«Кәкүк сәйе» байрамы әҙерлек төркөмөндә
план-конспект

Абдуллина Гөлназ Әлфир ҡыҙы

Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу; башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Скачать:


Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ЯҢАУЫЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ЯҢАУЫЛ  РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ ЯҢАУЫЛ ҠАЛАҺЫ 9-СЫ ҺАНЛЫ «МИЛӘШКӘЙ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ  БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ  

           

Белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу

«Кәкүк сәйе» байрамы

әҙерлек төркөмөндә

Тәрбиәсе:

Г.Ә.Абдуллина.

Яңауыл 2018

Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән                   таныштырыу; башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.

Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү үҫеше, социаль- коммуникатив үҫеш.

Интеграцияланған бурыстар.

Белем биреүсе: тирә-йүнде өйрәнеүгә теләк уятыу, ҡоштар, үләндәр, бөжәктәр донъяһына балаларҙың иғтибарын йәлеп итеү, улар тураһында яңы белем биреү. Урманға, ҡырға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итеү.

Үҫтереүсе:  һүҙ байлыҡтарын арттырыу, телмәрҙәрен үҫтереү

Тәрбиәүи: милли уйындар аша балаларҙың һаулығын нығытыу; уларҙа иғтибарлылыҡ, уяулыҡ,  татыулыҡ, дуҫлыҡ, тәбиғәткә, уның үҫемлектәренә, хайуандарына ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.Әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе үҙләштереүҙе тәьмин итеү.  

Алдан үткәрелгән саралар: тәбиғәт тураһында йырҙар, шиғырҙар, бейеү өйрәнеү, әңгәмә үткәреү.

Йыһызландырыу: урман аҡланы итеп биҙәлгән зал. Ҡоштар тауышы яҙылған яҙма яңғырай.

        «Кәкүк сәйе», «Кәкүк сәйе!»  

        Бөтәһе лә килһендәр,

        Байрамыбыҙға рәхим итһендәр!

    Бер ҡыҙ болонға сығып сәскәләр йыя, еҫкәй һәм һоҡлана уларға.

Уның эргәһенә тағы ла ике ҡыҙ килә.(сәскәләр өҙәләр, еҫкәйҙәр, түңәрәк яһап әйләнәләр, һуңынан өсөһө теҙелеп баҫып кәкүк тауышына ҡулдарын бер уңға, бер һулға һелкейҙәр һәм өләсәйҙе саҡыра, саҡыра йүгереп кереп китәләр).

Өләсәйҙең тауышы йыраҡтан ишетелә.

Өләсәй. Сәйем дә ҡайнамаған, ҡунаҡтарҙа саҡырылмаған Гөльямал, Бибинур, Шәмсинур уф аллам...(Шул ваҡытта өс ҡыҙ ашъяулыҡ сығарып йәйәләр һәм тыпырҙап бейеп алалар ҙа йүгереп кереп китәләр). Өләсәй балалар менән ҡулдарына ашамлыҡтар алып ҙур аҡланға киләләр. Ике бала аҡландағы тирәк төбөнә аҡ ризыҡ-һөт, ҡатыҡ ҡоялар һәм өләсәй эргәһенә ултыралар.

Диләрә менән  Тимур самауыр ҡайнатырға әҙерләнәләр.

«Самауыр» бейеүе.

Лия.

   Һаумы йәшел урманым,

   Һаумы зифа ҡайыным,

   Һаумы матур болоном

   Бөгөн килдек беҙ бында

   Кәкүк сәйе эсәргә !

    Вилия. Өләсәй, ниңә «Кәкүк сәйе» байрамын үткәрәләр ул?

Өләсәй.

Борон-борондан башҡорттар ҡош-ҡортҡа табынып йәшәгәдәр. Кәкүк- халҡыбыҙҙың әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне, үҙ һөйгәненә тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдыра. Кәкүк кешеләргә изгелек килтереүсе ҡош. Шуға ла уға бағышлап байрамдар үткәрәләр. Кәкүктән йәйҙең матур килеүен, игендең ишелеп уңыуын һорағандар.

Көндәр йылына башлағас олоһо ла, кесеһе лә тәбиғәт ҡосағына йыйылғандар, үҙҙәре менән шәкәрен, ҡоротон, майын алып сыҡҡандар. Үҙҙәренең уйындарын, бейеүҙәрен ойошторғандар, сәй эсеп туйғас үҙҙәренән ҡалған риҙыҡтарын тирәк төбөнә һалғандар, теләктәр теләгәндәр; именлек, һаулыҡ.

Диләрә. Дуҫтарым, ә беләһегеҙме халыҡта кәкүк тураһында бик матур легендалар бар.

Балалар. Юҡ.

Диләрә. Ишеткәнегеҙ юҡмы? Улайһа һөйләп күрһәтәм.

Балалар. Һөйлә, һөйлә.

Диләрә. Борон-борон заманда  Кәкүк исемле егет йәшәгән. Уның яратҡан ҡыҙы булған, ти. Бер ваҡыт һуғыш сыҡҡан. Егет һуғышҡа киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған, ти. Ҡыҙ уны бик һағынған. Бер көндө: «Әй, Хоҙай миңә ҡанаттар биреп ҡошҡа әйләндерһәңсе, мин һөйгәнемде эҙләп табыр инем,» - тип ялбарған, ти. Шунан ҡыҙ ҡошҡа әйләнеп осоп киткән, һәм «Кәкүк, кәкүк,» - һөйгәнен саҡырып эҙләп тик йөрөй, ти. Сит ояға йомортҡа һала, баҫып сығарырға түҙемлеге етмәй шул.

(ҡурай көйө яңғырай)

Башҡорт халыҡ йыры  “Кәкүк”те  йырлап үтәйек.

Айҙар кәкүк тә,

Байҙар кәкүк

Яҙҙың йәмле көндәрендә

Һин киләһең кәкүк.

Кәкүк, кәкүк, кәкүк.

Айҙар кәкүк тә,

Байҙар кәкүк

Йәйҙең йәмле көндәрендә

Һин булаһың кәкүк.

Кәкүк, кәкүк.

Айҙар кәкүк тә,

Байҙар кәкүк

Яҙҙың йәмле көндәрендә

Һин киләһең кәкүк.

Йәйҙең йәмле көндәрендә

Һин булаһың кәкүк.

Өләсәй. Борон-борондан кәкүк сәйе үткәргәндә теләктәр теләгәндәр, әйҙәгеҙ беҙ ҙә теләктәр теләп алайыҡ әле, беҙҙең дә теләктәр ҡабул булһын. (Ҡурай көйө аҫтында балалар теләк теләп ебәк таҫманы ағас ботаҡтарына бәйләйҙәр).

Тимур. Илдә һуғыш булмаһын.

Балалар. Амин шулай булһын.

Вилия. Балалар бәхетле булһын.

Балалар. Амин шулай булһын.

Розалия. Малдар ишәйһен.

Балалар. Амин шулай булһын.

Өләсәй. Игендәр мул булһын.

Балалар. Теләктәр ҡабул булһын.

Диләрә. Өләсәй, дуҫтарым әллә уйнап алабыҙмы?

Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.

Диләрә. Әминә, башла әйҙә.

«Йәшерәм яулыҡ» уйынын уйнайҙар.

Йәшерәм яулыҡ, йәшерәм яулыҡ

Йәшел ҡайын артына,

Һиҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

Балалар. Әйҙә тиҙерәк!

Балалар. И-и-и өлгөрмәне. (Бөтәһе лә баҫа)

Амелия. Алһыу кәкүк булып ҡысҡырһын.

Балалар. Әйе, шулай.

Алһыу. Кәкүк, кәкүк и инде ошо дуҫтарҙы. (Бөтәһе сәпәкәй итәләр).

Өләсәй. Әллә бер бейеп күрһәтәһегеҙме?

Тимур. Була ул. (Бейейҙәр бөтәһе ҡул сабалар).

Өләсәй. Һай, афарин, балалар. Бик матур бейенегеҙ

Өләсәй. Балалар, үҙебеҙҙең таҡмаҡтарҙы йырлап алайыҡ әле.

Таҡмаҡтар.

Ауылым туғай,туғай

Унда һайрай  бер турғай.

Тормош иркен, күңелдәр киң

Бейеп бер алмай булмай.

Күп милләтле халыҡ йәшәй

Яңауыл яҡтарында

Башҡорт, татар, урыс, марый

Бер туғандай  бары  ла.

Кәкүк сәйе тәмле була

Бүәнең  һыуҙарыннан,

Хоҙай тағы  насип  итһен

Осрашырға  бер  заман.

(Бөтәһе баш эйә)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.

Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек. 8-се класта башҡорт теле дәресе....

Олимпиадаға әҙерлек

8-се класс уҡыусылары өсөнбашҡорт теленән олимпиада һорауҙары...

Олимпиадаға әҙерлек

Башҡорт мәктәптәренең 10-сы класс  уҡыусылары өсөн  башҡорт теленән олимпиада һорауҙары...

Докдад "Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптары".

Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптарыУҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.Улар ҡүп  осраҡта өйрәтеү  характерында...

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу шәжәрә байрамы «Тамырҙарыңды бел»

Маҡсат: Ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт биреү.Бурыстар:Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу ; зат- ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың ғаиләне һәм кеше шәхе...

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу уйын-ярыш «Тел бәйгеһе» темаһына

Маҡсат–балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу; Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала – ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫк...

Олимпиадаға әҙерлек.

Олимпиадаға әҙерлек...