамаҫтан, ҡаршы), исемдәрҙең сығанаҡ килеш менән ҡулланылыусы(һуң, башҡа, тыш, башлап, ҡала).

Киҫәксәләр- һөйләм киҫәктәренә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә төҫмөрләнеше буреү өсөн ҡулланыла. Төркөмсәләре: һорау(-мы,-ме,-мо, ме ни, -микән), көсәйтеү(бик, ифрат, бигерәк, ап-, иң, иллә)раҫлау( әле, бит, инде, тағы) үтенеү( -сы,-се, -со, һана,-һәнә) инҡар итеүҙе( түгел, һис),сикләү(ҡына, кенә, тик, иһә), билдәләү( тап, нәҡ, хас), икеләнеү( дыр, дер, тыр, тер, тор)

Мөнәсәбәт һүҙҙәр- уй-фекергә ҡарата төрлө мөнәсәбәтен белдерә. (мәҫәлән, ихтимал, моғайын, исмаһам, ҡыҫҡаһы)

Ымлыҡтар- тойғоларҙы, күренештәрҙе, тауыштарҙы аңлатҡан һүҙҙәр( бәй-бәй, ай- һай, жыу, селтер- селтер, их, ах, һи,сәт- сәт)

Башҡорт әҙбәиәтенән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

7 класс

 Башҡорт халыҡ шағирҙары

1.  1923 й- Мәжит.Ғафури

2.  1959 й. - Рәшит Ниғмәти

3.  1963 й. - Мостай Кәрим

4.  1964 й. - Сәйфи Ҡудаш

5.  1992 й. – РӘми Ғарипов

6.  1993 й. – Рауил Бикбаев

7.  1993 й. – Назар Нәжми

8.  1997 й. –Әнғәм Атнабаев

9.2003 й. - Марат Кәримов

  10. 2003 й. - Тимер Йосопов

   11. 2004 й. - Александр Филиппов

   12. 2010 й. - АбдулхаҠ Игебаев

    13. 2011 й. Ҡәҙим Аралбай

 

Башҡорт халыҡ яҙыусылары

1.  1990 й. - Зәйнәб Биишева

2.  2001 й. - Ноғман Мусин

3.  2001 й. -Әхиәр Хәкимов

4.  2006 й. - Нәжип Асанбаев

5.  2008 й. - Ғайса Хөсәйенов

6.  2010 й. – Талха Ғиниәтуллин

7.  2011 й. - Суфиян Поварисов

 

Башҡорт халыҡ ижады бүленә:

1.      Йола поэзияһы( арбау, ауырыуҙарҙы им- том итеү, ҡот ҡойоу, серле әйтем һүҙҙәр)

2.      Йырҙар(тарихи, тормош- көнкүреш, мөхәббәт йырҙары, таҡмаҡтар)

3.      Бәйеттәр (тарихи бәйеттәр, һуғыш бәйеттәре, тормош- көнкүреш бәйеттәре, мөнәжәттәр)

4.      Әкиәттәр: тылсымлы, хайуандар, батырҙар, тормош- көнкүреш әкиәттәре.

5.      Көләмәстәр

6.      Афористик ижад (мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар)

7.       Ҡобайырҙар( батырҙар, тормош- көнкүреш тураһындағы иртәктәр, әйтештәр, лирик һәм эпик эпостар)

8.      Сеңләүҙәр- ҡатын- ҡыҙҙар ғына башҡарған жанр

Әкиәттәр: хайуандар тураһында: Етем төлкө. Тылсымлы әкиәттәр: Алтын алма, Әбйәлил. Тормош- көнкүреш тураһында: Алтын тамсы,Һарнбай менән Зиннәт ағай.

Риүәйәттәр һәм легендалар(халыҡ хикәйәләре): Етегән йондоҙ, Ай менән Зөһрә,Сыңрау торна, Бошман- Ҡыпсаҡ батыр, Ҡилмияза риүәйәте.

Йырҙар. Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында: Эскадрон,Урал, Йәйләүек.Ҡасҡындар тураһында: Буранбай, Бейеш. Кантон башлыҡтары тураһында: Тәфтиләү,Ҡолой кантон. Ҡатын- ҡыҙ яҙмышы тураһында: Зөлхизә, Ғилмияза.

Таҡмаҡтар-еңел көйгә әйтелеп, бейеү хәрәкәтен оҙатыусы бер төр. Уйын таҡмаҡтары: Косилка молотилка. Бейеү таҡмаҡтары.

Мәжит Ғафури (1880-1934)  Ғафури районы Еҙем-ҡаран ауылында тыуа. Атаһы хәлфә, балалар уҡыта, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәжит уҡыуға әүәҫ була. Ғосмания, Мөхәмәдиә, Ғәлиә мәҙрәсәләрендә,Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡыш көнө балалар уҡыта, ә йәй көнө балсыҡ ташый, кирбес һуға. Рәмиевтарҙың алтын приискыһында ла эшләй. Әҫәрҙәре: Себер тимер юлы йәки милләттең хәле- техника, машиналар дәүерен маҡтай, шул уҡ ваҡытта халыҡтың артта ҡалыуын, белемдән ситтә тороуын күреп әсенә. Рәсәйҙән артта ҡалмаҫа өндәй.1906 йылдан 1907 йылға васыят, 1907 йылдың яуабы – шиғырҙарында шағирҙың азатлыҡҡа ынтылыуы, тыуып килгән яңы йылға ул ҙур өмөт менән ҡарауы һүрәтләнә. Бөтһөн империализм һуғышы, Икмәк – шиғырҙары халыҡ  тигеҙ булырға тейеш тигән фекер менән һуғарыла.Бир ҡулыңды- ябай эшсегә ихтирам,ололау. Шағирҙың алтын приискыһында- повесть. Автобиографик әҫәр.Бында прискыла эшселәрҙең ауыр шарттарҙа эшләүе, интегеүе һүрәтләнәӘҫәрҙәре: Ҡара йөҙҙәр, Фәҡирлектә үткән тереклек,Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын.

Ҡыр ҡаҙы- хикәйә. Ғариф исемле малай ҡыр ҡаҙын табып алып ҡайта, дауалай, ашата, ә әҙаҡтан яҙ еткәс уны ебәрә.  Аҡкүл буйының матурлығы һүрәтләнә.

Раил Байбулатов (1937-2002) Кумертау районы Яманғол ауылында тыуа. Балалар тормошона арналған хикәйәләр ижад итә.Әсәйемдең алсаҡ йөҙө, Зәңгәр болоттар, Иң ауыр фән, Һоро шинель, Оҙайлы имтихандар исемле китаптары донъя күрҙе.

Күңел күҙе-Уҡытыусы Нәфисә апайҙың ире Уғатар ағай ҡатыны ауырып киткәс дәрестәр алып бара. Ул Сталингард янындағы һуғыштан тома һуҡыр булып ҡайта. Ҡаланан ауылғ а уҡырға ҡайтҡан хәмзә Яҡупов уның был кәмселеге менән файҙаланырға уйлай, ләкин аҙаҡтан үҙенең хатаһын аңлап ғәфү үтенә.

Һарыбай-  төп герой Иншар менән Һарыбайҙың дуҫлығы.

Ноғман Мусин (1931)  Ишембай районы Ҡолғона ауылы- Башҡортостан халыҡ  яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты. Ижадының төп темаһы- экология, тәбиғәтте һаҡлау, рухи ныҡлыҡ, кешелеклек.Тайғаҡ баҫма- төп геройҙар Рәхмәт менән Әсҡәт. Рәхмәт Әсҡәткә уҡыуҙа бик ныҡ ярҙам итә. Ләкин Рәхмәт иптәшенә асыуланып, үсегеп йөрөй. Тик бер көндө, ул үҙ хатаһын аңлай.

Ә.Бикчәнтәев (1913-1989) Өфө ҡалаһында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Хикәйәләр, повестар, романдар ижад итә. Ғ.Сәләм, С.Юлаев премияһы лауреаты.

Бакенщиктар илаҡ булмай. Темаһы: ата менән улының дуҫлығы.

Жәлил Кейекбаев (1911-1968) Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуа. Өфө педтехникумында белем ала, Мәскәү дәүләт сит ил телдәре институтында уҡый. Уҡытыусы булып эшләй. Иң популяр әҫәре: Туғандар һәм таныштар- һабантуй байрамының элек нисек итеп үткәрелеүе һүрәтләнә.

Оморҙаҡ бабай- хикәйә. Хөрмәткә ҡартатаһы “ҡурҡҡанға ҡуш күренәтигән мәҡәлдәң дөрөҫлөгөн аңлата.

Мостай Кәрим(1919-2005)Шишмә районы Келәш ауылы. С.Юлаев премияһы лауреаты(1967), Халыҡ шағиры(1963),Станиславский исемендәге РСФСР премияһы, СССР дәүләт премияһы, Г-Х.Андерсен исемендәге почетлы диплом бирелде, Социалистик Хеҙмәт Геройы.Шағир, драматург, прозаик,. Һуғыш темаһына яҙылған шиғырҙары: Төрөпкә,Мин фронтҡа китәм иптәштәр,Һалдат, Ямғыр, Сит уттар..Лирик шиғырҙары: Таш өҫтәндәге гөлдәр,Һаумы тиҙәр гөлдәр, Уйҙар, Дуҫыма, Вәғәҙәләр бирмә. Йылмайыу әкиәте темаһы- ил хакимдары.Ҡара һыуҙар- һуғыш темаһы. Уның ҡара яҡтарын һүрәтләй. Ҡурҡаҡ бер кешенең кәләше авторға уның тураһында һорашырға килә.Оҙон- оҙаҡ бала саҡ- повесть. Бала саҡ темаһы Шәхес тәрбиәләү мәсьәләһе күтәрелә.Төп геройҙар:Оо инәй, Кендек, Хәмитйән, Әсғәт, Кесе инәй, Аҡйондоҙ, Шәһиҙулла, Ибрай.Ай тотолған төндә- трагедия.Шәхестең азатлығы идеяһы күтәрелә.. Халыҡ йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре һүрәтләнә.Ошо йолаларға ҡаршы сыҡҡан кешеләр һәләкәте һүрәтләнә. Төп геройҙар- Аҡйегет, Тәңкәбикә, Зөбәржәт,Диуана, Дәрүиш,Шәфәҡ,Ишмырҙа. Ташлама утты, Прометей- трагедия. Идеяһы- кешенең азат ителеүе, рухи иреклек. Төп геройҙар- Прометей, Агазия, Әҙәмшаһ, Нишаналар, төрлө йәмһеҙ кешеләр.

Ҡайын япрағы тураһында- поэма. Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һүрәтләнә. Уның киләсәге яҡты. Иленең матурлығы менән һоҡлана.

Әхмәт Әһлиуллин (1927) Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында тыуа.  Балалар өсөн әкиәттәр, нәҫерҙәр яҙа.  Биҙәкле сана- хикәйә. Төп герой Имаметдин ҡарт. Ул саналар эшләй. Идеяһы: элекке оҫталар эшләгән әйберҙәргә һаҡсыл ҡараш тәрбәиәләргә кәрәк, балалар уларҙы белергә тейеш

Һәҙиә Дәүләтшина(1905-1954) – Һамар губернаһы, Оло Чернигов районы, Хәсән ауылында тыуа. Репрессияға эләгә. Хикәйәләре- Һылыуҡай пионерка,Һырға һабағы. Повесы- Айбикә, Ялҡынлы йылдар һүрәтләнә. Айбикә иренең ата- әсәһе менән  йәшәй. Ире Юлдыбайҙы һуғышҡа алалар. Халыҡтың ауыр тормошо һүрәтләнә. Романы-Ырғыҙ. Ырғыҙ буйы һүрәтләнә. Ундағы көрәш тарих менән бәйле рәүештә һүрәтләнә. Беренсе донъя, революция был романда сағылыш таба. Төп геройҙары- Айбулат, уның ҡатыны Гөлйөҙөм, Ниязғол бай, Үмәр ҡарт, Ниязғол ҡатындары Рәхимә, Ғәзимә, Миңлекәй,Имай Ниязғолдоң улы, Айбулатты үлтерәләр.

Фәрзәнә Аҡбулатова (1960) Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуа.  Атай икмәге- ауылдағы халыҡтың һуғыш осорондағы михнәттәре һүрәтләнә. Баларҙың асҡа интегеүе, кейем- һалым етмәүлеген, күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәйсә көтөлгән еңеүгә тиклем йәшәүҙәре, аталарының һуғыштан ҡайтып төшөүе һүрәтләнә.



Предварительный просмотр:

8 класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерлек

 

Башҡорт теле буйынса белешмә

 

Синтаксис- грамматиканың бер өлөшө. Ул телдәге һүҙҙәрҙең бәйләнеү закондарын, һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм төрҙөрен, шулай уҡ телдең төп аралашыу булған һөйләмдең төҙөлөшөн өйрәнә. Һөйләм айырым һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән барлыҡҡа килә. Тулы бер уй аңлатып, грамматик һәм интонацион яҡтан ойошҡан һүҙ йәки һүҙбәйләнештәр теҙмәһе һөйләм тип атала. Интонацион төрҙәре буйынса һөйләмдәр хәбәр, һорау, бойороҡ һөйләмдәргә бүленә. 

Һүҙбәйләнештәр тамамланған уй- фекерҙе аңлатмайҙар, шунлыҡтан уларҙа тамамланыу интонацияһы булмай. Телдә ҡулланылған һүҙбәйләнештәр ике юл менән яһалалар: теҙмә һәм эйәртеүле юл. Теҙмә юл менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙә уларҙың өлөштөре бер- береһенә буйһонмай, бер- береһен асыҡламай, үҙ- ара тиң була.

М-н: кешеләр һәм халыҡтар; ҡыҙҙар, малайҙар; ирҙәр, егеттәр;

Эйәртеүле бәйләнеш менән яһалған һүҙбәйләнештәр бер- береһенә тиң булмайҙар: уларҙың береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап, тултырып килә.

М-н: ҡалала уҡыу,сәйер төшө, мин ҡайттым, баланың эше.

Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре:Эйәртеүле һүҙбәйләнеш 4 төргә бүленә: Ярашыу- Эйәреүсе һүҙ менән эйәртеүсе һүҙ бер үк затта, һанда килә( ҡыҙым- таң йондоҙом,минең китабым балам- бәғер итем, беҙ- малайҙар,уға- Нәфискә);башҡарылыу-эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә килеүен талап итә( күңелде шатландыра,йәнемде тетрәтте, һинең өсөн килдем); йәнәшәлек- эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә килеш ялғауҙарынан башҡа йәнәшә тороп бәйләнеүе ( биш китап, текә тау, яҡшы уҡый)Һөйкәлеү- эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә килеп, эйәртеүсе һүҙ III зат эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул иткән ике исем араһындағы бәйләнеш( баланың китабы, олатайҙың туны, уларҙың өйө, мәктәп баҡсаһы).

Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә,хәбәр. Эйә була ала: исем, алмаш, һан, сифат, исем ҡылым, сифат ҡылым, һүҙбәйләнеш, ҡушмә һүҙ. Хәбәр һөйләмде ойоштороусы, уны тамамлап килеүсе һүҙ. Ул ҡылымдан,  һирәкләп  исемдән, сифаттан, алмаштан, һандан, рәүештән, мөнәсәбәт һүҙҙән килә.

Тыныш билдәләре ҡуйылышы:

1.Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килһә улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла.

2. Эйә исемдән, алмаштан, ә хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған һүҙ төркөмдәренән килгәндә лә, улар пауза менән айырылып әйтелһә, араларына һыҙыҡ ҡуйыла.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәреАныҡлаусы-һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, иҫәбен, күләмен белдерә. Ниндәй, ҡайһы, ҡасан, ҡайҙағы, нисә, нисәнсе, кемдең, нимәнең һорауҙарына яуап була. Аныҡлаусы эйәлек килештәге исемдән (Алмаздың), алмаштан(беҙҙең), сифат(йығылғандарҙың) һәм исем ҡылымдан(ҡурҡыуҙың) килә, сифаттан(яҡты), һандан(бер киҫәге), күрһәтеү алмашынан(был).

Тиң булған аныҡлаусы аныҡлаусының бер төрлдө билдәһен белдерәләр: Ал, ҡыҙыл, һары сәскәләр күҙҙәрҙе ялмап тора.

Тиң булмаған аныҡлаусылар предметтың йәки заттың төрлө билдәһен белдерәләр: Унда, зәңгәр күлдәр көҙгөһөндә, бейек зәңгәр күктәр сағылып уйнай.Өҫтәлмәлек- аныҡлаусының бер төрө.Предметтарҙың, заттарҙың түбәндәге билдәләрен белдерә:

1.Кешенең ниндәй белгес булыуын: уҡытыусы – филилолог уҡытыусы- математик, яҙыусы- публицист, шофер- механик.

2.кешенең дәрәжәһен һәм сифат яғынан билдәһен: генерал Кусимов, рус Василий

3. предметтың тәғәйенләшен: класс- кабинет, телефон- автомат, фабрика- кухня

4. кешенең хеҙмәт төрөн: һауынсы Ғәлимә, летчик Гәрәев

5.ҡәрҙәшлекте, ҡартлыҡ- йәшлекте: Хәлимә еңгәй, Салауат бабай, Хәсән ҡарт.

 Тултырыусы- һөйләмдең хәбәренә бәйләнеп, уның мәғәнәһен асыҡлап килә. Төбәү, төшөм, сығанаҡ, урын- ваҡыт килештәре шулай уҡ .(кем менән, нимә менән, кем тураһында, кем тарафынан  һорауҙарына яуар бирә. Алмаштан(миңә), һандан(берәүҙәргә), исем ҡылымдан(йөрөүҙән), сифат ҡылымдан(сыҡҡанға) килә.

 Тура тултырыусы һәр ваҡыт төшөм килештә торған исемдән, алмаштан һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килә. Ситләтелгән тултырыусы төшөм килештәге һүҙҙәрҙән башҡа килештә тороусы тултырыусылар.

 Хәл- һөйләмдә эш- хәлдең эшләнеү рәүешен, күләмен, ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын, ниндәй шарттарҙа үтәлеүен белдерә.Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай, ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙа саҡлы, ҡайҙан алып,ҡасан, ҡасандан бирле, ҡасанға тиклем,  нисә, күпме, ни өсөн, ни сәбәпле һорауҙарына яуап бирә. Хәл төрҙәрерәүеш хәле(Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай), урын хәле (ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙа саҡлы, ҡайҙан алып),  ваҡыт хәле (ҡасан, ҡасандан бирле, ҡасанға тиклем),  , күләм- дәрәжә хәле (нисә, күпме), сәбәп хәле (ни өсөн, ни сәбәпле), маҡсат хәле ( ниндәй маҡсат менән, ни өсөн), шарт хәле (ниндәй шартта, ни эшләһә), кире хәл ( ни эшләһә лә, ни эшләмәһә лә, нимәгә ҡарамаҫтан).

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Эйәһе лә хәбәре лә булһа ике составлы, йә эйәһе, йә хәбәре булмаһа бер составлы була.Бер составлы һөйләм төрҙәре: билдәле эйәле һөйләм- хәбәре булып 1-се һәм 2- се зат хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары килә.( Әйтелгән ваҡытҡа эшләп бөтөгөҙ); билдәһеҙ эйәле һөйләм- хәбәре һәр ваҡыт 3-сө зат ҡылымдан килә, башҡарыусының кем икәне билдәле түгел( уҡыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар); эйәһеҙ һөйләм- эйәһе бөтөнләй юҡ, хәбәре аша ла билдәләп булмай ( Йылыта. Бик оҙаҡ йөрөлдө.); атама һөйләм- тик эйә составы, уға эйәргән эйәрсән киҫәктәр генә була,(Ҡыш)

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре тип үҙенсәлекле интонация менән айырым әйтелгән һәм билдәле дәрәжәлә үҙаллылыҡҡа эйә булған һөйләм киҫәктәре атала. Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы- үҙҙәре аныҡлаған һүҙҙәрҙән һуң килһәләр генә айырымланалар.(О, күҙҙәр, береһенән- береһе йылтыр, бызырашып миңә ҡарайҙар)

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы-(Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам)

Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы-

1.Исемдән, алмаштан килгән эйәһенә ҡараған өҫтәлмәлектәр ( Өс улы- Сәлих, Сәйәх, Зәйни абзыйҙар һуғыш башланғанда уҡ армияла инеләр)

2.Үҙҙәре асыҡлаған һүҙгә хатта, мәҫәлән, шул иҫәптән, йәғни кеүек һүҙҙәр менән бәйләнәләр

3.Бер үк һүҙ ҡабатланып килһә

4.Үҙҙәре ҡараған һүҙ менән бер үк килештә торһалар.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр- һөйләүсенең әйтелгән фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдерә. Әйтерһең, бөтә донъяны ҡараңғылыҡ солғаны. Ысынлап та, бигерәк матур инде.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр түбәндәге тойғоларҙы белдерәләр:

Раҫлауҙы йәки кире ҡағыуҙы (әлбиттә, юҡ..); мөрәжәғәт итеүҙе ( Эй-эй) ;шатланыуҙы, ғорурланыуҙы ( Күрәһеңме); ғәжәпләнеүҙе (аһ-аһ) икеләнеүҙе ( ахыры, бәлкем); һөҙөмтә сығарыуҙы ( тимәк, шулай итеп, әйтерһең дә); ышаныуҙы ( минеңсә, шик юҡ)

Башҡорт әҙәбиәте буйынса белешмә.

8 класс

 

С. Әлибаев ( Сафуан Әфтәх улы Әлибай) Салауат районы Тирмән ауылында 1941 йылда тыуа. Балалар, өлкәндәр өсөн дә яҙа. 1996 йылда Андерсен исемендәге Маҡтаулы дипломға лайыҡ булды.Бик күп шиғырҙар, әкиәттәр, йырҙар авторы. “Мәктәп юлы”- шиғыр. Мәктәп, тормош юлдары бәйләнеше һүрәтләнә.Темаһы: бала саҡ, мәктәп. Идеяһы: фәҡәт мәктәптә генә бала дөрөҫ тәрбиә ала, үҙ аллы тормошҡа әҙерләнә.Жанры: лирик шиғыр.

Ноғман Мусин(1931) Ишембай районы Ҡолғона ауылы- Башҡортостан халыҡ  яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты. Ижадының төп темаһы- экология, тәбиғәтте һаҡлау, рухи ныҡлыҡ, кешелеклек.

“Һабаҡ”- хикәйә, сөнки бер- генә хәл- ваҡиға һүрәтләнә. Ни өсөн шулай атала: Булған хәл- ваҡиғанан Ғайсар фәһем, һабаҡ ала. Үҙенең хатаһын аңлай, берҙәмлектә көс икәненә ышана. Темаһы: мәктәп тормошо, тәбиғәт, дуҫтар тормошо. Проблемаһы: дуҫлыҡ, берҙәмлек, әхлаҡ, экология мәсьәләләре.Төп геройҙары- Ғайсар, Дәүләтбәа, Сәхи бабай

Р. Тимиршин “Уйлап табыусы”- юмористик хикәйә. Юмор аша Хәйҙәрҙең кәмселеген фашлау. Файҙа килтергән эшкә өндәү.

Зәйнәб Биишева-1908-1996 Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, с.Юлаев премияһы лауреаты..Трилогия-Яҡтыға(Кәмһетелгәндәр,Оло Эйек буйында, Емеш).  Повестары- Сәйер кеше, Уйҙар, уйҙар, Ҡайҙа һин Гөлниса, Дуҫ булайыҡ. ,драматик  поэмалары- Тылсымлы ҡурай, Зөлхизә, нәҙер., Хикәйәттәре- Һөнәрсе менән Өйрәнсек, Мөхәббәт һәм нәфрәт.Тылсымлы ҡурай- Ирәмәл батыр, Кинйәбай,Алтынбай,Юха,Сәсән,Алсынбай, Ай,Ер- Әсә. Темаһы- яуызлыҡ менән яҡшылыҡ көрәше.Халыҡтың көсөн, ҡеүәтен, ныҡлығын һүрәтләй. Кәмһетелгәндәр- Яҡтыға трилогияһының беренсе романы. Тема- халыҡ тормошо, беренсе донъя һуғышы, революция. Халыҡтың ауыр тормошо. Төп геройҙар- Байгилде, Сәғүрә, балалары- Йәнеш  Бибеш, Емеш,Иштуған., Сыуаҡай әбей, Ҡормош бай, Хаммат, Тимербай.

“Көҙгө ямғыр” –шиғыр. Темаһы: тәбиғәт. Идеяһы: көҙгө ямғыр һалҡын, күңелһеҙ картиналар килтерһә лә, ул уңыш, тереклек, байлыҡ нигеҙе.

Рәсих Нурғәле улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуа. Ул алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы. Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Уның байтаҡ шиғырҙары төрлө композиторҙар тарафынан көйгә һалынған. Рәсих Ханнанов- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.

”Икмәк ҡәҙере”- хикәйә. Темаһы: икмәк ҡәҙере, игенсе хеҙмәте, дуҫлыҡ, аслыҡ йылдары тураһында Проблемаһы: йәштәрҙең бөгөнгө көндә икмәктең ҡәҙерен белеп етмәүе. Идеяһы: икмәк ҡәҙерен, ҡиммәтен, беҙҙең тормошта уйнаған ролен аңлатыу.Төп геройҙары- Вәли, Хәким ағай,Ҡасим, Миҙхәт ағай, Абдулла бабай,

Рамаҙан Өмөтбаев 1924 йылдың 7 апрелендә Әбйәлил районында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Күп кенә орден- миҙалдар менән бүләкләнә.  Егермегә яҡын хикәйә, новеллалар яҙа.”Генерал Кусимов” исемле документаль әҫәрен яҙа.

“Әмир баҫыуы”- хикәйә. Темаһы: һуғыш осорондағы ауыл тормошо. Проблемаһы: халыҡты ҡотҡарыу өсөн алдашыуға барыу, НКВД эшмәкәрлеге. Идеяһы: тырыш, рәхмәтле була белеү Төп геройҙары- Әмир,

Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов 1938 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуа. “Совет Башҡортостаны” газетаһының махсус хәбәрсеһе. Кинйәбулатов- лирик шағир. Салауат Юлаев премияһы лауреаты, З.Биишева, Р.Ғарипов, С.Чекмарев, Ф.Кәрим исемендәге  әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

“Дуҫлыҡ төйәге”- лирик шиғыр. Темаһы: дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек. Идеяһы: тыныслыҡта, берҙәмлектә генә бәхетле йәшәп була.

Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылда Баймаҡ районының Кусей ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Мәскәүҙә М.Горький исемендәге институтының Юғары әҙәбиәт курсында белем ала.  1991 йылда С.Юлаев исемендәге республика премияһы менән бүләкләнә.

“Башҡортостан- илгенәм”- шиғыр. Темаһы: Башҡортостан, тыуған ил, тел тураһында. Идеяһы: тыуған ерҙе яратырға, ололарға, ихтирам итергә өйрәтеү.

Яңыбай Хаммат улы Хамматов(1925-2000) 1925 йылда Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуа. Тиҫтәләгән роман, повестар авторы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Әҫәрҙәре алтын приискылары, тарихи ваҡиғаларға арнала.

“Салауат”- романдан өҙөк. Темаһы: тарихи шәхестәр, тыуған ил тарихы. Идеяһы: тарихи шәхестәрҙе, тарихты белеү, уларға ихтирам тәрбиәләү.Проблемаһы: дуҫлыҡ,азатлыҡ, халыҡты алдау, ҡыҫырыҡлау мәсьәләләре.Төп геройҙары- Салауат, Юлай Азналин, Петр Иванович Рычков, академик Лепехин.

Шәйехзада Мөхәммәтзакир улы Бабич(1895-1919) 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуа. Атаһы тирә яҡта танылған уҡмышлы кеше була. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.”Ғәлиә” мөҙрәсәһендә белем ала.1919 йылда йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Шиғырҙарында халыҡты белемгә, азатлыҡҡа өндәй.” Ҡышҡы юлда”- шиғыр. Темаһы: ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы. Идеяһы: тәбиғәт матурлығын күреп һоҡланып зауыҡ ала белергә кәрәк. Жанры: лирик шиғыр, тәбиғәт лирикаһы.

Булат Заһрый улы Рафиҡов  1934 йылда Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында тыуа. Ул тарих менән ҡыҙыҡһына. Халҡыбыҙҙың үткәндәре тураһында яҙа.”Ҡараһаҡал” романы өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була.

“Бүреләр”-хикәйә. Тема: һуғыш осорондағы тормош. Идеяһы: кешеләргә,мөхиткә иғтибарлы булыу, ауыр хәлдәрҙә лә кешелек сифатын юғалтмау, ауырлыҡҡа бирешмәү, йәшәү өсөн көрәшергә өндәү.

 Проблемаһы: кешеләрҙең бер- береһенә мөнәсәбәте. Төп геройҙары- Ғилмитдин, Нәғимә, Абдулла,колхоз председателе Ишбирҙе, улдары Ғәндәлип, Ғәҙелбай, Исмәғил бабай

 

Иршат Теләүембәтов 1962 йылда Бөрйән районы Асҡар ауылында тыуа. Башҡорт Дәүләт университетын тамамлай.Тарих уҡытыусыһы булып эшләй. “Урман әбейе”, “ Тау хужаһы” исемле йыйынтыҡтары донъя күрҙе.

“Моралым таңы”-хикәйә. Темаһы: тәбиғәт, Идеяһы: йәнлектргә хәстәрле, һаҡсыл  ҡараш, тәбиғәтте һаҡлау, уға һөйөү хисе тәрбиәләү. Төп геройы- Илфат, Кинйәкәй- марал балаһы

 

Талха Ғиниәтуллин 1926 йылда Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Газета- журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Рус телендә Башҡортостан, үҙ туған халҡы тураһында яҙа.Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған. Бар булмышы менән ғәзиз тупрағына береккән илһөйәр

 әҙиптең әҫәрҙәрендә ватансыллыҡ мотивтары бик көслө, был, моғайын, уның   милли мөхитенән

ситтә йәшәүе менән дә бәйлелер. Тыуған ер образы бәләкәй ҡалҡыулыҡтары, сылтырап аҡҡан шишмәләре, һаҙлыҡ-туғайлыҡтары менән бөтә күркәмлегендә күҙ алдына баҫтырыла.

Т.Ғиниәтуллиндың хикәйә-повестарында Ватанға бирелгәнлек, уны мөҡәддәс һөйөү хисе әҫәрҙән әҫәргә үҫтерелә бара. Әҙип геройҙарының ергә тоғролоғон, йыр-моңға һөйөүен халыҡтың тарихы, яҙмышы, рухы, теле, мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләй

“Әсә һәм бала”-хикәйә. Темаһы: әсә һәм бала. Идеяһы: әсәйҙәргә ихтирамлы, рәхмәтле булырға кәрәк. Проблемаһы- баланы дөрөҫ тәрбиәләү. Төп геройҙар- Сафия,ире Ғәзиз,колхоз рәйесе Фазыл ағай, күршеһе Шәйхелислам,

 

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова (1921-1997) Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған. Ул балалар өсөн бик күп шиғыр китаптарының авторы. “Бал ҡорто һәм күбәләк”- шиғыр Темаһы: тәбиғәт, хеҙмәт. Проблемаһы: хеҙмәт, дуҫлыҡ. Идеяһы: матурлыҡты танып белергә, тойорға, һоҡлана белергә, тәбиғәтте һаҡларға.

Шакир Мөхийән улы Янбаев  1925  йылда Күгәрсен районы Бикбулат ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институты студенты. Оҙаҡ йылдар радио һәм телевидение тапшырыуҙар комитетында эшләй.

“Дегәнәк”- хикәйә. Темаһы: тыуған ил, һуғыш, аслыҡ. Проблемаһы: үлем, тереклек, кеше, тәбиғәт. Идеяһы: тәбиғәткә, уратып алған мөхиткә иғтибарлы, һаҡсыл ҡарашта булыу.Төп геройҙары-автор.

 



Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

 

Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре: теркәүесле теҙмә ҡушма (Кискә табан ел туҡтаны ла көн йылына башланы.), теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр (Күңелле музыка уйнап тора, бер нисә пар бейеп йөрөй). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең береһе икенсеһенә эйәреп килә.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре:

Эйә һөйләм ( кем, нимә) ,

Эйәрсән хәбәр һөйләм (нимә, нимәлә, кемдеке);

Аныҡлаусы һөйләм ( кемдең, ниндәй, ҡайһы);

Тултырыусы һөйләм ( кемде, кемгә, кемдә, кемдән, нимәне, нимәлә, нимәнән,);

Хәл һөйләм. Хәл һөйләмдәр төрҙәре:

Ваҡыт һөйләм-(ҡасан, ҡасандан, ҡасандан алып) Байрас, ишек төбөнә еткәс, ҡапыл туҡталды;

Урын һөйләм( ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙан алып) Ҡайҙа татыулыҡ юҡ, шунда йәм юҡ;

Рәүеш һөйләм( нисек, ни рәүешле)Мин был кешеләргә эшләгән кеүек, улар ҙа миңә эшләйҙәр;

Күләм- дәрәжә һөйләм( күпме, ни дәрәжәлә) Күпме ауыр булһа эштәре, шунса тырыш булды үҙҙәре;

Сәбәп һөйләм( ниөсөн, ни сәбәпле)Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана; маҡсат һөйләм ( ни өсөн, ниндәй маҡсат менән) Юлсылар аҙашмаһын өсөн, оҙон таяҡтар ергә ҡаҙап ҡуйылған;

Шарт һөйләм( ни эшләһә, ни булһа, ниндәй шартта) Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.;

Кире һөйләм(нимә булһа ла, нимәгә ҡарамаҫтан) Өҫтөмә ҡар яуып тормаҫтан, барып етергә тырышырмын.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр кәмендә 3 һөйләмдән тора. Уларға күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр, теҙемдәр ҡарай

Мәҫәлән: күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр (Мәскәү күге нурлы булһын өсөн1, сәскә атһын өсөн баҡсалар2, йәш түкмәһен өсөн ҡарт әсәләр3, шат йылмайһын өсөн балалар4, мин һуғыштым.) Мин һуғыштым- баш һөйләм, уға дүрт эйрсән һөйләм бәйләнеп килгән.

ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр (Яҙҙар килгәс1, ҡарҙар иреп ағыр2, ләкин һис ҡасан да иремәҫ шул күкрәк төпкөлөмдә ятҡан зар3) 1-эйәртеүле бәйләнеш,2- теҙмә бәйләнеш

теҙемдәр ҡобайырҙарҙа осрай, һирәкләп сәсмә әҫәрҙәрҙә, шиғырҙарҙа ла осрай

( Әсә һөртөкән күҙҙәрен,

Ата әйтәкән һүҙҙәрен:

-Бында беҙҙең торған ер

Ҡыуыш-тормош ҡорған ер,

Һеҙ доняға тыуған ер,

Әсәң менән атаңа

-Ожмах йәннәт булған ер-

Ике улан аңлаған,

Башҡа хәбәр һалмаған.)

Башҡорт әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

Башҡорт халыҡ ижады бүленә:

1. Йола поэзияһы( арбау, ауырыуҙарҙы им- том итеү, ҡот ҡойоу, серле әйтем һүҙҙәр)

2. Йырҙар(тарихи, тормош- көнкүреш, мөхәббәт йырҙары, таҡмаҡтар)

3. Бәйеттәр (тарихи бәйеттәр, һуғыш бәйеттәре, тормош- көнкүреш бәйеттәре, мөнәжәттәр)

4. Әкиәттәр: тылсымлы, хайуандар, батырҙар, тормош- көнкүреш әкиәттәре.

5. Көләмәстәр

6. Афористик ижад (мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар)

7. Ҡобайырҙар( батырҙар, тормош- көнкүреш тураһындағы иртәктәр, әйтештәр, лирик һәм эпик эпостар)

8. Сеңләүҙәр- ҡатын- ҡыҙҙар ғына башҡарған жанр

“Урал бытыр” эпосы- идеяһы- кешене тәбиғәттең иң көслө заты, төрлө яуыз көстәрәҙе еңеп сығыр, донъяға ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштырыр ҡеүәт эйәһе итеп күреүҙә. Ошо идея Урал образында сағылыш таба, Кешегә дан йырлана. Темаһы- батырлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡ, үлем менән үлемһеҙлек, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек, яҡшылыҡ менән яманлыҡ

Иҙеүкәй менән Мораҙым”- был эпоста Алтын Урҙа, Нуғай урҙаһы дәүере, башҡорт ихтилалдары осоро,шул заманда йәшәгән тарихи шәхестәр(хандар, бейҙәр, батырҙар) һүрәтләнә. Азатлыҡ өсөн көрәш, яу ваҡиғалары үҙәктә тора.Ҡобайырҙы ижад иткән сәсән Иҙеүкәйҙе халыҡ батыры итеп күрергә теләй. Эпостың теле ябай, халыҡсан, яғымлы. Мәҡәл, тапҡыр һүҙҙәр, фразеологизмдар бик күп.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар- ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған. Ҡулъяҙма китап ҡулдан- ҡулға күсерелгән.Уларҙа дине идеология өҫтөнлөк итә. Донъя хәлдәре, дин, әхлаҡ мәсьәләләре хаҡында мәғлүмәт бирелә. Ҡулъяҙмаларға Йософ вә Зөләйха, Таһир менән Зөһрә, Буҙйегет, Алдар менән Зөһрә, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу, Рисаләи Ғәзизә, әҫәрҙәре инә.

Боронғо әҫәрәҙрҙе ижад итеүселәр: Мәхмүд Ҡажғари- атаҡлы ғалим. Сәйәхәт итергә яратҡан, төрки халыҡтар теле тураһында мәғлүмәт йыйған. “Төрки һүҙҙәр йыйынтығы” исемле әҫәр өҫтөндә ғүмеренең аҙағынаса эшләй.

Йософ Баласағуни- Урта Азияла тыуып үҫә. Йәшәү мәғәнәһе, ғаилә татыулығы, хеҙмәткә баһа, ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында яҙа. “Ҡот килтереүсе белем” исемле әҫәре 13 мең шиғри юлдан тора.

Ҡол- Ғәли “Ҡисса- и- Йософ”- төрки телендә яҙылған боронғо поэтик әҫәр. Ул шиғри формала яҙылған. Ҡол Ғәли 13 быуаттың 1174-1248 йылдарында йәшәгән. Был әҫәрҙе 1212-1233 йылдарҙа ижад иткән.Әҫәр нигеҙендә Зөләйханың Йософҡа булған мөхәббәте ята. Автор саф мөхәббәткә дан йырлай, кешенең сабырлығын, уңғанлығын маҡтай, яуыз әҙәмдәр фашлана, идеал батша тураһында хыялдар һүрәтләнә.

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”- төрки телле халыҡтарҙың ҡыпсаҡ төркөмө араһында таралған әҫәр. Идеяһы- ғәҙел батша, башлыҡ кәүҙәләндерелә.Ҡаһарманлыҡ, имен, гүзәл тормош тураһындағы ҡараштар сағыла. Геройҙар идеаль заттар. Уларҙың тойғолары гүзәл һәм һоҡланғыс.

Буҙйегет- башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары араһында киң таралған әҫәр. Буҙйегет исемле егет менән Ҡарасәс исемле ҡыҙҙың саф мөхәббәте, йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлектәр, кешеләрҙең хоҡуҡһыҙлығы һүрәтләнә. Идеяһы- саф мөхәббәт өсөн көрәш, социаль тигеҙһеҙлектәргә протест.

Йырауҙар- төрки халыҡтарында фольклор һәм әҙәбиәт әҫәрҙәрен ижад итеүсе, йыраусы боронғо һүҙ оҫтаһы. Һабрау йырау- 14-15 быуаттарҙа йәшәгән. Сығышы менән Ҡыпсаҡ ырыуынан тип иҫәпләнә. Ул халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы, йөҙйәшәр ҡарт, тормош тәжрибәһен, аҡылын йыйыусы итеп һүрәтләнә. Асан ҡайғы- 15 быуатта йәшәгән. Сығышы менән башҡорт. Ҡарағалпаҡтарҙың Майҡы бейе менән нәҫел ептәре тоташа. Ҡаҙтуған йырау- сығышы менән Ҡара- ҡыпсак ырыуынан. Батыр, шағир, йыраусы булып дан ала. Ай, Уралым, Уралым ҡобайыры уныҡы тип иҫәпләнә.

Сәсәндәр ижадыҠобағош сәсән (15- 16 быуатта йәшәгән). Ул Дим йылғаһы буйында йәшәгән, үҙе мең башы булып танылған. Ҡобағош батыр булған.Ул һүҙ менән дә, бүтән төрлө юлдар менән дә бейҙәргә ҡаршы көрәш башлаған. Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсән әйтешкәне исемле әҫәре бар. Ҡарас сәсән- 17-18 быуатта йәшәгән. Уны мәғлүмәттәр буйынса Ҡобағош сәсәндең бүләһе тип әйтәләр. Ул батыр һәм мәргән булған. Сәсәнлеге өсөн халыҡ уны бик яратҡан.(Ҡарас батыр һәм сәсән тураһында, Ҡарас менән Аҡша исемле әҫәрҙәре һаҡланған.

Ерәнсә сәсән Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы йәйләүҙә тыуған. Ул Әбелхәйер хан заманында еткән егет була. Аҙағыраҡ үҙен ҡаҙаҡ тип таныштыра. Ул башҡорт, ҡаҙаҡ халҡы араһында йәшәп уларҙың зарын белеп, күреп йәшәгән. Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне исемле әҫәре билдәле.

Байыҡ сәсән 18 быуатта йәшәгән. Ул Салауат районына ҡараған Мәхмүт ауылында 1710 йылда тыуған. Байыҡ Салауат Юлаев менән туған булалар. Пугачев етәкселегендәге , 1812 йылғы һуғыштырҙың шаһиты булған, Ҡараһаҡал, Батырша яуҙарында ҡатнашҡан. Һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа ал бирмәҫ сәсән булып танылған.Уның Салауат батырға, Рәсәйҙе француз илбаҫарҙарынан һаҡларға арнап әйткән ҡобайырҙары билдәле. Байыҡ, Әхмәт Байыҡ исемле йырҙарҙы ла Байыҡ сәсән сығарған тип иҫәпләйҙәр.

Буранбай- Йәркәй сәсән- үткән быуаттың һүҙ оҫталарының иң атаҡлыһы. Буранбай, Ялан Йәркәй, Һыр, Хажеғәле, Иркутский, Бөҙрә тал,Сәлимәкәй йырҙарының авторы ул тип иҫәпләнә.Заманына күрә уҡымышлы иҫәпләнә. Йәштән уға белем алыу бәхете эләгә. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1781 йылда тыуа, 1868 йылда үлә. Ул байҙарға ҡаршы көрәш алып бара. Шуға һөргөнгә ебәрәләр.

Ишмөхәмәт сәсән 1781 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында тыуған. Йәштән үк ҡурайсы, йырсы булып таныла. Шулай уҡ уны элекке сәсәндәрҙең ижадын һаҡлаусы тип иҫәпләйҙәр. Ишмөхәмәт сәсән “аяҡлы тарихсы”булған. (Санды үҙәк, Юлтыҡ ҡараҡ, Малыбай, Бүҙекәйев көйҙәренең һәм йырҙарының авторы тип әйтелә.

Ғәбит сәсән 1856 йылда Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуа. 1921 йылда үлә. Ул ҡурайсы, йырсы һәм сәсән булып таныла. Ул халыҡ араһында электән ҡалған эпостарҙы, легендаларҙы һөйләп, йырлап йөрөр булған. Урал, Иҙел менән Яйыҡ, Салауат, Аҡбуҙат, Һары мулла, Күсәк бей, Тамьян, Салауат тигән эпостарҙы яҙып ала. Тиҫтәләгән йыр, риүәйәт, легендаларҙы яҙып алған.

Салауат Юлаев (1754-1800)- Салауат районы Тәкәй ауылында старшина Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуа. Емельян Пугачев етәкселегендәге восстаниела ҡатнаша.1775 йылда Балтик диңгеҙе буйына Рогервикка ғүмерлек каторгаға ебәрелә. Ул шағир, сәсән булараҡ та билдәле. Ул бик иртә шиғырҙар ижад итә башлай. Уның Тыуған илем- шиғырында патриотик тойғо сағыла, Уҡ- исемле шиғырында ғәйепһеҙ ҡошҡа эләккән уҡ батша түрәләренә эләкһәсе тип әрней, Яу- иле,халҡы алдында ир- егеттәрҙең намыҫ эше, бурысы яуға сығыу,Тирмәмдә, Зөләйха, һандуғас- шиғырҙары тәбиғәт матурлығына бағышлана. Салауат образы сәнғәттә ҙур урын алып тора. Уның тураһында Р.Ишбулатов, Ә.Лотфуллин, А.Кузнецов кеүек күренекле рәссамдарыбыҙ геройҙың портретын яҙҙы. Сосланбәк Тавасиев һәйкәлен төҙөнө, Тамара Нечаева бюсын яһаны, Республикабыҙҙа С.Юлаев исемендә премия булдырылды. Хоккей командаһы, ҡала, район исеме бар.Степан Злобин, Дауыт Юлтый, Баязит Бикбай, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева уның тураһында әҫәрҙәр ижад иттеләр.

Тарихи шәхестәр- Ҡараһаҡал, Батырша, Ҡаһым түрә, Кинйә Арыҫланов, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Александр Матросов, Һәҙиә Дәүләтшина....

Тажетдин Ялсығол (1767-1838)- Көҙәй ырыуынан. Тыуған ерендә бик аҙ йәшәй, сөнки 12 йәшендә атаһына эйәреп хажға китә. Ҡайтып килешләй атаһы Татарстанда үлеп ҡала, атаһының “минең ҡәберемде ташлама” тигән васыятына тоғро булып Мамадыш, Минзәлә өйәҙҙәрендә йәшәй.Ғәрәп, фарсы,төрки телдәрен бик һәйбәт белә. Урта быуат китаптарын төрки теленә тәржемә итә.(Рисалә-и Ғәзизә, Тарихнамә –и болғар әҫәрҙәре бик әһәмиәтле. Тарихнамә –и болғар әҫәрендә тарихсыларҙың хеҙмәттәре, фольклор материалдар йыйылған Был әҫәрҙә Ҡөрьән, Библия мотивтары сағыла. Шәжәрәләр ҙә осрай.

Ғәбдерәхим Усман (1754-1834) Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Утыҙ имән ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡала. Белем алырға бик ынтыла. Ҡарғалы, Бохара мәҙрәсәләрендә уҡый.Уны Стәрлетамаҡ яғы башҡорто Лоҡман кантон улы Ибраһимов уны юғалған улы урынына уллыҡҡа ала, шулай итеп ул саф башҡорт булып донъя ҡуя. Уның 50- гә яҡын әҫәре билдәле. Ижадының төп йүнәлеше тормошто реаль һүрәтләү.Ғилемгә, әҙәпкә дан йырлай. Белемле, намыҫлы булырға өндәй.

Ғәли Соҡорой (1826-1889) Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуа. Бөрө, Усы, Минзәлә мәҙрәсәләрендә белем ала. Әҫәрҙәре: Туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү, Тәуарих- и Болғария.Әҫәрендә элек булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй, үҙ фекерен белдерә, географик белешмәләр бирә, ғибрәтле ваҡиғаларҙы тасуир итә.Ижады бик бай һәм йөкмәткеле.

Мифтахетдин Аҡмулла(1831-1895) Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуа.Әсән мәҙрәсәһендә, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Зәйнулла мәҙрәсәһендә белем ала.Ҡаҙаҡ далаларында ярлы балаларын уҡытып йөрөй. Ил гиҙеп, наҙан муллаларҙан көлөп, ярлы- ябағаны, етем- еҫерҙе, кәмһетелгәндәрҙе яҡлап шиғырҙарын ижад итә. Уны мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы тип атайҙар. Халыҡты белемгә, уҡырға саҡыра. Мәғрифәтселек ҡараштары Башҡорттарым уҡыу кәрәк, Нәсихәттәр, Мәжлесенә ҡарай ғына, Инсафлыҡ,Урыным- зиндан, Шиһабетдин мәржәни мәрҫиәһе шиғырҙарына сағыла. Шиғыр ҡобайырҙары: Бәхет, Ҡәнәғәт, Донъя, Тиһеңме, Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ.

Мөхәмәсәлим Өмөтбаев (1841-1907) Ҡырмыҫҡалы районы Йомран Ибраһим ауылында тыуып үҫкән.Үҙ заманынды шаҡтай белемле, алдынғы ҡарашлы кеше булған. Әсәһе лә Көнсығыш әҙәбиәтен, башҡорт фольклорын яҡшы белгән. 1852 йылда Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусына уҡырға бара. Бик яҡшы уҡый: география, математика, тарих, әҙәбиәт, тел өйрәнеү менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Тәржемәсе, волость старшинаһы булып эшләй. Туған халҡының тарихын өйрәнә, Петербургта, Ҡырымда эшләй һәм йәшәй. Ижады бик ҙур булмаһа ла күп яҡлы. Ул тарихсы, этнограф, телсе- шағир, тәржемәсе, мәғрифәтсе ғалим. Нәсихәт, Бәйет, Васыят һәм нәсихәт- исемле шиғырҙары белемгә, әхлаҡи тәрбиәгә өндәй. Башҡорттар, Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар тигән хеҙмәттәрендә башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһай. Башҡорт халҡының фольклорын да йыя. Йомран иле исемле шиғырында тыуған ил тәбиғәте менән һоҡлана, шул уҡ ваҡытта колонизаторҙарҙың илебеҙҙе талауына асынып һыҙлана. Ҡайыш илә йүкә- мәҫәлендә социаль мотивтар сағылыш таба. Бай менән ярлының социаль хәлен, бер- береһенә ҡаршы ике көс икәнен асып һала. АС.Пушкиндың Романс, Наслаждение, Делибаш, Бахчисарайский фонтан поэмаларын татар теленә тәржемә итә.

Ризаитдин Фәхретдин (1859-1936) Һамар губернаһы Юлдаш ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Мәҙрәсәләрҙә белем алып йөрөгәндә үҙе лә уҡый, башҡаларға һабаҡ та биреп йөрөй. Мәҙрәсәләрҙә яңыса уҡытыу буйынса ныҡлап уйлана, яңыса уҡытыу өсөн дәреслектәр яҙа. Ул Диниә назаратында эшләгән ваҡытта ундағы архивты тәртипкә килтерә. Ваҡыт исемле гәзетала эшләй. Шура журналының баш мөхәрире булып эшләй. Фәхретдин дин белгесе, теолог. Ислам нигеҙҙәре, Диниә назараты, Мөхәммәт пәйғәмбәр, Мәшһүр әҙәмдәр исемле әҫәрҙәре бар. Ул мәғрифәтсе. Белем биреү генә түгел, тәрбиә, кешене дини, әхлаҡи тәрбәиәләү мәсьәләһен ҡуя. Тәрбиә, Ғаилә, Тәрбиәле ата, Тәрбәиәле бала, Тәрбиәле әсә исемле әҫәрҙәре бар. Аҫар исемле китабын яҙа. Бында халыҡтың, күренекле шәхестәрҙең тормошо, хеҙмәттәре хаҡында белешмә бирә. Был китабында халыҡтың, милләттең белеме, мәҙәниәте, ғилеме, әҙәбиәте үҫеше тураһында яҙа. Сәлимә повесында- мәғриәфәтселек ҡараштарын халыҡҡа етерлек, аңлайышлы итеп һүрәтләй. Шул уҡ темаға Әсмә әҫәрен дә яҙа.

Сафуан Яҡшығолов.(1871-1931) Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуа. Уҡыуға зирәк, һүҙгә оҫта була. Тарих, география кеүек фәндәрҙән белем алырға тырыша. Мулла булып эшләй, мәҙрәсә аса, балалар уҡыта. Ул яңылыҡты яҡлаусы шағир. Тәржемә итеү менән дә шөғөлләнгән. Башҡорт ағаларына хитап исемле шиғырында башҡорттарҙы белемгә өндәй, Дим буйы исемле шиғырында тыуған яғы матурлығына һоҡлана.

Фәтхелҡадир Сөләйманов (1889-1976) Силәбе өлкәһе Шығай ауылында тыуа. Атаһы мәҙрәсәһендә белем ала. Китаптар уҡырға ярата. Р.Фәхретдин, М.Өмөтбаев китаптарын йотлоғоп уҡый. Рәсүлиә мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡаҙаҡ ауылдарында мөғәллим булып эшләй. Революциянан һуң башҡорт хәрәкәтенә ҡушыла. Башҡорт хөкүмәтенең теле, Салауат гәзитәләрендә эшләй.Зәки Вәлиди менән бергә Төркөстанға сығып китергә мәжбүр була. Таныҡлы Төркиәт ғалим булып китә, Анкара ҡалаһында үлә. Әҫәрҙәре: Башҡорт моңо- шиғырында элегерәк халыҡтың иркен йәшәүе тураһында, бөгөнгөһөн күреп һыҙланыуы һүрәтләнә. Йәйләүҙе һағынғанада- шиғырында фәҡирлеккә, хәйерселеккә килтереүсе төп сәбәпте ерҙе һатып бөтөрөүҙә икәнен белдерә. Тимербай ҡурайсы- хикәйә, халыҡ тормошоноң үткәне, бөгөнгөһө тураһында уйлана, моң -зарын һүрәтләй. Салауат батыр драмаһы- Башҡорт халҡының тарихи шәхестәрен һүрәтләү. Пугачев менән Салауаттың ҡушылыуы, көрәштәре һүрәтләнә.

Мәжит Ғафури (1880-1934) Ғафури районы Еҙем-ҡаран ауылында тыуа. Атаһы хәлфә, балалар уҡыта, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәжит уҡыуға әүәҫ була. Ғосмания, Мөхәмәдиә, Ғәлиә мәҙрәсәләрендә,Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡыш көнө балалар уҡыта, ә йәй көнө балсыҡ ташый, кирбес һуға. Рәмиевтарҙың алтын приискыһында ла эшләй. Әҫәрҙәре: Себер тимер юлы йәки милләттең хәле- техника, машиналар дәүерен маҡтай, шул уҡ ваҡытта халыҡтың артта ҡалыуын, белемдән ситтә тороуын күреп әсенә. Рәсәйҙән артта ҡалмаҫа өндәй.1906 йылдан 1907 йылға васыят, 1907 йылдың яуабы – шиғырҙарында шағирҙың азатлыҡҡа ынтылыуы, тыуып килгән яңы йылға ул ҙур өмөт менән ҡарауы һүрәтләнә. Бөтһөн империализм һуғышы, Икмәк – шиғырҙары халыҡ тигеҙ булырға тейеш тигән фекер менән һуғарыла.Бир ҡулыңды- ябай эшсегә ихтирам,ололау. Шағирҙың алтын приискыһында- повесть. Автобиографик әҫәр.Бында прискыла эшселәрҙең ауыр шарттарҙа эшләүе, интегеүе һүрәтләнә. Әҫәрҙәре: Ҡара йөҙҙәр, Фәҡирлектә үткән тереклек,Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын.

Шәйхзада Бабич (1895-1919)- 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуа. Атаһы тирә яҡта танылған уҡмышлы кеше була. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.”Ғәлиә” мөҙрәсәһендә белем ала.1919 йылда йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Шиғырҙарында халыҡты белемгә, азатлыҡҡа өндәй.” Ҡышҡы юлда”- шиғыр. Темаһы: ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы. Идеяһы: тәбиғәт матурлығын күреп һоҡланып зауыҡ ала белергә кәрәк. Жанры: лирик шиғыр, тәбиғәт лирикаһы. Халҡым өсөн- шиғыр. Темаһы: халыҡ, тыуған ил. Идеяһы: шиғырҙарын халҡы, тыуған иле өсөн йырлай, халыҡҡа хеҙмәт итергә ант итә. Кем өсөн- ярлыларҙың тормошо,байҙарҙың тормошо менән сағыштырып бирелә. Бер минут- илдең алға, яҡтыға ынтылыуын теләй, һуғыш, ярлы тормош күңелен әрнетә. Көрәшеп үткән ҡыҫҡа ғүмереңде, Көтәм, Йәшәһен эшселәр, Бай һәм ярлы, Әйҙә милләт, Башҡортостан, Башҡорт халҡына көйлө хитап- шиғырҙарында азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәү, илебеҙҙе азат итеп күреү теләге менән һуғарылған. Ғазазил- поэма. Үҙ ара көрәшеүсе көстәр төркөмгә бүленгән. Ожмах, фәрештәләр, Иблес, шайтандар һәм бер аллаға, бер шайтанға ышанып йәшәүсе кешеләр һүрәтләнә.

 



Предварительный просмотр:

Олимпиадаға әҙерлек

Тел

Башҡорт теле- башҡорт халҡының милли теле. Башҡорт халҡының һөйләшеү теле, ул үҙ- ара аралашыу, фекер алышыу хеҙмәтен үтәй. Тел төшөнсәһе түбәндәге мәғәнәлә ҡулланыла: а)конкрет тел, этник төркөм теле (мәҫәлән-башҡорт халҡының аралашыу теле). б) тел аралашыу ваҡтында төрлө үҙенсәлекле төрҙәрен барлыҡҡа килтерә ( мәҫәлән: С.Агиш теле, ғилми тел, аралашыу теле)

Лексика-башҡорт телендәге бөтә һүҙҙәр йыйылмаһын өйрәнә. Башҡорт теленең һүҙлек байлығын өйрәнә. Һүҙлек байлығын фарсы теленән ингән, ғәрәп теленән ингән, рус теленән һәм рус теле аша башҡа Көнбайыш Европа илдәренән ингән һүҙҙәр тулыландыра. 

Ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр дингә, сауҙаға, белмгә, уҡыуға ҡарай: алгебра, дин, файҙа, шағир, мәсьәлә, талап, алмас.

Фарсы теленән ингән һүҙҙәргә: үҙгәреш, яңылыш, сауҙа, көнкүреш әйберҙәр исемдәре инә: абруй, баҙар, таҫтамал, ҡағыҙ, көкөрт, гөл, диван.

Урыҫ теленән ингән һүҙҙәр 16- сы быуатта инә башлай, бураҙна, эшләпә, мүк, тәрилкә, торба, келәт, арыш, биҙрә, кәбеҫтә… Улар башҡорт теленең фонетикаһына яраҡлаштырылған.

Рус теле аша Европа илдәренән ингән һүҙҙәр үҙгәрешһеҙ ҡабул ителә: метр, слесарь, драма, планете, физика, география

Улар үҙләштерелгән һүҙҙәр тип атала. Телдә актив, пассив ҡулланышлы һүҙҙәр була. Актив ҡулланылышлы һүҙҙәр кешеләр телмәрендә йыш ҡулланыла, ә пассив һүҙҙәр һирәк ҡулланыла. Пассив Һүҙҙәргәархаизмдар, историзмдар, неологизмдар, диалектизмдар, терминдар, прфессионализмдар инә.

Һүҙҙәр күп мәғәнәле һәм бер мәғәнәле була. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр осрай: биҙәк- 1.матурлыҡ өсөн төшөрөлгән биҙәк 2. Йәм, матурлыҡ биргән нәмә.

Синонимдар- мәғәнәләре бер төрлө, ә яҙылыштар төрлөсә булған һүҙҙәр: тиҙ, шәп, йәһәт, йылдам, йән- фарман; матур, сибәр, нәфис, гүзәл.

Антонимдар- ҡапма- ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр: аръяҡ- бирьяҡ, ҡыйын- рәхәт, тоҙло- тоҙһоҙ, шатлыҡ- ҡайғы.

Һүҙьяһалыш, орфография

Һүҙ тамыр менән ялғауҙан тора. Бала- лар, урман-дар, сәскә-ләр.

Ялғауҙар ике төрлө була: яһаусы- яңы мәғәнәле һүҙ яһай (урман- сы, бесән- лек, урман- лыҡ. Ҡайһы бер яһаусы ялғауҙар һүҙгә яңы биҙәк тә өҫтәй: мал- ҡай, бала- ҡай, ҡолон-саҡ, ал- һыу., үҙгәртеүсе- мәғәнәһен үҙгәртмәйсә, форма ғына үҙгәртә: төш-тә, бала-ны, бала- лар, китап- тар- ҙы.

Һүҙҙәр 3 төрлө була:тамыр, яһалма,ҡушма һүҙҙәр.

Тамыр: ел, йыр, ауыл, ағас

Яһалма: ауыл-даш, йыр- сы, ағас-лыҡ, ел-пеү- ес.

Ҡушма: аҡҡош, ашъяулыҡ, терегөмөш. Ҡушма һүҙҙәр ҡушыу (бишбармаҡ, өсаяҡ, Ағиҙел, аҡтамыр)- бергә яҙыла;парлау (туған-тыумаса, аҙыҡ- түлек, этә- төртә)-һыҙыҡса аша яҙыла; ҡабатлау(эре- эре, көлә- көлә)-һыҙыҡса аша яҙыла; бәйләү (Башҡортостан Республикаһы, Сибай драма театры..)- айырым яҙыла;һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу (РУНО, БР,БДУ)- бергә яҙыла

Морфология- һүҙҙең грамматик мәғәнәһен өйрәнә. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре-исем, ҡылым, алмаш, сифат,рәүеш,һан.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүес, оҡшатыу һүҙҙәре, ымлыҡтар, мөнәсәбәт һүҙҙәр.

Исем-төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамалары. Исем берлектә(өй, ағас, бала), күплектә( өйҙәр, ағастар, балалар)үҙгәрә.. Яңғыҙлыҡ исемдәр- Айһылыу, Мәскәү.., уртаҡлыҡ исемдәр- ай, урман, парта, ручка. Исем килеш менән үҙгәрә: төп- кем? Нимә?(өй, урман) Эйәлек- кемдең? Нимәнең?(өйҙөң, урмандың) Төбәү- кемгә? Нимәгә?(өйгә,урманға), төшөм- кемде? Нимәне?(өйҙө, урманды), урын- ваҡыт- кемдә? Нимәлә?(өйҙә, урманда),сығанаҡ- кемдән? Нимәнән?(өйҙән, урмандан). Исемдең эйәлек заты- әсәйем, әсәйең, әсәйегеҙ, әсәһе. Исемдең хәбәрлек заты- апаймын, апайбыҙ, апайһығыҙ.

Сифат- предметтың билдәһен белдерә.Ул тамыр( аҡ, бәләкәй, ҙур), яһалма (аң-лы, белем-ле, сереү- серек, ете- етеле, тарих- тарихсы), ҡушма-( аҡлы- ҡаралы, тәмле- татлы, һылыу- һылыу). Дәрәжәләретөп (аҡ, ҡыҙыл, йәшел), артыҡлыҡ (ап- аҡ, ҡып- ҡыҙыл, йәм- йәшел), аҙһытыу( аҡһыл, йәшкелт, ҡыҙғылт),сағыштырыу(ағыраҡ, ҡыҙылыраҡ, йәшелерәк).

Ҡылым-заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен, трошон, һәләтен, күренешен белдерә.Үҙгәрә заманда:хәҙерге заман(бара, ҡайта, эшләй), үткән(барған, ҡайтҡан, эшләгән), киләсәк(барыр, ҡайтыр, эшләр). Ҡылым һөйкәлештәре:бойороҡ(әйт, әйтһен, әйтмәгеҙ, әйтһендәр), хәбәр(әйтәм, әйтәсәк, әйтер ине), шарт (әйтһәм, әйтһәң, әйтһә), теләк (әйтәйек, әйтмәксе булам). Ҡылым төркөмсәләре(затһыҙ ҡылымдар)Исем ҡылым (башлау, эшләү, төрөү, уҡыу), Сифат ҡылым( барыр, әйткән, йырлаған,уыясаҡ, барыусы, әйтер, күрәсәк, күрер), Уртаҡ ҡылым (барырға, уҡырға, килергә, килмәҫкә, уҡымаҫҡа), Хәл ҡылым( барып, килеп, булғас, булмағас, булғансы, ҡайтҡансы). Ҡылым йүнәлештәре:төп (яҙа, ашай, йоҡлай), ҡайтым( йыуын, йыуынды, эшләнде, кейен- кейенде), төшөм( һалынған, эшләнгән, барылған) йөкмәтеү( ҡарат, эшләт, эшләттер, яҙҙыр, яңыр, ашыр), уртаҡлыҡ ( алышырға, эшләшергә, тотошорға)

Һан-предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдерә. Б-ленә: ябай һандар(бер ике, биш, ун), ҡушма һандар ( ике мең, биш йөҙ, алтмыш ике). Һан төркөмсәләре: төп(ике йорт, биш алма), рәт һандары( беренсе, өсөнсө, алтынсы), бүлем һандары( берешәр, икешәр, алтышар), сама һандары( алты-етеләгән, биш- алты, йөҙҙәрсә) йыйыу һандары( берәү, икәү, өсәү), үлсәү һандары( алтылы калуш, унлы лампа,) кәсер һандары( дүрт бөтө икенән бер, бер бөтөн ундан биш).Нумератив һүҙҙәр- үҙенсәлекле үлсәү берәмеге- бер ҡосаҡ, бер көтөү, өйөм, төргәк, йотом, тамсы, баш, килограмм.. Дөрөҫ яҙылышы: биш – алты, өс- дүрт, 1 ғинуар, 1999 йыл, 1- се , 6- шар, 30-40- лап, 1676-1678-тйылдар, 1995/1996 йылдар, “Москвич- 412”.

Алмаш- исемде, һанды, рәүеште телмәрҙә алмаштырып йөрөүсе һүҙ төркөмө. Төркөмсәләрезат(мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар), эйәлек(минең, һинең, уларҙың, беҙҙең..)күрһәтеү (был, ошо, теге, ул, анау) һорау( кем, нисә, күпме, ҡасан..), билдәләү ( һәр кем, һәр нимәә, бөтә, бөтәһе лә), билдәһеҙлек( әллә, әлллә кем, әллә ҡасан, теләһә ниндәй), юҡлыҡ( һис, һис кем, һис ни, бер кем дә).

Рәүеш- эш-хәрәкәттең билдәһен белдереүсе һүҙ.Төркөмсәләре:төп(йәйәү, алмаш, аҡсалата,шәп, яй, әкрен), ваҡыт( кисә, бая, иртәгә, тиҙҙән), урын( алыҫ, яҡын, аҙаҡ, яҙын), оҡшашлыҡ( уларса, йәштәрсә, беҙҙеңсә), күләм-дәрәжә( бер аҙ,әҙ-мәҙ, бөтөнләй, яртылаш), сәбәп- маҡсат( бушҡа, юҡҡа, юрый, әрәмгә). Дәрәжәләре: сағыштырыу(шәберәк, әкренерәк), артыҡлыҡ(бик шәп, үтә шәп, ғәжәп матур)

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре

Теркәүес- һөйләм киҫктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма итеп теркәүсе ярҙамсы һүҙ. Ябай (әммә, ләкин, йәғни, шуға, тимәк), ҡушма (әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн) теркәүестәр була. Теҙеү (да-дә, та-тә, ла-лә-йыйыу теркәүесе, ә, тик, шулай ҙа, фәҡәт- ҡаршы ҡуйыу, йә, йәки, йәиһә, әллә- бүлеү, хатта, бәлки- аныҡлау) һәм эйәртеү(сөнки, шулай булғас, шуның һөҙөмтәһендә) теркәүестәре була.

Бәйләүес- эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙгә, эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй. 3 төркөмгә бүленә:исемдәрҙең төп килештә, алмаштарҙың эйәлек килештә тороуын талап итеүсе( менән, өсөн, кеүек, айҡанлы, буйынса), төбәү килештә килгән исемдәр менән ҡулланылыусы(күрә, хәтле, саҡлы, ҡарамаҫтан, ҡаршы), исемдәрҙең сығанаҡ килеш менән ҡулланылыусы(һуң, башҡа, тыш, башлап, ҡала).

Киҫәксәләр- һөйләм киҫәктәренә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә төҫмөрләнеше буреү өсөн ҡулланыла. Төркөмсәләре: һорау(-мы,-ме,-мо, ме ни, -микән), көсәйтеү(бик, ифрат, бигерәк, ап-, иң, иллә)раҫлау( әле, бит, инде, тағы) үтенеү( -сы,-се, -со, һана,-һәнә) инҡар итеүҙе( түгел, һис), сикләү(ҡына, кенә, тик, иһә), билдәләү( тап, нәҡ, хас), икеләнеү( дыр, дер, тыр, тер, тор)

Мөнәсәбәт һүҙҙәр- уй-фекергә ҡарата төрлө мөнәсәбәтен белдерә. (мәҫәлән, ихтимал, моғайын, исмаһам, ҡыҫҡаһы)

Ымлыҡтар- тойғоларҙы, күренештәрҙе, тауыштарҙы аңлатҡан һүҙҙәр( бәй-бәй, ай- һай, жыу, селтер- селтер, их, ах, һи,сәт- сәт)

Әҙәбиәт

Дауыт Юлтый(183-1938)-Ырымбур , Юлтый ауылында тыуа. Мәҙрәсәлә белм ала.Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.Әҫәрҙәре:шиғырҙары- Шинель, Сумка, ҡан баҙары- һуғыш темаһына, Айһылыу- поэма. Колхоз ойоштороу темаһы күтәрелә. Драмалары- Ҡарағол, Салауат һәм Пугачев, Урланған Көнһылыу, Тирмәндә, Йәнтүрә. Ҡарағол – драма. Төп геройҙары- Ҡарағол, ҡатыны,әсәһе Ҡыраубикә, ҡыҙы Таңсулпан, дуҫтары- Һөйөндөк, Ҡәҙерша, Вася. Дошмандары- поп Андрей, Әпкәләй, Ишмырҙа кантон. Идеяһы-азатлыҡ, башҡорт ерҙәрен һаҡлап ҡалыу, халыҡ- ара дуҫлыҡ. Ҡарағол ерҙе һаттырмау яғында, уны үлтерәләр.

Ҡан романы- Беренсе донъя һуғышын һүрәтләй. Автор үҙе был һуғышта була. Идеяһы- азатлыҡ,донъя һуғышының насарлыҡ килтереүен төшөндөрөү,тыныслыҡ өсөн көрәш. Төп геройҙар: Булат, Новиков, Байғужа, Индрил. Булат аша автор үҙенең күргәндәрен һүрәтләй.

Әхмәтзәки Вәлиди(1890-1970)- Ишембай районы, Көҙән ауылы. Уҡымыщлы, ғалим, белгес, тарихсы, Башҡорт республикаһын төҙөүсе. Төркиәгә китергә мәжбүр. Ҡыҙы менән улы бар. Халыҡ тарихын, тыуған яҡ тарихын өйрәнә. Үҙенең күргәндәрен Хәтирәләр исемле китабына яҙа.

Мөхәмәтша Буранғол(1888-1966) –Ырымбур өлкәһе Үргә Илъяс ауылында тыуа. Фольклор әҫәрҙәрен йыя, туплай. Урал батыр эпосын яҙып ала, һаҡлап алып ҡала. Драмалары: Иҙеүкәй менән Мораҙым,Башҡорт туйы, Ашҡаҙар, Зәңгәр шәл, Шәүрәкәй, Ялан Йәркәй. Башҡорт туйы-музыкаль драма. Идеяһы: ғәҙеллек, мәкерлеккә ҡаршы көрәш, Халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу. Төп геройҙары-Гөлбикә, Юлдыбай,Гөлзифа,Әсмән, Һөрәйрә,Ханнан.Үтәғол, Йәнгилде.

Ғайнан Хәйри (1903-1938)- Нуриман районы Иҫке Күл ауылы. Хикәйәләре- Сабата, Командир, Мөхәммәт, Уҡытыусы. Ҡатын, Кооператорҙар-повестары. Боролош- тәүге роман. Идеяһы- революция осорон һүрәтләй. Революцияның ыңғай, кире яҡтарын һүрәтләй. Төп геройҙар-Ғариф бай, Мирза мулла, Шәмси, Ғәли, Вахит, Сабира.

Һәҙиә Дәүләтшина(1905-1954) – Һамар губернаһы, Оло Чернигов районы, Хәсән ауылында тыуа. Репрессияға эләгә. Хикәйәләре- Һылыуҡай пионерка,Һырға һабағы. Повесы- Айбикә, Ялҡынлы йылдар. Романы-Ырғыҙ. Ырғыҙ буйы һүрәтләнә. Ундағы көрәш тарих менән бәйле рәүештә һүрәтләнә. Беренсе донъя, революция был романда сағылыш таба. Төп геройҙары- Айбулат, уның ҡатыны Гөлйөҙөм, Ниязғол бай, Үмәр ҡарт, Ниязғол ҡатындары Рәхимә, Ғәзимә, Миңлекәй,Имай Ниязғолдоң улы, Айбулатты үлтерәләр.

Сәғит Мифтахов(1907-1942)- Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы. Драмалары- Балҡанда, Күктән төшкән Һөрәйрә, Ялан ҡыҙы, Пандар илендә. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт- Һаҡмар драмаһының дауамы. Колхозлашыу осоро һүрәтләнә. Шәхес, мөнәсәбәттәр, коллектив, ғаилә проблемалары күтәрелә. Төп геройҙар- Юлай- колхоз председателе, ҡатыны тракторист- Айһылыу,Йәркәй- тракторист, Сәрби- Юлайҙың әсәһе,Наум Петрович.

Ғәлимов Сәләм-1911-1939) Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы. Шиғырҙары- Республикам иртәһе, Һәйкәл, Ғүмер, поэмалары-, Шоңҡар, Өс йыр,Бала. Бала поэмаһы -бала, шәхес, эш, ғаилә проблемаһы күтәрелә. Төп геройҙар- Зәйнәп, Сәйҙел,Әршит,Нәзирә. Бала бәғер ите- тигән мәҡәл аша тәрбиә бирелә.

Рәшит Ниғмәти-1909-1959- Һамар өлкәһе Диңгеҙбай ауылы.Халыҡ шағиры- 1959 йыл бирелә.Шиғырҙарының төп темаһы- Ватанды һөйөү. Бөйөк ватан һуғышына арналған шиғырҙар- Тыуған илем, Әсә һүҙе, Үс ал, патриот; поэмалары- Үлтер улым фашисты- тыуған илгә һөйөү, уны дошмандан һаҡлау идеяһы күтәрелә, Һинең кәләшеңдең хаттары- мөхәббәт хистәре менән бер рәттән тыуған илгә һөйөү һүрәтләнә, Һаҡмар ҡыҙы- һуғыштан һуң кешеләрҙең яңы тормош өсөн хеҙмәте һүрәтләнә, төп геройҙары (Фәтхел, Гөлгөл,Байрам, Яппар).

Баязит Бикбай-1909-1968- Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылы, С.Юлаев премияһы лауреаты.Драмалары Ҡарлуғас, Салауат, Ҡаһым түрә. Повестары- Тере шишмәләр, Аҡсәскә, Романдары- Аҡселән ташҡанда. Опералары- Ҡоҙаса, Шәүрә, Замандаштар. Ҡарлуғас- драма. Төп геройҙары-Ҡарлуғас,уның дуҫ ҡыҙҙары-Әсҡәп,Гөлйемеш; Шатморат- уның егете,. Кире геройҙар-Әлмәт бай, Баяр Садовский, Абсатый ҡарт. Ер һатыу проблемаһын күтәрә, 1773-1775 йылдар һүрәтләнә. Аҡсәскә- повесть. Шәхес культы, уның эҙемтәләрен һүрәтләй, Ғаилә яҙмышы һүрәтләнә.Төп герой-Нәғимә, ҡыҙы Аҡсәскә, ире- Әхмүш. Нәғимәнең атаһы ҡулға алына, Әхмүш ҡурҡып ҡыҙы менән ҡатынын ташлап китә.

Зәйнәб Биишева-1908-1996 Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, с.Юлаев премияһы лауреаты..Трилогия-Яҡтыға(Кәмһетелгәндәр,Оло Эйек буйында, Емеш). Повестары- Сәйер кеше, Уйҙар, уйҙар, Ҡайҙа һин Гөлниса, Дуҫ булайыҡ. ,драматик поэмалары- Тылсымлы ҡурай, Зөлхизә, нәҙер., Хикәйәттәре- Һөнәрсе менән Өйрәнсек, Мөхәббәт һәм нәфрәт.Тылсымлы ҡурай- Ирәмәл батыр, Кинйәбай,Алтынбай,Юха,Сәсән,Алсынбай, Ай,Ер- Әсә. Темаһы- яуызлыҡ менән яҡшылыҡ көрәше.Халыҡтың көсөн, ҡеүәтен, ныҡлығын һүрәтләй. Кәмһетелгәндәр- Яҡтыға трилогияһының беренсе романы. Тема- халыҡ тормошо, беренсе донъя һуғышы, революция. Халыҡтың ауыр тормошо. Төп геройҙар- Байгилде, Сәғүрә, балалары- Йәнеш Бибеш, Емеш, Иштуған., Сыуаҡай әбей, Ҡормош бай, Хаммат, Тимербай.

Назар Нәжми- 1918-1999- Дүртөйлә районы Миңеште ауылы. Халыҡ шағиры, С. Юлаев премияһы лауреаты.Шиғырҙары- Ватан, Тыуған ил тураһында һүҙ. Йыр тураһында баллада- Мәлих Харисҡа бағышлана. Бөйөк Ватан һуғышы темаһы.Урал- поэма. Төп геройҙары- Ят кеше, Ишбулла. Ят кеше тыуған илдән ситтә йәшәй. Илен һағына. Ишбулла уға тыуған ил ҡәҙерен аңлата. Шағир Һәм Шаһ-поэма. Шаһ шағирҙың үһен маҡтауын көтә, ләкин шағир баш тарта. Шағир ғәҙеллек яҡлы, хаҡлыҡ яҡлы.

 



Предварительный просмотр:

Олимпиадаға әҙерлек

11 синыфтар өсөн тел буйынса белешмә

Төрки телдәр ҡәрҙәш телдәр ғаиләһен барлыҡҡа килтерә.Төрки телдә һөйләшеүсе милләттәр: Алтай, Башҡортостан, Ҡабарҙы- Балҡар, Ҡарасәй- Черкес, Татарстан, Тыва, Хакас, Яҡут-Саха республикаларының халҡы. Төрки телдәр төркөмдәргә бүленә:Яҡут төркөмө- яҡут, долган телдәре; көньяҡ себер төркөмө- алтай,хакас, шор, һары уйғыр, тыва телдәре;көньяҡ- көнсығыш төркөмө- уйғыр, үзбәк; ҡыпсаҡ төркөмө- башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасәй- балҡар; Сыуаш- болғар төркөмө- сыуаш теле; көньяҡ- көнбайыш төркөмө- ғағауз, төрөк, төркмән, хорассан, әзербайжан, ҡырым татарҙары теле.

Башҡорт теленең диалекттары: Көнъяҡ диалект, Көнсығыш диалект, Төнъяҡ- көнбайыш диалект.Бер- береһенән фонетик, лексик, морфологик үҙенсәлектәре менән айырылалар.

Хәҙерге башҡорт теленең стилдәре: йәнле һөйләү стиле(ғаиләлә, таныштар араһында һөйләшкәндә, диалог формаһында ҡулланыла), фәнни стиль(фәнни хеҙмәттәр, монографиялар, китаптар, мәҡәләләр, дәреслектәр яҙғанда ҡулланыла), публицистик стиль( газета- журнал мәҡәләләре, очерк, фельетондар, юморескалар, өндәмәләр яҙғанда ҡулланыла), рәсми, йәғни эш ҡағыҙҙары стиле (указдар, приказдар, инструкциялар, уставтар, ғаризалар яҙғанда ҡулланыла), матур әҙәбиәт стиле( әҙәби әҫәрҙәр ижад иткәндә ҡулланыла) 

Синтаксис- һөйләм төҙөлөшөн тикшерә, уларһың төрлө законлыҡтарын аса. Һүҙбәйләнеш-мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан үҙ- ара бәйле ике йәки бер нисә һүҙ.Төрҙәре: теҙмә, (Тауыш көр, моңло, йөрәккә үтеп инә торған.) эйәртеүле. (Йәншишмәне таптыҡ.).Эйәртеүле һүҙбәйләнеш 4 төргә бүленә: Ярашыу( ҡыҙым- таң йондоҙом, балам- бәғер итем, беҙ- малайҙар,уға- Нәфискә);башҡарылыу-эйәртеүсе һүҙ йәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә килеүен талап итә( күңелде шатландыра, һинең өсөн килдем); йәнәшәлек- эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә ялғау ярҙамынан башҡа йәнәшә тороп бәйләнеүе ( биш китап, текә тау, яҡшы уҡый) Һөйкәлеү- эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә килеп, эйәртеүсе һүҙ эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул итә( баланың китабы, олатайҙың туны, уларҙың өйө).

Нығынған һүҙбәйләнештәр-мәғәнәһе буйынса бер һүҙ итеп ҡаралған һүҙбәйләнештәр. Ауыҙына һыу ҡапҡан- өндәшмәй, табанын ялтыратҡан- ҡасҡан, кәкре ҡайынға терәтеү- алдау, айыу майы һөртөү- урлау, төпһөҙ кәмәгә ултыртты- алданы,

Һөйләм- синтаксистың төп берәмеге. Төп билдәләре: тамамланған уйҙы белдерә; грамматик нигеҙе була(эйә менән хәбәре); аҙағында пауза була, тамамланған интонация була; һөйләмдә нимәлер тураһында хәбәр ителә.

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре: һорау(һорау интонацияһы менән әйтелә), хәбәр( хәл- ваҡиғалар, күренештәр, факттар тураһында хәбәр ителә), өндәү-бойороҡ(эш- хәлде башҡарырға өндәй, бойора), тойғо(күренештәргә, ваҡиғаларға ҡарата тойғоһон белдерә)һөйләмдәр.

Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә,хәбәр. Эйә була ала: исем, алмаш, һан, сифат, исем ҡылым, сифат ҡылым, һүҙбәйләнеш, ҡушмә һүҙ.Хәбәр һөйләмде ойоштороусы, уны тамамлап килеүсе һүҙ. Эйә менән хәбәр яраша: - хәбәр, бойороҡ, шарт һөйкәлешендәге ҡылымдан килгән хәбәр,; - тәбиғәт күренештәрен тасуирлағанда; күплектә торған эйә эйәлек ялғауҙары ҡабул иткәндә; һөйләмдең хәбәре сифаттан йәки мөнәсәбәт һүҙҙән килгәндә; һөйләмдең эйәһе күплектәге исем ҡылымдан килгәндә.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәреАныҡлаусы-һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, иҫәбен, күләмен белдерә. Ниндәй, ҡайһы, ҡасан, ҡайҙағы, нисә, нисәнсе, кемдең, нимәнең һорауҙарына яуап була. Аныҡлаусы эйәлек килештәге исемдән (Алмаздың), алмаштан(беҙҙең), сифат(йығылғандарҙың) һәм исем ҡылымдан(ҡурҡыуҙың) килә, сифаттан(яҡты), һандан(бер киҫәге), күрһәтеү алмашынан(был).Өҫтәлмәлек- аныҡлаусының бер төрө. (уҡытыусы- математик, яҙыусы- публицист, шофер- механик. Тултырыусы- һөйләмдең хәбәренә бәйләнеп, уның мәғәнәһен асыҡлап килә. Төбәү, төшөм, сығанаҡ, урын- ваҡыт килештәре шулай уҡ .(кем менән, нимә менән, кем тураһында, кем тарафынан һорауҙарына яуар бирә. Алмаштан(миңә), һандан(берәүҙәргә), исем ҡылымдан(йөрөүҙән), сифат ҡылымдан(сыҡҡанға) килә. Хәл- һөйләмдә эш- хәлдең эшл                неү рәүешен, күләмен, ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын, ниндәй шарттарҙа үтәлеүен белдерә.Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай, ҡайҙа, ҡасан, нисә, күпме, ни өмөн, ни сәбәпле һорауҙарына яуап бирә. Хәл төрҙәре: рәүеш хәле, урын хәле, ваҡыт хәле, күләм- дәрәжә хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, шарт хәле, кире хәл.

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Эйәһе лә хәбәре лә булһа ике составлы, йә эйәһе, йә хәбәре булмаһа бер составлы була.Бер составлы һөйләм төрҙәре: билдәле эйәле һөйләм( Эйтелгән ваҡытҡа эшләп бөтөгөҙ); билдәһеҙ эйәле һөйләм( уҡыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар); эйәһеҙ һөйләм( Йылыта. Бик оҙаҡ йөрөлдө.);атама һөйләм(Ҡыш. )

Мәғәнә асыҡлығы өсөн бөтә кәрәкле киҫәктәре булған һөйләм тулы һөйләм тип атала.Һүҙ барышында еңел аңлашылған берәй киҫәге төшөрөп ҡалдырылған һөйләм кәм һөйләм тип атала.

Өндәш һүҙҙәр- уй- фекергә тыңлаусының иғтибарын туплау өсөн ҡулланыла торған һүҙҙәр.Һөйләмдең башында, уртаһында, аҙағында ла килә алалар. Бәләкәйем, Әнисәм минең. Һеҙгә бармай, кемгә барайым, эй, балаҡайым.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр- һөйләүсенең әйтелгән фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдерә. Әйтерһең, бөтә донъяны ҡараңғылыҡ солғаны. Ысынлап та, бигерәк матур инде

Ҡушма һөйләм төрҙәре: теҙмә ҡушма һөйләм, эйәртеүле ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре: теркәүесле теҙмә ҡушма(Кискә табан ел туҡтаны ла көн йылына башланы.), теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр(Күңелле музыка уйнап тора, бер нисә пар бейеп йөрөй). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең береһе икенсеһенә эйәреп килә. Эйәрсән һөйләм төрҙәре: Эйә һөйләм( кем, нимә) , Эйәрсән хәбәр һөйләм(нимә, нимәлә, кемдеке); аныҡлаусы һөйләм( кемдең.ю ниндәй, ҡайһы); тултырыусы һөйләм( кемде, кемгә, кемдә, кемдән, нимәне, нимәлә, нимәнән,); хәл һөйләмХәл һөйләмдәр төрҙәре: ваҡыт һөйләм-(ҡасан, ҡасандан, ҡасандан алып) Байрас, ишек төбөнә еткәс, ҡапыл туҡталды; урын һөйләм( ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙан алып) Ҡайҙа татыулыҡ юҡ, шунда йәм юҡ; Рәүеш һөйләм( нисек, ни рәүешле) Мин был кешеләргә эшләгән кеүек, улар ҙа миңә эшләйҙәр; күләм- дәрәжә һөйләм( күпме, ни дәрәжәлә) Күпме ауыр булһа эштәре, шунса тырыш булды үҙҙәре; сәбәп һөйләм( ниөсөн, ни сәбәпле)Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана; маҡсат һөйләм ( ни өсөн, ниндәй маҡсат менән) Юлсылар аҙашмаһын өсөн, оҙон таяҡтар ергә ҡаҙап ҡуйылған; шарт һөйләм( ни эшләһә, ни булһа, ниндәй шартта) Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.; кире һөйләм(нимә булһа ла, нимәгә ҡарамаҫтан) Өҫтөмә ҡар яуып тормаҫтан, барып етергә тырышырмын.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр кәмендә 3 һөйләмдән тора. Улар эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәргә, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәргә, теҙемдәргә бүленәләр.

Аралашыу ваҡытында телмәрҙең ике төрө барлыҡҡа килә: тура һәм ситләтелгән телмәрТура телмәр автор һүҙҙәренән һәм сит кеше һүҙҙәренән төҙөлә. Сит кешенең һүҙҙәрен мәғәнәһенә зыян килтермәй ҡулланыу ситләтелгән телмәр тип атала.

Әҙәбиәт буйынса белешмә

Мостай Кәрим(1919-2005)Шишмә районы Келәш ауылы. С.Юлаев премияһы лауреаты(1967), Халыҡ шағиры(1963),Станиславский исемендәге РСФСР премияһы, СССР дәүләт премияһы, Г-Х.Андерсен исемендәге почетлы диплом бирелде, Социалистик Хеҙмәт Геройы.Шағир, драматург, прозаик,. Һуғыш темаһына яҙылған шиғырҙары: Төрөпкә,Мин фронтҡа китәм иптәштәр,Һалдат, Ямғыр, Сит уттар..Лирик шиғырҙары: Таш өҫтәндәге гөлдәр,Һаумы тиҙәр гөлдәр, Уйҙар, Дуҫыма, Вәғәҙәләр бирмә. Йылмайыу әкиәте темаһы- ил хакимдары.Ҡара һыуҙар- һуғыш темаһы. Уның ҡара яҡтарын һүрәтләй. Ҡурҡаҡ бер кешенең кәләше авторға уның тураһында һорашырға килә.Оҙон- оҙаҡ бала саҡ- повесть. Бала саҡ темаһы Шәхес тәрбиәләү мәсьәләһе күтәрелә.Төп геройҙар:Оо инәй, Кендек, Хәмитйән, Әсғәт, Кесе инәй, Аҡйондоҙ, Шәһиҙулла, Ибрай.Ай тотолған төндә- трагедия.Шәхестең азатлығы идеяһы күтәрелә.. Халыҡ йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре һүрәтләнә.Ошо йолаларға ҡаршы сыҡҡан кешеләр һәләкәте һүрәтләнә. Төп геройҙар- Аҡйегет, Тәңкәбикә, Зөбәржәт,Диуана, Дәрүиш,Шәфәҡ,Ишмырҙа. Ташлама утты, Прометей- трагедия. Идеяһы- кешенең азат ителеүе, рухи иреклек. Төп геройҙар- Прометей, Агазия, Әҙәмшаһ, Нишаналар, төрлө йәмһеҙ кешеләр.

Рәми Ғарипов (1932-1977) Салауат Районы Арҡауыл ауылы. Башҡортостандың халыҡ шағиры,С.Юлаев премияһы лауреаты.Шиғырҙары- Йырҙарыма ҡайтам, Алғы һыҙыҡ,Тормош, Бәхет,Киләсәк,Урал йөрәге, Салауат Батыр, Уйҙарым(ҡобайыр), Аманат(ҡобайыр). Табыныу-поэма. Хаҡлыҡ, хаҡһыҙлыҡ, яҡшылыҡ, яуызлыҡ темаһын күтәрә. Кемгә ышанырға? Дон- Кихот- монолог. Идеяһы-хаҡлыҡ, дөрөҫлөк. Хаҡлыҡты даулаусы кешеләр булғанда ғына тормош дауам итер, ғәҙеллек булыр.Батырша- баллада рәүешендәге шиғыр. Идеяһы- рух батырлығы, азатлыҡ өсөн көрәш, еңеүгә ышаныс.Интегралдар поэмаһы- поэма. Йыһан, шәхес, рух, мөхәббәт хисе, ер шары интегралдар, кәсерҙәр фонына күсеп һүрәтләнә. Фәлсәфәүи шиғыр.

Әхиәр Хәкимов-(1929-2003)- Дәүләкән районы, Яңы Йәнбәк ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты.Романдары- Һауыр ҡумта, Ҡуштирәк, Ҡош юлы, Өйөрмә, Дауылдан ҡотолоу юҡ, Думбыра сыңы. Повестары-Гөлбикә,Туй, Бәйге, Күпер, Аҡһаҡ бүре.

Өйөрмә- шәхес культы темаһына яҙылған роман.Халыҡтың аҡыллы кешеләренең юҡҡа сығарылыу фажиғәһе һүрәтләнә.Төп геройҙар- Зөфәр Богданов, Хәҙисә Барласовна, Искәндәр Шәрәй,Маһипәрүәз, Фәриҙә. Нахаҡ ғәйепләүҙәргә түҙер хәле ҡалмағас Ҡыҙыл комиссар, граждандар һуғышында ҡатнашҡан, саф йөрәкле коммунист Хәҙисә атылып үлә.

Бәйге-повесть. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан геройҙарға арналған. Төп геройҙар- Йәғәфәр, уның аты Ыласын. Тормош үҙе бәйге. Маҡсатың, теләгең- үҙе бәйге.

Ғ.Хөсәйенов (1928) Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты. Башҡорт Әҙәбиәте тарихын өйрәнеүсе ғалим, әҙәби тәнҡитсе,әҙәбиәт белгесе, әҙип.

Тормош- парса. Тормош, донъя, йәшәү, үлем, тәбиғәт, йәмғиәт, фән, әҙәбиәт тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙар тупланған яҙма.

Рудасы Исмәғил Тасим улы-повесть. Халҡыбыҙҙың атаҡлы улы, Тарихи шәхес Исмәғил Тасимов һүрәтләнә. Тарихи документтар ерлегендә яҙыла.

Ҡанлы илле биш- роман. 1755 йылдағы ихтилал, Батырша тураһында тарихи- документаль әҫәр. Төп геройҙар- Кириллов,Татищев,Туйгилде.

Рауил Бикбаев-(1938)- Башҡортостан халыҡ шағиры, С.Юлаев премияһы лауреаты.Ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, прфессор, филология фәндәре кандидаты. Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ- поэма. Тема- экология, әхлаҡ, әҙәп. Идея- тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау, сафлыҡҡа, кешелелеккә, азатлыҡҡа өндәү.

Ете быуыным- шиғыр.Идея - быуындар сылбыры өҙөлмәһен. Салауат ҡылысы- шиғыр.Салауат батырҙы оноторға ярамай- идея. Бөрйән ҡарағайы- шиғыр. Тема- экология. Идея- тәбиғәтте һаҡлау.

Ноғман Мусин (1931) Ишембай районы Ҡолғона ауылы- Башҡортостан халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты. Ижадының төп темаһы- экология, тәбиғәтте һаҡлау, рухи ныҡлыҡ, кешелеклек.Ауылым юлы- повесть. Тема- ауыл тормошо.Мәңгелек урман-(дилогия) роман. Төп геойҙары- Төлкөсура, Сажидә,Рәхилә,Уйылдан, Тема- урман. Проблема- урманды һаҡлау, кшелеклек сифаттарын һаҡлау.

Азат Абдуллин(1931)- Ейәнсура районы Үрген ауылы.-драматург.Әҫәрҙәре- Онотма мине ҡояш(Сергей Чекмарев тураһында)- пьеса, Аҡ һөт, Ҡыҙыл ысыҡ-повесы,Ун өсөнсө председатель- пьесадрама. Тема- ауыл, колхоз тормошо. Проблема-хеҙмәт ресурстарын дөрөҫ ҡулланыу, кешеләрҙе мул тормошҡа сығарыу,. Төп геройҙар- Рахманов, Ҡәҙриә, Яҡупов, Сәғәҙиев,Харисова,Улин,Хәлиҙә.

Рәшит Солтангәрәев-(1935-2000)- Көйөргәҙе районы, Таймаҫ ауылы. С.Юлаев премияһы лауреаты.Прозаик, журналист. Хикәйәләре- Хамбал,Тыуған йорт,Орден, Орден.Пове стары- Йылы ямғыр, Аҡ умырзая, Таш болан, Тау,Осто бөркөт. Романдары- Беҙ йәшәгән ер, Хамбал- хикәйә. Ауыл тормошо һүрәтләнә. Ғәҙеллек, хеҙмәт, ҡаһарманлыҡ, рухи ынтылыш проблемалары күтәрелә. Төп герой- Хамбал,Нурулла, Байбулат,Хаммат,Йәмилә.

Ҡиәмәтлек кейәү- ауыл тормошо. Кешелеклек, ярҙамсылыҡ, проблемаһы күтәрелә.

Денис Бүләков (1944-1995)- Мәләүез районы Арыҫлан ауылы.Прозаик, журналист, С.Юлаев премияһы лауреаты. Хикәйәләре- Ҡояш ярсығы, Ауылымдың аҡ өйҙәре,Һары һандуғас балалары, Ҡыңғырау сәскә. Повестары-Упҡын ситендә бейеү,Романдары- Килмешәк, Ғүмер бер генә. Килмешәк- роман. Тема- производство романы. Етәкселеккә төрлө ҡараш, ер һөнәренә, кешеләргә ҡараш һүрәтләнә. Төп геройҙар- колхоз рәйесе- Ғилман Нуриханов, агроном.”килмешәк” Хәйрулла Яубаҫаров, Харис,Яппаров.Ғилман менән Хәйрулла бер туған булып сығалар, фамилиялары ла ике төрлө, характерҙары ла оҡшаш түгел, сөнки икеһе ике мөхиттә тәрбиәлнергә мәжбүр. Һуғыш ваҡытында бер- береһен юғалта улар.

Ғүмер бер генә- роман.Депутат һайлау мажаралары, енәйәтселек элементтары һүрәтләнә.Экология, социаль ғәҙеллек, милләт яҙмышы проблемалары күтәрелә. Төп геройҙар- Бәҙерғолов, врач Ҡаҙнабаев,хирург Арынбаҫаров, врач Насиров,Гөлщан, Илғужа,

Хәсән Назар- (1942)- Ейәнсура районы Таулыҡай ауылы. Журналист, шағир. С.Юлаев премияһы лауреаты.Шиғырҙары- Сәңгелдәк, Таулыҡай,Ауылыма,Тау шишмәһе, Тауҙар, ӘсәйемАтай тауышы Поэма- Шәмсыраҡ.Тема- тыуған яҡ. Идеяһы- үткәндәрҙе оноторға ярамай. 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.

Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек. 8-се класта башҡорт теле дәресе....

Олимпиадаға әҙерлек

8-се класс уҡыусылары өсөнбашҡорт теленән олимпиада һорауҙары...

Олимпиадаға әҙерлек

Башҡорт мәктәптәренең 10-сы класс  уҡыусылары өсөн  башҡорт теленән олимпиада һорауҙары...

Докдад "Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптары".

Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптарыУҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.Улар ҡүп  осраҡта өйрәтеү  характерында...

«Кәкүк сәйе» байрамы әҙерлек төркөмөндә

Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу; башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү....

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу шәжәрә байрамы «Тамырҙарыңды бел»

Маҡсат: Ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт биреү.Бурыстар:Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу ; зат- ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың ғаиләне һәм кеше шәхе...

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу уйын-ярыш «Тел бәйгеһе» темаһына

Маҡсат–балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу; Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала – ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫк...