Ғайса Хөсәйеновтың “Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесы буйынса йомғаҡлау дәресе.
методическая разработка (11 класс)

Исламова Тансулпан Муллахметовна

  Дәрес барышында әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларға хәҙерге осор күҙлегенән байҡау яһатыу урынлы. Айырыуса  “Уңыш” һүҙенең мәғәнәһенә нығыраҡ иғтибар иттереү мөһим. Мәҫәлән: "Уҡыусылар, һеҙҙең фекерегеҙсә , Исмәғил Тасимов уңышлы (успешный) шәхес булғанмы? Уның уңыштарға ирешеүенең сере нимәлә икән?" тигән һорауҙарға бергәләп яуаптар эҙләү яҡшы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл дәрес өлгөһө23.92 КБ

Предварительный просмотр:

Ғайса Хөсәйеновтың “Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесы буйынса йомғаҡлау дәресе.

  • Һаумыһығыҙ! Уҡыусылар,бөгөнгө дәресебеҙҙә ҡунаҡтар бар.Әйҙәгеҙ бергәләп “Хәйерле көн” теләйек!
  • Дәресебеҙҙә сығарылыш синыфтары уҡыусылары ҡатнаша.
  • Уҡыусылар, эргәгеҙҙәге иптәштәрегеҙгә, үҙегеҙгә лә уңыштар теләп,күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ.
  • Уҡыусылар,дәрестә уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?
  • Туған телебеҙҙе белеү,берҙәмлек,мәғлүмәтле булыу, ҡыйыулыҡ...
  • Ошо сифаттарҙы эшкә егеп, дәресебеҙҙең темаһын һәм маҡсатын

 билдәләп китәйек.

Иғтибар экранға! Һүҙҙәр теҙмәһенән ошо рәткә инмәгәнен һайлағыҙ һәм сәбәбен аңлатығыҙ:

Алдар Иҫәнгилдин, Ҡараһаҡал, Батырша, Исмәғил Тасимов, Салауат Юлаев.

  • Исмәғил Тасимов! Алдар,Ҡараһаҡал,Батырша,Салауаттар –ихтилал башлыҡтары, ә Исмәғил Тасимов – рудасы.
  •  Исмәғил Тасимов тураһында ҡайһы яҙыусының әҫәрен беләһегеҙ?
  • Ғайса Хөсәйенов “Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесын яҙған.
  • Өйгә эш итеп һеҙгә повесты уҡып килергә ҡушылғайны.
  • Үҙегеҙҙең алдығыҙға ниндәй маҡсаттар ҡуйырһығыҙ?
  • Повестың йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға, бәхәсләшергә, белемебеҙҙе киңәйтергә...
  • Дәфтәрҙәрегеҙгә дәресте темаһын яҙып алығыҙ һәм эш барышында кәрәкле мәғлүмәттәрҙе теркәп барығыҙ!

Тема: “Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесы буйынса йомғаҡлау дәресе.

  • Һеҙ билдәләгән маҡсаттарға өҫтәп, повеста күтәрелгән проблемаларҙы асыҡлап, замана күҙлегенән фекер алышырға саҡырам!
  • Повестың йөкмәткеһен нисек үҙләштергәнегеҙҙе асыҡлау өсөн һорауҙарға ҡыҫҡа,аныҡ яуаптар биреүегеҙ һорала.

Һорауҙар: Кем тиҙерәк, тапҡырыраҡ?

1. “Рудасы Исмәғил Тасим улы” әҫәренең жанры? (повесть).

2.Повеста ваҡиғалар ҡайҙа бара? ( Хәҙергесә - Пермь өлкәһе, Ғәйнә ырыуы башҡорттары ерендә,Санкт – Петербургта).

3.Ҡасан? Нисәнсе быуатта? (1700-1779 йылдар,IVIIIбыуат).

4. Төп образдар?

5. Исмәғил Тасимов ҡайһы ырыуҙан?

6. “Аҫаба” һүҙен аңлатығыҙ.

7. Ғәйнә башҡорттарының төп кәсебе?(Руда сығарыу, уға тиклем һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ,игенселек,урман ҡырҡыу,күмер үртәү).

8.Рудопромышленник башҡорттарға хөкүмәт ниндәй льгота биргән?(Хәрби хеҙмәттән,Илектән тоҙ ташыуҙан,ылау ҡыуыу йөкләмәләренән бушатыла).

9.Исмәғил Тасимов ни өсөн берг коллегияға, Сенатҡа мөрәжәғәт итә?

10.Граф Чернышев менән “көрәш” нисә йыл дауам итә?

11.Исмәғил Тасимов ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәһен,күберәк ниндәй мәсьәләләр күтәрә?(Ҡаҙна,дәүләт мәсьәләләре).

12.Исмәғил Тасимовты иң ҙур еңеүе?(Батша указы менән граф Чернышевтың үҙен еңә).

13.Ниндәй маҡсат менән оло ҡор йыя, кәңәш ҡора?

14. Кем ул Осокин? Уның менән ни өсөн осраша?

15.Тау школаһын ҡайҙа асалар? Ниндәй аҡсаға?

 - Афарин, уҡыусылар! Әҫәрҙең йөкмәткеһен яҡшы беләһегеҙ.

Ял минуты.(Уҡытыусы һайлауы буйынса)

Артабан дәресебеҙҙең төп маҡсатына әйләнеп ҡайтып,повеста күтәрелгән проблемаларҙы билдәләйек. Уның өсөн тексҡа мөрәжәғәт итербеҙ.(Уҡыусыларға әҫәр буйынса биттәр һаны әйтелә).

I төркөм: 194-195-се биттәр.

II төркөм: 218-се бит.

III төркөм: 213-сө бит.

Төркөмдәрҙә эшләгәндән һуң,уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.

I төркөм. Ер өсөн көрәш. Сәйәси проблема.

II төркөм. Дин,милләт мәсьәләһе.Әҙәп-әхлаҡ проблемаһы.

III төркөм. Тау школаһын астырыуға аҡса. Иҡтисади проблема.

Уҡыусылар һәр проблемаға туҡталып,бөгөнгө көн күҙлегенән сығып яуаптар бирәләр.

  • Уҡыусылар, артабан фильмдан өҙөк ҡарап,бәхәсләшергә саҡырам.(перекрестная дисскусия алымы).Иғтибар экранға!

Документаль фильм “Предания и были земли Гайна” ( 22.33. – 23.42. ваҡыт эсендәге өҙөктө ҡарау).

“Перекркстная дискуссия” алымы.

3 төркөм эшмәкәрлеге: ике төркөмдән берешәр уҡыусы бәхәскә саҡырыла, өсөнсө төркөм бәхәсте йомғаҡлай.

1-се уҡыусыға һорау: депутат, староста Туҡтамыш Ишбулатов Салауат Юлаевтар менән берлектә Пугачев етәкселегендәге  заводсыларға ҡаршы яуға ҡушылып дөрөҫ эшләгәнме?

2-се уҡыусыға һорау: Исмәғил Тасимов үҙ аҡсаһына отряд йыйып, уларға ҡаршы көрәшә: заводттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә көсөн һала. Бәхәсләшкән ике уҡыусы ла үҙ һорауҙары буйынса фекерҙәрен яҡларға тейештәр.Мәҫәлән:

  • Туҡтамыш Ишбулатов, Салауат Юлаевтар үҙ ерҙәрен һаҡларға теләп яуға күтәреләләр.Башҡорт ерҙәрендә көндән-көн заводтар һаны артҡандан-арта.Һунар биләмәләре ҡыҫырыҡлана, рудниктар заводсылар ҡулына күсә.Минең уйлауымса, Туҡтамыш Ишбулатов Салауаттар менән яуға күтәрелеп дөрөҫ эшләгән, ә Исмәғил Тасимов уларға ҡушылмай,етмәһә ҡаршы торорға отряд туплай...
  • Мин тулыһынса Исмәғил Тасимовты яҡлайым! Тасимов бик көслө иҡтисадсы булған: үҙен генә уйламай, башҡаларҙы ла ҡайғыртҡан.Пугачевсылар иҡтисадҡа ҙур зыян килтергән. Заводтар яндырылғас, бик күп башҡорттар эшһеҙ ҡалған..

Йомғаҡлау: Һәр кемдең үҙ хәҡиҡәте!..

  • Афарин, уҡыусылар! Ысынлап та, донъяла һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө,тормошта үҙ юлы бар.Исмәғил Тасимов бик алдынғы ҡарашлы шәхес булған: ул Салауаттар кеүек балаларының, ауылдаштарының киләсәген ҡайғыртып ҡына ҡалмаған,беренсе урынға иҡтисади ҡыҙыҡһыныуҙы ла ҡуйған.

  • Иғтибар экранға! Был шиғыр юлдары кемгә бағышланған? Ошо һүҙҙәр менән һеҙ килешәһегеҙме?

   
Сто лет тому назад тогдашний горный мир
Приятно изумил безграмотный башкир.
Он подал от своих товарищей прошение,
Чтоб рудокопам, им, безграмотным как сам,
Давать указчиков по рудным их делам...

(Уҡыусыларҙы яуаптарын тыңлау).


- Институтты тамамлаған А. Н. Алексеев тигән тау инженеры рәхмәт йөҙөнән юбилей көндәрендә Тасимовҡа махсус шиғыр бағышлай. Һорауға яуап итеп Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәрен уҡып китәйек:

 “Әммә заманында атаҡлы Чернышев графты еңеп сыҡҡан, аҡылы менән әбей батшаның диҡҡәтен биләгән, ҙур рудниктар тотҡан, Россияла беренсе башлап Тау училищеһы астырыуҙа инициатор булған кеше, ай-һай, наҙан булдымы икән? Берг-коллегияға яҙған прошениеһында ул, беҙ тәжрибә менән тау экономикаһын төшөнгән һәм тәрән өйрәнгән промышленник, тип юҡҡа әйтмәгәндер бит". // Ғайса Хөсәйенов. "Рудасы Исмәғил Тасим улы". 1982 йыл.

  • Дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлаша. Дәрестең башында бер-берегеҙгә уңыштар теләнегеҙ. “Уңыш” һүҙенең мәғәнәһенә нығыраҡ иғтибар итәйек. Уҡыусылар, һеҙҙе фекерегеҙсә , Исмәғил Тасимов уңышлы (успешный) шәхес булғанмы? Уның уңыштарға ирешеүенең сере нимәлә икән?

Уҡыусыларҙы яуаптарын тыңлау.Мәҫәлән: ғаилә тәрбиәһе, үҙенең көслө характеры, янында туғандарының булыуы...

  • Уҡыусылар, тексты уҡыу барышында мәҡәл-әйтемдәрҙе, ҡанатлы һүҙҙәрҙе яҙып барырға тәҡдим иткәйнем. Шуларҙы уҡып,

  Исмәғил Тасимовтың “Уңышлы булыу” серҙәрен күрһәтеп,дәресебеҙҙе йомғаҡлайыҡ.Яуаптар:

  • Кешенекен алма, үҙеңдекен бирмә»
  • «Үҙ көнөңдө генә түгел, ил көнөн дә күрә бел»
  • «Кеше ил-йорт менән көслө»
  • «Ятып ҡалғансы, атып ҡал»
  • «Тәүәкәлләгән таш ярған»
  • «Өмөт иткән мораҙына еткән»
  • «Түҙгән түш ите ейгән»
  • «Изгелек ерҙә ятып ҡалмай»
  • «Аҡсаңды юғалт, өмөтөңдө юғалтма»
  • «Бер бүркең менән, бер үҙ күркең менән кәңәш итеш»
  • «Көслөнөкө - замана»
  • «Түрәләргә ышанма, һыуға таянма»
  • «Тырышҡанда, ваҡытыңды йәлләмәй йөрөгәндә, ата-бабалар яулап алған хоҡуҡтарыңды яҡларға, хәҡиҡәтте юлларға була»
  • Уҡыусылар, һеҙ уҙ аллы тормош юлына баҫыу алдында тораһығыҙ.Ғайса Хөсәйеновтың “Рудасы Исмәғил Тасимов” повесынан алынған ошо ҡанатлы һүҙҙәр һеҙгә тормошта тура юл табырға ярҙам итер, тип ышанам!(Открытка формаһында эшләп, дәрес аҙағында таратырға була).

Рефлексия:

Өйгә эш:

Баһалар ҡуйыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

М.Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-конференция

Был әҫәр кластан тыш өйрәнелә.Дәрес өлгөһөндә әҫәргә тулы анализ, геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү өсөн һорауҙар һәм яҡынса яуаптар бар....

Дуҫтарҙың ҡәҙерен беләйек (З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы буйынса дәрес)

Дуҫтарҙың ҡәҙерен беләйек    (З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы буйынса дәрес)...

Тәскирә Даянованың "Ышан, урман" повесы буйынса конференция.

Тәскирә Даянованың "Ышан, урман" повесы үҫмерҙәр тормошо тураһында. Ғаилә, һөнәр һайлау, наркомания темалары....

Беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған, Беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған. (Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” романынан “Туйгилдене яндырыу” бүлеге һәм Мәрйәм Бураҡаеваның “Киҫәкбикә” хикәйәһе буйынса).

ldquo;Халыҡ тарихы –ул уның автобиографияһы. Кеше үҙенең автобиографияһын нисек белгән шикелле,туған халҡының автобиографияһын да белергә тейеш” –тип яҙа Ғайса Хөсәйенов “Торм...