Рәми Ғарипов иленә сәйәхәт
методическая разработка

Харрасова Гузель Тимергалиевна

Рәми Ғариповтың ижады буйынса уйын-викторина.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Рәми Ғарипов иленә сәйәхәт32.7 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

дәүләт бюджетлы профессиональ белем биреү учреждениеһы

С.И. Кувыкин исемендәге

Октябрьский нефть колледжы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ижады буйынса уйын-викторина

 “Рәми Ғарипов иленә сәйәхәт”

                                           методик ҡулланма

                                                               Харрасова Г.Т. – башҡорт теле

                                                         һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

Октябрьский – 2020

Тема: Рәми Ғарипов иленә сәйәхәт.

Маҡсат:  -шағирҙың тормош юлы, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;

-студентарҙы үҙ аллы эшләргә, бер-береһенең фекерҙәрен тыңлай белергә, сығыш яһарға өйрәтеү;

           -Тыуған илгә,туған телгә ,милләткә ихтирам уятыу;

            - тел байлығын арттырыу, телмәр үҫтереү.

Сараны үткәреү урыны: башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты.

Сараның барышы: 45 минут.

Йыһазландырыу:

-Рәми Ғариповтың портреты;

- презентация;

-китаптар күргәҙмәһе;

-Р. Ғарипов шиғырҙарына яҙылған йырҙар;

-шағирҙың шиғырҙарына иллюстрациялар һәм һүрәттәр.

                                               Уйын барышы

        Уйын-викторинала 4 команда ҡатнаша: 1 һәм 2 курс студенттары. Һәр командала 3 кеше. Залда һәр команданың көйәрмәндәре ҡатнаша. Алып барыусы ролен уҡытыусы башҡара.

    Алып барыусы: Һеҙҙең белеүегеҙсә быйылғы йыл Башҡортостанда башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә быйылғы йылда беҙҙә бик күп саралар үткәрелде һәм үткәреләсәк.

 Яратҡан шағирыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лаурераты,  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповҡа арналған уйын-викторинаны башлайбыҙ.

Рәми Ғарипов тыуған ауылында ете йыллы мәктәпте тамамлағас, бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ бишенсе-илленсе йылдарҙа Өфөләге туғыҙынсы башҡорт урта интернат –мәктәбендә уҡый. Бер мең туғыҙ йөҙ илле бишенсе  йылда Мәскәүҙә  Максим Горкий исемендәге институтын тамамлай. Бер мең туғыҙ йөҙ илле бишенсе-алтмыш дүртенсе  йылдарҙа  ул Салауат районнындағы колхозда комсомол ойошмаһы етәксеһе, артабан “Башҡортостан ҡыҙы” журналында  яуаплы сәркәтип  була.

Рәми Йәғәфәр улы йәмле Йүрүҙән буйҙарының хозур тәбиғәтенә һыйынып, ғорур тауҙарының көсөнә таянып батыр, данлы Юлай, Салауат рухын үҙенә һеңдереп үҫә.

Рәми Ғәрипов илен,  халҡын һөйгән, көслө рухлы, үҙенең нескәлеге, байлығын, тәмен, йәмен тойоп, илһамланып яҡты өмөттәргә ышанып ижат итеүсе шағир булып үсешә.

Шағир иҫән саҡта уның күп әҫәрҙәре, тәржемә емештәре донъя күрмәй, төрлө яҡтан уға аяҡ салалар, кәмһетәләр. Ә ул алда әйтер һүҙҙәрем бар әле тип арымай талмай эшләй, көнө - төнө ижад итә.

       Рәми Гариповтың ижад ғүмере бары егерме йылдар тирәһе. Шағир  илленсе йылдар уртаһында әҙәбиткә килеп, етмешенсе йылдар уртаһында бик иртә китеп барҙы.

Әммә ул шул ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендәлә ғүмерлек әсәрҙәр яҙып ҡалдыра алды. Кешеләрҙең бөтә һөйөнсө лә, көйөнсө лә, донъяның бөтә шатлығы һәм фажиғәләре, халыҡ, ил яҙмышы шағир йөрәге аша үтте. Бөгөнгө сараның маҡсаты – ошо ғәжәп Рәми донъяһына сәйәхәт. Сәйәхәткә 4 команданы саҡырабыҙ.

Рәми Ғарипов ижады белгестәре исмен яуларға тырышыусы командалар, жюри ағзалары менән таныштырам һеҙҙе.

  1. Беренсе тур. “Тормош юлы һәм ижады тураһында”

(Ҡайһы команда һорауҙарға тиҙерәк яуап бирер? Һәр дөрөҫ яуапҡа-1 мәрәй.)

    Һорауҙар:

1) Рәми Ғарипов нисәнсе йылда  тыуған?   (1932 йылдың 12 феврале)   

2) Уның атаһының исеме нисек?    (Йәғәфәр)

3) Өфөлә Рәми Ғарипов белем алған урын ?   (9 – сы башҡорт мәктәбе)

4) Рәми Ғарипов ниндәй гәзит - журналдарҙа  эшләй?   («Совет Башҡортостаны», «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы»)

5)  Рәми Ғарипов ниндәй исемгә лайыҡ була?   ( Башҡортостандың халыҡ  шағиры)

6) Рәми Ғарипов ҡайҙа тыуған? (Салауат районы  Арҡауыл ауылы)

7) Башланғыс белемде Рәми Ғарипов ҡайҙа ала? (тыуған ауылы мәктәбендә)

8) Ни өсөн ул Мәскәүгә бара? (А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый)

9) Нисәнсе йылдарҙа профессиональ яҙыусы булып китә? (70-се йылдар)

10) Тәүге шиғыр китабының исеме? («Йүрүҙән»)

2. Икенсе тур. “Шиғырҙар тураһында”

Командалар эште яҙып башҡара. Ваҡыт сикләнгән. Рәми Ғариповтың шиғырҙарының дауамын яҙырға кәрәк (бер юл булһа ла). Һәр дөрөҫ яуап өсөн команда 1 мәрәй ала.

1.Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
 Ояңдан осоп сыҡ!
 ...  ...   ...  ...

(Оҡшаһа был өйөң,
 Түгелһен моң-көйөң!..
 Ҡошсоғом сыҡты ла,
 Ҡанатын ҡаҡты ла,
 Һоҡланды ояға,
 Таң ҡалды донъяға.)

2.Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

...   ....   ...   ...   ...
(Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.)

3.Шығыр-шығыр ҡыш та үтеп бара,

...    ...   ...    ...   ....
(Тик урманды ҡылау һырыған.
Үҙәгемә сасҡау үтмәһен тип,
Ҡарағайға ҡайын һырыға…)

4.Елдәр булып иҫәм иҫкәндә,

...     ...     ...    ...
(Гөлдәр булып үҫәм үҫкәндә:
Һыуҙар булып ағам аҡҡанда,
Тауҙар булып баҫам баҫҡанда.)

5.Ҡанатында — күктәр һалҡынлығы,

...    ...     ...     ....
(Ҡарашында — тауҙар һағышы.
Туңып ҡалған уның күҙҙәрендә
Болоттар һәм йылдар ағышы.)

6.Уралып ятҡан Урал буйҙарынан

...     ...     ...      ...
(Урап ҡайта алғыр уйҙарым.
Армыт-армыт тауҙар итәгендә
Күҙ алдымда һабан туйҙары.)

7.Ярты төндә уянып, йоҡлай алмай уйланып,

...        ...        ...       ...

(Уйлап ятҡан уйҙарҙы, таралышҡан ҡуйҙарҙы

 Ҡалай итеп тыяйым, ҡалай итеп йыяйым?)

8.Башҡортостан — беҙҙең Бөркөтостан,

...     ...     ...     ...

(Иркең ҡурсып, күпме бөркөт осҡан!..

Башҡортостан — йөрәк ҡағышым,

Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!)

9.Минең илһамым шишмәһе

...    ...       ...       ...  
(Тыуған еремдә,
Минең илһамым шишмәһе
Һөйгән йәремдә.)

10.Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа.

...      ...        ...      ...
(Таң көҙгөһө, тиҙәр, Сулпанды.
Һылыу һөйөклөһөн уятҡандай,
Уяталыр наҙлап ул таңды.)

Алып барыусы: Командалар эш башҡарғансы, көйәрмәндәр менән дә уйын ойоштороп алайыҡ. Улар үҙҙәренең командаларына мәрәйҙәр килтерә ала.

1.Рәмиҙең әсәһенең исеме нисек?   (Гөлмәрйәм)

2.Мәктәптә ул ниндәй фәндәрҙе яратып уҡый?  (Туған тел һәм әҙәбиәт, рус теле һәм әҙәбиәте)

3. Кем булырға хыяллана рәми Ғарипов? (Летчик)

4. Ошо шиғыры нисек атала?

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.  

(Туған тел)

5. Ҡатынының исеме кем? (Надежда Васильевна)

6.Рәми Ғариповтың псевдонимдары? (Бабай, Рахметов)

Ҙур рәхмәт көйәрмәндәргә.

  1. Өсөнсө тур “Йырҙар тураһында”.

 Шағирҙың бик күп шиғырҙарына йырҙар яҙыла. Улар бөгөнгө көндә лә башҡарылалар. Был турҙа йырҙар яңғырай, һеҙгә йырҙың исемен һәм кем башҡарыуын белергә кәрәк. Командалар яуаптарын айырым биттәргә  яҙып, жюриға тапшыра. Һәр дөрөҫ яуап өсөн команда 1 мәрәй ала.

Р.Ғариповтың йырҙары.

 “Таңғы йыр”,

“Минең йондоҙом”,

“Сыңрау торна”,

“Үтте лә китте йәшлегем”,

“Кәкүк”,

“Салауат батыр”,

“Йыуаса”,

“Аға һыуҙар”

  1. Дүртенсе тур. “Кроссворд сисеү”

Р

Ә

М

И

Ғ

А

Р

И

П

О

В

Р.Ғарипов тыуған ауыл(Арҡауыл)

Р.Ғарипов шиғырына йыр( Кәкүк)

Өфөлә шағир исемен йөрөткән мәктәп(гимназия)

Ул уҡыған мәктәп(интернат)

Рәми Ғарипов шиғыры ( Туған тел)

Шағир тыуған район(Салауат)

Уның шиғырҙарына көй яҙыусы композитор(Роза)

Рәми Ғариповтың һөнәре(шағир)

Уның исемендәге награда(премия)

Шиғырын арнаған ҡаш(торна)

Шағирға бирелгән премия(С.Юлаев)

  1. Бишенсе тур. Синквейн төҙөү.

Кем Рәми Ғарипов тураһында рифмаһыҙ ҡыҫҡа шиғыр яҙа 2 мәрәй ала.

1.Рәми Ғарипов

2. Һәләтле,  көслө рухлы

3. Яҙа, ижад итә, эшләй.

4.Ил тойғоһо – бар тормошом минең, тын алышым, йөрәк тибешем.

5. Халыҡ шағиры.

Алып барыусы: Бөгөн беҙҙең бурысыбыҙ Рәми Ғариповтың ғәжәп донъяһына сәйәхәт итеү, уның ижадын өйрәнеү ине. Ошондай уйын рәүешендә генә булһа ла беҙ һеҙҙең бик күп нимәләр белдек тип уйлайым.

Студент “Туған  тел” шиғырын һөйләй.

Алып барыусы: Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ә хәҙер һүҙҙе жюри ағзаларына бирәйек.

Сараны йомғаҡлау. Еңеүселәрҙе бүләкләү.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Бикбаев.\\ И. Ә. Шарапов,-Өфө:Китап,2009й.-192 бит.

2.”КискеӨфө” гәзите.2007й.№6(216),17-23 декабрь,2005й.,№5,2007й.,№10,2006й.

3.”Шоңҡар”журналы.№1(52),2002й.

4.Р. Ғарипов. Бер көн.Ҡазан,Татарстан китап нәшриәте,1994й.

5.”Ашҡаҙар” гәзите. №10(6970),2007й.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

Туған тел Р. Ғарипов

Мин халҡымдын сәскә күңеленән,Бал ҡортондай ынйы йыямын....

“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы

Предмет:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресеТема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.Класс: 6АҠулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интеракт...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Рәми Ғарипов. “Сыйырсыҡ” шиғыры.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү; “Сыйырсы3”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү....

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә ...

Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына сәйәхәт

Рәми Ғарипов  тормошона һәм ижадына  сәйәхәт (дәрес-семинар)...