Олимпиадаға әҙерлек
олимпиадные задания (10 класс) на тему

Зарипова Гюзель Маулитовна

Башҡорт мәктәптәренең 10-сы класс  уҡыусылары өсөн  башҡорт теленән олимпиада һорауҙары 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon olimpiadnyievoprosyi10-11kl.doc45 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт мәктәптәренең 10-сы класс  уҡыусылары өсөн  башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1.Нимә ул ижек? Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр тураһында нимәләр беләһегеҙ?

2. Яңы һүҙҙәр һәм диалект һүҙҙәргә билдәләмә бирегеҙ . Миҫалдар менән аңлатығыҙ.

3.Башҡарылыу,йәнәшәлек,һөйкәлеү,ярашыу юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәргә миҫалдар килтерегеҙ

4. Һуйған да ҡаплаған-

    Сабатаһын түргә элә-

    Борсағы бешмәү-

Был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен яҙығыҙ һәм берәүһе менән һөйләм төҙөгөҙ.

5.Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ. Тауыш –тын бер аҙ баҫылып төн уртаһы ауғас Үмәр тәҙрәһен ипләп кенә сирттеләр (Һ.Дәүләтшина.)

6.Ҡулъяулыҡ һүҙенә фонетик анализ яһарға.

          Башҡорт мәктәптәренең 10-сы класс  уҡыусылары өсөн

                       башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1. “Сумка”,”Шинель”,”Ҡан баҙары” шиғырҙарының авторы һәм темаһын яҙ

2. Дауыт Юлтый ниндәй жанрҙарҙа ижад итә?

3. Д.Юлтыйҙың  поэмаларын һанап сыҡ

4. Әҫәрҙәрҙең авторын яҙығыҙ

    1) “Һуңғы тарпан” хикәйәте-

    2) “Урал йөрәге” шиғыры-

    3) “Айгөл иле” драмаһы-

    4) “Ҡурайҡайға” шиғыры-

5. М.Өмөтбаев үҙенең ниндәй мәҡәләһендә һәр бер башҡорт мотлаҡ белергә тейешле әйберҙәрҙе яҙа. Мәҡәләнең исемен һәм белергә тейешле әйберҙәрҙе яҙығыҙ.

6. “Ат аҡтығы илгә бүре килтерә, тиҙәр, балам, уҫаллыҡҡа тәһәрәт кәрәкмәй ул.” “Ҡарағол” драмаһындағы ҡайһы  персонаждың һүҙҙәре ?  

                                          Инша темалары:

1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһында азатлыҡ өсөн көрәш темаһы  

2. Беҙҙең  өйҙөң  йәме    

                                         

  Башҡорт теленән яуаптар

1. Һүҙ ижектәргә бүленә. Һүҙҙә нисә  һуҙынҡы өн булһа, шул тиклем ижек була.

Ябыҡ һәм асыҡ ижектәр була. Ижек тартынҡы өнгә бөтһә- ябыҡ ижек, һуҙынҡыға бөтһә- асыҡ ижек була,( 1 б.)

2.Фәндең,техниканың,мәҙәниәттең,сәнғәттең,тормоштоң үҙгәреүе арҡаһында барлыҡҡа килгән яңы предметтарҙы   атау кәрәклегенән яңы һүҙҙәр тыуа. Мәҫәлән: компьютер, факс, кеҫә телефоны һ.б.

    Бер төбәк кешеләренә генә хас һөйләш диалект тип атала .Мәҫәлән: бейем, баҡырыу , турғай еләге һ.б., (2 б.)

3.  Урманға барам, матур ҡыҙ, мәктәптең баҡсаһы, мин уҡыйым; ( 1 б.)

4. Бер төрлө,  бик оҡшаш; эреләнеү; һүҙе үтмәү; ( 1 б.)

5. Тауыш- тын бер аҙ баҫылып, төн уртаһы ауғас, Үмәр тәҙрәһен  ипләп кенә ҡаҡтылар. (2 б.)

6. (1 б.)

                                           Башҡорт әҙәбиәтенән яуаптар

1. Д.Юлтый. Империалистик һуғышҡа протест. (1 б.)

2. Шиғыр, поэма, хикәйә, повесть, драма, роман. (1 б.)

3. «Шәрәф», «Мәйсәрә», «Нефть тураһында әкиәт», «Айһылыу».(1 б.)

4 1) Ғ.Хөсәйенов, 2) Р.Ғарипов ; 3) М.Кәрим; 4) Ш.Бабич(1 б.)

5.”Башҡорттар” .Аҫаба башҡортҡа 3 нимәне белеү мотлаҡ: 1-  үҙ ырыуыңды, 2- йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу, 3- хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү(2 б.)

  6. Ҡыраубикә.    (1 б.)                                      

 Иншаға ике баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә һәм  грамматик хатаһына -  5-әр  балл, бөтәһе  10 балл

Юғары  балл 100% - -  25 балл,

Башҡорт мәктәптәренең 11-се класс  уҡыусылары өсөн  башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

  1. Бирелгән һүҙҙәрҙе төбәү килештә үҙгәртеп яҙ: июль, фонарь, ноябрь, грипп, Донбасс, киоск, нефть.
  2. Беренсе башҡорт милли алфавитын кем төҙөгән?
  3. Һөйләмдәрҙең төрөн билдәләргә:

а) Хыялымдың йылғыр ҡанаттары  ауылымы ҡайтып етте.

б) Беҙҙе йыуаттылар.

4.Элек   әсәһе эшләй торған эштәрҙе  хәҙер инде ул үҙе шәп башҡара һөйләмендә рәүештәрҙе тап. Билдәләнгән һүҙгә грамматик анализ яһағыҙ

5.”Айыу майы һөртөү” фразеологик берәмеге ниндәй мәғәнәне белдерә

         Башҡорт мәктәптәренең 11-се класс  уҡыусылары өсөн

                       башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1. М.Кәримдең ҡайһы драмаһында Зөлхәбирәне элекке әхирәттәре хөкөм итә?

2. М.Кәримдең “Ҡара  һыуҙар” поэмаһындағы  Яҡуптың ни өсөн ер йөҙөндә ҡәбере юҡ?.

3. Дәүләкән районында ниндәй гәзит-журналдар нәшер ителә? Уларҙың баш мөхәррире кем?

4. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сыҡ

5  Ҡайһы  сәсән башҡорт ғәскәрен 1812 йылғы Ватан һуғышына оҙатып та , ҡаршы ла ала алған ?

Иншалар темалары:

       1. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә мине рухландырған образ

2.Парижда ла булдыҡ  беҙ… (1812 йылғы  Ватан  һуғышының 200  йыллығына  ҡарата)

Юғары балл 100% - 21 балл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.

Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек. 8-се класта башҡорт теле дәресе....

Олимпиадаға әҙерлек

8-се класс уҡыусылары өсөнбашҡорт теленән олимпиада һорауҙары...

Докдад "Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптары".

Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптарыУҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.Улар ҡүп  осраҡта өйрәтеү  характерында...

«Кәкүк сәйе» байрамы әҙерлек төркөмөндә

Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу; башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү....

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу шәжәрә байрамы «Тамырҙарыңды бел»

Маҡсат: Ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт биреү.Бурыстар:Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу ; зат- ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың ғаиләне һәм кеше шәхе...

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу уйын-ярыш «Тел бәйгеһе» темаһына

Маҡсат–балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу; Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала – ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫк...

Олимпиадаға әҙерлек.

Олимпиадаға әҙерлек...